Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таусылар төбәге, Уралым йөрәге
Таусылар төбәге, Уралым йөрәге Үҙенең күркәм юбилейын – 60 йыллығын билдәләргә йыйынған Сибай көндән-көн матурлана, йылдан-йыл үҫә, яңы төҫ ала. Урамдар төҙөкләнә, юлдар яҡшыра, йорттар ҡалҡып сыға, бүтән объекттар сафҡа инә. Алтмыш йылға яҡын тарихы булған Сибайҙың төп байлығы – уңған һәм ихлас халҡы. Бында төрлө милләт үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй. Ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын билдәләргә йыйынған сибайҙарҙың хәле менән яҡындан танышыу маҡсатында ҡала хакимиәте башлығы Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Хәлит Хәмзә улы, юбилей алдынан кәйефтәрегеҙ нисек?
– Байрамса (шат йылмая).
– Сибайҙар ҡала байрамын нисек ҡаршыларға йыйына?
Таусылар төбәге, Уралым йөрәге– Һәр ваҡыттағыса, лайыҡ­лы: эш һөҙөмтәләребеҙ яҡшы, уңыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Ҡа­ланың иҡтисади хәлен ал­ғанда, ул ҡәнәғәтләнерлек. Тауар етеш­тереү йыл башынан 102 процентҡа үтәлде. Ҡала предприятиелары 255 миллион һум саф табыш алды. Торлаҡ төҙө­лөшө күләме 12,7 процентҡа артты.
– Сибай бөгөн ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Тө­ҙөлөш бара икән, тимәк, үҫеш тә бар.
– Билдәле булыуынса, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2015 йылдың аҙағына тиклем мәктәпкәсә йәштәге кескәй­ҙәр­ҙең барыһын да балалар баҡ­саһына урынлаштырыу бурысы ҡуйылғайны. Мәсьәлә ябай тү­гел, әммә, һуңғы биш йылда ғы­на ҡалала биш балалар баҡ­­саһы асылыуын иҫәпкә ал­ғанда, тормошҡа ашырырлыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылда ғына 675 кескәй ҡыҙ һәм малай мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына урынлаш­ты­рылһа, шулай уҡ һигеҙ ғаилә төркөмө һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа тәғәйенләнгән ете төркөм эш башланы. Йәнә юбилей алдынан кескәйҙәргә матур бүләк әҙерләнек: Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ “Алтынай” исемле өр-яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Төҙөлөш эштәрен “Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡарҙы. Уны рәсми асыу тантанаһы юбилей көнөнә ҡаралған, балалар һабантуйы ла ойоштороласаҡ.
Ҡала халҡы өсөн тағы ла бер оло бүләк көтөлә – күргәҙмә залы булған Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең сафҡа инеүе эш планына ингән. Ике ҡатлы, заман талаптарына яуап биргән бындай мәктәп республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә лә юҡ. 250 балаға иҫәпләнгән өҫтәмә белем биреү усағы мөм­кин­лектәре сикләнгән балаларҙы ла ҡабул итеүе менән иғтибарға лайыҡ. Әйтергә кәрәк, 40 йыл буйы йәш таланттар тәр­биәләгән мәктәп ошоға тиклем “өйҙәш” йәшәргә мәжбүр булһа, тиҙҙән ул яҡты, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған бинала үҙ эшен дауам итер, тип уйлайым. Тиҙ арала сафҡа инәсәк объектты “Ремстройцентр” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте эшселәре төҙөй, уларға ҙур рәхмәт белдерге килә.
Таусылар төбәге, Уралым йөрәгеҠала халҡы өсөн тағы ла ҡы­уаныслы бүләктәрҙең береһе ­– Сибайҙың үҙәк майҙаны һәм Еңеүҙең 30 йыллығы исе­мен­дәге парк төҙөкләндерелде, яңы фонтан барлыҡҡа килде. Өр-яңы сауҙа-сервис комплексын­да конференция һәм кино зал­дары, юғары класлы ресторан, донъя брендтарының сау­ҙа-күргәҙмә салондары, заман талаптарына яуап бирерлек сәхнә, балалар ҡаласығы урын аласаҡ. Иң мөһиме шул: бығаса йәйге эҫелә, ҡышҡы һыуыҡта сығыш яһарға мәжбүр булған артистарыбыҙ өсөн хәҙер бар уңайлыҡтар тыуасаҡ, улар өсөн махсус бүлмәләр йыһазландырылған.
Шулай уҡ граж­дандар­ҙы авария хәлендәге йорт­тарҙан яңыларына кү­се­реү программаһына ярашлы эштәр йылдам бара. Үткән биш йылда, юбилейҙан юбилейға тиклем, ҡалала барлығы 60-тан ашыу күп ҡатлы йорт төҙөлдө, уҙған быуаттың 50-се йылдарында бар­лыҡҡа кил­гән яңы биҫтә тотошлай яңырҙы. Ошоға тиклем 1 меңдән ашыу кеше яңы фа­тирҙарға күсһә, быйыл тағы туғыҙ күп ҡатлы йортта 152 кеше өй туйлаясаҡ. Сау­ҙа тә­ғәйенләнешендәге 73 объект сафҡа тап­шы­рылған, яңы кафе, ҡунаҡхана, фитнес залдары, магазин-кибеттәр асылған.
– Хәлит Хәмзә улы, Сибай таусылар төйәге булараҡ дан тота. Ҡаланың барлыҡҡа килеү, үҫеш йылдары ла тап тау сәнәғәте менән бәйле һәм халыҡтың күпселеге ошо тармаҡта хеҙмәт итеп, йәшәү асылын тапҡан. Бөгөн таусыларҙың хәле нисек?
– Ысынлап та, Сибай – таусылар ҡалаһы. Урындағы сәнәғәттең тотҡаһы – тау-ба­йыҡтырыу предприятиелары. Улар өлөшөнә етештереү күлә­менең 80 проценттан ашыуы тура килә. Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Си­бай филиалы һәм Баш­ҡортостан шахта проходкалау идаралығы тотороҡло эшләй. “Ҡамаған” ятҡылығында шахта ысулы менән йылына уртаса 300 мең тонна мәғдән табыла, әле түбәнге ятҡылыҡтарҙы үҙ­ләштереү буйынса эштәр баш­ҡарыла. Комбинаттың уң ҡанаты булған Сибай байыҡ­тырыу фабрикаһының да ҡеүәте ҙур, бында барлығы 1 миллион 500 мең тонна руда эшкәртелә.
Ҡасандыр гөрләп эшләгән Си­бай урман сәнәғәте хужа­лы­ғы­ның, ит, һөт-консерва комби­нат­тарының юҡҡа сығыуы ҡа­лалағы иҡтисади хәлгә кире йоғонто яһамай ҡалманы, шу­лай уҡ күптәр эш урындарын юғалтты. Предприятиеларҙы ҡай­танан тергеҙеү мөмкин тү­гел, әммә беҙ ҡалаға инвестиция йәлеп итеп, яңы про­из­водстволар асыу йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Һуңғы осорҙа булдырылған “Баш­­ҡорт колбасалары” яуап­лы­лығы сик­ләнгән йәмғиәте уңышлы эшләй, ул тәүлегенә 8 тонна продукция етештереү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ “СибайУрманПром” заманса ағас эшкәртеү йәм­ғиәтенең “Глобал Эдж” фирмаһы менән берлектәге инвестиция проекты уңышлы бара. Банкрот хәлендә ҡалған Сибай һөт-консерва комбинаты нигеҙендә быраулау реагенттары етеш­тереү заводы төҙөлә. Сибай элеваторы икенсе һулышын кисерә, уны “СИТНО” агрохолдингы үҙ ҡанаты аҫтына алды. Күптән түгел яңы тирмән сафҡа инде. Ярты миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән объект тулыһынса заманса техника менән йыһаз­лан­дырылған. Италияның “МИЛЛ СЕРВИС” фирмаһында етештерелгән ҡеүәтле ҡорамалдар тәүлегенә 300 тонна игенде эшкәртә ала.
Бөгөн яңы инвестиция программалары өҫтөндә эшләйбеҙ, кирбес заводы төҙөү буйынса маҡсатлы саралар күрелә.
– Ҡала халҡы урамдарҙың матурланыуына, юлдарҙың яңырыуына иғти­бар итмәй ҡалмайҙыр. Төҙөк­ләндереү эштәре нисек бара? Сибайҙар ҡышҡа әҙерме?
– Юл мәсьәләһе – бөтөн Рә­сәйҙәге кеүек, беҙҙе лә иң бор­соған проб­ле­ма­лар­ҙың береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ҡалала юлдар торошо яҡшырҙы, ил һәм республика ҡаҙналарынан бү­лен­гән аҡса ярҙамында йыл һайын, аҡрынлап булһа ла, бер нисә километр араға асфальт түшәү мөмкинлеге бар, соҡорҙарҙы ямау башҡарыла. Әле Зәки Вәлиди урамы “Сибайдорстрой” яуап­­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тарафынан йүнәлтелә. Тирә-яҡты йә­шел­ләндереү буйынса ла әүҙем эш алып барабыҙ. Быйыл 60 йыл­лығы уңайынан 60 мең сәскә ултыртып, Сибайҙы гөлгә күмдек, был матурлыҡты күреп күҙҙәр ҡамаша, күңел һөйөнә.
Ҡышҡа тулыһынса әҙербеҙ, был бурысҡа ойошмалар ҙа етди ҡараны. Яңы йылытыу миҙгеле алдынан Урал аръяғы ТЭЦ-ынан ҡалаға диаметры 700 мил­лиметрлыҡ торбалар килтерелеп, төп йылы үткәргестәр алмаштырылды, күп ҡатлы алты йортта модулле ҡаҙанлыҡтар ҡорола.
– Тимәк, ҡала күркәм юби­лейҙы лайыҡлы ҡаршы­лаясаҡ. Шулай ҙа ниндәйерәк халыҡ йәшәй Сибайҙа?
– Үҙ төбәген яратҡан, уны бар яҡлап матур итергә ты­рышҡан ихлас, алсаҡ, уңған, дәртле кешеләр тупланған бын­да. Иң мөһиме – уларҙың барыһы ла бер-береһен хөрмәт итә, ҡәҙерләй.
– Байрам уңайынан ҡала халҡына әйтер теләктәрегеҙ?
– Яратҡан Сибайыбыҙ йылдан-йыл матурланһын, эш урын­дары артһын, сабыйҙар тауышы тынмаһын! Һәр кемдең үҙ йорто, эше һәм ғаиләһе булһын! Таусылар ҡалаһы артабан да сәскә атһын, үҫһен, ҙурайһын.
– Үҙегеҙҙе лә байрам менән ҡот­лайбыҙ! Артабан да уңыштар юл­даш булһын, байрам мөбәрәк үтһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873