Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мадьярҙар беҙҙең туғанмы?
Ошо көндәрҙә Венгрия археологтарының “Уелгин” фәнни экспедицияһы Башҡортостанға килде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянып фараз итеүҙәренсә, венгрҙарҙың ата-бабалары беҙҙең республика биләмәһендә, йәғни Көнсығыш Урал буйында ярым күсмә тормошта йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Беҙҙең эраның тәүге меңенсе йылдарында венгрҙар Түбән Кама йылғаһы бассейнының Ҡара һәм Азов диңгеҙе далаларына күсеп ултыра. Боронғо венгр конфедерацияһы ете ырыуҙан һәм Хазар ҡағанатынан айырылып сыҡҡан. Георгий Амартола 836—839 йылдарҙағы болгар-венгр конфликты тураһында яҙмаларында венгрҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ҡалдырған. 896 йылда Арпад һәм Курсан етәкселегендә улар Трансильванияға күсеп килә, унан һуң Паннонияны, хәҙерге Көнсығыш Австрия һәм Словакияны яулап ала. Венгрҙар Көнбайыш Европаға яу менән барыр булған. Ваҡыт үтеү менән (X—XI быуаттар) килмешәк-венгрҙар урындағы валах халҡы менән ассимиляциялаша, ултыраҡ тормошҡа, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә күсә.
XVII быуатта Венгрия бер ни тиклем үҙидара менән Австрия власына эләгә. Шуға күрә улар милләт булараҡ юғалмай, телен һәм мәҙәниәтен үҫтерә. Австро-Венгрия (1867) дәүләте ойошҡас, венгрҙар дәүләттең бер өлөшө һәм халҡы булараҡ киң хоҡуҡ ала.
Беренсе донъя һуғышынан һуң Австро-Венгрия тарҡала. Империяның бер киҫәгендә Венгрия барлыҡҡа килә.
Йылдар үткән һайын тарих ҡатламдары ҡалыная бара. Ләкин быуаттар төпкөлөнән, ҡапыл ялтлаған йәшендәй, әленән-әле яңы табыштар балҡып китә. Экспедицияның етәксеһе, тарих фәндәре докторы Сергей Боталов әйтеүенсә, IX – XI быуаттарҙағы Уелги ҡәберлеге урыҫ һәм венгр ғалимдары тарафынан алтынсы йыл тикшерелә. Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында урынлашҡан был тарихи ҡомартҡы Урал һәм Волга буйында, Көнбайыш Себерҙә, Алтайҙа, Ҡаҙағстанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйылғы экспедиция Көньяҡ Уралдағы иҫтәлекле урындар менән танышты, Бөрө ҡалаһында, “Өфө-II” ҡаласығында, Шүлгән мәмерйәһендә һәм Арҡайымда булды.
– Башҡорт-венгр бәйләнештәре XIII быуаттан уҡ билдәле. Был мәсьәләне тикшереүҙе, дөйөм тамырҙарҙы эҙләүҙе Рәсәй ғалимдары XVIII быуатта башлаған. Ғалимдар фекеренсә, венгр халҡының нигеҙен тәшкил иткән ете ҡәбиләнең дүртәүһе төркиҙәргә ҡарай, – ти Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова.
“Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова әйтеүенсә, венгр ғалимдары менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.






Автор: А. САЛАУАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә