Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һынауҙар көттөрмәне
Мәҙрәсәлә дәрес биргән мөғәллимдәрҙең бик йыш Бохара, Сәмәрҡәнд ҡалаларын телгә алыуы, ундағы мәсет, мәҙрәсәләрҙе, изгеләр ерләнгән некрополдәрҙе хайран ҡалып һөйләүҙәре Зәйнулланың йәш йөрәгендә тыйып торғоһоҙ ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның хәҙер генә Урта Азия яҡтарына ҡош булып осоп барғыһы килде. Әл-Бохари, Баһауетдин Наҡшбәнд, Халиҡ Гудждувани, Али Рамитани һымаҡ бөйөк шәхестәр йәшәгән яҡты һағынып яманһыуланы, тамам ғажиз булды, бойоҡто. Троицк аша уҙған каруандарға эйәреп сығып китерҙәй булды, тик аҡсаһыҙлыҡ тотҡар­ланы. “Их, Бохара мәҙрәсәләрендә белем алһаң ине ул”, — тип хыялланды егет.
Бер көндө Зәйнулла үҙе һымаҡ Бохара менән һаташҡан шәкерт менән танышып китте. Бохара, Сәмәрҡәнд мәҙрәсәләре хаҡында һөйләшеп йөрөй башланылар. Мөкиббән киткән ике хыялый күп уйлап торманы, тотто ла шул яҡҡа бара торған каруанға эйәрҙе. Ғәҙәттә, Урта Азияла ҡыш йылы була, өйгә ут яғыуҙың да кәрәге юҡ, тигәйнеләр, ә быйылғыһы, үс иткәндәй, ҡаты һыуыҡ булып, кешеләр күпләп зыян күрә: һалҡын тейҙереп ауырыуҙар, бала-сағаның юлда туңып ҡалыуы йылыға өйрәнгән көньяҡ халҡын һуштан яҙҙыра. Шәкерттәр бындай хәлдәргә лә ҡарамаҫ ине, юлда уларҙы батша чиновниктары ҡуйған һаҡсылар туҡтатты:
— Бохара шәйехтәре менән аралашыу тыйыла. Һеҙҙе ҡулға алабыҙ. Бәлки, һеҙ басмачтар ялсыһылыр? Әллә әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөүселәрме? Ҡайҙа Троицкиҙа уҡыуығыҙ тураһында таныҡлығығыҙ? – тип уларҙы хибескә яптылар.
Зәйнулла бала сағында уҡ Уау Вәхит баба­һының, һиңә Бохараға юл ябыҡ, тип әйтеүен иҫенә төшөрҙө. Ниңә улай тине һуң әле ул? Күпме баш ватһа ла, быны аңлай алманы. Арыған, йонсоған, өшөгән мосафирҙарҙы тикшереү, һорау алыу өсөн бер нисә ай бикләп тоттолар. Бәхеттәренә Троицкиҙа бергә уҡыған Сафа шәкерт ҡайтып төштө. Ул өйҙәгеләргә Зәйнулла менән бергә уҡығанын әйтеп, атаһы юллап йөрөп, саҡ төрмәнән сығартты. Ярты йылда күп михнәт күреп, шәкерттәр Троицкиға әйләнеп ҡайтты. Зәйнулланы күргәс, Әхмәт ахун-хәҙрәт серле генә итеп:
– Һынауҙар башландымы? – тип йылмайҙы. – Бының менән генә бөтмәҫ әле, яҙмыш һине иләктән иләп, һелкәүестән һелкер. Бирешмәҫһең, иншалла. Һынауҙарҙан үлмәй тере ҡалған кеше ныҡҡа таяна, ҡоростай сыныға ул.
Эйе, һынауҙар бының менән генә бөтмәгән икән. Зәйнулланың уңышһыҙ сәфәре тураһында Малай Муйнаҡтан кантон начальнигы Мө­хәмәтйән Бүҙекәев белеп ҡала. Властар алдында эш күрһәтергә тырышҡан уҫал кантон:
– Әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөйһөңмө, йүнһеҙ малай? – тип уны тағы ҡулға алдырҙы.
– Беләһегеҙ бит, мин – шәкерт, зинһар, ебәрегеҙ, – тип ялбарҙы Зәйнулла.
– Шәкерт булһаң, мәҙрәсәлә йөрө, ниңә донъя ҡыҙырып сығып китәһең? Был эшем эйәһен хибескә илтеп ябығыҙ. – Зәйнулланы тағы ултыртып ҡуйҙылар.
Атаһы Хәбибулла ла барлы-юҡлы аҡсаһын йыйып төйнәп, кантонға илтеп биреп ҡараны:
– Зинһар, улымды сығар, хөкөм итмә, бигерәк нескә күңелле, хисле бала, – тип күҙҙәренә йәш алып ялбарҙы. – Беҙ һинең менән француздарға ҡаршы бергә һуғышҡан һалдаттар бит.
Бүҙекәй алып килгән аҡсаны алыуын алды, әммә һүҙен һүҙ итергә өйрәнгән кантон оторо ярһып китте:
– Мин уны ҡарышҡан өҫтөнән хәрби хеҙмәткә ебәртәм. Беҙ улар һымаҡ саҡта һалдат инек, ил сиген һаҡланыҡ. Батшаға хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөй, мөртәт.
Төрмә камераһында Зәйнулла артыҡ борсолманы, тәҡдирен Аллаһ Тәғәләгә тапшырҙы ла, биш ваҡыт намаҙын уҡып, зекерҙәрен әйтеп, хө­көм көттө. Көндәрҙең береһендә Малай Муйнаҡ­та:
– Бүҙекәев кантонды Әлексәндр батша Мәс­кәүгә мәжлескә саҡыртып алған икән, шундағы өйөрлө юха-ялағайҙар генерал-майор булыуынан көнләшеп, уны ағыулағандар, – тигән хәбәр таралды. – Ағыуҙы брәме кейгән мундирының яғаһына һипкәндәр, ти. Меҫкенкәй тәгәрәп йөрөп йән биргән.
Зәйнулла бынан ете-һигеҙ йыл элек Бүҙекәй кантонды күреүен иҫенә төшөрҙө. Мыҡты кәүҙәле, ғорур ҡиәфәтле кешенең семәрле кашауайҙан килеп төшөүе, урам буйында үҙен сәләмләп, баш эйгән кешеләрҙе күҙгә лә элмәй, туп-тура бер йортҡа барып инеп китеүе күҙ алдына килде. Кантон уға бик уҫал, мәрхәмәтһеҙ кеше булып тойолғайны. Гонаһһыҙ кешеләрҙе рәнйетмә, рәнйеүҙәре үҙеңә кире ҡайтыр, тип әйтергә теләгәйне. Тик үҙен тәкәббер тотоуына ҡарап, эргәһенә яҡын барырға тартынғайны. Ниңә шулай иттем, тип үкенде Зәйнулла. Үҙен Аллаһ Тәғәләнең ҡашҡа тәкәһендәй хис иткән Бүҙекәй кантон һынлы Бүҙекәй кантондың үлеме йәш шәкерткә, ерҙә бәндә ғүмере — күҙ асып, күҙ йомған ара, шул арауыҡта яҡындарыңа, кеше­ләргә изгелек эшләп ҡалырға кәрәк, тигәнде әшкәртте.
Дәрәжәле кешенең үлеме тураһында гәзит­тәрҙә “Генерал-майор Мөхәмәтйән Бүҙекәев арабыҙҙан 63 йәшендә китеп барҙы” тип яҙып сыҡтылар. Уның Рәсәй иленә тоғро хеҙмәт итеүе, француз яуында күрһәткән батыр­лыҡ­тары хаҡында ла бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтелде.
Кантон начальнигы вафат булғандан һуң күп тә үтмәне, уҡыған еренән юллап, Зәйнулланы төрмәнән сығарҙылар. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, бер йыл ғүмер уҙып та китте. Яңы уҡыу йылынан буласаҡ ишан йәнә Троицкиға барып уҡыуын дауам итте.
Тормош шулай ҡоролғандыр: ҡайғыһы ла, шатлығы ла сиратлаша. Зәйнулла һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрҙе лә аптырап ҡуйҙы: Уау Вәхит бабаһы бит уның Бохараға бара алмаҫын бынан ун ике йыл алда әйтте. Үҙенең бабаһының донъя ҡуйыуын атаһы әйтмәҫ элек үк һиҙеүенә ғәжәпләнде. Тимәк, улар араһында ниндәйҙер серле бәйләнеш бар. Малай Муйнаҡта уҡып йөрөгән сағында үҙе лә Бүҙекәй кантонға ни булырын алдан белгәйне бит. Ниңәлер, Салауат батырҙың һыны ла гел эргәһендә йөрөй. Әллә ул да изгеләр затынан булдымы икән? Атаһы уның ихтилалы тураһында һөйләгән саҡтарҙа, уны яҡын туғанындай күреп, әллә беҙҙең ҡәүемебеҙме, тип уйлауы иҫенә төштө. Ошондай тап килеүҙәр хаҡында уйлап шәкерт уларҙы бер епкә теҙҙе, тик хәҙергә серенә төшөнә алманы. Үҙ-үҙенә бикләнеп, китаптар менән генә серләшеп йөрөй ине, тағы яңыһын алырға тип китапханаға килде. Унда таныш булмаған бер шәкерт Урта Азия яғынан килтерелгән “Кәлилә үә Димнә” тигән китапты һорап тора ине.
– Ул китап беҙҙә ни бары бер дана, әлегә шәйех Әхмәтшаһ бин Хәмит әл-Миңгәрәй ҡулында. Һине сиратҡа яҙам, ул килтергәс тә әйтермен, – тине китапхана хужаһы. Һомғол буйлы, күрмәлекле егеттең һораған китабы Зәйнуллаға бала саҡтан таныш ине. Малай Муйнаҡта уҡығанда Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахунди хәҙрәт “Кәлилә үә Димнә”нән өҙөктәр уҡый ҙа: “Ҡара эсле, мут Димнә кеүек булмағыҙ, хәйлә-мәкер менән кешеләр араһын боҙмағыҙ, асыуға түгел, аҡылға буйһоноп йәшәгеҙ, аслан ғәйепһеҙ кешеләргә яла яҡмағыҙ, уның аҙағы насар бөтә”, – тип өйрәтә торғайны. Әллә дүртенсе, әллә бишенсе быуатта һәр төрлө ғилем сығанағы, кеше файҙаһына хеҙмәт итә торған бөтә донъяуи белемдәрҙең, “аҡыл һандығы”ның асҡысы булған был серле китапты йәшереп кенә Һинд батшаһынан күсереп алып ҡайтыуҙарын да һөйләгәйне мөршите. Был хикмәтле китаптың асылын белгән егеткә Зәйнулла диҡҡәт менән ҡараны, тәү күреүҙән үк уны оҡшатты һәм танышырға теләп, ҡулын бирҙе:
– Зәйнулла бин Хәбибулла.
– Мифтахетдин бин Камалетдин.
Мосолман донъяһында яҡты йондоҙ булып балҡыясаҡ ике аҫыл заттың Троицк мәҙрәсәһе китапханаһында батшалар ҡулланма итеп тотҡан серле “Кәлилә үә Димнә” китабы ярҙамында осрашыуы бына ошонан ғибәрәт булды. Улар ҡалған бөтә ғүмерҙәре буйына айырылышмай рухи ҡәрҙәштәр булып йәшәне. Ун ете бүлектән, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғибрәтле хикәйәләр теҙмәһенән торған ҡалын ғына был китапты улар аҙаҡ үҙҙә­ренә күсереп алды, һәм ундағы алтын аҡылды икеһе лә тормошона юлдаш итте.
Мифтахетдин йыш ҡына дуҫына үткер тел, тапҡыр һүҙ менән яҙылған шиғырҙарын уҡыны. Буласаҡ талантлы шағирға ишара ине улар, дуҫының уға ихтирамы тағы артты.
Тыш тәһәрәт алыу менән эш бөтмәй,
Булмаһа сын тәһәрәт әүүәл эстән.
Донъяға туйыу ҙа юҡ, ҡуйыу ҙа юҡ,
Ҡапсығын ҡәнәғәттең сысҡан тишкән, –
тигән һымағыраҡ дин әһелдәренән, кантондарҙан, түрәләрҙән әсе көлгән тәнҡит шиғырҙарын тыңлағандан һуң Зәйнулла дуҫына:
– Иҫләйһеңме “Кәлилә үә Димнә”не? Унда: ”Ҡайһы саҡта аҫыл ағас үҙенең яҡшы емешенән һәләк була: мул емеш ботаҡтарҙы айыра һәм һындыра баҫып ергә һығылдыра, ағас имгәнә һәм ҡорой” тигән юлдар бар ине. Һинең был яҙмаларың үҙеңде харап итеп ҡуймаһын, – тине.
Бер аҙ уйланып торғас, Мифтахетдин дуҫына ошолай тип яуап ҡайтарҙы:
– Иҫләйһеңме, унда: “Был донъяла кеше өс нәмә хаҡында тырышлыҡ күрһәтергә тейеш: үҙенең йәшәү шарттары хаҡында; кешеләр менән мөнәсәбәте хаҡында; үҙенән һуң яҡшы иҫтәлек ҡалдырыу хаҡында”, тиелгәйне. Минең өсөн ошо өсөнсө аҡыл мөһимерәк. Минең шиғырҙарым туған халҡыма аманат булып ҡалһын ине.
Бохараға уңышһыҙ сәйәхәтенән һуң Зәйнулла күп уйланды, үҙен гөнаһҡарға һананы, шул турала шиғыр сығарҙы. Бер көндө уны Мифта­хетдинға уҡытып ҡараны:
Йә, Аллаһым, мәрхәмәтең сикһеҙ,
Шәфҡәтлеһең,
Яҙыҡ эшен кисер гөнаһҡар бәндәңдең.
Ярлыҡауҙар һорап ялбарамын,
Сафландыр Хоҙайым ҡәлбемде.
Яуызлыҡты туҡтата алмай
Баҙап ҡалһам,
Монафиҡты еңә алмай
Кәрһеҙ торһам,
Ярҙам итсе, Хоҙай!
Һәр һулышым фәҡәт һинең өсөн
Аллаһ тиеп тибә йөрәгем.
Аллаһ тиеп көн дә ғәмәл ҡылам,
Тоғролоғомдо үҙең беләһең!
– Шиғырың ихлас яҙылған, фекер бар. Халыҡ күңеленә үтеп инерҙәй, ә ул ҡабул иткән фекерҙең тәьҫирен бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай, тиҙәр. Әммә шиғырҙа рифма, ритм аҡһай. Дөрөҫөн әйтәм, үпкәләмә, һинән шағир сыҡмаҫ, һин донъяға имам булыр, иман таратыр өсөн тыуғанһың. Ғазали тигән шәйехте ишеткәнең бармы? Бына шуның һымаҡ, һин башҡорттоң үҙ имамы, үҙ шәйехе булырһың, — тине дуҫы.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиҙәр, Зәйнулла тәнҡитсегә үпкәләмәне. Бер уйлағанда, донъя йөҙөндә Йәссәүи, Рабғузи, Науаи, Низами, Сәғди, Рудаки, Фирҙәүси һымаҡ һүҙ оҫталары барында ниңә уға ҡағыҙ әрәм итергә? Ошо уҡ төндә Уау Вәхит бабаһы төшөнә инде. “Дуҫың хаҡ әйтте, һин тыумыштан ергә имам булып, халҡыңа Ҡөрьән­дең тәфсирен аңлатыр өсөн килгәнһең. Аҡы­лыңды хистәреңә баш итеп ҡуйып өйрән, Аллаһ Тәғәлә хислеләрҙе түгел, аҡыл эйәләрен нығыраҡ ярата”.
Был ни хәл, бабаһы төшөнә инеп, уға тәрбиә ҡыламы? Шул саҡ Зәйнулла Абдулхалиҡ Гудждувани менән Баһауетдин Наҡшбәндте, имам әл-Харамейнд менән имам Абу Хамид әл-Ғазалиҙы иҫенә төшөрҙө, уларға ла остаздары Абдулхалиҡ Гудждуванины, имам әл-Харамейнды төшөнә инеп, гел кәңәш бирә торған булған. Эйе, донъя серле. Ни булһа ла, әле бабаһы әйткәндәр уның күңеленә хуш килде. Йәш шәкерт намаҙҙан һуң Салауат доғаһын уҡып, уны үҙен ҡурсалаған Уау Вәхит бабаһы рухына бағышланы.


(Аҙағы. Башы 151 – 155-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873