Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гәзитте яратыуыбыҙ юҡҡа түгел
Яңыраҡ телевизорҙан бер сюжет күрһәттеләр. Унда Урта Азиянан күсеп килгән өлкән йәштәге ҡатын Һаҡлыҡ банкында Совет осоронан бирле ҡалған бер нисә мең һум аҡсаһын (ә ул — ҙур сумма) кире ҡайтара алмай ине. Берҙән, кенәгәһен юғалтҡан, икенсенән, Рәсәй гражданлығы ла юҡ. Ошо хәл әлеге күренеш – ҡағыҙҙы электрон сараларға алмаштырыу процесы – тураһында йәнә бер уйланырға мәжбүр итә.


Бынан бер нисә йыл элек хеҙмәт кенәгәһенән баш тартыу кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуйыртҡайнылар. Хә­ҙер, йәнәһе, ул – кәрәкмәгән, ар­тыҡ документ, сөнки һәр кемдең эшмәкәрлеге тураһында мәғ­лү­мәт Пенсия фонды, Һалым хеҙ­мәтенең сайттарында теркәлә бара. Ярай әле, ҡайһы бер чинов­никтарҙың “техник йәһәттән артҡа ҡалмаҫ өсөн” индерелгән был яңылығын ваҡытында туҡтаттылар. Хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында предприятиелар йыш банкротҡа ҡала, ә пенсияға сығыр ваҡыт еткәс, хеҙмәт стажын иҫбатлаған документ йыйҙырған чиновниктар ҡу­лына тағы бер ябай кешене кәм­һетеү ҡоралы тоттороу дөрөҫ булмаҫ ине. Быны мин ошо йә­һәттән этләнгән таныштарымдан ишетеп беләм. Уларҙың береһе, мәҫәлән, Украинаға барып, справка алып ҡайтырға тейеш.
Компьютер системаһына күсһәк, ар­тыҡ документациянан ҡотолабыҙ, тип ышандырғайнылар. Ләкин, киреһенсә, ҡағыҙ “йылғаһы”ның ағымы көсәйҙе генә. Быны төрлө отчет тултырып яфаланған уҡытыусылар, табиптар, шул уҡ чиновниктар яҡшы белә.
Эш хаҡын, вкладтарҙы карточкаға күсереү ҙә күптәрҙе байтаҡ сумманы юғалтыуға алып килде. Автор булараҡ, миңә лә редакция бухгалтерияларында гонорарҙы ошо юл менән күсерергә тәҡдим итәләр, әммә аҡсаны ҡулға биреүҙәрен ышаныслыраҡ күрәм.
Хат яҙыу урынына SMS хәбәрҙәр ебә­реү, бәлки, уңайлыраҡтыр. Тик ара­ла­шыу­ҙың был формаһы кеше ара­һын­дағы мөнәсәбәтте һыуындыра, телде ярлыландырыуға алып килә. Ә кемдер был процесты көсләп тиерлек тиҙләтергә тырыша. Көнкүрешебеҙҙән почта конверттары, дәфтәрҙәр, баҫыу машинкалары юҡҡа сыға бара. Мәҡәләне ҡулдан яҙған авторҙар ҙа кәмей.
Берҙәм дәүләт имтиханына күскән мәлдә фәҡәт тест формаһына өҫтөнлөк бирелгәйне. Ниһайәт, тора-бара иншанан да яҡшыраҡ алым юҡ икәнлеген танырға мәжбүр булдылар. Ғөмүмән, ҡағыҙҙың заманға бирешмәүенә тағы ла әллә күпме дәлил килтерергә мөмкин.
Араларында мине иң ҡыҙыҡ­һын­дыр­ғаны – китаптарҙың, гәзит-журналдың ҡағыҙ һәм электрон варианттары араһындағы ярыш. Барыбыҙға ла мәғлүм: тәүгеһе һуңғы йылдарҙа ҙур ауырлыҡ кисерә. Почта хеҙмәте өсөн тарифтарҙы даими арттырыу, матбуғат өсөн бүленгән субсидияларҙы ҡыҫ­ҡар­тыу, гәзит-журналға яҙылыу хаҡтарын арттырыу… Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Интернетты даими ҡуллан­ған 50 миллион кешенең 15 процент тирәһе генә матбуғат баҫмалары сайт­тарының мәғлүмәттәре менән таныша бара.
Ә селтәрҙәге башҡа мәғлүмәттәргә килгәндә... Осо-ҡырыйы күренмәгән ял­ған, хата, бер-береңә, йәмғиәткә ихти­рамһыҙ ҡараш, һүгенеү... Гә­зит- журналдың күпселегенең иһә бындай юлға һис ҡасан бармаҫын әйтеп тороу кәрәкмәйҙер. Тимәк, баҫма матбуғатты электрон вариант менән алмаштырырға тырышыу дөрөҫмө? Тәрбиәнең нигеҙен ҡаҡшатыу булмаймы был? Өҫтәүенә бөгөнгө шарттарҙа Интернеттың һүнеп ҡуйыуы ла бар (вирус, төрлө болалар, һуғыш), ә типографиялар, редакциялар бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡ.
Был мәҡәләне яҙған ваҡытта ҡулыма ғалимдарҙың яңы тикшеренеүҙәре тураһында мәғлүмәт килеп эләкте. Баҡтиһәң, гәзит-журналды, китаптарҙы тарих кәштәһенә ебәрергә иртәрәк икән. Nielsen Norman Group белгестәре Эрнест Хемингуэйҙың бер хикәйәһен уҡырға ҡушҡан. Берәүҙәр – ҡағыҙ, икенселәр электрон вариант менән танышҡан. Тәүгеһен уҡыу өсөн ваҡыт әҙерәк кәрәк булған. Ә икенсеһенә – 6-10 процент күберәк. Иң мөһиме – ҡағыҙ варианттағы яҙма тәрәнерәк, яҡшыраҡ үҙләштерелә икән. Был күренеш сәсмә әҫәрҙәргә генә түгел, фәнни әҙәбиәткә һәм публицистикаға ла ҡағыла. Ҡағыҙҙа баҫылған мәғлүмәт хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана, сөнки ундағы үҙенсә­лекле сағыу образдар, текстура, битте тотоп ҡарау һәм башҡалар кешенең нервы системаһы өсөн мөһим. Бындай мөм­кин­лек электрон версияла юҡ.
Уҡыуҙың кеше организмына файҙаһын ҡай­һы бер дәүләттәрҙә оҫта файҙаланалар. Мәҫәлән, 2012 йылдан башлап Бразилия төрмәләрендә китап яратҡандарҙың срогын һәр баҫма өсөн дүрт көнгә ҡыҫҡарталар. Уҡыр­ға әүәҫләнгәндәр, иреккә сыҡҡас, күпләп төҙәлеү юлына баҫа икән.
Ә нейрофизиолог Дейвид Льюис, көнөнә алты минут уҡыу көсөргәнеш ки­мәлен 70 процентҡа кәметә, тип бел­де­рә. Уның фекеренсә, был йәһәттән гә­зит-китапҡа яҡынлыҡ саф һауала йөрөү, музыка тыңлауҙан да яҡшыраҡ икән.
Бына шулай, дуҫтар. Гәзитте яратып уҡыуыбыҙ буштан түгел. Эске һиҙе­мебеҙ дөрөҫ әйтә – ошо әүәҫлегебеҙ менән ҡартлыҡты артҡа сигендерәбеҙ, төрлө аҡыл сирҙәренән (маразм, Альцгеймер ауырыуы) ҡотолабыҙ. Ә аҡса­һын, ваҡытын йәлләп, гәзит алдыр­ма- ­ғандарҙы, китап яратмағандарҙы йәл­ләргә генә ҡала, сөнки телевизор ҡарап ҡына тормоштоң асылын аңлауы еңелдән түгел.
Шул уҡ ваҡытта баҫма матбуғатҡа бәйле үрҙә телгә алынған асыштарҙы үҙебеҙҙә киңерәк файҙаланыу кәрәк­леген онотмайыҡ. Уйландырырға мәж­бүр иткән тәрән фекерле яҙмалар к­үбе­рәк булһын тигән теләк тә бар.



Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


  1. салимэан
    салимэан от 09.09.2015, 17:09
    Кешене телевтзор, интернет коло итеу власть осон отошло шул

Комментарий өҫтәргә