
Ғәжәйеп гүзәл был төбәктең тәбиғи шифалары “Янғантау” шифаханаһының барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тора. Уның тарихы 1937 йылға барып тоташа. Ул саҡта Янғантауҙа егерме койка-урынлыҡ тәжрибә-клиника станцияһы асыла, һәм уның артабанғы үҫеше хаҡында етди хәстәрлек күрелә. Күп профилле бальнеологик курорт тәрәндән сыҡҡан уникаль геотермаль сығанаҡтар, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, юғары ионланған (1500-ҙән 2800 ион/см3-ға тиклем) шифалы һауаһы менән дан тота. Был йәһәттән уның донъяла тиңе юҡ.
Тәбиғәт кенә
дауалай алмай шул
Янғантауҙың тәнде ял иттереүсе, дауалаусы пары һәм газы бөгөн дә шифахананың төп байлығы булып ҡала. Әүҙем микроэлементтар, органик һәм гумус матдәләр, спиртлы сумала булған үҙенсәлекле состав тән туҡымаһында матдәләр алмашыныу процесын көсәйтә, ҡандың реологик үҙенсәлеген яҡшырта, липид һәм аҡһым алмашыныуын нормалләштерә.
Шифахананың икенсе бренды – аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы “Ҡорғаҙаҡ” эсәр һыуы. Уның сыҡҡандағы даими температураһы +160С тәшкил итә. Курорттың һыу менән дауалау бүлегендә шифалы “Ҡорғаҙаҡ”ты ҡулланып егерме төр гидротерапия үткәрелә.
Тәбиғи дауалау факторҙары комплексы пар, газ, минераль һыу, Саки ләме (ул Ҡырымдан килтерелә) менән шифахана-курорт дауалауы курсын үтергә мөмкинлек бирә.
Климат факторҙары реабилитацияланыуҙың мөһим өлөшө булып тора. “Янғантау” – тәпәш тау курорты, климаты юғары дәрәжәлә саф, һәм һауа еңелсә иондар менән байытылған. Ҡояшлы көндәр буйынса бындағы күрһәткестәр Рәсәйҙәге һәм Көнбайыш Европалағы күп курорттарҙың шул уҡ параметрҙарын уҙып китә.
Шифахананың дауалау базаһы универсаль тиергә була. Пар, ҡоро һауа, һыу һәм ләм менән дауалау бүлектәрендә, дауалау-диагностика комплексында, лаборатория тикшеренеүҙәре һәм косметология үҙәктәрендә процедураларҙың 500 төрө үткәрелә.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы һәм заманса аппаратуралар пациенттарға ультратауыш тикшереүе, функциональ диагностика, спектраль фототерапия, биоакустик коррекция, электройоҡо, классик һәм оригиналь массаж төрҙәре, рефлексо-, гирудо-, спелео-, озоно-, арома-, магнит, карбокси, лазер, гидроколонотерапия һәм спирография, ҡан баҫымын тәүлеклек мониторлау, холтер мониторлауы үтергә мөмкинлек бирә. Һыу менән дауалау бүлегендә – һәр төрлө ванна һәм душтар ҡабул итергә, СПА-үҙәктә төрөк мунсаһы “хамам”да, саунала, Кнейп юлсығында, бассейн һәм джакузиҙа ләззәтләнеп була.
Шифаханала дауаланыу мөмкинлектәре ифрат киң. Был йәһәттән эшмәкәрлек түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барыла:
һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз);
периферик ҡан тамырҙары;
тын юлдары;
периферик нерв системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар);
бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар.
“Янғантау” күп профилле булыуы менән башҡа шифаханаларҙан айырылып тора. Һәм бындағы бөтә нәмә лә кешеләрҙең сәләмәтлегенә, яҡшы кәйефенә, тулы ҡиммәтле ялына хеҙмәт итә. Әйтәйек, Салауат районының саф экологик шарттарында малсылыҡ хужалыҡтарында етештерелгән юғары сифатлы сеймалдан үҙҙәренең продукттарын яһайҙар. Шифахананың рестораны, заказ буйынса, диетик, балалар һәм швед өҫтәлдәре рәүешендә ойошторолған дүрт туҡланыу залы бар. Заявка буйынса япон кухняһы блюдолары һәм кондитер изделиелары әҙерләнә. Дөйөм табынға шифахана үҙе етештергән юғары сифатлы ит һәм һөт, икмәк-булка һәм кондитер ризыҡтарының бай ассортименты һәм, әлбиттә, донъяға билдәле башҡорт балы сығарыла. Шифахана маркаһы менән ун төрлө һөт продукттары, 100 төрлө икмәк-булка, 60 төрлө колбаса һәм ит, 200 төрлө кондитер изделиелары эшләп сығарыла. “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыу тултырыу цехында ай һайын миллион дананан ашыу шешә газланған һәм газһыҙ һыу етештерелә. Шифахананың продукцияһы – урындағы сауҙа нөктәләренә һәм күрше Силәбе өлкәһенә, ә “Ҡорғаҙаҡ” һыуы Рәсәйҙең 25 төбәгенә оҙатыла.
“Янғантау” – “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2015” конкурсында шифахана үҙ маркаһы менән сығарған алты төр продукцияһы һәм күрһәткән шифахана-курорт хеҙмәттәре өсөн лауреат булды.
Сәләмәт ял – ул әүҙем ял
Шифахананың юғары дәрәжәлә булыуы, ундағы дауалау һәм сәләмәтләндереү мөмкинлектәре халыҡты үҙенә тарта. “Янғантау” 800 урынға эйә һәм улар йыл әйләнәһенә буш тормай. Бында сәләмәтлектәрен нығытырға һәм ял итергә бөтөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән дә киләләр. Төрлө быуын вәкилдәре ял итә, шуға саралар күп төрлө йүнәлешкә – йәштәргә, балаларға, ғаилә парҙарына, пенсия йәшендәгеләргә – иҫәпләнгән. Һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеге тыуҙырыла.
Сәләмәт ял әүҙем хәрәкәтләнеүҙе талап итә. Шифахананың ҡеүәтле спорт-һауыҡтырыу базаһында бының өсөн бөтөн шарттар бар. Саф һауалағы уйындар өсөн заманса стадион эшләй. Унда саңғы-роллер трассаһы, яһалма футбол майҙаны, волейбол майҙансығы, асыҡ теннис корты булдырылған. Шифахананың ландшафтлы иркен парктары йәйәү һәм велосипедта, шулай уҡ роликлы конькиҙа йөрөү өсөн айырыуса уңайлы.
Шуны билдәләп үтеү урынлы: 2013 йылда “Янғантау”ға һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге дауалау учреждениеларына эш сәфәре менән А.Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы фәнни үҙәгенең ғилми советы рәйесе Л.А. Бокерия етәкселегендә бер төркөм ғалим килеп ҡайтты. Ауыл халҡы белгестәрҙән түләүһеҙ консультация алды, ә шифахана табиптары “Табип менән сәйәхәттә” тигән сәләмәтләндереү методикаһын үҙләштерҙе. Инде ике йыл дауамында ял итеүселәр әлеге методика буйынса саф һауала йөрөргә сыға.
Аҙна һайын хоккей, мини-футбол, бадминтон, волейбол һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса турнирҙар үтә. Спорт инвентарҙарын прокатҡа ла алырға мөмкин.
Салауат районы – ғәжәйеп тауҙар, мәмерйәләр төйәге. Шуға ял итеүселәрҙә тәбиғәт ҡосағына походтар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Йүрүҙән, Әй йылғаларында һалда йөҙөү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. Йәй көнө һыу ҡойонорға, катамарандарҙа йөҙөргә мөмкин.
Төрлө тарафтан килгән ял итеүселәр йәйге осорҙа ике аҙна һайын ойошторолған “Һабантуй” байрамында боронғо башҡорт йолалары менән таныша. Театрлаштырылған тамаша шифаханалағы талант эйәләренең концерттары, ат сабышы, спорт бәйгеләре менән аралаштырыла.
Климат менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген көсәйтеү өсөн терренкурҙар билдәләнгән. Уларҙың береһе – “Алтын божра”. Ул 1000 баҫҡыстан тора һәм Йүрүҙән йылғаһы ярына төшә.
Ҡышҡы ял төрҙәре лә ифрат күп. Спорт һөйөүселәр айырым йыһазланған боҙ һырғалаҡта һәм хоккей ҡабында шөғөлләнә. “Боҙ ҡаласығы” – өлкәндәрҙең дә, кескәйҙәрҙең дә яратҡан донъяһы. Саңғы трассаһына сығып, ҡышҡы урмандың илаһи матурлығына һоҡланаһың. Үргә ҡарай күтәреүсе бугель менән йыһазланған “Бөркөт” тау саңғыһы комплексы төрлө бейеклектән шыуып төшөүгә иҫәпләнгән. Шунда уҡ тюбинг трассаһы йыһазландырылған. Яһалма ҡар файҙаланғанға, бында тау саңғыһы миҙгеле иртәрәк башлана һәм күптәрҙе йәлеп итә.
Сәләмәтлек комплексында ике яһалма быуа булдырылған. Унда йәйен-ҡышын балыҡ тотоу ойошторола. Быйыл, тәбиғәткә йәм өҫтәп, быуаларҙың береһен аҡҡоштар пары үҙ иткән. Шифахананың контактлы зоопаркы ҡунаҡтарға һәм туристарға тере тәбиғәт менән аралашыу шатлығын бүләк итә. Урман кейектәре йәшәй торған вольерҙар дауалау корпустары майҙанында урынлаштырылған һәм үҙенә күрә бер йәнлелек тыуҙыра.
“Юртаҡ” ат комплексы – шифахананың ғорурлығы. Төрлө тоҡомло аттар һабантуйҙарҙа, шифахана ипподромындағы бәйгеләрҙә көс һынаша. Был тамашаларҙы ял итеүселәр көтөп ала.
Йәштәр өсөн бәйгеләр, оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобтары, спектаклдәр, дискотекалар йыл әйләнәһенә үткәрелә. Кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ, уйын бүлмәһе эшләй. Һуңғыһы айырыуса уңайлы: ата-әсәләр медицина ярҙамы алғанда, педагогтар уларҙың балалары менән дәрес үткәрә.
Шифахананың киске саралар программаһы айырыуса бай: ял итеүселәрҙе бар-бильярд, бар-боулинг, караоке салоны көтә, хореографтар бейеүҙәргә өйрәтә. Тематик кисәләр, күмәк ял, саҡырылған артистарҙың һәм шифаханалағы халыҡ эстрада-фольклор коллективының сығыштары ял сәғәттәрен айырыуса мауыҡтырғыс итә.
Шифахананың ҡышҡы баҡсаһы мәңгелек йәй күренешен тыуҙыра. Картиналар галереяһында сәнғәт донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм диңгеҙ музейҙарында ла кеше һәр саҡ күп була.
Барыһы ла
кеше һаулығы өсөн
Бөгөн “Янғантау” шифаханаһы халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, яҡшы ял иттереү өсөн бөтә шарттарҙы ла файҙалана. Был йәһәттән уның эшмәкәрлеге бөтә донъя күләмендә юғары баһаға лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта дауалауҙың заманса алымдарын индереү, яңы технологиялар ҡулланыу йүнәлешендә эш дауам итә. Ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү алымдарын камиллаштырыуға иғтибар йылдан-йыл көсәйә. 2014 йылда “Юртаҡ” ат спорты комплексында иппотерапия корпусы асылды. Ағымдағы йылдың тәүге ете айында йөҙ пациент (өлкәндәр һәм балалар) остеохондроз, невроз, сколиоз һәм башҡа ауырыуҙарҙан һыбай йөрөп дауаланды.
“Янғантау” шифаханаһына аяҡ баҫҡас, бер мәл хайран ҡалып тораһың. Тәбиғәттең беренсел матурлығы һаҡланған ғәжәйеп мөхиттә донъя цивилизацияһының һуңғы өлгөләре буйынса төҙөлгән заманса биналар ҡаршы ала. Торлаҡ биналарҙан тыш, дүрт дауалау үҙәге, дауалау-диагностика комплексы, “Юртаҡ” ат спорты, “Бөркөт” тау саңғыһы базалары, балалар уйын ҡаласығы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе йорто, һаҡлаулы автомобилдәр ҡуйыу урыны бар, төрлө банктарҙың филиалдары эшләй.
Шифахана етәкселеге “Янғантау”ҙың артабанғы үҫеше, номерҙар фондын киңәйтеү хаҡында етди хәстәрлек күрә. Был йүнәлештә башҡарылған эштәр халыҡтың киң ҡатламын хеҙмәтләндереү өсөн юл аса. Әле шифахана йыл һайын 31 мең кешене ҡабул итә. Уларға “люкс”, “ярымлюкс”, “стандарт”, “эконом” категориялы номерҙар тәҡдим ителә. Ял итеүселәргә шарттар Европа стандарттарына тура килтереп булдырылған. Шифахананың уникаль дауалау алымдары, ҡеүәтле турист-рекреация мөмкинлектәре, шифахана-курорт дауалауының заманса реабилитация технологиялары, ысынлап та, сәләмәтлек сығанағы булып тора. 2014 йылда шифаханала ял итеүселәрҙең 96,2 проценты сәләмәтлеген яҡшыртыуға һәм шаҡтай нығытыуға өлгәшкән.
“Янғантау”ҙа шарттар һәр кемгә – балаларға, урта һәм өлкән йәштәгеләргә – иҫәпләнгән. Ял итеүселәрҙең утыҙ проценты самаһы пенсия йәшендә, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың барлыҡ ҡатламдары өсөн, шул иҫәптән пенсионерҙарға ла, шифахана-курорт хеҙмәттәренең уңайлылығын тәьмин итеү программаһына ярашлы бында “Сәләмәтләндереү комплексы” ла булдырылған. Путевкаларҙың һәм процедураларҙың хаҡы пенсионерҙарҙың һәм ветерандарҙың кеҫәһенә әллә ни һуҡмай. Бөтә корпустарҙа ла йәшәү өсөн пенсионерҙарға ете процентлыҡ ташлама ҡаралған. Аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандар, тәүге ҡатта йәшәгән осраҡта, утыҙ процентлыҡ ташламанан файҙалана. Сәләмәтлеге бальнеологик дауалауҙы ҡабул итеп бөтмәгән өлкән йәштәгеләр өсөн айырым программа ғәмәлгә ашырыла.
Бында бөтәһе лә кешеләрҙең сәләмәтлегенә, яҡшы кәйефенә, эстәлекле ялына хеҙмәт итә. Шифаханала эшләүсе 1750 кешенең, шул иҫәптән 400-ҙән ашыу медицина белгесенең көндәлек фиҙакәрлеге шуға йүнәлтелгән. Уларҙың алтыһы – республиканың атҡаҙанған табибы, алтыһы – атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, һигеҙе – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, береһе “Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ. 16 табип һәм 46 шәфҡәт туташы юғары категорияға эйә.
Төбәктең шифалы сығанаҡтары килер быуындарға ла хеҙмәт итһен, шифахана-курорт системаһы иҡтисади һөҙөмтә бирһен өсөн “Янғантау”ҙа матди-техник базаны артабан нығытыу хәстәрлеге күрелә. Үткән йылда, мәҫәлән, һөт заводына реконструкция үткәрелгән, һөҙөмтәлә элек тәүлегенә бер тонна һөт эшкәртелһә, хәҙер ҡеүәте дүрт тоннаға етә. Өҫтәүенә яңы эш урындары барлыҡҡа килгән.
Ял итергә килеүселәр бында йыл һайын яңы үҙгәрештәр күреп шатлана. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда шифахана биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү маҡсатында алты мең төп ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылған. Киләсәктә шифахананың мөмкинлектәрен тағы ла тулыраҡ файҙаланыу өсөн бассейн менән яңы дауалау-диагностика комплексы, административ бина, хеҙмәткәрҙәр өсөн тораҡ йорт төҙөү, корпустарҙы реконструкциялау һәм дауалау базаһын киңәйтеү бурысы билдәләнгән. Тимәк, бөтә донъяға билдәле “Янғантау” шифаханаһында ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу өсөн мөмкинлектәр тағы ла артасаҡ.
Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына быуындар бәйләнешенең мөһимлеге тураһында һөйләне 20.02.2025 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына быуындар бәйләнешенең мөһимлеге тураһында һөйләне...
Тотош уҡырға 16
Туймазыла республика символы - ҡурай төшөрөлгән яндауыр барлыҡҡа килде 20.02.2025 // Йәмғиәт
Туймазыла республика символы - ҡурай төшөрөлгән яндауыр барлыҡҡа килде...
Тотош уҡырға 13
Республиканың почта бүлексәләре ваҡытлыса эш графигын үҙгәртә 20.02.2025 // Йәмғиәт
Республиканың почта бүлексәләре ваҡытлыса эш графигын үҙгәртә...
Тотош уҡырға 15
Башҡортостанда атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған 20.02.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған...
Тотош уҡырға 16
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фенол тураһында ялған хаттар тураһында хәбәр итте 20.02.2025 // Йәмғиәт
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фенол тураһында ялған хаттар тураһында хәбәр итте...
Тотош уҡырға 16
Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта 20.02.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта...
Тотош уҡырға 15
Урал Килсенбаев республикала барған китап бүләк итеү акцияһында ҡатнашты 19.02.2025 // Йәмғиәт
Урал Килсенбаев республикала барған китап бүләк итеү акцияһында ҡатнашты...
Тотош уҡырға 25
Башҡортостанға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде 19.02.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде...
Тотош уҡырға 29
Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде 19.02.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде...
Тотош уҡырға 36
Башҡортостанда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды 19.02.2025 // Йәмғиәт
Башҡортостанда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды...
Тотош уҡырға 30
Благовещенда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды 19.02.2025 // Йәмғиәт
Благовещенда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды...
Тотош уҡырға 28