Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Көмөш сылбыр” йыйҙы мариҙы
“Көмөш сылбыр” йыйҙы мариҙы Республиканың күп кенә район һәм ҡалаларында тәү тапҡыр ойошторолоп, артабан Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә танылыу алған, төбәк-ара дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрамына йә ижади бәйгегә әйләнә барған мәҙәни саралар беҙҙә бихисап. Шуларҙың береһе — көнсығыш мариҙарының “Кандра” бейеүен башҡарыусыларҙың “Ший кандра” (“Көмөш сылбыр”) асыҡ фестиваль-конкурсы. Ҡалтасыла ул быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде.

...Райондың һабантуй майҙаны матур итеп биҙәлгән. Килеүселәрҙе башҡорт тирмәһе, урыҫ, мари, татар һәм удмурт ихаталары ҡаршылай. Уларҙың сағыу милли кейемле хужалары үҙ халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә ойошторған, милли аш-һыу әҙерләгән, һәр ерҙә үҙенсәлекле йыр-моңдар яңғырай, төрлө телдәрҙә шатлыҡлы тауыштар ишетелә. Майҙан уртаһында — һәүәҫкәрҙәр һынау тотасаҡ оло сәхнә. Бер яҡ ситтә төрлө уйындар ойошторолған, аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре менән һатыу бара, оҫталар шашлыҡ һәм башҡа ашамлыҡ тәҡдим итә. Һабантуйҙан бер ҙә кәм түгел. Конкурсҡа утыҙ ижади коллектив килгән, күҙаллауҙарынса, уларҙың сығышы көн оҙоно һуҙыласаҡ.
“Көмөш сылбыр” йыйҙы мариҙы— Эштәребеҙ уң бара, мал аҙығы әҙерләүҙе йомғаҡлайбыҙ, баҫыуҙа уңыш йыйыу дәррәү дауам итә. Бына бейеүгә лә ваҡыт таптыҡ, — тип район хакимиәте башлығы Юрий Садыров рәсми ҡунаҡтарҙы ихаталарҙы ҡарарға саҡырҙы.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Юлия Герасимова, Рәсәй Федерацияһының Фин-уғыр мәҙәни үҙәге етәксеһе Татьяна Барахова, Башҡортостан Республ­икаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, “Эрвел мари” төбәк мари милли-мәҙәни авто­номияһы рәйесе Павел Бикмурзин һәм башҡалар милли ихаталар менән танышҡан ваҡытты һәүәҫкәрҙәр һуңғы әҙерлек өсөн файҙаланды. Конкурста, республикабыҙҙың мари халҡы күпләп йәшәгән Бөрө, Балтас, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Нуриман һәм Яңауыл райондарынан тыш, Свердловск өлкә­һенән, Мари иле һәм Татарстандан үҙешмәкәр бейеү ансамблдәре, төрлө йүнәлештә маһир төркөмдәр ҡатнашты. Мордва Республикаһының үҙенсәлекле милли кейемдәге өс фольклор коллек­тивының, йыраҡ араны яҡын итеп, бәйгегә тәүге тапҡыр килеүе барыһын да һоҡландырҙы. Тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Ысынлап та, фин-уғыр халыҡтары төркөмөнә ҡара­ған мордваларҙың да “Көмөш сылбыр” асыҡ фестиваленә ҡушылыуҙары – конкурс географияһы­ның киңәйеүенең төплө күрһәткесе. Свердловск өлкәһе­нән килгән өс төркөмдөң икеһенең “халыҡ коллективы” тигән маҡтаулы исеме булыуы ла бәйге кимәленә туранан-тура ишара. Әйтергә кәрәк, конкурсанттар төбәктәрендә күптән танылыу алған, һәм шуға ла уларға үҙ өлкә һәм республикалары исеменән сығыш яһау хоҡуғы бирелгән.
“Кандра” бейеүе мари халҡының милли ғорурлығы булып иҫәпләнә. Ҡалтасы районында йәшәгән көнсығыш мариҙары күптән инде үҙҙәрен уны иң оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусылар итеп танытҡан. Шуға ла был бәйгенең нәҡ ошонда башланғыс алыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Уның тәүгеһе 2011 йылда үткәрелде, һәм ҡатнашыусылар бер саҡрымдан оҙонораҡ сылбыр хасил итеп бейене.
“Көмөш сылбыр-2013” фестивалендә был һөнәр оҫталары үҙҙәренең тәүге күрһәткесен ике тапҡырҙан да күберәккә арттырҙы. Ҡалтасының һәр йөҙ метр һайын махсус тамға һалынған үҙәк урамына йыйылған өс мең ярымдан артыҡ бейеүсенең “сылбыры” 2300 метрға һуҙылды. Был уңышты Рекорд һәм ҡаҙаныштарҙың халыҡ-ара агентлығы президенты Галина Свирщук рәсми теркәп, уны раҫлаған “Көнсығыш мари­ҙарының донъялағы иң оҙон бейеүе” тигән махсус сертификатты район хакимиәте башлығына тапшырҙы. Ошондай танылыу менән сәмләнгән ҡалтасылар быйылғыһына ла ныҡлап әҙерләнде.
...Бар юрауҙар ысынға сыҡты. Рәсми сығыштар һәм төрлө төҫтәге фейерверктар менән асылған конкурстың бәйге сығыштары ғына ла өс сәғәттән артыҡ дауам итте. Тик улар ялҡытманы ла, арытманы ла. Бының сәбәбе сара­ның йырлы-моңло тәнәфестәр менән аралашып барыуында ғына түгел, ә “Кандра” бейеүенең, бар йыйылған­дар­ҙы әсир итеп, үҙенсәлекле милли сәнғәт донъяһына тартыуындалыр. Күңелгә үтеп инерлек бейеү көйө аҫтында тик үҙҙәренсә генә тыпырҙатып бейегән мари­ҙарға кем генә һоҡланманы?! Сы­ғыш­тар барышында байтаҡ тамашасы­ларҙың үҙаллы бейергә төшөүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел, аҙаҡҡараҡ конкурстан тыш бейеүселәр сәхнәне уратып алды. Был үҙенән-үҙе сараның майҙан­да йыйылған бар халыҡ үргән “сылбыр” менән тамамланыуына килтерҙе.
Һәр бәйгелә, йола буйынса, иң яҡшылар билдәләнә. Екатеринбургтың “Яндар памаш” халыҡ фольклор-хореографик ансамбле, Ҡалтасы районының Оло Ҡураҙ ауылының “Марий кумыл” һәм Яңы Килбаҡты ауылының “Савак” фольклор төркөмдәре III дәрәжәләге лауреат исемен алды. Оҫталыҡтары юғарыраҡ булған Ҡалтасы һәүәҫкәрҙәре – Иҫке Йәш менән Аҡтуған ауылдарының йыйылма һәм Әмзебаш ауылының “Ош пеледыш” фольклор коллективтары II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Һаҙ ауылының “Яндар” фольклор төркөмөнә I урын бирелде. Улар “Финноугория” журналы өсөн фотоға төшөргә саҡырыу алды. Свердловск өлкәһе Красноуфимск округының (уларҙың ҙур райондары округ тип йөрөтөлә) “Эрвий” мари йыр-хореографик халыҡ ансамбленә Гран-при тапшырылды.
Бәйге тамамланды. Гран-приҙан башҡа бүләктәрҙең барыһын да тиерлек үҙҙәрендә ҡалдырған ҡалтасылар тағы ла бер тапҡыр оҫталыҡтарын иҫбатланы. Афарин уларға! Киләһе конкурс ике йылдан уҙасаҡ. Уны Башҡортостанда үткәрелгән I Бөтә мари съезының 100 йыллыҡ юбилейына бағышлау тураһында килешелде.


Автор: А. ӘНҮӘРОВ. Район: Ҡалтасы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Айыр Иҙелбаев
    Айыр Иҙелбаев от 26.08.2015, 00:00
    Афарин, А. ӘНҮӘРОВ, "халыҡтар дуҫлығы" тигән теориянан тормошсан аҙым яһаған. Республикала әллә күпме булған марыйҙар тураһында яҙып сыҡты. Уларҙыңү "Веревочка"һы сынлап та таң ҡалырлыҡ.

Комментарий өҫтәргә