Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ...”
“Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ...” “Уҡа таҫма менән ҡайылған ҡыҙыл буҫтау сәкмән, башына бейек осло бүрек кейгән, һөңгө һәм уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорт полктары уҡтай оса. Улар араһында сәкмән өҫтөнән кольчуга һәм башына тимер торҡа кейгән батырҙар башҡаларҙан айырылып тора”. Был юлдар француз яуында ҡатнашҡан башҡорт атлыларының тышҡы күренешен һүрәтләгән иҫтәлектәрҙән.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары генерал Барклай де Толли, адмирал Чичагов кеүек күренекле полководецтар етәкселегендә һуғыша. Улар атаҡлы Бородино алышында ла ҡатнаша. Урыҫ ғәс­кәрҙәре менән бергә башҡорт атлылары 1814 йылдың мартында Парижға инә. Француз яуында шундай ҙур батырлыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәткәс, урыҫ ғәскәр­ҙәренең баш командующийы фельдмаршал М. Кутузов уларҙы: «Любезные вы мои башкирцы, хорошо деретесь, молодцы!» – тип маҡтай. Парижға ингән башҡорт атлыларының уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланғанына ишаралап, француздар уларға «төньяҡ амурҙары» тигән исем ҡуша. Башҡорт һыбайлылары уларҙа һоҡланыу ҙа, теремеклеге менән ғәжәпләнеү тойғоһо ла уятҡан.
1992 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Любезные вы мои…» тигән китапта 1836 – 1839 йылдарҙа иҫән булған башҡорт яугирҙәренең исемлеге бирелгән. Унда меңдән ашыу исем-фамилия атала, ә француз яуында күпме башҡорт ир-азаматының ҡатнашҡаны Аллаһ Тәғәләнең үҙенә генә мәғлүмдер. Һуғыштан һуң үткән ун йыл эсендә күпме яугирҙең донъя ҡуйғаны ла билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, уларға, илдең именлеген ҡурсалаусыларға, мәңгелек дан!
Үкенескә ҡаршы, йылдар ҡатламы өйөлгән һайын, Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандар хаҡында яҡты хәтирәләр тоноҡлана бара. Ләкин халҡыбыҙҙың рухлы егеттәре – Ғафури районының Сәйетбаба ауылы уҙаманы, Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре, “Любизар” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов, Өфө ҡалаһында тыуған, 1992 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, әле Германияның Лейпциг ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Ирек Фәнүр улы Байышев, яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Германияла, Төркиәлә, Францияла булып ҡайтҡан Өфө егете Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин кеүектәр ата-бабаларыбыҙҙың рухына тоғролоҡ һаҡлай. Улар менән “Әңгәмә тирмәһе”ндә осраштыҡ.
***
“Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ...” 1556-1557 йылдарҙа үҙ ихтыяры менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылып, бигерәк тә 1798 йылда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, башҡорттарҙың хәрби бурысы даими эске һәм тышҡы хеҙмәттән ғибәрәт булған. Тәүгеһе йыл әйләнәһенә илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлауға ҡайтып ҡала.
Ил сиге ҡаҙаҡ һәм Себер халыҡтарынан ҡурсалау өсөн махсус рәүештә төҙөлгән нығытмалар системаһы менән әйләндереп алынған була. Ул Тубыл йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Сик һыҙығы биш дистанцияға бүленеп, шуларҙың Уй, Верхнеуральск, Орск, Уральский дистанцияларына башҡорттар һәм мишәрҙәр йыл һайын 5-6 мең кеше ҡуйған. Башҡорттарҙың был хеҙмәте 300 йылға яҡын дауам итеп, 1840 – 1850 йылдар арауығында Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң ғына туҡтатылған.
Ә башҡорттарҙың тышҡы хәрби хеҙмәте Рәсәй дәүләте алып барған бөтә һуғыштарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙан торған. Уларҙы һанап китһәң — иҫ китерлек. Балтик диңгеҙенә сығыу өсөн Швеция, Польша армияларына, Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаршы һуғыштарҙа (1558 – 1583), Азов походында, Ҡырым яуында, поляк һәм швед интервенттарына ҡаршы көрәштәрҙә атлы полктарҙың ҡатнашҡанлығы билдәле.
1611-1612 йылдарҙа башҡорт атлылары Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы сос­тавында поляк интервенттарынан Мәскәүҙе азат иткән. Ул ғына ла түгел, тиҫтә йылдар үткәс, башҡорттар К. Ми­нин һәм Д. Пожарский һәйкәлен төҙөүгә аҡса йыйып биргән.
XVIII быуатта Рәсәй алып барған өҙлөкһөҙ хәрби хәрәкәттәрҙә, оҙайлы походтарҙа – Пруссияға ҡаршы Ете йыллыҡ һуғышта (1756 – 1763), поляк баярҙары конфедерацияһына ҡаршы һәм Балтик диңгеҙе ярҙарын ҡулға төшөрөү өсөн яуҙарҙа – башҡорт яугирҙәре һәр ваҡыт урыҫтар менән яуҙаш булған.
Урыҫ-швед һуғышында башҡорт яугирҙәре таһыллыҡ, ҡыйыулыҡ, талымһыҙлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттары менән танылыу ала.
1805-1807 йылдарҙа Рәсәй ғәскәре союздаштары Австрия, Пруссия яғында Францияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып еңелеүгә осрағас, Тильзит килешеүенән һуң Наполеон империяһы Европа илдәре өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә була. Шул уҡ ваҡытта француз императоры Рәсәйҙе үҙенә буйһондороу планын тормошҡа ашыра башлай. Һуғыш ҡурҡынысы килеп тыуғас, Рәсәй хөкүмәте үҙенең көстәрен тулыландырыу һәм көсәйтеү маҡсатында еңел һәм регуляр булмаған хәрби частар төҙөү тураһында 1811 йылдың 7 апрелендә губернаторҙарға батша Манифесын ебәрә. Унда Ырымбур хәрби губернаторы Г.С. Волконскийға башҡорттарҙан үҙ иҫәптәренә атлы полктар төҙөү бурысы ҡуйыла. Уныһы иһә Манифесты һәм үҙенең указын бөтә кантон башлыҡтарына тарата.
1812 йылғы Ватан һуғышынан алда уҡ Рәсәйҙең көнбайыш сигендә Ырымбурҙан 1-се һәм 2-се башҡорт полк­тары хеҙмәттә була. 1812 йылдың 12 июнендә, француз ғәскәрҙәре Рәсәйгә һөжүм башлағас, башҡорттарҙан бишәр йөҙлөк 28 полк төҙөлөп, хәрәкәт итеүсе Рәсәй армияһына ебәрелә. Яугирҙәр араһында муллалар, ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр байтаҡ булғанлығы билдәле. Улар шиғырҙары, вәғәздәре, йыр-көйҙәре, бәйеттәре аша яугирҙәрҙе рухландырған. Француз армияһын еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған “Әңгәмә тирмәһе”ндәге бөгөнгө һөйләшеүебеҙ 1812 – 1815 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр башҡорт улдарының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатынан сығып ойошторолдо.

Нияз СӘЛИМОВ:
– Вәлидиҙәр, Бабичтар рухы менән һуғарылып, башҡорт халҡының боронғо төйәге булған Ырымбурҙа барлыҡҡа килгән “Башҡортостан” гәзите бер быуатҡа яҡын халҡыбыҙға хеҙмәт итә: республикабыҙ тормо­шоноң, сәйәсәтенең, мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең көҙгөһө ул. Гәзитебеҙҙең эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй, бик күп саралар, акциялар, бәйгеләр ойошторола. Мәҫәлән, Белорет, Әбйәлил райондарында һыу ташыу һөҙөмтәһендә ҡазаға тары­ғандарға ярҙам итеү маҡсатында махсус акциялар үтте, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяжын иҫәпкә алып, китаптар оҙаттыҡ, милли көрәш буйынса төбәктәрҙә ярыштар ойошторола һәм башҡалар... Әлбиттә, бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар, баҫма­быҙҙы уҡыусылар редакцияның эшмәкәрлеге тураһында хәбарҙар, быларҙы Германиянан килгән ҡунағыбыҙ Ирек әфәндене таныштырыу маҡсатынан сығып телгә алдым. Ә инде әлеге һөйләшеүебеҙҙең төп темаһы булған данлы тарихыбыҙ, атап әйткәндә, 1812 – 1815 йылдар­ҙағы Ватан һуғышы тураһында гә­зи­тебеҙ биттәрендә мәҡәләләр баҫы­лып тора. Ләкин, нисек кенә булма­һын, был тәңгәлдә тарихсылары­быҙға башҡа­раһы эштәр күп әле. Иң башта, егеттәр, Ватан именлеген ҡурсалап яуға ташланған ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡа­р­ғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтке килә. Тамырһыҙ ағас булмағандай, тарихын онотҡандың киләсәге юҡ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә ошо юҫыҡта барыр тип уйлайым. Тәүҙә һүҙ теҙгенен хөрмәтле ҡунағыбыҙ Ирек Фәнүр улы Байышевҡа тотторайыҡ: Өфөгә килеүегеҙҙең, дөрөҫөрәге тыуған ерегеҙгә ҡайтыуығыҙҙың маҡсаты менән таныштырһағыҙ ине.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Башҡортостанға изге ниәттәр менән ҡайттым. Мин йәшәгән Лейпциг ҡалаһында Юрган Хофман менән Михаил Кота етәкселегендәге “Битва народов-1813” тигән клубтар йәмғиәте эшләй. Лейпцигтағы ҡаты бәрелештәр үткән бер тарихи урынды ошо йәмғиәт ҡарамағына бирҙеләр. Хәҙер унда музейҙар комплексы урынлашҡан. Беҙгә, клуб ағзалары булараҡ, бер стендты беркетеп ҡуйҙылар. Әле алдыбыҙҙа уны йыһазландырыу бурысы тора. Бында килеүемдең маҡсаты нәҡ шуға бәйле – Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре тураһында мәғлүмәттәр, музей экспонаттары туплау.
“Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ...”Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Өфөгә килгәс тә Ирек беҙҙең менән бәйләнешкә инде. Уның ниәтен шундуҡ күтәреп алдыҡ һәм был изге эшкә ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итергә теләп, үҙемдең шәхси коллекциямда һаҡланған боронғо ҡомартҡыларҙы тапшырам. Улар – башҡорт яугирҙәренең төрлө быуаттарҙа эшләнгән уҡ башаҡтары. Бына, мәҫәлән, тимер быуат осоронда монгол ғәскәренә ҡаршы атылғаны. Ә былары – тимер сөй һәм боронғо ата-бабабыҙ көнкүрештә, хәрби походтарҙа ҡулланған бысаҡ.
Һөйләй башлағас, тағы бер бурысымды атҡарып ҡуймаҡсымын. Ирек Фәнүр улы тарихыбыҙҙы һаҡлау буйынса ҙур эш башҡара. Бөгөн уға Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың Рәхмәт хатын тапшырырға рөхсәт итегеҙ. “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ирек Фәнүр улы Байышевҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ” тиелгән унда.
Нияз СӘЛИМОВ:
– Һине ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Ирек! Изге эштәр, музейҙарҙа һаҡ­ланған ошо ҡомартҡылар кеүек, быуаттар туҙанына күмелеп ҡалмай, кешеләр йөрәгендә йәшәй.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм барығыҙға ла рәхмәтемде еткерәм!
Нияз СӘЛИМОВ:
– 2012 йылда беҙ Ватан һуғышы башланыуҙың 200 йыллығын билдәләнек. Быйыл иһә ошо яуҙа еңеүгә – 200 йыл. Асылда беҙ бит нәҡ ошо тарихи ваҡиғаға ҙур әһәмиәт бирергә тейешбеҙ. Был һуғышта әүҙем ҡатнашҡан 20-нән ашыу башҡорт полкының ролен нисек баһалар инегеҙ?
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Беренсенән, Ватан һуғышында еңеүҙең төп әһәмиәте Рәсәйҙе, шулай уҡ Башҡортостанды дошман иҙеүенән һаҡлап алып ҡалыу булһа, икенсенән, Европаны яулаған еңелмәҫ Наполеон армияһын ҡыйратып, Рәсәй халҡы донъя алдында абруйын күтәрҙе, ҡеүәтле дәүләт булараҡ танытты. Үкенескә ҡаршы, 1812 йылғы Ватан һуғышы, батыр яугирҙәр тураһында онотабыҙ. Алыҫ китәһе түгел, 20-нән ашыу башҡорт полкы ҡатнашҡан был яу ҡаһармандарына Өфөбөҙҙә һаман һәйкәл юҡ. Уйлап ҡараһаң, ҡайһы ғаиләне алһаң да, уларҙың быуынынан кемдәрелер Ватан һуғышында ҡан ҡойған йә һәләк булған. Минеңсә, “Төньяҡ амурҙары” тигән даны бөтөн Европаға таралған батырҙарыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылырға, улар хаҡында китаптар баҫылырға, музейҙар асылырға тейеш! Сөнки, Нияз Булатбай улы әйткәнсә, тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Хәтерләйһегеҙҙер, Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулыуҙы билдәләп, башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә 2012 йылда Сибай ҡалаһында һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. “Был һәйкәл Сибайҙы ғына түгел, тотош республиканы биҙәй. Башҡорт батыр­ҙарының данын беҙ быуаттарҙан быуат­тарға еткерергә тейешбеҙ”, – тине ул. Яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса әле нимәләр эшләнә?
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Үкенескә ҡаршы, был йәһәттән маҡтана алмайбыҙ. Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә 2014 йылда һәйкәл асыу тураһындағы фекер етәкселек тарафынан да хупланды, был хаҡта “Башҡортостан” гәзите лә яҙып сыҡты. Ләкин, күреп тораһығыҙ, алдыбыҙға ШОС, БРИКС кеүек сәйәси һәм иҡтисади яҡтан мөһим саммиттар үткәреү бурысы килеп баҫты. Шөкөр, донъя кимәлендәге был сараларҙы ойоштороу буйынса Башҡорт­останыбыҙҙың йөҙө ҡыҙарырлыҡ булманы, донъя йәмәғәтселеге алдында үҙебеҙҙе таныттыҡ. Әммә ҡаҙаныштарға һулыш өрөп торғанда ғына уның ҡеүәте һәм бәҫе арта. Беҙҙең данлы һәм бай тарихыбыҙ нәҡ ана шул донъя алдында йөҙөбөҙҙө сағылдырыр киң һулыш булып тора ла инде!
Әйтергә кәрәк, үрҙә телгә алынған һәйкәл Сибай ҡалаһы хакимиәтенең рухлы етәкселегенең тырышлығы менән бойомға ашырылды. Уларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Ләкин батыр уҙамандарыбыҙға һәйкәл башҡорт халҡының баш ҡалаһында ла булырға тейеш. Әгәр Ватан һуғышына 20 түгел, 5-6 полк биргән берәй республика булһа, улар күптән әллә ниндәй һәйкәлдәр һәм музейҙар асыр ине. Ә беҙ, мәрткә киткән кешеләй, һаман уяна алмайбыҙ, олатайҙа­рыбыҙҙың яҡты рухына битарафбыҙ. Бында ултырғандарҙың да нәҫеленән кемдер ул һуғышта ҡатнашҡанына йә һәләк булғанына шигем юҡ. Мәҫәлән, Салауат Әбүзәровтың нәҫел ағасынан да Итҡол Әбүзәров шул яуҙа сотник булып ҡатнашҡан. Был турала архив документтары һөйләй. Тағы шуны әйтке килә: һуғышҡа ике полк биргән ҡалмыҡ халҡы ике урында ғибәҙәтхана төҙөп ҡуйған.
“Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ...”Юлай ҒӘЛИУЛЛИН:
– Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта ла һәйкәл бар. Уларҙан ни бары бер генә дивизия ҡатнашҡан. Әлбиттә, беҙ үҙ тырышлығыбыҙ менән нимәлер эшләйбеҙ. Әйтәйек, 2012 йылда Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһы янында башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйҙыҡ. Был, әлбиттә, күлдәге тамсы ғына. Ни өсөн һаман Өфөлә һәйкәл аса алмайбыҙ? Тарихыбыҙға ниңә күҙ йомоп ҡарайбыҙ? Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, Германияның Шварца ҡалаһындағы сиркәүҙең көмбәҙендә башҡорт уғы ҡаҙалып тора. Был хәлдең тарихын белмәүселәр булһа, иҫегеҙгә төшөрөп китәм: башҡорт яугирҙәре Париждан ҡайтҡанда Германияның Шварца ҡалаһы аша үтә. Принц Карл Гюнтер, башҡорттарҙың ҡоралын күреп, уның ата алыуына шик белдерә. Шул саҡ бер яугир изге Лауренций сиркәүенең көмбәҙенә тоҫҡап атып ебәргәс, уҡ барып ҡаҙала – принц хайран ҡала. Был уҡты хәҙер немецтар тимергә алыштырған, ә төп нөсхәһе музейҙа һаҡлана. Күптән түгел, сиркәүҙең көмбәҙе иҫкергәс, реставрацияларға булғандар, ләкин урындағы хакимиәткә был эш өсөн финанс бүленмәгән. Ирек Байышев уны үҙ аҡсаһына эшләтеп, уҡты алтын менән ялаттырған һәм сиркәүгә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйған.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Ғөмүмән, Башҡортостанда ғына түгел, ил кимәлендә лә 1812 – 1815 йыл­дар­ҙағы Ватан һуғышына ҙур иғтибар юҡ. Шуныһы күңелде ҡыра: Рәсәйҙә баҫылған тарихи китаптарҙа, әсбаптарҙа башҡорт яугирҙәре, башҡа халыҡтар тураһында телгә алып та тормайҙар.
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Телгә алһындар өсөн эште Башҡортостанда башларға кәрәк. Ситтән берәү ҙә килеп: “О, һеҙҙән шунса полк ҡатнашҡан икән, был турала донъя белһен”, – тип әйтмәйәсәк. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ күтәрергә, күрһәтергә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына донъя алдында бәҫебеҙ артасаҡ. Мин, мәҫәлән, башҡорт яугирҙәрен хәтергә алһындар, онотмаһындар тигән ниәт менән ун йыл инде Бородино ерен тапайым. Тәүҙә беҙҙе ҡалмыҡтар тип уйланылар. Хәҙер беләләр, башҡорт һуғышсыларының батырлығына һоҡланалар.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Лейпцигта ла тәүге йылдарҙа беҙҙе монголдар тип әйтәләр ине. Бына Илдарға, Юлайға һәм башҡа егеттәргә рәхмәт, уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хәҙер башҡорт яугирҙәре тураһында Германияла ла беләләр.
Юлай ҒӘЛИУЛЛИН:
–Унда барһаҡ, “О-о, башкир гуд!” тип торалар. Хатта бер немец, егеттәр, мин һеҙҙең менән булам, тип башҡорт яугире кейемендә беҙҙең лагерҙа йәшәп йөрөнө.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” тигән романын барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ошо әҫәр буйынса фильм төшөрөү хаҡында “Башҡортостан” киностудияһында ла һүҙҙәр булғыланы. Ләкин боҙҙоң ҡуҙғалғаны юҡ – мәсьәлә һаман да шул аҡсаға барып төртөлә.
Юлай ҒӘЛИУЛЛИН:
– Германияла Насүр Йөрөшбаев исемле кинорежиссер милләттәшебеҙ бар. Ул халыҡ араһында йөрөп, Ватан һуғышына ҡағылышлы бик күп ҡомартҡы тапҡан. Бер ҡыҙыҡлы тарих тураһында фильм төшөрөргә ниәте бар уның. Башҡорт һуғышсылары Лейпцигты алғас, уларға ҡаланың асҡысын тапшыралар. Шул асҡысты һаҡлаған ике башҡорт яугирен үлтереп, уны урлайҙар. Бына ошо тарихҡа бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплап, киносценарий яҙған Насүр. Уны төшөрөү өсөн әллә ни ҙур булмаған финанс ярҙамы кәрәк. Ә инде Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәре буйынса фильм төшөрөү өсөн ҙур сығымдар кәрәк буласаҡ. Был – федераль кимәлдә хәл ителә торған проект. Рәсәй ҡаҙнаһын тулыландырыуға ҙур өлөш индергән Башҡортостандың аҫаба халҡы үҙ тарихы тураһында фильм төшөрөүгә тулы хоҡуҡлы! Был мәсьәлә етәкселегебеҙ иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине.
Нияз СӘЛИМОВ:
– Әлбиттә, был – бик ауыр мәсьәлә. Шулай ҙа Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итеп, грант ярҙамында бойомға ашырып булырлыҡ эш тип уйлайым.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Илдар Ғиндулла улы, һеҙҙең клуб тарихыбыҙҙы киләсәк быуындарға еткереү буйынса ҙур һәм мөһим эштәр башҡара. Киләсәккә маҡсаттарығыҙ ниндәйерәк?
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Эшебеҙҙе 2005 йылда “Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубын асыу менән башлағайныҡ. “Төньяҡ амурҙары” – ул дөйөм төшөнсә. Шуға күрә беҙ клубтың исемен 1-се башҡорт атлы полкы хөрмәтенә “Любизар” тип атаныҡ. Ватан һуғышына 20-нән ашыу полк биргән Башҡортостанда 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се һәм башҡа полктар иҫтәлегенә арнап, республикабыҙҙың төрлө төбәгендә клубтар булдырырға ниәтебеҙ. Шул саҡта ысын мәғәнәһендә “Төньяҡ амурҙары” хәрәкәте йәйелер ине. Әлегә беҙ клуб эшен ауырлыҡ менән алып барабыҙ, бигерәк тә финанс йәһәтенән. Егеттәребеҙ үҙ иҫәбенә төрлө сараларҙа ҡатнаша. Бына Юлай Ғәлиуллин менән Рафаэль Амантаев Төркиәлә милли йәйәнән атыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып ҡайтты. Шулай уҡ Ирек Байышев Шварца ҡалаһында башҡорт яугирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эш алып бара.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Ирек Фәнүр улы, һеҙ – эшҡыуар. Рәсәй бизнесмендарын беҙ үҙҙәренә икешәр, өсәр ҡатлы йорт һалыусылар, миллиондарса һум торған машиналарҙа йөрөүселәр итеп беләбеҙ. Ә һеҙ ике быуат элекке тарихты тергеҙеүгә көс түгәһегеҙ.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Уралда быуаттар буйына ҡеүәтле милләт булып йәшәгән башҡорттарҙы ни өсөн донъя халҡы белмәҫкә тейеш!? Был эштәргә үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә тотонмаясаҡ. Минең дә әсәйем яғынан бабайыбыҙ Ватан һуғышында ҡатнашҡан, уның “Парижды алған өсөн” тигән миҙалы һаҡланып ҡалған.
2002 йылда Насүр Йөрөшбаев менән Лейпцигта башҡорт яугирҙәре тураһында фильм төшөрөп йөрөгәндә, улар иҫтәлегенә бер сәскә лә ултыртылмауын күреп, йөрәк һыҙланы. Ә бит унда күпме башҡорт азаматы ятып ҡалған! Беҙ батырҙарыбыҙ хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйҙыҡ.
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Эйе, 2003 йылда Дрезден ҡалаһында таҡтаташ ҡуйҙы Ирек. Уның Лейпцигтағы биш ҡатлы офисы алдын да башҡорт атлыларының һүрәттәре биҙәй.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Ул һүрәттәрҙә әсәйем Саҙиҡаның, Илдарҙың, Юлайҙың, Рафаэлдең һәм башҡаларҙың йөҙө төшөрөлгән – башҡорт халҡының йыйылма образдары тиһәк тә була.
Нияз СӘЛИМОВ:
– Ирек Фәнүр улы, бая әңгәмәбеҙ башланыр алдынан миңә ҡыҙыҡлы бер китап күрһәткәйнегеҙ, шуның менән таныштырығыҙ әле.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Ә-ә, бына ул. Немец яҙыусыһы Сабина Эберттың ике китаптан торған романы. Беренсе китап – “Һуғыш уты”, икенсеһе “Ҡанлы солох” тип атала. Был әҫәрҙә башҡорт яугирҙәре тураһында байтаҡ яҙылған, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар.
Нияз СӘЛИМОВ:
– Роман авторынан рөхсәт алғас, был әҫәрҙән өҙөктәрҙе “Башҡортостан” гәзитендә, бәлки, баҫтырып та сыға­рыр­быҙ әле. Егеттәр, “Төньяҡ амур­ҙары” хәрәкәтенең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Нимә генә тиһәк тә, әле хәлебеҙ маҡтанырлыҡ түгел. Илдарҙың Бородиноға алып барырға кеше таба алмай йөрөгән саҡтарын беләм. Хатта 90 йәшен ҡыуған атаһы Ғиндулла ағайҙы юлдаш итергә мәжбүр булды. Был хәрәкәтте ни өсөн йәштәр күтәреп алмай, сәбәптәре нимәлә?
Юлай ҒӘЛИУЛЛИН:
– Беҙ сит илдәрҙәге төрлө сараларға йөрөйбөҙ, ә уларҙы бит үҙебеҙҙә лә үткәрергә булыр ине. Башҡорт халҡының тарихы иҫ киткес бай. Мәҫәлән, Салауат Юлаев яуына, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арнап фестивалдәр ойошторғанда, республикабыҙ, уның данлы үткәне, бөгөнгөһө тураһында күберәк беләсәктәр. Башҡортостанды донъяға рекламалау йәһәтенән дә отошло булыр ине. Юғиһә сит тарафтарҙа “Салауат Юлаев”ты хоккей клубы булараҡ ҡына беләләр. Уйлап ҡараһаң, Салауатыбыҙ урыҫтарҙың донъяға билдәле шәхестәренән һис тә кәм түгел! Күрһәтә белергә генә кәрәк. Унан һуң йылҡысылыҡты, ҡымыҙсылыҡты, ғөмүмән, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә лә этәргес булыр ине ундай фестивалдәр.
Ирек БАЙЫШЕВ:
– Эйе, Юлай дөрөҫ әйтә, фестиваль – ул халыҡ дипломатияһы...
Ошо урында “тирмә”беҙгә Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев килеп инде.
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ:
– Һаумыһығыҙ, егеттәр! Бына, һеҙҙең Ватан һуғышы темаһына әңгәмәләшеп ултырыуығыҙҙы ишеттем дә инеп сығырға булдым.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ:
– Ҡәҙим ағай, Ватан һуғышы тураһында үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине.
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ:
– Ошондай ғәйәт мөһим ваҡиғаға арнап осрашыу үткәргәне өсөн “Башҡортостан” гәзитенә рәхмәт! Ватан һуғышы темаһы мине күптән борсой ине. Ҡаһым түрә тураһында күберәк белергә теләп, Әнүәр ағай Әсфәндиәровҡа, башҡаларға мөрәжәғәт итеп ҡараным. Ләкин Ҡаһым түрә тураһында архивтарҙа мәғлүмәт бик аҙ. Шулай ҙа Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романындағы фараздарға, риүәйәттәргә, легендаларға таянып, “Атлы башҡорт” тигән поэма яҙҙым. Ул әҫәр “Ватандаш” журналында донъя күрҙе.
Үҙем Хәйбулла районынанмын. Бик күп яҡташтарым француз яуында ятып ҡалған. Беҙҙең төбәктең яугирҙәрен урядник Утарбай Солтангәрәев етәкләгән. Һуғыштан ул иҫән ҡайтып, Утарбай ауылына нигеҙ һалған. Нимәһе ҡыҙыҡ: улар яуға киткәндә, ялға туҡтаған ерҙәрҙә ҡоҙоҡ асҡандар. Ватан һуғышының 200 йыллығы уңайынан Әсмә апай Усманова шул ҡоҙоҡтарҙы тергеҙеүҙе ойоштороп, “Утарбай ҡоҙоҡтары” тигән акция үткәрҙе. Мин “Төньяҡ амурҙары” исемле гимн яҙҙым.
Тағы бер тарихи фактты телгә алып үткем килә: Тильзит килешеүенә ҡул ҡуйған саҡта, Буранғол Ҡыуатов ҡурайҙа “Бонапарт маршы”н уйнай. Бына бит, башҡорт ҡурайының моңон Наполеон да тыңлаған һәм, Рәсәйгә яу менән килгәс, ҡылысының үткерлеген дә татыған.
Беҙ халҡыбыҙҙың данлы тарихын, ҡаһарман улдарын оноторға тейеш түгел. Ләкин улар хөрмәтенә баш ҡалабыҙҙа бер һәйкәлдең дә булмауы күңелде ҡыра...
Нияз СӘЛИМОВ:
– “Әңгәмә тирмәһе”ндә күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын бөтөн ил буйынса киң билдәләгән кеүек, 1812 – 1815 йылдарҙағы Ватан һуғышында еңеү ҙә – иғтибарға лайыҡ ғәйәт ҙур тарихи ваҡиға. Әлеге ҡор ошо иҫтәлекле дата айҡанлы үткәреләсәк сараларға этәргес яһар тигән ниәттәбеҙ. Был юҫыҡта урындағы хакимиәттәргә генә түгел, тарихсы-ғалимдарыбыҙға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренә лә ең һыҙғанып эшләргә ҡала. Иң мөһиме – бар Европаны таң ҡалдырған ҡаһарман олатайҙарыбыҙ­ҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе, сибайҙарҙан өлгө алып, һәр ҡала һәм районда дауам итһәк ине.
Бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, егеттәргә рәхмәт әйтәм. Һеҙ ата-бабаларыбыҙ рухы, халҡыбыҙ алдында баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡараһығыҙ!

Һөйләшеүҙе Салауат ӘБҮЗӘРОВ яҙып алды.


ЛЮБИЗАР
(Халыҡ йыры)

Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Табалмайҙар эҙҙәрен.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873