Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡасан да булһа китап итеп сығарырмын әле, бәлки, тигән өмөт менән туплай башлаған ҡулъяҙмамды ҡутарып ултырғанда, ошо яҙмама күҙем төштө. Уның яҙылғанына ла байтаҡ ваҡыт үтеп киткән икән. Ни сәбәптәндер, үҙ ваҡытында матбуғатҡа бирергә ашыҡмағанмын.

Ғәжәп... нисә кеше йәшәй ер йөҙөндә, шунса уй, шунса үҙенсәлекле фекер йөрөтөү ҙә хастыр, күрәһең. Яңылыҡ аса берәү, тиерҙәр. Әлбиттә, асмайым, шулай ҙа эстән ғәжәпләнеп, әллә күпме уйлан­ғаным бар: ниндәй илаһи көс бәндәне ят тарафтарға тартып, саҡырып тора икән?
Сит илдәрҙе ҡыҙырып, улар тура­һында ниндәйҙер фекер төйнәргә лә насип булманы, әммә шулай ҙа күрелгәне, кисерелгән-татылғаны ла етерлек мул булды үҙ ғүмеремдә.
Алыҫтағы илдәр, күҙ ҡамаштырғыс сит ҡала уттары, икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр диңгеҙҙәр, офоҡ ситендә ҡыҙарып күренгән ут шарындай ҡояш байыуы... Барыһы ла бер мәлгә генә күҙ алдына килеп баҫа. Эйе, был – хыял донъяһы. Билдәле, хыялыңда ғына сит илдәрҙе гиҙеп, күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектәрҙә елеп, күңелеңдең китек ерҙәрен тултырып, шуға һөйөнөп үҙеңде йыуатаһыңдыр. Ошо хыялың менән йәшәйһең, уны байытаһың, ҡасан да булһа аҡ елкәнен елберләткән хыял караптары ысын­барлыҡҡа ла әйләнер, бәлки, тигән өмөттө йылындырып йәшәйһең йә­неңдә...
Талантлы урыҫ яҙыусыһы Константин Паустовскийҙың мауыҡтырғыс китаптарын уҡыған мәлдәрҙе иҫкә төшөрәм... Йәшерәк саҡта ҡояш та ҡыҙыуыраҡ яндыра, ямғырҙар ҙа йылыраҡ яуа, йәйғорҙар ҙа сағыуыраҡ нурлана тигәндәренә хәҙер мин дә ышанам.
Диңгеҙ, диңгеҙ... Уны күрмәйенсә, үҙенә ғашиҡ булыуым да, моғайын, Паустовскийҙың “Ҡара диңгеҙ” тигән әҫәрен уҡығандан һуң башланғандыр. Тормош диңгеҙе йырсыһы Паустов­скийҙың ижады нисәмә быуын кеше­ләрен тәрбиәләне лә күңелдәрендә ярһыған диңгеҙ тулҡындары кеүек һөйөү тыуҙырҙы икән?! Уның әҫәрҙәрендә ямғырҙың да хатта әллә нисәмә төрө тураһында бәйән ителеүе мине таң ҡалдырғайны, ә башҡа хикәйәләре, повестары, романдары, иҫ киткес романтика менән һуғарылған публицистикаһы... Миңә ҡалһа, уны аңлатып та, һөйләп тә тороу кәрәкмәйҙер, был әҫәрҙәрҙән ләззәт алып, ҡабаланмай ғына уҡырға кәрәктер.
Яҙыусының “Телеграмма” тигән хикәйәһе айырыуса көслө тәьҫир ҡалдырғаны хәтерҙә. Әле булһа әҙип һүрәтләгән ауыл өйө күҙ алдымда тора: ингәс, баҫҡан һайын шығырлап ятҡан иҫке иҙән таҡталары, ҡартлыҡтан саҡ ҡуҙғалып йөрөгән әбей һыны, Ленинград ҡалаһында эшләп йөрөгән берҙән-бер ҡыҙын көтөп һарғайыуы, ел бәргән ыңғайына ағас ботағы һуғылып туҡылдатҡан тауышҡа ҡыҙым ҡайтты тип ымһынып, һәрмәнеп, көскә-көскә ишеккә йүнәлгән ҡарсыҡ образы бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәлләү хистәре тыуҙыра, балаһы ҡайтмағанын белгәс, йәнә лә күңеле ҡайтыуын кисереүе — үҙе һүрәтләгән образды ҡыҙғаныу тойғоларынан яҙыусының йөрәк та­мырҙары һулҡылдап, өҙгөләнеп тороуын һиҙгәндәй булаһың... Ауыл ерендәге миһырбанлы кешеләр, күршеләре әбейҙе ташламай, әлбиттә, ваҡ-төйәк йомош-юлға йөрөгән ҡыҙ, почта таратҡан ҡарт — бөтәһе лә һуңғы һулышы ташларға әҙер торған кешенең хәленә инә, йыуатырға, ярҙам итергә тырыша. Ә ҙур ҡалалағы ҡыҙы әсәһен ерләгәндән һуң ғына ҡайтып етә. Ул үҙ тормошон, хатта ғүмерен яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған коллегала­рының — рәссамдарҙың — һүрәттәрен, скульптура һындарын ҙур күргәҙ­мәләргә ҡуйырға булышлыҡ итә, уларға ярҙам итеү эше менән шөғөлләнә. Әсәһе янына ваҡытында ҡайтып, иң ҡәҙерле кешеһен һуңғы юлға оҙата алмауына мәңгелек үкенес, бөткөһөҙ хәсрәт тейәп, кире ҡалаға юллана әбейҙең рәссам ҡыҙы.
Ылыҡтырғыс, ҡыҙыҡтырғыс, төңөл­дөргөс, һөйөндөргөс был донъяла йәшәүе — үҙе мөғжизәлер ул. Ошо мөғжизәгә мөкиббән китеп һоҡлана, ҡайғыра, уйлана, һыҙлана яҙыусы. Беҙҙән һуң да ҡала торған донъя ғына мәңгелек, әммә кешене үҙенең һуңғы һулышы ҡалғансы алыҫтағы ҡояш ҡыҙҙыра, шуға яҡыныраҡ тороп йылынғыһы килә, йыраҡтағы нурҙар ҙа ҡайнарыраҡтыр, күрәһең. Шулай булмаһа, кеше һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашҡынмаҫ, уйҙарында ғына булһа ла аҡ ҡанатлы толпарҙарҙа елмәҫ ине бит...
Тап ошондай тойғоларға бирелеп, уйым остарына сығалмайса, төндәр буйы борһаланып сығам. Алыҫтағы ҡояш төштәргә инә, күңелемдән генә күҙ алдына килтергән, төрлө төҫтәргә инеп уйнаҡлаған ярһыу тулҡындары менән дәһшәтле, һоҡланғыс, хатта ҡурҡыныс диңгеҙ үҙенә саҡыра, юлға әйҙәй, ымһындыра. Ҡаршы тороп ҡара һин бындай ташҡынға!
Ниһайәт, 1997 йылдың эҫе йәйендә Өфө—Симферополь поезы менән үҙем ғүмер буйына хыялланған диңгеҙҙе күрергә юлландым. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы инем инде был мәлдә.
Ҡыҙым Айгөл менән, шулай итеп, Ҡырымдағы Ялта ҡалаһына, А.П. Чехов исемендәге ижад йортона юл тоттоҡ. Тәүлек ярым барҙыҡмы икән, уныһын хәҙер ныҡлы ғына хәтерләмәйем, поезд менән Симферополгә килеп төшкәс тә шул уҡ вокзал тирәһенән Ялтаға бара торған троллейбусҡа ултырҙыҡ. Сәйәхәтебеҙ башланып, өс-дүрт сәғәт буйына юлда күргән матурлыҡҡа ғүмеремдә тәүге мәртәбә һоҡланып ҡарайым, донъя йөҙөндә ошондай ҙа ожмах ерҙәре бар икән, тип ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ. Шулай булмай ни: илле йәшемә етеп килгәндә, Ҡырым тиклем Ҡырымға китеп барсы әле! Минең менән буламы был хәл, әллә сит берәй кеше менәнме, тип аптырай биреп ултырам. Үткән юлда пальма, кипаристар, сағыу, матур төҫтәге төрлө сәскә клумбалары тороп ҡала. Һай, донъяның гүзәллеге! Ошондай ҙа йыраҡ юлға баҙнат итеп, тәүәккәлләп сығып киткәнемә һис тә үкенмәйем. Әгәр ҙә кешенең аҙ булһа ла мөмкинлеге бар икән, ниңә илдәр буйлап сәйәхәт итмәҫкә, ти. Яңы ҡалалар, урындар, кешеләр менән танышып йөрөгәндән аралашыу даирәһе киңәйә. Ситтә йәшәгән халыҡ тормошо ҡыҙыҡһындыра, күңелеңдә онотолмаҫ рухи яңырыуҙар, илһам минуттары бүләк итә бит бындай мәлдәр!
Ялталағы ижад йортона кисләтеп кенә барып еттек. Иң тәүҙә күҙгә ташланған нәмә шул булды: баҫҡыстар буйлап тау башына үрмәләгәндәй менәһең. Ижад йорто үрҙәрәк айырым бер матур урында төйәкләнгән. Ағастар араһында күркәм генә булып күренә ул. Тирә-яғында ниндәй генә үҫемлек, сәскә юҡ! Олеандрҙарҙың алһыуы ла, ағы ла шау сәскәгә күмелеп, күҙҙең яуын алып ултыра, эргәһендә ял итергә эскәмйәләр ҡуйылған.
Ижад йорто заманса төҙөлгән, балкондары диңгеҙ яғына ҡарап тора, бүлмәләре иркен, матур. Эргәлә генә ашхана урынлашҡан, китапхана ла бар. Теләгән сағыңда инеп, уҡып ултырырға була. Ижад йортоноң иҫке бинаһы ла эшләй ине, ул саҡ ҡына түбәндәрәк тора, күпкә бәләкәйерәк күренә. Әлбиттә, оҙағыраҡ ваҡытҡа килгәндәргә бында күп нәмә күрергә, белергә, хатта ижадҡа тотоноп, ял итеп ятырға ла мөмкинлек табырға булалыр. Беҙҙең кеүек ике аҙнаға ғына килгән илгиҙәрҙәр ҡала менән танышырға, экскурсияларға йөрөргә, диңгеҙ ярында ҡыҙынып ятырға өлгөрөргә тырыша. Кәйефте ҡырған бер нәмә булды: ярҙа ҡыҙын­ғандан һуң бүлмәгә ҡайтып инһәң, тап шул ваҡытта ғына йыуынырға һыу булмай ҙа ҡуя. Тирә-яғыңды диңгеҙ уратып алған хәлдә лә... Айырым сәғәттәрҙә генә бирелә икән дә баһа һыуҙары. Тәүҙә беҙ Айгөл менән был хәлгә күнегә алмай аптыраныҡ. Тағы ла хаҡтарҙың үтә ҡиммәт булыуы ла шатландырманы. Беҙ аҡсаны вокзалда уҡ гривнаға алмаштырғайныҡ. Беренсе тәүлектә әллә шәмбе, әллә йәкшәмбе көнө тура килде — администрация вәкилдәре дүшәмбегә тиклем аҡсаны ҡайырып алды (йәнәһе, беҙ ял көнө килгәнбеҙ). Сит ерҙә һинең законың юҡ тип бошоноп алдыҡ бер аҙ...
Ҡайнап торған йәйҙең эҫе мәлендә (июль башы ине) урамда арзаныраҡ хаҡҡа йәшелсә-емеш таба алмаҫһың. Булһа ла, әҙәм ишетмәҫ хаҡ һорап торалар, теләһәң, ҡала уртаһынан ситтәрәк ятҡан баҙарға барып ҡына ят ризыҡты тәмләргә була. Беҙҙең өсөн унда үҫкән емеш-еләк тә экзотика бит! Барыһын да күреп, тәмләп, татып ҡалғы килә, тағы әллә килә алаһың әле, әллә юҡ...


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 7

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 6

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 5

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 6

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 29

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 24

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 24

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 27

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 32

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 31

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана