Һәр халыҡтың таянырҙай, ышанырҙай абруйлы үҙ шәхестәре, зыялылары була. Күренеп тә бармай уларҙың хеҙмәттәре, әммә милләт үҫешен уларҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Йәмәғәт эштәренә ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт мөхитен үҫтереүгә ҙур көс һалған аҡһаҡалыбыҙ Риф ДӘМИНЕВ – нәҡ шундай шәхестәрҙең береһе. Рух, милләт, тип янған йәштәребеҙгә өлгө алырлыҡ тәжрибәгә бай Риф Абдулла улының тормошо. Юбилейы айҡанлы уҙаман менән ҡорған әңгәмәлә шул турала һүҙ барҙы, башҡорт халҡының киләсәге мәсьәләһе лә урап үтелмәне, әлбиттә.– Риф Абдулла улы, тел, милләт һәм рух мәсьәләләре менән тормошоғоҙ ҡасандан бирле бәйле?
– Ғүмерем буйы. Сығышым менән Хәйбулла районының иң төпкөл ауылдарының береһе Арыҫланғолданмын. Билдәле, башҡорт ауылы булғас, тыуған төйәктә туған телдә уҡыным. Тик мәктәп VI класҡа ҡәҙәр генә ине шул. Артабан белемде 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урыҫ ауылында алдым, шунда башланды ла инде тел мәсьәләләре тураһында уйланыу.
Хатта ки икмәк-тоҙлоҡ та урыҫса белмәгәс, тәүге сиректә үк һигеҙ “икеле” сәпәгәйнеләр инде. Мәктәптә “икеләр батшаһы” данын тиҙ үҙләштерҙем. Башҡаса уҡырға бармайым, тип ант иткән саҡтар аҙ булманы. Әлбиттә, артабан баһалар яҡшырҙы, тик Бүребай мәктәбенә күсергә тура килде, хәйер, унда ла урыҫса уҡыталар ине. Артабанғы уңыштар тырышлыҡтан килгәндер, тим. Шулай ҙа урыҫ телен белмәгәнемә әсенә инем.
– Шундай бәхәс бара: ҡаланың башҡорт мәктәптәрендә балаларға предметтарҙы VI класҡа тиклем булһа ла тик башҡорт телендә уҡытырға кәрәк, ти ҡайһы берәүҙәр. Был һуңынан урыҫ теленә күскәндә тәрән ауырлыҡтар тыуҙырасаҡ, уҡыусы “наҙан” булып ҡаласаҡ, ти икенсе яҡ. Һеҙ, үҙегеҙ ошондай проблема менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан кеше булараҡ, нимә тип әйтер инегеҙ?
– Башҡортса уҡытырға кәрәк, тим, тик бала нығыраҡ аңлаһын, үҫешһен өсөн урыҫ теленә күберәк сәғәттәр бүлеү фарыз. Бынан тыш, ҡала менән үткән быуаттың 50-се йылдарындағы башҡорт ауылын сағыштырһаң, ер менән күк араһы бит – хәҙер балалар урыҫса күп аралаша, ата-әсәләре лә быға булышлыҡ итә. Хатта башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙа урыҫ телендә “һатып ебәрерлек” кимәлдә һөйләшә. Иң мөһиме – урыҫса уҡытыуға күскәндә төрлө аңлатма-исемдәргә нығыраҡ иғтибар бүлергә, бәлки, берәй махсус программа ла эшләргә кәрәктер. Ғөмүмән, проблема юҡ. Уйлай башлаһаң, тормошомда, мәҫәлән, етәксе булып китеүҙә рус телен белмәүем бер ҙә ҡамасаулай алманы.
– Етәксе тигәндән, һеҙҙе Стәрлетамаҡ химия-технология техникумында директор булып эшләгәндә башҡорт милләтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес булараҡ яҡшы беләбеҙ.
– …90-сы йылдар. Италияға командировкаға барырға тура килде. Шулай сит ил буйлап йөрөп ятабыҙ, үҙебеҙ бер һүҙ белһәк икән. “Ҡайҙан килдегеҙ?” – тип һорайҙар беҙҙән. “Россия”, – тигәс: “А, Россия, Горбачев”, – тип көлгән була итальяндар. “Башҡортостанды беләһегеҙме?” – тим. “Юҡ”, – тиҙәр. Эх, шул саҡ нисек асыу килгәнде күрһәгеҙ! Донъяға билдәле химия магнаты Стәрлетамаҡты, милли батыр Салауат Юлаевты ла белмәгәс ни… Нисек кенә булмаһын, киләһе уҡыу йылында итальян, француз телдәрен уҡытыуҙы ҡыҫҡартып, студенттар башҡорт телен өйрәнә ине инде. Беренсенән, сит илгә барғас, барыбер һүҙлек менән генә һөйләшәбеҙ, икенсенән, үҙебеҙҙең рухи байлыҡты донъяға, үҙебеҙ ҙә белмәгәс, нисек таратырға, данларға һуң, тип уйланым.
Әлбиттә, ата-әсәләр тарафынан да, махсус органдарҙан да “сәләмдәр” булды, әммә “Тел тураһында”ғы Закон ҡотҡарып ҡалды. Шулай ҙа, ҡурҡмайынса, милли телебеҙҙе үҫтереүҙә ниндәй ҡыйыу аҙымдарға барғанбыҙ бит.
Бынан тыш, ауылдан килгән балалар менән ныҡлы эшләй инек. Уларға әрләп-туҡмап тигәндәй техник белем бирергә тырыштыҡ. Кәрәкле һөнәрҙәр һайлауына булышлыҡ итә торғайныҡ. Ошо йәһәттән шарттар ҙа булдырыу ине бурысыбыҙ: дөйөм ятаҡ, туҡланыу, юл мәсьәләләре. Шул уҡ ваҡытта барыһын да ҡалала ҡалырға өгөтләмәнек, сөнки ауылдың киләсәге нәҡ ошондай белгестәргә бәйле бит. Хәҙер барыһын да иҫләп булмай, әммә студенттарҙың төрлөһө бар ине: берәүҙәр баяғы шарттарға ла яраҡлаша алманы, икенселәр, киләсәген нығытып, халҡыбыҙҙың алтын бер бөртөгөнә әйләнде.
– Ҡала башҡорттары ҡоролтайын етәкләгәндә Стәрлетамаҡ башҡорттары өсөн генә түгел, тотош милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарған эшегеҙ һанап һәм баһалап бөткөһөҙ. Ун йылда ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе хәл итеү генә түгел, ҙур-ҙур хеҙмәттәр ҙә башҡарып сыҡҡан кешеһегеҙ. Шулай ҙа бына ошо ваҡыт арауығында күңелегеҙ түрендә һаҡланған ваҡиғаларға туҡталайыҡ әле.
– Әлбиттә, бихисап сараларҙың барыһының да осона сығырмын тимә хәҙер. Үҙебеҙҙең кеҫәнән алып булһа ла, ауыр хәлдә ҡалған милләттәштәребеҙгә аҙ ярҙам ителмәне түгел. Шулай ҙа ике конференция тураһында айырым әйтке килә: береһе – Әсә йылына, икенсеһе Бала йылына арналғайны. Шул конференцияларҙа үҙебеҙҙең һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ғалимдар менән әсә һәм бала миҫалында сәләмәт тормош аша милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләү һәм ҡурсалауҙы пропагандалауҙы хәтергә алырлыҡ. Артабан бит эш конференция сиктәренән сығып дауам итте, йәштәребеҙ араһында сәләмәт йәшәү ниндәйҙер кимәлдә модаға әүерелде. Ә был күренеш туранан-тура милләт киләсәгенә бәйле. Тик, үкенескә ҡаршы, барыһы ла быны аңламай.
– Риф Абдулла улы, һеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһына бөтөн ғүмерегеҙҙе тиерлек арнағанһығыҙ. Тарихта төрлө саҡтар булғандыр, әммә, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн ҡалала башҡорт мөхите бармы?
– Заманында урамда үҙ-ара үҙебеҙҙең телдә һөйләшһәң, башҡа милләт вәкилдәре боролоп ҡарай торғайны. Аллаға шөкөр, әле магазинға ингәндә кинәнеп: “Икмәк бармы?” – тип һорайым. Иң мөһиме – мине башҡа милләт вәкилдәре лә аңлай, инде ғәжәпләнеп ҡарамау тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Тимәк, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙыуҙарҙы иҫәпкә алмағанда ла мөхит бар. Улай ғына ла түгел, мөхит булдырылған, тимәксемен. Милли уҡыу йорттары, филармония, театрҙар бар, телевизорҙан рәхәтләнеп “Йәнтөйәк” тапшырыуын ҡарайбыҙ икән, был мөхит түгелме ни?! Уның ҡарауы, шуны үҙ файҙабыҙға ҡуллана белмәйбеҙ – бына ҡайҙа ята бәлә. Гел ялыулашып, һылтанып ҡына ултырып булмай бит, дәүләттең дә үҙ сәйәсәте бар, үҙ программаһы тигәндәй. Иң мөһиме – тыныслыҡ кәрәк.
Мәҫәлән, мин урындағы ҡоролтай комитетын етәкләгәндә, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылғайны. Йыраҡтағы ҡояш йылыраҡ тигән һымаҡ, шул сит ерҙәрҙә йәшәп ятҡан башҡорттарға һоҡланып бөтә алмай торғайным: бер ниндәй ҙә шарттар юҡ, ә үҙҙәре милли телдә гәзит сығарабыҙ, һабантуй уҙғарабыҙ һәм башҡа эштәр атҡарабыҙ тип тырышалар. Яңылышмаһам, әле лә шулай. Ә беҙҙә киреһенсә һымаҡ. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙа башҡорт телендә “Ашҡаҙар” гәзите сығып килә, тик тиражы мең дананан саҡ ҡына күберәк. 300 меңгә яҡын кешеһе булған Стәрлетамаҡта башҡорттар шулай аҙмы ни?
…Эйе, мөхит бар ҙа ул, тик уны һүндерергә ярамай. Ғөмүмән әйткәндә, хәҙерге тормошта башҡасараҡ булырға кәрәк шул, ә беҙ һаман да аттарыбыҙҙың яландан үҙҙәре йөрөп ҡайтҡанын көтөп, ҡымыҙын ғына эсергә әҙерләнеп ятабыҙ. Шул уҡ ваҡытта аттарҙы ла, яланды ла башҡалар һағалап ҡына тора шул. Шуныһы мәғлүм булһын: үҙгәрергә кәрәк беҙгә, тик һынырға түгел. Тормошҡа яраҡлашам тип, халҡыбыҙҙың илаһи һәм үҙебеҙгә генә хас күренештәренән баш тартырға ярамай, ул сағында киләсәгебеҙ икеле.
– Хәҙер Һеҙ – 75 йәшегеҙҙе тултырған абруйлы шәхес, хаҡлы ялдаһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, һис тә тынғы белмәйһегеҙ: йә ижад итәһегеҙ, йә рух, милләт, тел яҙмышын хәстәрләп сабаһығыҙ. Тормоштоң уртаһында ҡалыу сере нимәлә?
– Ул ябай ғына: әгәр ҙә кеше халҡын яратһа, йәмғиәт яҙмышына битараф ҡалмай, шуның менән үҙ киләсәген дә ҡайғыртһа, йөрәге тибеүҙән туҡтағансы, ул милләте менән бергә була.
– Риф Абдулла улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.