Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Диңгеҙ тәме һаман тел осомда
Диңгеҙ тәме һаман тел осомдаХәҙер нисектер, ә беҙ, ауыл малайҙары, бәләкәйҙән моряк булырға, диңгеҙ-океандарҙы айҡарға хыялландыҡ. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙең кейеме генә ни тора ине! Хәйер, заманы ла шундай булғандыр. Ул саҡта бит хәрби хеҙмәт үтмәгәндәрҙе ысынлап та һанламанылар. Хатта ир ҡорона еткән уҙамандарҙың: “Һин дары еҫкәмәгәнһең”, — тип, армияла булмағандарға түбәнһетеп ҡарағаны хәтерҙә.
Ә армияға саҡырыу ҡағыҙы алып та, төрлө сәбәп менән Өфөнән кире бороп ҡайтарһалар? Ғәрлеге ни тора! Шулай кире ҡайтарып ебәргәстәр, бер ауылдашымдың, кешенән оялып, ҡараңғы төшкәнсе ауыл осондағы кукуруз баҫыуында ятҡанын әле лә һөйләйҙәр. Шуға хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, мине лә бер уй борсоно: кире генә бора күрмәһендәр!
Аллаға шөкөр, Учалыла ла, Өфөлә лә “яраҡлы” тип кенә сығарҙылар. “Диңгеҙ флоты, өс йыл” тигәндәрен ишеткәс, ышанаһығыҙмы-юҡмы, түбәм күккә тейҙе. Әммә хәрби хеҙмәт майлы бутҡа ашау түгел икән. Быға Владивостокта һыу аҫты кәмәһе белгестәре әҙерләү курсында тиҙ төшөндөм. Ете ай эсендә хәрбиҙәрсә атларға, автомат менән эш итергә, махсус ҡаршылыҡтар аша маймыл кеүек “һә” тигәнсә һикерергә, баҫҡыстар буйлап йүгерергә, картуф әрсергә, һауыт-һаба йыуырға, өҫ кейемен йыуып үтекләргә, “диңгеҙсе телендә” һөйләшергә өйрәттеләр. Көндөҙ хатта яҡындарыбыҙға хат яҙып һалырға ла ваҡыт ҡалмай, төндәрен тороп яҙа инек.
Шулай көн артынан көн үтте. Башта бер генә теләк — тиҙерәк хәрби карапҡа китеү. Ниһайәт, ул көн дә килеп етте. Беҙҙе, һыу аҫты кәмәһе матростарын, Владивостоктың “Алтын мөгөҙ” бухтаһынан Камчаткаға оҙаттылар. Шунда тәүге һынауҙы үттек тә инде. Ҡуҙғалып китеүебеҙгә күп тә үтмәне, Япон диңгеҙендә ҡот осҡос дауыл ҡупты. Тауҙай тулҡындар, күҙ асҡыһыҙ ел, ҡайҙа ҡарама — һыу... Ғәрәсәт тәүлек әйләнәһенә дауам итте. Әлбиттә, һуңынан бындай дауылдарҙың күпкә көслөрәген дә күрергә тура килде, ләкин тәүге шторм ныҡ иҫтә ҡалған.
Моряк халҡының шундай йолаһы бар: тәүге тапҡыр йөҙөргә сыҡҡандар мотлаҡ диңгеҙ һыуын эсергә тейеш. Мин дә үтәнем был йоланы. Үәт әсе лә икән диңгеҙ һыуы! Эсеп бөткәнсе күҙҙән хатта йәш бәреп сыҡты, уҡшытып ебәрҙе. Әммә түҙ, тимен, мин бит хәҙер — ысын моряк, йәнәһе. Өс йыл хеҙмәт осоронда һыу аҫты карабында Тымыҡ океандың күп тарафтарын гиҙҙек, ауырлыҡтарҙы зарланмай кисерҙек. Шуныһын беләм: диңгеҙҙә, айырыуса һыу аҫты флотында хәрби хеҙмәтте яңы башлағандарҙы йәберһетеү, мыҫҡыллау булманы һәм мөмкин дә түгел. Һыу аҫтында һәр кем тиң, берҙәм, сөнки ғәрәсәт була ҡалһа, ул исем-шәрифеңде, дәрәжәңде һорап тормай. Әммә тағы бер ҡанун бар: диңгеҙ ялҡаулыҡҡа, тәртипһеҙлеккә юл ҡуймай. Быны караптағылар яҡшы белә, шуға үҙ бурысын тулыһынса аңлап башҡара.
Өс йыл хәрби хеҙмәт төрлө ваҡиғалар, ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәр, хәтирәләр менән тулы. Бының хаҡта күп һөйләргә, яҙырға була, ләкин иң иҫтә ҡалғаны — диңгеҙ һыуының тәүге йотомдары. Уның тәме әле лә тел осомда кеүек...
Марат МОРАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә