Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заманға ҡарап атлағас...
Заманға ҡарап атлағас... Хужалыҡтың эше, күрһәткестәре туранан-тура етәксегә бәйле. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән кеше эргәһенә үҙе һымаҡтарҙы туплай, һүҙҙәре берегә. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Хәлитов — шундайҙарҙың береһе. Һүҙемде юҡҡа ғына етәксенән башламаным. Нәҡ Илдус Тимерхан улы килгәс, хужалыҡ икенсе һулыш ала. Етәксе, беренсенән, йәш, дәртле, икенсенән, һөнәре буйынса иҡтисадсы булыуы бөгөнгө заманда бик мөһим. Тәүҙә ул яңы алымдарҙы “Ашҡаҙар”ҙа һынаһа, күп тә үтмәй “Сухайлы” хужалығына етәкселек итеү ҙә ышанып тапшырыла. Шулай итеп, Хәлитов ике урында эшләй башлай.

Заманға ҡарап атлағас...Беҙ уны, башҡа белгестәрҙе ырҙын табағында “тоттоҡ”. Районда ғына түгел, ҡеүәте буйынса Башҡортостанда тиңе булмаған иген таҙартыу, киптереү комплексын асыуҙары икән. Дөрөҫөрәге, иген тулы “КамАЗ”-дар бушатҡыс аҫтына инеп китә, ҡайһылары иһә киптерелгән уңышты тейәп сыға.
Хужалыҡта уҙған йылдарҙа башлыса малсылыҡҡа иғтибар бүлгәндәр. “Ашҡаҙар” менән “Сухайлы”ла бишәр ферма бинаһы йүнәтелгән, реконструкцияланған. Ваҡытында “500 ферма” программаһына әүҙем ҡушылғандар. Был йәһәттән эштәрҙе көйләгәндән һуң төп иғтибар ырҙын табағына күсерел­гән. Игенселек менән ныҡлап шөғөлләнгәс, киптергесһеҙ булмай. Юғиһә хужалыҡтарҙың бар аҡсаһын элеваторҙар “һурып” ҡына тора. Һүҙҙәр буш булмаһын өсөн бер генә миҫал килтерге килә: былтыр урып йыйыу эштәре барышында хужалыҡ игенде ҡабул иткән, һаҡлаған, оҙатҡан, киптергән өсөн элеваторға 17 миллион һум түләгән. Шуға ла идара ултырышында үҙҙәренең ырҙын табағын, япмаһын, келәттәрен йүнәтергә, яңыларын төҙөргә ҡарар иткәндәр. Тәү сиратта, әлбиттә, иген таҙартыу, киптереү комплексы кәрәклеге билдәләнгән.
Заманға ҡарап атлағас...— Һөҙөмтәлә хәҙер сәғәтенә 200 тонна иген таҙарта, 50 тонна киптерә алабыҙ. Эш тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн ике “силоса” (һауыт) ҡуйылған. Береһе дымлы игенгә булһа, икенсеһе — кипкәненә, — тип аңлатты комплекстың эшен хужалыҡ рәйесе. — Быларҙан тыш, Корнеевка ауылында — өс, Нордовкала бер ангар төҙөйбөҙ. Икенсеһендә игенде сортҡа айырыу комп­лексы ла эшләй. Корнеевкала иһә электрон үлсәгес сафҡа инәсәк. Уның оҙонлоғо – 18 метр, 60 тонна йөк күтәрә аласаҡ. Машиналар бит хәҙер оҙон, ауыр. Шуға ла 30 тонналыҡ ҡәҙимге үлсәүҙәрҙә эшләүе еңелдән түгел. Былай инде хеҙмәтебеҙ еңеләйә, күрһәткестәр ҙә арта.
Барлыҡ эштәр хужалыҡ иҫәбенә алып барыла тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Иген таҙартҡыс, киптергес комплексы — 35, өс ангар 21 миллион һум тора. Үлсәгестең, биләмәне төҙөкләндереүҙең хаҡын да ҡушһаң, барлығы 65 миллион һумға барып баҫа. Уның ҡарауы, сығымдарҙы тиҙ арала ҡаплай аласаҡтар, бер кемгә бурыслы булып ҡалмаясаҡтар. Бөгөн, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, алға барғандар ғына эште яйға һала ала бит.
Ике хужалыҡ бер бөтөн булып эшләй. Шуға улар тураһында айырым-айырым яҙмайынса, барлығы 21 мең гектар һөрөнтө ерҙәре барлығын ғына әйтке килә. Башлыса иген культуралары, көнбағыш сәсәләр. Һуңғы йылдарҙа бойҙайға иғтибар арта. Малсылыҡҡа килгәндә, ике хужалыҡта 3700 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Шуларҙың 700-ө — һауын һыйырҙары.
Ниндәй генә хужалыҡты яҙма, уңғандарҙы атап үтмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, механизатор Сергей Головинды нисек маҡтамаҫһың?! Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сергей Петрович былтыр “Акрос” комбайнында 40 мең (!) центнер ашлыҡ һуҡҡан. Сергей Лактионов та ошо саҡлы бункер тултырған. Элегерәк мең гектар һуҡҡан һайын комбайнға йондоҙ төшөрә торғайнылар. Ә был механизаторҙарҙың “тимер аты”на 40 йондоҙҙо беркетер өсөн, ай-һай, урын табылыр инеме икән?!
Үҙенсәлекле дәртләндереү сараһы бар хужалыҡта. Әгәр ҙә комбайнсы 10 мең центнер ашлыҡ һуҡҡан икән, 10 мең һум премия бирелә. Тағы ла ошо саҡлы эшләһә — 20 мең һум, унан — 30, 40... Һөҙөмтәлә Головин менән Лактионов 100-әр мең һум премия алған. Был суммаға 260 мең һумлыҡ эш хаҡын да ҡушырға кәрәк. Өҫтәп йыл аҙағында иген бирелә. Бына шунда күренә лә инде эш һөҙөмтәһе.
Һауынсыларҙан Алла Кофонова, Земфира Ишекәева, Фәриҙә Йәмилеваға еткәндәр юҡ. Ғөмүмән, малсылыҡта ла, игенселектә лә уңғандар бихисап. Бар тармаҡта ла кадрҙар етә. Йәш белгестәр, әлбиттә, кәрәк. Хужалыҡ рәйесе әйтмешләй, бөгөн уларҙы үҫтермәһәң, иртәгә ауыл хужалығын алып барыу ҡыйын буласаҡ. Хәҙер бит бар ерҙә — электроника, компьютер системаһы.
— Эш хаҡын 2007 йылдан алып тотҡарлыҡһыҙ түләйбеҙ. Һуңғы өс айҙа иһә аванс та күсерәбеҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Илдус Хәлитов. — Өс йыл инде аҡса карточкаға күсә. Заманға ҡарап атлайбыҙ, артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Тап шуға күрә лә хужалыҡтың иҡтисади хәле тотороҡло, киләсәге өмөтлө. Тимәк, унда эшләгән һәр кем ғаиләһе өсөн тыныс. Ә ауыл кешеһенә айырыуса шуныһы мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә