Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм”
“Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм” Ихлас һәм дәртле Әбйәлил ветерандарына һоҡланып туймаҫлыҡ! Район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө ярыш, фестиваль, һабантуйҙарҙа һәр саҡ тәүгеләрҙән булып сығыш яһай, башҡаларға үрнәк күрһәтә, тормошҡа йәм өҫтәй улар.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Райондың ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаевтың һәр эште тәрәндән төшөнөп, оҫта ойоштора белеүе – уңышлы хеҙмәттең төп нигеҙе. Мәҫәлән, күптән түгел өлкәндәр Өфөгә сәйәхәт ҡылып, йәшлек эҙҙәренән үтте, саммиттар уңайынан яңыртылған урындарҙы күрҙе, яҡташтары, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың бюсына сәскә һалды, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм республиканың Хәрби дан музейҙарының бай экспонаттары менән танышты.


“Тимер ат” шәп!


“Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм”Таңғы сәғәт алты. Йәйҙең һуңғы көн­дә­рен хәтерләткәндәй, бер аҙ һалҡынса һауа автобустың тәҙрәләрен боҫлап та өлгөргән. Төрлө ауылдан килгән өлкәндәр иҫәнләшә-иҫәнләшә автобус эсенә инеп урынлаша. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың тырышлығы менән Магнитогорск ҡалаһынан сәйәхәт өсөн һорап алынған уңайлы автобусты күп­тәрҙең тәүгә күреүе, ахырыһы: ҡыҙыҡ­һыныусан ветерандар салон эсен бер нисә ҡат урап сыҡты, һәр нәмәне тотоп ҡарап, һоҡланыуын белдерҙе. “Тимер ат”тың шәплеген һынағас, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Ҡуҙғалдыҡ.
Әбйәлилдең тигеҙ һәм көҙгөләй юлдарынан сәңгелдәктә бәүелгәндәй үтелде. Белорет тауҙарына үрелгәндә иһә аҡһыл томан, күккә олғашҡан мәғрур ҡарағайҙар бер-бер артлы хәйерле юл теләп оҙатты кеүек. Тирә-яҡтың матурлығын күҙәтеп барған ветерандар дәртле йырҙарын һуҙып ебәрҙе. Эй дәртле, сәмле лә һуң әбйәлилдәр!

Һоҡландылар ҙа, ғорурландылар ҙа

“Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм”Бына шулай йырлап килеп төштөк Өфөгә. Өлкәндәрҙе баш ҡаланың Киров районындағы ветерандар советы рәйесе Рәшит Фәйзрахманов менән баш ҡалалағы Әбйәлил ветерандары советы етәксеһе Мәүлит Фәттәхов ҡаршы алды. Унан ҡунаҡтар ҡорға йыйылды. Өфөләге бер нисә ветерандар советы етәкселәре, “Ветеран Башкортостана” гәзитенең баш мөхәррире Светлана Беллендир менән осрашыу бик фәһемле булды. Өлкәндәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тик­шерҙе, кәңәшләште, фекер алышты.
Унан өлкәндәр күптән түгел донъя кимәлендә сәйәси һәм иҡтисади майҙанға әүерелгән тарихи урынға килде. Инәйҙәр ҡайһы аралалыр башҡорт милли кейемен кейеп, селтәр-ҡашмауын тағып, биҙәнеп тә алған. Ана, уларҙы ҡаршыларға Өфөлә йәшәгән яҡташтарынан бер төркөм дә килгән. Ҡымыҙы, йыуасаһы, йыр-моңо ла әҙер үҙҙәренең. “Яҡташтар” ойошмаһы етәксеһе Тәслимә Таһирова, уның урынбаҫарҙары Илүзә Ғәйнуллина, Зөһрә һәм Вәкил Фәйзуллиндар, мәңге йәш, дәртле Азия Кусимова менән Альбина Исхаҡова һәм башҡалар райондаштарын күреүгә ифрат шат ине. Бына Әбйәлил делегацияһын ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән Конгресс-холл бина­һына саҡырҙылар. Экскурсовод­тың һөйләгәндәре, тарихи ва­ҡи­ғаның шаһиты булған зал­дарҙы күреү, сараның төп документтарына ҡул ҡуйылған өҫтәл­дәр янында ултырып ҡарау – барыһы ла өлкәндәр күңелендә онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
– Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ, – тине Ансар Төлкөбаев. – Мөһим сараға республика етәк­селегенең ныҡлы әҙерләнгәнен яҡындан күрҙек. Конгресс-холдың эсендә барыһы ла төптән уйланылып, халҡыбыҙҙың тарихына бәйле эшләнгәненә һоҡландыҡ та, ғорурландыҡ та.
Артабан “Ватан” этно-ауылына юл алдыҡ. Халҡыбыҙҙың тарихын, бөгөнгө­һөн үтә ҡәҙерләп, ата-бабабыҙҙың изге ҡомартҡыларын күҙ ҡараһындай һаҡ­лаған, боронғо йолаларға тоғро әбйә­лилдәргә бында айырыуса оҡшаны. Тирмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡыуанысын йәшерә алмайынса, тап үҙҙәренсә тыпырҙатып бейеп тә алдылар. Уларға майҙандағы башҡалар ҙа ҡушылып китте.
Ошолай бил яҙып алғас, өлкәндәр Салауат Юлаев һәйкәленә табан һалынған текә баҫҡыстарҙан “һә” тигәнсе күтә­релде. Йәмле Ағиҙелдең матурлығына һоҡланды, милли батырыбыҙға дан йырланы улар. Кемдер ҡыуанысынан бер аҙ илап алһа, икенселәре, йәшлек йылдарын хәтергә алып, күҙ йәшен һөрттө.
Баш ҡаланың милли биҙәгенә әүе­релгән “Ете ҡыҙ” фонтанын да урап үтмәне ҡунаҡтар. Һәйкәлдең матур­лығына хайран ҡалып, уға оҙаҡ ҡарап торҙолар. Ҡурайсылар “Ете ҡыҙ” көйөн уйнап ебәргәс, тәрән кисерештәр бер аҙ таралғандай булды. Дәртле инәйҙәр был юлы ла юғалып ҡалмай, рәхәтләнеп бейергә төшөп китте. Милли бейеү сәнғәтенең аҫыл өлгөһөн сағылдырған был композиция ҡунаҡтарҙы оҙаҡ йылдар үҙенә саҡырһын, ҡыуандырһын, һоҡлан­дырһын тигән ихлас теләген белдерҙе әбйәлилдәр.
“Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм”Артабан делегация Дим биҫтәһенә юл алды. Бындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының директоры – Әбйәлил ҡыҙы Илүзә Ғәйнуллина. Ул яҡташтарына ифрат бай йөкмәткеле экскурсия ойош­торҙо. Ҡунаҡтар һәр сәхи­фәне йотлоғоп тыңланы. Ҡайһы берәүҙәр данлы дивизияла яу юлы үткән туғандарының фамилияһын тапты, яҡындары хаҡында белешмә алды.
Артабан Зөһрә Фәйзул­лина сценарийы буйынса әҙерләнгән “Тере хәтер” исемле кисә ойошторолдо. Әбйәлил районының – 85, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына арналған был сараны асып, музей ди­рек­торы Илүзә Ғәйнуллина әбйәлилдәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары хаҡында бәйән итте, уларҙың һәр йәһәттән тырыш, берҙәм булыуын билдәләне, Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән яҡташтары хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Ысынлап та, ситтә лә һынатмай был төбәк халҡы, бер-береһенә ярҙамлашып, бәләкәй Ватанын хәстәрләп ғүмер итә. Шуға бер генә миҫал: әлеге делегация Әбйәлилдең аҫыл ир-уҙамандарының береһе, район Советы депутаты Мирхәт Рәжәповтың ярҙамы менән барлыҡ шарттары булған, уңайлы йортта ял итте.

Һәр осрашыу –
сикһеҙ шатлыҡ


Икенсе көн “Ләлә” мәсетенә сәфәрҙән башланды. Иман йортона барыһы ла ҙур теләк менән килеп, әрүахтар рухына аят уҡытып, ғибәҙәт ҡылып, ҡыуанышып сыҡты.
Артабан ветерандар Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Матро­совтың һәйкәленә сәскә һалды, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Хәрби дан музейы ла өлкәндәрҙең күңеленә хуш килде, онотола барған хәтирәләрен яңыртты. Ауыр һуғыш осорона тура килгән бала сағын хәтеренә төшөргән ветерандарҙың күңеле йом­шарҙы, Афған, Чечня һуғыштарында һәләк булған һалдаттарҙың ғәзиз әсәләрен уйлап, йөрәктәре телгеләнде.
Артабан ҡунаҡтар Совет районында урынлашҡан “Аҡсарлаҡ” балалар спорт-һауыҡтырыу лагерына юлланды. Уларҙы был биләмәнең ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов, хакимиәт вәки­ле Кәүсәр Фәррәхов, лагерь етәкселеге һәм балалар ҡаршыланы. Күркәм аралашыу төшкө табында, унан клубтағы концертта дауам итте. Дуҫлыҡ күпере ныҡ булыр, ике район араһындағы бәйләнеш өҙөлмәҫ тигән ниәттә таралышты барыһы ла.
Лагерҙа ял иткән балаларҙы күреп, пионер булған осорон хәтергә төшөргән, шул уҡ ваҡытта ейән-ейәнсәрҙәрен һағыныуын тойған өлкәндәр ҡайтыу теләге менән автобусҡа инеп ултырыша ла башланы. Әммә уларҙы 7-се балалар музыка мәктәбендә йәнә бер осрашыу көтә ине. Уҡыу йортона яҡташтары, Аһылай ауылы егете Айрат Ғайсин етәкселек итә. Композитор Айрат Рәшит улы өлкәндәрҙе ихлас ҡаршы алып, мәктәп менән таныштырҙы, йырҙарын бүләк итте.
Сәйәхәттә дәртле йырҙары менән оҙатып йөрөгән Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Ямал Исхаҡова, шулай уҡ Ансар Төлкөбаев, Тәслимә Таһирова, Илүзә Ғәйнуллина, Мәүлит Фәттәхов, Мирхәт Рәжәпов, шәфҡәт туташы Гөлниса Солтанова һәм башҡа­ларға ҙур рәхмәтле әбйәлил вете­рандары.

* * *

Әлеге сәфәр аша бар республикаға мәҙәниәтлелеген, берҙәмлеген, дәрт­лелеген күрһәтте беҙҙең ветерандар. Иң мөһиме – йөрәк йәш булһын, күҙҙәрҙә осҡон һүрелмәһен, ти улар. Өлкәндәр һүҙе – аҡылдың үҙе тигәндәй, әйткәндәре – һабаҡ, фәһем, ҡылған ғәмәлдәре өлгө булырлыҡ, башҡарған эштәре сәм уятырлыҡ. Әбйәлилдәрҙең был башланғысы башҡа район ветерандарын да, һис шикһеҙ, ҡуҙғатып ебәрер. Өлкәндәрҙең күркәм осрашыуҙары артабан да дауам итһен, күңелдәрҙе байытһын, йөрәктәрҙе йәшәртһен!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873