Дәрүиш Лотфрахман улы Рәхмәтуллин яуҙа ике күҙенән дә яҙа
Эх, бер килеп күрһәгеҙ ине беҙҙең яҡтарҙы! Ниндәй хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан бит ул Ибрайым. Бер яҡтан Ҡарауыл тауы һаҡлаһа, икенсе яҡтан Бүләк баға. Ә йәйге таңдарға ғашиҡ булмағандар юҡтыр. Ҡояш нурҙарының Бүләк аша саҡ күренеүе була, Рәүҙәк буйы туғайҙарында яңы көн тыуыуына ҡыуанып, һандуғастар йырын башлай. Был йыр-моңға йәнә ауылдан гармун көйө ҡушыла. Берсә йырлай ул көй, берсә һыҡтай…Ниҙәр генә күрмәгән
“25-селәр”Атай мәрхүм йөрәк яраһын таң һыҙылған мәлдә шулай баҫа торғайны. (Яуҙаштарын, йәшлеген һағынғандыр инде бахырҡайым.) Эйе, һандуғастар моңон яҡшы ишетте ул, уларға ҡушылып һикәлтәлә гармунын тартты. Тик бына ҡояш нурҙарын да, Бүләк тауының матурлығын да күрә алманы шул мәлдәрҙә. Улай ғынамы һуң, донъяға килгән биш балаһының да йөҙөн тик күңелендә генә төҫмөрләй алды. Дошман уты уны ҡәһәрле һуғышта ике күҙенән дә яҙҙырғайны. Хәйер, бер минең атай ғынамы ни, күптәрҙең яҙмышы уртаҡ: кемдер уның һымаҡ тыуған яғының матурлығын күрә алмаҫлыҡ хәлгә ҡалған һуғышта, кемдер һандуғастар моңонан мәхрүм булған, бәғзеләр иһә бөтөнләй ғәзиз еренә ҡайта алмаған бит!
…Әсәләренән ҡалған мәлдә атайыма ни бары алты ғына йәш була, Биктимер бабайыма – 10. Фәйзрахман ағай менән Ғәйзамал апайым иһә етемлекте бөтөнләй дүрт йәш һәм һигеҙ айлыҡ ҡына көйө татырға мәжбүр була. Өләсәй ҡаты сирҙән китә. Ул саҡта бындай күренештәр, үкенескә ҡаршы, һәр йортта тиерлек күҙәтелә.
— Әсәйҙе иртән күрше ауылдағы Маҡар дауаханаһына алып киткәндәрен әле лә хәтерләйем. Икенсе көндә барғанда хәле насарайғайны инде. Мине күргәс тә илап ебәрҙе лә: “Балам, мин ҡайта алмаҫмын инде, һеңлең дә оҙаҡ тормаҫ, башҡа туғандарыңды баҡ, атайыңа терәк бул!” — тине. Шунан һуң оҙаҡ та торманы, — тип күҙ йәштәрен һөртә торғайны Биктимер бабайым, бала сағын иҫенә төшөрөп.
Эйе, “25-селәр” иңенә бик күп михнәттәр татырға тура килә шул. Үткән быуат башындағы аслыҡ, Беренсе донъя һуғышы эҙемтәләре, колхозлашыу осоро, барыһына өҫтәлеп, төрлө ҡурҡыныс сирҙәр ҙә һағалап ҡына торған. Ҡаты һынауҙы һирәктәр генә үтә алған, атайымдарҙы иһә Хоҙай үҙе һаҡлағандыр. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт яратыуҙары, олатайҙың лавка (магазин) тотоуы аҙмы-күпме әһәмиәткә эйә булғандыр.
Бала саҡта осраған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуға атайыма яҙмышы йәнә үҙ кәртәһен әҙерләп ҡуя – илде ҡара яу болото баҫып ала. Ул да, билдәле, тиҫтерҙәре һәм ауылда тороп ҡалған ҡарт-ҡоро менән ирҙәр эшенә егелә: ер һөрөү, мал ҡарау. Ә инде тиҙҙән үҙе лә ирҙәр рәтенә баҫа.
Ялтыр-йолтор артынан
дөм ҡараңғылыҡ
1943 йыл… Һуғыштың иң ауыр, фронттың боролошҡа табан барған мәле. Һәр һалдат, һәр патрон һанаулы тигәндәй. Шул саҡ “25-селәргә” лә сират етә. 18-е саҡ тулған атайымды фронтҡа һөнәрселек учлищеһында уҡып йөрөгән мәлендә алып китәләр.
Башта улар Тоцкта хәрби әҙерлек үтә. Уҡыу ғына тиһәләр ҙә, йәш кешенең рухи ныҡлығын һынау өсөн бында ла күренештәр етерлек була.
— Полигон бейек кәртәләр менән уратып алынған, бер кемгә лә сығырға рөхсәт юҡ. Бер мәл ике егеттең сыҙамлығы етмәне, күрәһең, кәртә аша һикергәндәр. Икеһен дә, хыянатсыға тиңләп, беҙҙең күҙ алдында аттылар, — тип һөйләй торғайны атай.
Ни тиһәң дә, яҡташтар берҙәмлеге көслө бит ул, ауыр мәлдәрҙә лә ныҡлы терәк. Ҡәҙерле кешем шул уҡ Ишембай районында урынлашҡан, беҙгә күрше генә ятҡан Васильевка ауылы егете менән дуҫ булған. Бергә саҡырылған яҡташтар хәрби әҙерлек ваҡытында ла бер-береһенә таянған, ундағы ауырлыҡтарҙы бергәләп йырып сыҡҡан. Тик бына фронтта ғына юлдары айырылған уларҙың. Мәңгегә – сыуаш егете дошман ҡулынан батырҙарса һәләк булған.
Атай менән Биктимер бабайым икеһе лә Украина фронтында һуғыша. Тик ҡайҙа ул, бер туғаныңды күреп булмай шул ундай мәлдә. Икеһе бер үк ерҙә баҫып йөрөһә лә, осраша алмайҙар.
Әйткәндәй, бабайымдың да яҙмышы атайҙыҡы һымаҡ бормалы-бормалы. Яуҙа ул әсирлеккә лә эләккән, ә ундай мәлдәрҙең эҙемтәһе билдәле инде. Украинанан ул тыуған төйәгенә тик 1966 йылда ғына ҡайта алды.
…Атай һуғыш йылдары, яу мәлдәре хаҡында һөйләп барманы. Эстән генә янды. Бар һүҙе: “Хоҙай башҡаса ундай хәлде күрһәтмәһен”, – булды. Шулай ҙа яраланған ваҡиғаһы хаҡында былай тип әйтә торғайны:
— Беҙ – йәйәүле ғәскәр – алдан төшөп алғанбыҙ, арттан танктар килә. Шартлау-атыу, ыңғырашыу тауыштары бергә уҡмашҡан. Бер саҡ күҙ алдында ғына ялт-йолт итеп ҡалды, унан һуң дөм ҡараңғы булып китте. Бер нимә күрмәйем, тик баяғы шартлау-ыңғырашыу тауыштарын ғына ишетәм. Арлы-бирле немецса һүҙҙәр ҙә ҡолаҡҡа салынып ҡала. Һуҡырайыуҙан бигерәк дошман ҡулына эләгеүҙән ҡурҡам. Ярай әле үҙебеҙҙекләр тиҙ генә алып китә һалды.
“Өсмөйөшлө” яҙмыштарЯралы яугир башта Гомель ҡалаһында дауалана, аҙаҡ Горькийға күсерәләр, протез күҙҙәр ҡуялар. Шул мәлдән олатай өсөн йәнә яңы тормош башлана.
— Был хәлдә өйөңдә ҡабул итерҙәрме икән? Теләгең булһа – инвалидтар йортона ебәрәбеҙ, — ти уға бер көн хәрби табип. Шулай ҙа Ибрайға хат яҙырға тәҡдим итә. Ғәйзамал апайымды һигеҙ айлыҡ ҡына сағынан ҡарап үҫтергән үгәй өләсәй ауыр хәлдә ҡалған атайымдан да баш тартмай, үҙ улылай тәрбиәләй.
Тыуған тупһаһына атай 1944 йылда аяҡ баҫа. Бик күп ауылдаштары ятып ҡалған була инде был ваҡытҡа, бихисап йортҡа “ҡара ҡағыҙ” килә. Ауыл буйҙаҡ һәм тол ҡатындар менән тула, ғәрип ҡалыуына ҡарамаҫтан, атайға ла күҙ һала башлайҙар. Ни ҡылаһың, һуғыш һуғыш менән, ҡатын-ҡыҙға ир наҙы кәрәк шул.
…Әсәйҙең тәүге тормош иптәше лә һуғышҡа алынған була, “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килә. Ҡулындағы йәше саҡ тулған сабыйын да юғалта ул был ваҡытҡа. Атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенән һигеҙ йәшкә кесе яугир-инвалид Дәрүиш Рәхмәтуллинға кейәүгә сыға тол ҡатын.
Ауыр ғына шарттарҙа йәшәп китә атай-әсәй. Сабыйҙары донъяға килә, донъя туплай башлайҙар. Тик матур ғына йәшәп ятҡанда йортҡа үткәндәрҙән “ҡунаҡ” килә – әсәйҙең тәүге ире иҫән булып сыға.
Их, был ҡәһәрле һуғыш, нисәмә яҙмышты үҙенсә хәл иткән ул, бер ғаиләне селпәрәмә килтергән, икенсеһен бутаған. Ярай әле, хәбәрһеҙ юғалған яугир кешелекле булып сыға, яҙмышына күнеп, яңы ғаилә тормошона аяҡ салмай. Уйлай китһәң, бындай “өсмөйөшлө” яҙмыштар бер Ибрайҙа ғына булмаған бит.
…16 һумлыҡ ҡына пенсия аҡсаһына ла, ауыр яҙмышына ла бер саҡта ла һуҡранманы атай. Һуҡыр килеш дилбегә үреп, беҙҙе – балаларын – аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Ветерандың тик:
— Их, бынау миҙалдарҙы күҙгә алыштыраһы ине, — тигән һүҙҙәре генә иҫтә.
* * *
Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Стәрле газын еҫкәп ятҡансы” тип, йәйҙе ауылда үткәрергә тырышам. Бала саҡтан бер нимә лә үҙгәрмәгән бында, шул уҡ хозур Бүләк тауы артынан ҡалҡҡан илаһи Ҡояш, шул уҡ серле һандуғас моңо. Һикәлтәлә гармунын тартҡан яугир атай ғына юҡ. Шулай ҙа һәр таң һайын бына-бына уның моңо ла уяныр һымаҡ. Шуны көткәндә уйлайым да бер нимәгә инанып ҡуям: атай һуғыштан һуң тыуған яғының матурлығын күрә алмаһа ла, барыбер ҙә бәхетле булғандыр, тим. Шул матурлыҡты башҡалар күрһен өсөн яҙған бит ул күҙенән. Ә кешене бәхетле итеүҙән дә ҙур бәхет бармы ни?!.