Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишлеләргә – “бишле”!
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ауылдан күпләп ситкә китеүе, эшһеҙлек проблемаһы көсәйеүе берәүгә лә сер түгел. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн хакимиәт башлыҡтарына ҙур көс һалырға, ауыл тормошон һүндермәү, уның киләсәген хәстәрләү өсөн эшҡыуарҙар менән ныҡлы бәйләнештә эшләргә тура килә. Әлбиттә, башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртә белеү, халыҡ менән уртаҡ тел табыу өсөн дә ҙур оҫталыҡ кәрәк. Башланғысыңды күтәреп алалар, һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙырға торалар икән, тимәк, етәксе дөрөҫ юлдан бара тигән һүҙ.

Ишле ауылы әллә ни ҙур түгел, 500-ләп кеше йәшәй. Ауыл бәләкәй булһа ла, хәл итәһе проблемалар етерлек. Бөгөн эш урын­да­рының булмауы иң көнүҙәк мәсьәлә һанала. Шул сәбәпле йәштәр ситкә китә, һәм хәл тағы ла насарая төшә. Ҡасандыр леспромхоз, урман хужа­лығы ойошмалары булған саҡта гөрләп торған ауылда тормоштоң һүнеп ҡалыуы үкенесле, әлбиттә. Шулай ҙа тораҡтың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы ял итеү базалары, спорт комплекстары булдырып, уны артабан һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән ҙур эш алып барыла. Әлеге ваҡытта Ишленән 12 саҡрым алыҫлыҡта эттәрҙе һунарға өйрәтеү өсөн республикала тәүге күнекмә станцияһы төҙөлә. Сығышы менән Ишленән бул­ған, әле Санкт-Петербургта йә­шәгән ағалы-ҡустылы Федо­тов­тар­ҙың туристар өсөн ял базаһы һа­лыуға тотоноуы ла яҡты өмөт уята. Унда ҡышҡыһын ҡаргиҙәрҙә, йәй­геһен квадроциклда, йыл әйләнәһенә һыбай йөрөү мөмкинлеге ҡаралған.
Ауылдың киләсәген ҡайғыртыуҙан тыш, көндәлек көнкүреш мәшә­ҡәт­тәрен хәл итеү ҙә хакимиәт башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов иңенә ята. Ихатанан сыҡҡан сусҡалар урам буйҙарын ҡаҙып, тирә-яҡты йәмһеҙ­ләп бөтә. Хужаларын саҡыртып, малын ҡарауһыҙ йөрөткән өсөн штраф һалынасағы хаҡында ҡаты иҫкәртелә. 1 апрелдән республикала йөк транспортының хәрәкәте сик­ләнһә лә, ағас сығарыу менән бу­лышҡан эшҡыуарҙар был ҡағиҙәне үтәмәҫкә тырыша. Шул арҡала хакимиәттең юл төҙөкләндереүгә тотонған аҡсаһы елгә оса. Йүнселдәрҙең күбеһе йәшерен эшен төнөн башҡарырға маташа. Шуға күрә, урам буйҙарын, юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн Фәнис Рәшит улына көнөн дә, төнөн дә уяу булырға, тәртип боҙоусыларға контроллек итергә тура килә.
Бер нисә йыл элек Ишле ауы­лындағы бина янып юҡҡа сыҡҡас, ауылдаштар клубһыҙ тороп ҡал­ғай­ны. Мәҙәниәт усағы булмаған ауылдың күп нәмәнән мәхрүм булыуын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, сөнки нәҡ ул барыһын да үҙ эсенә йыя, берләштерә, яңы башланғыс­тарға әйҙәй. Шулай ҙа ишлеләр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауҙы хуп күрмәй. Мәҙәни тормошто тергеҙергә теләгән әүҙемдәр бында ла табыла. Был яуап­лы эште Фәнис Рәшит улы үҙ өҫтөнә ала. Балта оҫталарына түләү, төҙөлөш материалдары һатып алыуға киткән сығымды ла ул үҙ кеҫәһенән ҡаплай. Башлап йөрөү­сеһе булғас, ярҙамсылары ла табыла. Фәнил Рә-сих улы Йомаҙилов, Рөстәм Миң­леғәле улы Сөләймәнов, Илнур Илдус улы Ғәлиастанов халыҡты клублы итеү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона. Теләк, эш рәте белгән оҫта ҡулдар булғанда, ташландыҡ бинаны сафҡа индереү әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Шулай итеп, Яңы йыл байрамын иш­леләр матур кәйеф менән, биҙәлгән йылы клубта ҡаршылау бәхетенә иреште.
Эйе, юҡҡа ғына, хужаһы ниндәй — йорто шундай, тип әйтмәйҙәр шул. Был йәһәттән үҙ биләмәһе, халҡы өсөн тырышҡан йәш етәксе Фәнис Данъяновты күптәргә өлгө итеп ҡуйырға була.




Фәнис Рәшит улы Данъянов, ауыл хакимиәте башлығы:
— Ауыл бәләкәй, эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Халыҡ менән бергәләп тырышырға тура килә. Йәш быуынды тәрбиәләүгә, сәләмәт тормош алып барыуға айырым иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән диндең роле ҙур булыуын да яҡшы аңлайбыҙ. Шунлыҡтан әлегә тиклем Ишлелә буш торған балалар баҡсаһын сиркәү итергә хәл иттек. Олойылға ауылындағы элекке башланғыс кластар мәктәбен дә мәсет итеү өсөн эш башланған.
Хакимиәт биләмәһенә ҡараған Олойылға ауылын Белорет ҡаҙанлығы йылылыҡ менән тәьмин итә. Мазут ҡиммәт булыу сәбәпле, был хеҙмәтләндереү үтә ҡыйбатҡа төшә. Шунлыҡтан яҡын арала был ауылда айырым ҡаҙанлыҡ урынлаштырасаҡбыҙ. Был эш уңышлы тормошҡа ашһа, халыҡҡа ла, хакимиәткә лә уңайлы һәм отошло буласаҡ. Күпте өмөт итеп, булмағанды көтөп ултырғансы, бер аҙ сығымдар менән проблемаларҙы үҙебеҙ хәл итергә тырышабыҙ. Ә инде Межгорье, Белорет ҡалаһында йәшәгән егеттәрҙең дә Ишлелә клуб төҙөшөүе ауылдың ҡайһы бер битараф йәштәрен сәмләндерерҙәй изге ғәмәл булды.

Фирүзә Рахман ҡыҙы Килдейәрова, клуб мөдире:
– Халыҡты бергә туплап, яңы башланғыстарға әйҙәү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Клубыбыҙ янып киткәс, ауыл да етемһерәп ҡалғандай булғайны. Төрлө сараларҙы, байрамдарҙы мәктәптә үткәрергә тура килде. Фәнис Рәшит улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Башлығыбыҙҙан уңдыҡ, биргән вәғәҙәләрен үтәй, халыҡ менән уртаҡ тел таба белә. Һүҙе менән дә, эше менән дә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың абруйын яулауға иреште, ауылыбыҙ тәрән йоҡонан уянып киткәндәй булды.


Автор: Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә