Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әле лә һағынып һөйләйҙәр
Әле лә һағынып һөйләйҙәр Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында илдә, республикала барған рухи һынылыш шарттарында сағыу бер йондоҙ булып килеп инде ул Стәрлетамаҡтың мәҙәни донъяһына. Бөтә донъя башҡорттарының Беренсе ҡоролтайына алыҫ Себер тарафтарынан саҡырылған делегаттар араһында алсаҡлығы, һөйкөмлөлөгө менән айырылып, барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итеп тора ине. Төмән өлкәһенең Нижневартовск ҡалаһында мәғариф буйынса төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән ул, башҡорт, татар, украин балалары өсөн йәкшәмбе мәктәбен асыуҙа, “Ватан” башҡорт һәм татар халыҡ үҙәген ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Тыуған төйәгенә, әсә теленә, туған йыр-моңдарға һыуһаған милләттәштәребеҙ уның был изге ғәмәлдәрен дәррәү күтәреп алған.

Сит ерҙәрҙә үҙеңде нисек кенә бәхетле тойһаң да, тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта. Лилиә лә, күп уйлап тормаҫтан, студент йылдары эҙҙәрен һаҡлаған һөйөклө ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә. Күсенгәс тә Вәлиевтәр ғаиләһе ҡала янын­дағы Загородный ҡасабаһында бынамын тигән йорт һалып, шунда төпләнә.
Илем, телем тип йән атҡан рух­лы башҡорт ҡыҙы, үҙ күлен тапҡан аҡҡоштай, бар булмышы менән мәҙәниәт донъяһына сума. Эшенә мөкиббән бирелгән белгес башта шул йылдарҙа яңы ғына асылып, тәүге тапшырыуҙарын эфирға сығара башлаған “Экран” телерадиокомпанияһында журналист, артабан Стәрлетамаҡ театр берекмәһендә әҙәби бүлек мөдире булып бер аҙ тәжрибә туплай. Бер мәл Лилиә Муллабай ҡыҙын ҡала хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлегенә баш белгес итеп тәғәйенләйҙәр.
Йәшлек дәрте урғылып торған ҡатын ҡалала тиҙ арала мәҙәни эштәрҙе йәнләндереп ебәрә. Ул йылдарҙа яңы башланғыс алған “Халҡым моңо”, “Оҙон көй”, “Уралым”, “Гармун байрамы”, “Һы­лыу­ҡай”, “Урал бөркөтө”, халыҡ­тың ҡул эштәре конкурстары кеүек саралар Лилиә Вәлиеваның туранан-тура ҡатнашлығында ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Республика әһәмиәтендәге “Салауат көндәре”, “Йәштәр йыйыны” кеүек байрамдарҙы ойоштороуҙа юғары профессиональ кимәлдә эш итә. Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә ярҙам һорап килгән бер кемде лә кире бороп сығарып ебәрмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙамлашырға тырыша: милли мәҙәниәтебеҙҙе күтәрергә ынтылған йәш артистарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнашһынмы, эштәренә бәйле проблемаларҙы яйға һалыш­һынмы – бер ниҙән дә ситтә ҡалмай. “Баҫҡан ерендә ут сығарып тора”, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
Һәр эшкә маһир, тәүәккәл ҡатын йылдар үтеү менән, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен камиллаштырып, үҙен юғарыраҡ вази­фаларҙа һынап ҡарарға йөрьәт итә. Первомайский ҡасаба­һын­дағы белем биреү үҙәгенә етәксе булып килгәс тә, тарҡалып бө­төүгә табан барған үҙәкте аяҡҡа баҫтырыуға тотона. Эште матди-техник базаны нығытып, ху­жа­лыҡты тергеҙеүҙән башлай. Уны шул саҡ, етәкселек һәләтен күреп, Жәлил Кейекбаев исемен­дәге З-сө гимназияға директор итеп ҡуялар. Юридик яҡтан белемле, көслө рухлы Лилиә Муллабай ҡыҙы бында ла юғалып ҡалмай, юғары мәҙәниәтле мөхит булдырып, үҙенә күрә кескәй генә дәүләт төҙөп, гөрләтеп эшләп алып китә.
Ләкин тормоштоң үҙ ҡанун­да­ры бар. Лилиә ханым яңынан дәү­ләт хеҙмәтенә тәғәйенләнә. Башҡортостан Хеҙмәт һәм ха­лыҡ­ты социаль яҡлау министр­лы­ғының Стәрлетамаҡ­тағы идаралығында әйҙәүсе белгес булып, хаҡлы ялға киткәнсе ябай кеше мәнфәғәтен ҡайғыртып, яҡлауға мохтаж ата-әсәләрҙең күбеһенә ярҙам итергә өлгөрә ул. Башҡаларҙың хәленә инеүсән, ихлас булғаны өсөн уға әле һаман кәңәш һорап шылтыраталар.
Яуаплы вазифаларҙы баш­ҡарыу менән бергә ғаиләһендә ғәжәп уңған хужабикә, хәс­тәрлекле әсәй булып ҡала Лилиә. Донъяһы ялт итеп тора, йорт-ҡураһы гөл-сәскәгә күмел­гән. Ире Ринат Миҙхәт улы менән алмалай ике ҡыҙҙы матур тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Хәҙер инде Ләй­сән менән Римма үҙҙәре лә әсәй. Янғантауҙа йәшәгән 90 йәшлек әсәһе Мәймүнә Ғатаулла ҡыҙын, бер туған Мәрйәм һәм Мәрзиә апаларын, Марат һәм Валерйән ағаларын ҡәҙер-хөрмәт итеп, 90 йәшкә етеп килгән ҡай­ныһы Миҙхәт Харрас улы менән ҡәйнәһе Мәхмүзә Хәйертдин ҡыҙын үҙ ата-әсәһеләй ололап, балаларына, ейәнсәрҙәренә өлгө булып йәшәй Лилиә.
Уның тормош юлына ҡараш ташлағанда, ирекһеҙҙән башҡа шундай уйҙар килә: бәләкәйҙән етем ҡалып, тормошонда күп кәртәләргә осраһа ла, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән ошо нәзәкәтле, һөйкөмлө ҡатындың кескәй генә йөрәгенә оло донъя һыйған. Үҙенең ғәжәп бай күңеле менән башҡаларға йәшәү көсө бирергә һәләтле, оптимистик рухлы булып ҡала ул. Ихлас йылмайыуы, аҡыллы кәңәштәре ме­нән кемдәргә генә терәк булманы икән үҙ ғүмерендә! Ҡылған изге ғәмәлдәре менән кешеләрҙең йөрәгенә инеп ултырған. Шуға ла, ҡайҙа ғына эшләһә лә, инде нисә йыл үткәс тә, Лилиә Муллабай ҡыҙын күптәр әле лә һағынып һөйләй.


Автор: Роза ҠОБАҒОШОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә