Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Самолет тауышы
Самолет тауышы “И-и, Хоҙайым, Светлана ниңә һаман сыҡмай икән? Әллә ҡасан инеп киткәйне бит. Ауыл Советы хакимиәте башлығының машинаһы ла, райондан килгәндәренеке лә күптән шунда тора. Әле генә күңелле көй яңғырай ине, гөрләтеп ҡул сабыуҙар ҙа ишетелгәндәй булды, күрәһең, миҙал тапшыраларҙыр...

Сәхнәгә үк менә алдылар микән? Эй, Аллам! Йығыла күрмәһендәр инде, бөтәһе лә олоғайҙы бит. Кемдәр килә алды икән? Их, ошо аяҡтарҙы! Йә инде, Берлинғаса алып барып еткергән аяҡтары хәҙер ҡаршыла ғына торған мәҙәниәт йортона ла инергә ауырһына. Их, һыҙлай шул! Юҡһа ошондай көндө өйҙә түҙеп ятыр инеме ни?! Рәхмәт инде Бишҡурай ауыл Советы хакимиәте башлығы Альмир Зәйнәғетдин улы Абзаловҡа, кисә мәҙәниәт йорто мөдире Динира Хатмулла ҡыҙы Хөсәйенова, ауылдың ветерандар Советы рәйесе Ләлә Мөҙәрис ҡыҙы Ҡолоева менән бергәләп килеп, Еңеүҙең 70 йыллығына сығарылған юбилей миҙалын тапшырып шатлан­дырҙылар.
12-се миҙал! Уларҙы ҡайҙа ғына тапшырманылар! Мәҙәниәт йорттарында, Бишҡурай ауыл Советының ултырыштар залында, ҙур ашха­наларҙа... Ауылдың 40-лап һуғыш ветераны, “Шәрифә килеп етмәйенсә кисәне башламайбыҙ” тип, әллә ниндәй ҙур түрәләрҙе лә көттөрә ине. Араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ яуҙаш­тарын хөрмәт иттеләр. “Шәрифә, һин уҡытыусы бит, белемле кеше, беҙгә ҡағылышлы закондарҙы аңлатып бир әле”, – тип уратып алалар ине. Их, ул йылдар... Хәҙер Шәрифә Шакир ҡыҙы бөтә ауыл Советына берҙән- бер яугир булып ҡалды...”
Самолет тауышы уның уйҙарын бүлде. 70 йыл уҙҙы, ә ул һаман ошо тауышҡа битараф ҡала алмай. Бөтә йәне аҡтарыла, йөрәге ярһып тибә, хатта ҡан баҫымы күтәрелә! Әле лә шулай булды. Ошо геүләү уның хәтер йомғағын тағатып ебәрҙе.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Шәрифә Шакир ҡыҙы Ҡадирова Ҡандралағы 2-се мәктәптең X класында уҡыған була. Өҫтөндә иҫке фуфайка, аяғында сабата, үҙе ас, ә 14 саҡрым араны көн дә йәйәү үтеп белем алырға бара! Кистәрен, ғаиләһенә аҙ булһа ла ярҙам булыр тип, ауыл китапханаһында эшләй. Алдынғы комсомолка уҡыуҙа ла һынатмай. Шулай тырышып йәшәп ятҡанда, фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Ир-атты фронтҡа алыу башлана. Һәр йорттан тиерлек ауылдаштары илебеҙҙе һаҡларға һуғышҡа китә, ә Шәрифәнең ата-әсәһе өлкән, һылыуы бик йәш була. Ә уға 18 йәш! Үҙеңде әллә нәмәләр эшләргә әҙер итеп тойған, йәшлектең иң сая, иң сәмле, иң ҡыйыу сағы! “Бөтәгеҙ ҙә фронтҡа! Ер-әсә саҡыра!” – тигән лозунгтар ҙа күңелде елкендерә. Ошо мәлдә ВЛКСМ-дың ҡала комитеты секретары ком­сомолдың алдынғы ағзаларын йыя һәм Өлкә партия мөрәжәғәтен еткерә: “Алдынғы комсо­молкалар! Еребеҙҙе фашистар тапай! Бөтә ир-егеттәребеҙ фронтта. Илебеҙ һеҙгә күҙ терәп тора, ярҙам көтә! Һеҙҙе фронтҡа саҡырабыҙ!” – тип ялҡынлы сығыш яһай. Илен-ерен һөйгән ҡыҙҙар был мөрәжәғәткә битараф ҡала алмай. Ҡандра районынан биш һәм эвакуация­ланғандарҙан ике ҡыҙ өйҙәренә повестка тотоп ҡайтып инә. Өфөнөң саҡырыу пунктына бөтә республиканан 3 меңгә яҡын ҡыҙ килә. Уларҙы эшелонға тейәп Камышин ҡалаһына алып китәләр. Волга йылғаһының Хапер ҡушылдығы аша уҙғанда состав бомбаға тотола. Ҡыҙҙар үлем менән күҙгә-күҙ шунда осраша, тәүге самолетты ла шунда күрә.
Тәүҙә Камышин ҡалаһында бер ай әҙерлек курсы үтәләр, немец самолеттарын айырырға өйрәнәләр. Һалдаттарҙы һауаны күҙәтеү, хәбәрләшеү һәм элемтә үҙәгенең 103-сө айырым ҡыҙҙар батальонына тәғәйенләйҙәр, хәрби кейем тараталар. Ҡыҙҙар өсөн махсус тегелгән кейем булмай. Салбарҙар ҙур, төшә лә китә, Англиянан ебәрелгән ауыр ҡалын табанлы ботинкалар әллә нисә ҡат сылғау ураһаң да аяҡта тормай, гимнастеркаларҙың еңе оҙон. Кейенеп алған ҡыҙҙарға винтовка, патрон менән тулы подсумка, противогаз бирәләр һәм Сталинградҡа алып китәләр. Яҡын-тирәлә төҙөлөш батальоны ҡаҙып ҡуйған окоптар, землянкалар була. Бындай күҙәтеү пункттары 12 саҡрым һайын шахмат тәртибендә әҙерләнгән була. Һәр береһенә 6-шар ҡыҙҙы тәғәйен­ләйҙәр. Береһе бинокль менән һауаны күҙәтә, икенсеһе рация артында ултыра, башҡаларына ла эш етерлек. Ҡыҙҙарҙың бурысы – самолет тауышын ишетеү менән биноклдән ҡарап, уның хаҡта рация аша рота посына, батальонға, аэродромға хәбәр итеү. Бер самолет та күҙ уңынан ситтә ҡалмай. Тора-бара ҡыҙҙар немец самолеттарын тауышынан уҡ айыра башлай. Шартлатҡыс яуған ваҡытта ла бурысты оноторға ярамай: һәр самолет тураһында тулы мәғлүмәт штабҡа еткерелергә тейеш. Шуға ла тәрәнерәк итеп ҡаҙылған “тыңлау соҡоро”на төшөп күҙәтәләр. Бындай саҡтарҙа бигерәк ҡурҡыныс.
Шәрифә өсөн иң ҡаты һуғыш Сталинградта була. Күҙәтеү пункты яҡындағы Молодинская исемле станицаның тау башына ҡуйылған. Бер туҡтауһыҙ осҡан дошман самолеттары тураһында хәбәр итеп өлгөрөүе ауыр. Тирә-яҡта мәхшәр: бомбалар ярыла, пуля ямғыры яуа, снарядтар һыҙғыра, дары еҫе, төтөн... Нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, посты ҡалдырырға ярамай, бындай уй баштарына ла инмәй. Ике тәүлек ашарға килтерә алмайҙар, поста торған Шәрифә Ҡадированы алыштырыусы ла булмай, сөнки Бәләбәй ҡыҙы Надежда Какашенская атыш ваҡытында һәләк була. Ул шул тиклем арый, баҫып торған еренән күҙҙәре йомола башлай. Былай булһа, эш харап! Яңылыш йоҡлап китһә, штабҡа башҡа хәбәр итеп тороусы булмаясаҡ, күпме кеше ғүмере ҡыйыласаҡ! Нисек тә түҙергә! Шәрифә Шакир ҡыҙы әмәлен таба, ҡайышын сисеп үҙен бағанаға беркетеп эләктереп ҡуя. Баҫҡан еренән йоҡомһорап китә лә самолет гөрһөлдәүенә уяна, рациянан хәбәр итә лә тағы күҙҙәре йомола. Нисек кенә булмаһын, бер генә самолет тураһында ла хәбәр итмәй ҡалмай. Ике тәүлек үтеүгә уның эргәһенә батальон командиры Бараненконың машинаһы килеп туҡтай. Честь биреп, “Рядовой Ҡадирова” тип әйтә башлаған ҡыҙҙы машинаға ултыртып алып китә лә санчасҡа илтә ул. Ҡыҙ ике тәүлек бер нәмә белмәй йоҡлай... Һуғышта ял, йоҡо бик эләкмәй шул һалдатҡа! Ошо ваҡиғанан һуң Шәрифәгә ефрейтор званиеһы, “Хәрби һәм сәйәси хеҙмәт отличнигы” билдәһе тапшырыла.
Сталинград һуғышында батальонға бик оҙаҡ көрттән барырға тура килә. Әллә нисә ҡат сылғау уралған булһа ла, Ҡадированың аяҡтары туңа. Санчаста өс тәүлек буйы шешенгән аяҡтары бер нәмә лә һиҙмәй, хатта ҡырҡмаҡсы булалар, тик ҡыҙыҡай ризалашмай...
Ни генә күрмәй йәш ҡыҙҙар!? Күҙәтеү пункттарын да ниндәй генә ерҙәргә ҡаҙмайҙар! Бер ваҡыт Орел өлкәһендәге Иҫке Бобовичи ауылына барып инәләр, ҡараһалар, землянка зыярат уртаһында! Эй ҡурҡалар! Етмәһә, эргәлә генә ҡаҙылған ҡәбер... Өлкән йәштәге бер табип уларҙы йыуата:
– Эй, ҡыҙҙар, һеҙ мәйеттән ҡурҡмағыҙ, улар ҡәберҙән сыҡмай! Зыярат – иң тыныс урын! Һеҙ фашистан һаҡ булығыҙ, шулар беҙгә үлем менән янай! Тиҙерәк үҙҙәрен дөмөктөрәйек, һылыу­ҡайҙар! – ти.
– Һәр берегеҙ тейешле урынға баҫығыҙ, ана, самолет гөрһөлдәй! – Төркөм командиры Ҡадированың бойороғо яңғырауға, ҡыҙҙар постарына баҫа. Тәреле самолеттар шул тиклем йыш оса, ҡыҙҙар саҡ хәбәр итеп өлгөрә, шулай ҙа һәр береһе артынан “Бомба ташлағансы үҙҙәрен бәреп төшөрһәләр ярар ине!” – тип теләргә онотмайҙар, шартлау ишетһәләр, шат­лыҡтарынан үрле-ҡырлы һикерәләр.
Батальон, һуғыш йүнәлешенә ярашлы, гел урынын үҙгәртә, Орел өлкәһенән Польшаға юл тота. Тәүҙә тауар поезында, уға бомба төшкәс йәйәүләп Познань ҡалаһына барып етәләр. Ундағы байлыҡҡа иҫтәре китә. Юл буйында беҙҙәге кеүек тирәк түгел, груша ағастары үҫә, ә бер кем өҙмәй! Ерле халыҡ яҡшы күңелле, кешелекле була. “Гел ярҙам итергә тырыштылар: әле икмәк бешереп килтерә, әле емеш-еләк менән һыйлай торғайнылар, – тип хәтерләй яугир инәй. – Беҙҙең командирҙар поляктарҙан бер нәмә лә алмаҫҡа ҡуша, ағыуланған булыуы мөмкин, тип киҫәтә ине. Ундай осраҡ бер ҙә булманы. Киреһенсә, ирекһеҙҙән беҙ үҙебеҙ зыян ҡылғыланыҡ. Поляктар күпләп һыйыр аҫрай бит, иртәнсәк һөттө флягаларға һалып, юл буйына сығарып ҡуялар, һөт йыйыусы алып китһен өсөн. Атыш ваҡытында беҙгә аҙыҡ килтерә алманылар, ас булғас, күп уйлап торманыҡ, тиҙ генә бер фляганы астыҡ та услап һөт эсә башланыҡ. “Пани, не трогай”, – тигәнгә боролоп ҡараһаҡ, хужаһы беҙгә аҙыҡ һуҙып тора. Шул тамаҡ арҡаһында оятҡа ҡалып, әллә ниндәй мажараларға тарып бөтә торғайныҡ. Бер ваҡыт, Орел өлкәһендә, аслыҡ үҙәккә үткәс, Полина төндә асыҡ ҡалған бер тәҙрә төбөнән, ҡаймаҡ тип уйлап, бәләкәй банка урлап алып килде. Ҙур ҡалаҡтар менән ҡайырып ҡаптыҡ, тәме сәйер тойолдо. Иртәнсәк ҡараһаҡ, бөтәбеҙҙең дә ауыҙҙар ҡап-ҡара: ҡаймаҡ тигәнебеҙ солидол булған! Башҡа саҡта икмәк, консерва, рафинад килтереп торҙолар, баҫыуҙан ҡалған картуф йыйып, землянкалағы мейестә бешерә инек”.

Ләлә АБЗАЛОВА,
уҡытыусы.



(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873