Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
Алма-Ата — Өфө поезы Башҡортостанға ҡарай елә. Вагондағы юлсылар күптән йоҡоға талған. Мине һәм Романы ғына йоҡо алмай. Һалдат хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡҡа юл алыуыбыҙ бит.
— Беләһеңме, — тип һүҙ башлай Рома, — ҡайтып барыуыма хатта ышанғы ла килмәй. Ҡайһы ваҡыт әсәйемде иҫән-һау килеш күрә алмам кеүек тойола ине...
Кешегә ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ өндәшә алмаған, артыҡ йыуаш, әллә ни һөйләшеп бармаҫ егеткә тыуған ил алдындағы бурысын үтәү ныҡ ҡыйын булды шул. Ә хеҙмәт ҡанундары икенсе. Ауыр хәрби тормош, ҡатмарлы техниканы үҙләштереү — бер. Төрлө милләт кешеләре йыйылған коллективта намыҫыңды яҡлау, ауырлыҡтарҙы еңеү, үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн уҫал, ҡурҡыу белмәҫ, йылғыр булыу, кәрәк икән, йоҙроҡтарыңды эшкә ҡушырға әҙер тороу ҙа мөһим. Физик әҙерлекте әйтеп тораһы ла түгел. Юҡҡа ғына һалдат хеҙмәтен ир-егеттең сынығыу мәктәбе тимәйҙәр бит!
— Шул кәрәк минең кеүек асыҡ ауыҙға, — тип үҙен үҙе битәрләне егет. — Алла бирһә, өйләнеп, малайҙарым була ҡалһа, улар миңә оҡшарға тейеш түгел. Баҫҡан ерендә ут сығарырлыҡ ысын ир-ат булып үҫәсәктәр.
...Рома әсәһе тәрбиәһендә генә үҫә. Атаһын хәтерләмәй. Улы кескәй саҡта уҡ ғаиләһен ташлап сығып киткән ул. Малай бәләкәйҙән яңғыҙлыҡты ярата. Мәктәптә һабаҡташтары менән дә әллә ни аралашмай. Тиҫтерҙәре шау-гөр килеп тышта уйнай, шаяра, ә ул өйҙә йә китап уҡый, йә телевизор ҡарай, дәрес әҙерләй. Малайҙарҙың күбеһе каратэ, бокс, самбо секцияларына йөрөнө, Рома уларҙы ла үҙһенмәне. Өлкән кластарҙа егеттәр ҡыҙҙар тирәһендә сыуала башланы. Киноларға саҡырып, оҙатып ҡуялар. Ә ул — һаман өйҙә. Малайының “өй тауығы” булып үҫеүенә әсәй кеше әллә ни хафаланманы. Киреһенсә, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмауына ҡыуанды ғына. “Урам буйында бер нәмә лә юҡ. Теләһә кем ыңғайына аҙып-туҙып йөрөгәнсе, өйҙә ултырғаны мең артыҡ. Хәҙер ҡыҙҙары — ҡыҙҙармы, егеттәре — егеттәрме?! Береһенән-береһе уҙҙырып эсәләр, тарталар, наркотик ҡулланалар”... — Эстән генә шулай уйланы ул.
Рома әрме хеҙмәтенең әселеген Өфөләге саҡырыу пунктында уҡ татыны. Башҡа егеттәрҙең килеп төшөүенә ни ара — дуҫлашып та өлгөргәндәр. Күптәнге таныштар осрашҡан тиерһең: һин дә мин һөйләшеп йөрөйҙәр. Бер мөйөштә өс-дүрт егет боҫоп ҡына һыра һемерә. Үҙҙәре көлөшә. Гүйә, ил сиген һаҡларға түгел, ә ҡунаҡҡа китеп баралар. Романың яңғыҙ ғына моңайып тороуын тиҙ шәйләне улар. Шул саҡ араларынан берәүһе:
— Браток, тәмәкегә аҡса етмәй. Бирмәҫһеңме? — тип һораны.
— Улай ғына табыла инде. — Рома кеҫәһенән аҡсаһын сығарған ыңғайға, икенсеһе тартып та алды... Егет, тамағына төйөр тығылып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалды. Үҙенең көсһөҙлөгөнән ғәрләнде.
Ғәҙәттә, ярты йыл хеҙмәт иткәс, һалдаттар еңел тын алып ҡала, сөнки алмашҡа йәштәр, әрме теле менән әйткәндә, “духтар” килә. Әммә Ромаға “бабай” булып, етешһеҙлектәрҙе күрһәтеү, тегене эшлә, быны эшлә, тип иҫкәрмәләр биреп йөрөү бәхете эләкмәне. Ул ике йыл буйына “духтар” араһында буталды. Эш атына әүерелде. Улар менән “бабай”ҙарҙың күңелен күрҙе: концерт күрһәтте, итек, ҡайыштарын таҙартты, формаларына аҡ яға текте, өҫ кейемдәрен йыуҙы, туҡмалды... Ашханаға нарядҡа барғанда, уның тиҫтерҙәре ҡыл да ҡыбырҙатмай: берәү йоҡо һимертә, икенселәре кәрт һуға. Рома, йәштәр менән йүгереп йөрөп, тау ҡәҙәр өйөлгән һауыт-һабаны йыуа, тауыҡ йомортҡаһы ҡәҙәр генә бәрәңгене әрсей.
Өҫтәүенә нисектер үтә яй, әрпеш кеше ине ул. Шул арҡала уның менән мажаралар тыуып ҡына торҙо. Билдәле, әрме хеҙмәтенең тәүге көндәрендә күптәр асығып интегә. Ашханала иркенләп ашарға форсат та бирмәйҙәр шул. Өҫтәл янына килеп ултырырға өлгөрмәйһең, “Отставить прием пищи!” тигән команда яңғырай. Әлбиттә, етеҙҙәр өлгөрә, ә бына Рома һымаҡ мыштырҙарға йыш ҡына ас ҡорһаҡ менән сығырға тура килә. Бер көндө уның кеҫәһенә икмәк һалып алыуын взвод командиры күреп ҡала. Бөтә взвод алдында бер буханка икмәкте ашарға мәжбүр иттеләр үҙен.
Төрлө ярыш, марш-бросоктарҙа иң артта, әлһерәп, ул килә. Тәүҙәрәк Романы шәп йүгергән икенсе берәүгә тағып та йүгертәләр ине. Әрмелә тәртип ҡаты: берәү — бөтәһе өсөн, бөтәһе — берәү өсөн! Взводты артҡа һөйрәйһең тип, туҡмаҡ йыш эләкте Ромаға.
Бер мәл Рома һаҡта торғанда йоҡлай. Разводящий менән бергә һаҡсыларҙың уяулығын тикшерергә штаб начальнигы ла сыҡҡан була. Егет уларҙың килеүен, автоматын алып йәшереүҙәрен дә һиҙмәй... Йоҡо Ромаға бик ҡиммәткә төштө. Уны ҡарауылдан алдылар. Бөтә дивизион алдына сығарып, ҡарауыл хеҙмәте уставын уҡырға мәжбүр иттеләр. Йоҡосоно башҡаса һаҡҡа ҡуйманылар...
Малайҙар, бөгөнмө-иртәгәме, һеҙҙе лә ҡатмарлы һалдат тормошо көтә. Ил һаҡлау — ҙурлыҡ, ти халыҡ. Ни генә булмаһын, тыуып үҫкән ерҙе ҡурсалау әүәл-әүәлдән ир-аттың изге бурысы һаналған. Һеҙ ҙә Рома хәлендә ҡалырға теләмәйһегеҙҙер бит?! Шулай булғас, бөгөндән үҙегеҙҙе һалдат бутҡаһы ашарға әҙерләй башлағыҙ. Ҡыйыу, тәүәккәл булып үҫегеҙ. Йыбанмағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Бөхтәлеккә, йылдамлыҡҡа, үҙ-үҙегеҙҙе яҡлай белергә өйрәнегеҙ.
Хажи ӘХМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 1

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә