Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормоштары шау сәскә
Тормоштары шау сәскә Бөгөнгө йәштәрҙең заман ауырлыҡтарына бирешмәй, көрсөккә һылтанмай, эш юҡ тип зарланмай донъя көтөргә тырышыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала. Үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, күңелдәре ҡушҡан шөғөлгә тотоноп, табыш алып йәшәй белә улар.

Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Зәлиә менән Илдар Бүләкәновтар икеһе лә — юғары белемле уҡытыусылар. Тыуған ауылында төпләнергә ҡарар иткән йәштәргә мәктәптә эш урыны булмаһа ла, бер-бер артлы донъяға килгән балалары бәләкәй булыу сәбәпле, ҡайҙалыр ситкә китеп эш эҙләү йәки күсенеү уйҙарына ла кереп сыҡмай. Ғаилә башлығына бер аҙға ауыл хакимиәтендә эш табыла, әммә уныһы ла ваҡытлыса.
Буш ваҡытында Зәлиә Сәғит ҡыҙы компьютер аша үҙ эшен асып, эшҡыуар­лыҡҡа тотонған кешеләр хаҡында төрлө белешмәләр менән таныша. “Бәлки, беҙгә лә үҙ эшебеҙҙе асып ҡарарғалыр?” тигән уй тынғылыҡ бирмәй.
Әммә нисек, нимәгә тотонорға һуң тип баш вата торғас, Интернет селтәрендә сәскә үҫтергән ханымға барып эләгә. Ентекләп уның яҙғандарын уҡый, үҙенсә төрлө план төҙөй, һыҙмалар сыймаҡлай. Уйын ире Илдарға әйтә. Тәүәккәлләп, йәштәр бизнес-план төҙөй. Уны район хакимиәтенә тапшыра.
Үҙ эшен башлап асыусы программаһына ярашлы, Рәхмәтуллиндарға субсидия бүленә. Тәүҙә улар 8 Март байрамына өлгөрөрлөк итеп тюльпандар үҫтерә. Уның өсөн буш торған йорттоң бер бүлмәһе йылытыла, Мәскәүҙән күмәртәләп сәскә һуғанбаштары ҡайтарыла, уларҙың һәр береһе айырым һауытҡа ултыртыла. Миҫал өсөн, быйыл ултыртылған 2000 һуғанбаштың тик яртыһы ғына үҫеп сыға. Артабан уларҙы көн һайын тәрбиәләү, төптәрен йомшартыу, бүлмәне бер температурала тотоу кәрәк. Бәхеткә күрә, тюльпандар, үҙҙәренең матурлығын тирә-яҡҡа таратҡандай, аҡрынлап сәскәгә бөрөләнә. Һары, ҡыҙыл, зәңгәр, аҡ төҫтәргә мансылған яҙҙың тәүге сәскәләрен һатып алырға теләүселәр күбәйә. Интернет аша ла, үҙҙәре килеп тә заказ бирә, Баймаҡ һәм Сибай хакимиәтенән килеп алалар.
Эштәренең һөҙөмтәһен күреү, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра алыуҙарына ышанған йәштәр тағы дәртләнеберәк эшкә тотона. Субсидия аҡсаһына һатып алынған теплицаны ултыртыу, яңынан петуния, бархатцы, астра үҫентеләрен сәсеү эштәренә тотоналар. Шулай уҡ ҙур һорау менән файҙаланған помидор, татлы борос, кәбеҫтә үҫентеләрен дә һатыуға сығармаҡсы улар. Рәхмәтуллин­дарҙың даны тирә-яҡҡа таралып, үҙ клиенттарын таба бара.
Илдар Рафиҡ улы әйтеүенсә, киләсәктә улар йәшелсәселек менән йыл дауамында шөғөлләнергә уйлай. Бының өсөн йылы теплица төҙөү талап ителә, ти ул. Ҡыш көнө үҙебеҙҙә үҫкән, тәмле һәм экологик яҡтан таҙа ҡыярҙарҙы, йәп-йәшел һуған-укроптарҙы үҫтереп, яҙғылыҡҡа тюльпандар менән булышып, йәйен тирә-яҡты йәшелләндереүгә төрлө сәскә үҫентеләрен өлгөрткәндә, эштәре ырарына йәштәрҙең шиге юҡ. Уларға һәр саҡ ярҙам иткән ата-әсәләре барлығы, яндарында тормош сәскәләре – Рәлиә, Ильяс һәм Илдандың йөрөүҙәре, иң мөһиме — үҙҙәренең теләге һәм дәрте эшкә илһам бирә, яңы көс өҫтәй.
Төрлө сәскәләрҙән әҙерләнгән гөлләмә матур күренһә лә, уны үҫтереүе еңел түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Зәлиә менән Илдар Рәхмәтуллиндар ярты юлда туҡтап ҡалмай, киреһенсә, артабан да ныҡлап үҫешергә хыяллана.


Автор: К. Ишбулдина. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә