Ошо көндәрҙә “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә “95-я гвардейская” тигән китап баҫылып сыҡты. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан донъя күргән бер нисә китап араһында ул үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Авторҙарҙың береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, радио һәм телевидение ветерандары советы рәйесе Фәнил ҠОҘАҠАЕВ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.— Китаптың төҙөүсе-авторҙары өсәү — һеҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәйнетдинов һәм тарих фәндәре кандидаты Хәләф Ишморатов. Бындай “өс таған” нисек барлыҡҡа килде?
— Тәүҙә бер аҙ был дивизияның ойошторолоу тарихы хаҡында һөйләп китәйем. Полтава исемендәге 95-се (226-сы) Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Б. Хмельницкий орденлы гвардия уҡсылар дивизияһы Оборона халыҡ комиссарының 1941 йылдың 15 июлендәге фарманы нигеҙендә Запорожье өлкәһенең Орехово ҡалаһында ойошторола һәм бер йыл тирәһе Украина ерҙәрен обороналауҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, дивизияға бер осор граждандар һуғышы геройы, 1920—1921 йылдарҙа айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының командиры булған Александр Васильевич Горбатов етәкселек итә.
Ҡан ҡойошло алыштарҙа хәлһеҙләнгән, күп кешеләрен юғалтҡан дивизияны 1942 йылдың авгусында Ырымбур өлкәһенең Боғорослан ҡалаһына сафтарын тулыландырырға оҙаталар. Ғәскәр бында 28 сентябргә тиклем тора. Яңы техника, һуғыш кәрәк-яраҡтары алалар, офицерҙар, сержанттар һәм һалдаттар килә. Дивизияның яңы командиры итеп Өфө пехота училищеһының начальнигы, полковник Николай Степанович Никитченко тәғәйенләнә, ул үҙе менән 500 курсантты алып килә. Дивизия сафтарына өҫтәлгән башҡа хәрбиҙәр араһында Башҡортостан егеттәре лә күп була. Шулар иҫәбендә минең атайым, 1941 йылда алған тәүге йәрәхәтенән дауаланып сафҡа баҫҡан Шәмсетдин Ҡоҙаҡаев, Бөрйән районынан хеҙмәткә алынған Хәлфетдин Ишморатов, Быҙаулыҡ хәрби-сәйәси училищеһы курсанты Әхмәт Зәйнетдинов һәм башҡалар була.
Дивизия хәрби әҙерлек үткәндән һуң, сентябрь аҙаҡтарында, Сталинград фронтына оҙатыла һәм һуғыша-һуғыша Прагаға тиклем барып етә. 1943 йылдың майында гвардия исеме ала, дүрт хәрби орден менән бүләкләнә, уның составынан 14 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, береһе Дан орденының тулы кавалеры була.
Һуғыштан һуң дивизия Австрияла хеҙмәткә ҡалдырыла һәм 1954 йылда союздашлыҡ килешеүе нигеҙендә таратыла.
— Ә шулай ҙа һеҙ, өс автор, нисек осраштығыҙ, табыштығыҙ һуң?
— Үткән быуаттың 70-се йылдарында илдә ветерандар хәрәкәте киң тарала башланы. Мәскәүҙә 95-се дивизияның ветерандар советы барлыҡҡа килде, Өфөлә уның секцияһы ойошторолдо. Үҙенә 80-ләп яугирҙе берләштергән төркөм бик әүҙем булды, улар төрлө ҡалаларға осрашыуҙарға йөрөнө, урындарҙа хәрби-патриотик эш алып барҙы, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында сығыш яһаны, үҙ-ара күрешеп, хәбәрләшеп торҙо. Мин, радиола хәбәрсе булып эшләгәндә, улар хаҡында бер-ике тапшырыу ҙа әҙерләнем. Атайым мәрхүм булғас, уның ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғайным, шунда Башҡортостанда йәшәүсе дивизия яугирҙәренең исемлеге, фотолары килеп сыҡты. Уларҙың вариҫтарын, туғандарын, балаларын эҙләй башланым. Иң тәүҙә Энгель ағайҙы һәм Хәләф туғанды таптым, улар менән осрашып, атайҙарҙың хәрби дуҫлығын дауам итергә, хәтер ебен өҙмәҫкә һөйләштек. Шунан бирле аралашабыҙ.
— Дивизияның хәрби юлы хаҡында һөйләгән, уның яугирҙәренә арналған китап яҙыу теләге лә ошо маҡсаттарҙан сығып тыуғандыр инде?
— Дөрөҫөн әйткәндә, был идея 80-се йылдар башында уҡ барлыҡҡа килгән: Мәскәүҙәге ветерандар советы дивизияның хәрби юлына арналған, бик күп фотоһүрәттәр менән байытылған альбом да сығарған һәм ветерандарға таратҡан. Уларҙың китап баҫтырыу уйы ла булған, фронтташтары хаҡында һүрәтләмәләр, мәҡәләләр әҙерләй башлағандар, әммә ниндәйҙер сәбәп менән эш туҡталып ҡалған.
Китапҡа материалдар туплау еңел барманы, сөнки ветерандарҙың икәүһе генә иҫән ине. Беҙ 2011 йылдың июнендә “Республика Башкортостан” гәзитендә мәҡәлә баҫтырҙыҡ, унда дивизияның ҡыҫҡаса хәрби юлы, ойошторолоу тарихы, ветерандар секцияһының эшмәкәрлеге хаҡында яҙҙыҡ. Секция етәксеһе М.Г. Төхвәтуллиндың 1985 йылдың февралендә яуҙаштарына ебәргән хаты тураһында әйттек, был хатта Өфөлә дивизияның музейын булдырыу һәм китап сығарыу хаҡында һүҙ бара ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә ветерандан — Сибай ҡалаһында йәшәүсе 1924 йылғы Йәғәфәр Ғәббәсовтан — ғына хат алдыҡ, ул үҙенең хәтирәләрен, фотоһүрәттәрен ебәргәйне. Тағы бер иҫән яугир Һиҙиәт Күсәбаевтың (1916 йылғы) һаулығы бик шәптән түгел ине, уны барып күрҙек.
Республика хәрби комиссариатына, райондарҙың ветерандар советтарына, гәзит редакцияларына һорау-хаттар ебәрҙек. Өфөлә йәшәгән яуҙаштарҙың адрестарын табып, өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ, бына шулай йыйылды материалдар. Беҙгә һәр урында ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙолар тип әйтә алмайым. Кемдер үтенесебеҙҙе һанға һуҡманы, кемдер атаһы-олатаһы тураһында бер нәмә лә белмәүе, быны кәрәк тә тип тапмауы хаҡында белдерҙе.
Ошондай күренештәрҙең йәшәп килеүе һуңғы йылдарҙағы битарафлыҡ, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә иғтибар бирелмәүе, ҡайһы бер урындарҙа ололарға, тарихҡа ҡарата ихтирамдың һүҙҙә генә булыуы менән бәйлелер. Шуныһы үкенесле. Әммә 40-лап яугир хаҡында материал туплай алдыҡ, фотоһүрәттәр йыйҙыҡ, беҙгә ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ!
— Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата республикала байтаҡ ҡына китап, фотоальбомдар сығарылды. Һеҙҙеке башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
— Ысынлап та, быйыл ундай китаптар баҫылды. Мин айырыуса Б. Малородов менән Н. Шәйәхмәтовтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бик фәһемле, архив материалдарын урынлы файҙаланып, төплө яҙылған, тарихи дөрөҫлөктө иҫбатлаусы китабын билдәләп үтер инем. Шулай уҡ Башҡортостанда ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһының тарихын сағылдырған “Возрождаясь из праха и пепла” (төҙөүсе-авторы — Р. Гәрәев) йыйынтығын атап китергә була. Автор эҙәрмәндәр ярҙамында дивизияның тәүге составында һуғышҡан хәрбиҙәрҙең яртыһынан күбеһенең исем-шәрифен табып, китапҡа индергән. Был — бик мәшәҡәтле һәм ауыр эш.
Беҙҙең китапта яугирҙәрҙең биографиялары, уларҙың хәрби юлы, һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге тасуирлана, фотоһүрәттәре бирелә, йәғни ундағы материалдар күберәк яугирҙәрҙең вариҫтарына, бала-сағаһына, ейән-бүләләренә тәғәйенләнгән. Улар яҡындарын белһендәр, ҡаһарманлығы менән ғорурланһындар, кәрәк булһа, илде һаҡларға ата-бабалары кеүек әҙер торһондар тигән уй-ниәт һалынған был китапҡа. Уның төҙөүсе-авторҙары ошо дивизияла һуғышҡан яугирҙәрҙең улдары икәнен дә онотмайыҡ.
Башҡортостан ерендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ун дивизия ойошторолған, шул иҫәптән алты уҡсылар, ике кавалерия дивизияһы, бынан тыш, ике уҡсылар бригадаһы, 12 айырым полк төҙөлгән. Күп кенә яҡташтарыбыҙ күрше төбәктәрҙә ойошторолған хәрби частар сафында һуғышта ҡатнашҡан.
А. НИЗАМОВА әңгәмәләште.