Фәтхулла атаһынан:
– Ахун мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Абдулла хәҙрәт Мөслим Дәүешевтең улы буламы әллә? – тип һораны.
– Эйе, эйе. – Хәбибулла бер аҙ уйланып торҙо ла дауам итте. – Динебеҙҙе ҡыйырһытыу, мәсеттәрҙе ябыу, көсләп суҡындырырға тырышыу башланғас, ике хаҡ мосолман кәңәшләшеп, халыҡты ихтилалға күтәрергә мәжбүр булған. Муса ҡартатайыбыҙ Мөслимдең ярҙамсыһы булып йөрөгән.
Ун алты, ун ете, ун һигеҙенсе быуаттарҙа башҡорттар егерме-утыҙ йыл һайын баш күтәреп, азатлыҡ даулаған, меңәрләгән башҡорт шәһит киткән. Бына Рәсүл олатайығыҙ Салауат яуында ҡатнаша. Һеҙҙең һымаҡ бәләкәй саҡта ул барыбыҙҙы йыя ла Салауат батыр тураһында һөйләй торғайны: “Салауат – халҡыбыҙҙың ир арыҫланы. Ул динен, илен, ерен яҡлап бөтә халыҡты изге яуға күтәрҙе, ихтилал башлығы булды”.
Атаһы ошоларҙы һөйләгәндә Зәйнулла азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауаттың оран һалып, халҡын яуға өндәүен күреп торғандай булды. Шул батыр менән ҡәрҙәш түгелбеҙме икән, беҙҙең нәҫел дә бит сығышы менән Әй буйынан, тип уйланы.
Ғазаплы хәтирәләрҙән йәне ҡайышҡан Хәбибулла ауыр хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләүҙе дауам итте:
– Был яуҙа башын һалғандарҙың ҡанын бергә йыйһаң, Әй һыуы ҡып-ҡыҙыл булыр ине. Күпме бала етем ҡалып, урмандарға китеп аҙашты. Беҙҙең ҡәүемдән дә күптәр һәләк булды. Муса ҡартатайымды ҡулға алырға килеүҙәрен белеп ҡалып, ауыл старостаһы уны тау мәмерйәһенә йәшертә. Шулай итеп, ул үлемдән ҡотолоп ҡала. Урыҫтар ауылды үртәп, күренгән бер кешене ҡылыс менән тураҡлап, еребеҙҙе ҡанға батырып киткәнде күргәс, ҡартатайым ир башы менән ергә тәгәрәп ятып илаған. “Ниңә йәшендем, ниңә ҡаршыларына сығып баҫманым, бына — мин, үлтерегеҙ, ауыл кешеләренә теймәгеҙ, тип әйтмәнем”, – тип аҙарынған.
– Ғазапланма, һин ғәйепле түгел, барыбер үлтерерҙәр ине. Уларға беҙҙең еребеҙ кәрәк, – тип йыуата уны иҫән ҡалған староста.
Тарих яратҡан Хәбибулла ҡайҙа барһа ла, берәй эш араһында булһынмы, ял иткәндәме, Фәтхулла менән Зәйнуллаһын эргәһенә саҡырып, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡағылышлы берәй тарихты һөйләй һалып алды.
– Быларҙы ҡайҙан белеп бөттөң, атый? – тип аптыраны Зәйнулла.
– Һәр башҡорт үҙ халҡының үткәнен белергә тейеш. Үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Шәжәрә – ул ҡан тарихы. Быуындан-быуынға ағылып килеп, олатайҙар рухы менән йәнебеҙҙе тоташтыра, илаһи ҡөҙрәт менән һуғара, беҙгә уларҙың йөрәк аманатын тапшыра. Шәжәрәне мин ағып ятҡан йылға менән сағыштырыр инем. Йылғалар ҙа бит инеш булып башлана ла юлында башҡа йылғалар ҡушылып ҙурая, ҡеүәтләнә. Шәжәрә – нәҫелде көсәйтеүсе аманат ул.
Ә бер көн Хәбибулла уландарына француз яуы тураһында һөйләне.
– Рәсәй хөкүмәте башҡорттарға көн күрһәтмәй иҙеп, яһаҡ йыйып, ерҙәрен талап, ыҙа сиктерһә лә, беҙҙең халыҡ ун алтынсы быуат уртаһындағы ике яҡлап сит илбаҫарҙар һөжүменән бер-береһен яҡларға тигән килешеүгә тоғро ҡала һәм егерме һигеҙ полкы менән һуғышҡа күтәрелә, – тип башланы үҙе лә француз һуғышында ҡатнашҡан Хәбибулла. Ул ун һигеҙенсе полкта һуғыша, башлыҡтары Малай Муйнаҡ кантоны Мөхәмәтйән Бүзекәев була. Кантон Бүзекәй полкы француздарҙың баш ҡалаһы Парижға тиклем барып етә, аҡ батша уны “За взятие Парижа” тигән көмөш миҙал менән наградлай. Әлхәмдүлиллә, шул һуғыштарҙан һуң беҙҙә ундай ҡаты яуҙар, ихтилалдар булғаны юҡ, – тип шатланды Хәбибулла һәм һөйләгәндәрен тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Ер шары ғәйәт ҙур, унда һәммәбеҙгә урын етерлек. Донъяға яралтҡан һәр бәндәһен Аллаһ үҙ өлөшө, үҙ ризығы менән тыуҙыра. Әммә әҙәми заттың нәфсеһе ҡот осмалы.
Һаран, ҡомһоҙ әҙәмдәр, хәленән килһә, Ер шарын йомарлап кеҫәһенә һалып ҡуйыр ҙа уға бер үҙе генә хужа булыр, ҡояшты бер үҙенә генә яҡтыртыр, ямғырҙы үҙ баҡсаһына ғына яуҙырыр ине. Ана шул барына ҡәнәғәт булмау, көнсөллөк, ҡарунлыҡ харап итәсәк кешелек донъяһын, һәләкәткә илтәсәк. Тик барына ҡәнәғәт була белмәгән, бер көнлөк донъяға ҡыҙығып, әхирәтте, йәғни, мәңгелек йортҡа барыуын онотҡан әҙәми затҡа быны нисек аңлатырға? – Хәбибулла үҙе һөйләгәндәргә үҙе аптырап, һыны ҡатҡан кешеләй, бер килке һеңгәҙәп ултырҙы, шунан “әстәғәфирулла тәүбә үә әтүбү иләйһи”, тип тәүбә итте, һәр ваҡыттағыса, изгеләр рухына һыйынып, Аллаһтан ярҙам һорап, Ҡөрьән уҡыу менән тамамланы:
– Сөбханаллаһи үәлхәмдү-лилләһи үә лә илаһә илаллаһу үаллаһу әкбәр, үәлә хәүлә үәлә ҡеүүәтә иллә билләһил ғалиййил-ғазым. – Өҫтәп ҡуйҙы: – Был — ожмахтың Фирҙәүес ҡапҡаларын астыра торған доға, зыярат эргәһенән үткәндә гел ошо доғаны уҡып, әруахтарыбыҙға бағышлағыҙ.
Әүлиә заттарҙың кем булыуын да аңлатты ул уландарына.
– Пәйғәмбәрҙәрҙән ҡала Аллаһҡа иң яҡын торған заттар — әүлиәләр, – тине. – Улар – Ер кешеләре менән Аллаһ араһында бәйләнеш булдырыусылар. Был турала “Тәүүәсүль” доғаһы бар. Әүлиәләр Аллаһ ҡөҙрәте менән мөғжизә тыуҙыра ала. Уларҙың доғаһын Раббыбыҙ тәү сиратта ҡабул итә. Һәр даим Ер шарын төрлө афәт-ғәрәсәттән 124 мең әүлиә һаҡлап тора.
Мәрхүмдәргә арнап Ҡөрьән уҡып, ата-бабалар рухын шатландырып тороу, изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылыу — сөннәт ғәмәл. Намаҙ уҡыған һайын дүрт тарафты һаҡлап торған иң ҡөҙрәтле дүрт әүлиәгә:
Сүбөхәәнәл-лаһи халикүн-нур,
Сүбөхәәнәл-лаһи ғафурур-рахиим,
Сәләәмүң ҡауләм мир-раббир-рахиим,
тип доға-сәләмдәр ебәрергә, рухтарын Аллаһ ҡаршыһында ҡыуандырып, доға ҡылырға тейешбеҙ.
Хәбибулла хәлфә һәр әйткән-өйрәткәненә айырыуса Зәйнулла улының иждиһат итеүен күрҙе, бала ғына булһа ла тарихты күңеленә һеңдерә улы. Уау Вәхит әүлиә әйткәндәрҙе лә иҫендә тотоп, үҙе лә һиҙмәҫтән Зәйнулла улына өҫтөнлөк бирҙе, Бохара, Сәмәрҡәнд тарафтарынан килтерелгән китаптарҙы күреп ҡалһа, улына һатып алып бирергә тырышты.
Аталары һөйләгәндәрҙән башҡорт батырҙарының ер-һыу өсөн көрәшен ишетеп үҫкән Зәйнуллаһтың йөрәге әрнене. Ата-бабаларының михнәт-кәмһетелеүҙәрен ишетеп, хисле күңеле ғәҙелһеҙлеккә, үлем-ҡырылышҡа ҡаршы ниҙәр эшләп булыуын уйланы. Ҡасан да бер Әй буйҙарына барып, ата-бабалары ҡалдырырға мәжбүр булған ерҙәрҙе күрергә, Салауат батыр юлдарынан үтергә ниәтләне. Үҫмерҙең күңеленә йәнә, беҙ Салауат батыр менән нәҫел түгелме икән, тигән уй килде. Ул хәҙер намаҙ уҡыған һайын халыҡ батыры рухына доға ҡыла. Халҡының аяныслы тарихын күңеленә һеңдергән хисле малай бәндәгә ҡол булмай, бер Аллаһҡа ғына буйһоноп йәшәү тураһында уйланды.
Ун ике-ун өс йәшлек үҫмер йыш ҡына серҙәшенә әүерелгән Уй буйына килде, башта битен, ҡулын сайҙы, ап-аҡ һыуҙы усына алып эсте. Эй, тәмле лә һыуың, Уйым, рәхмәт һиңә, мәңге еребеҙҙе йәмләп шулай ағып ят, тип йылғаға рәхмәтен әйтте һәм, шундағы бер дүрткел ташҡа ултырып, тәрән уйға сумды. Ун ике йәшлек малай тик Аллаһ ҡушҡанса йәшәүҙең, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрен үҙләштереп, ул күрһәткән юлдан барыуҙың хаҡ юл булыуын аңлай башланы. Аллаһтан сәсән тел, төплө аҡыл бирелгән бала уйлағандарын, күҙаллағандарын шиғри юлға һалды:
Иман мөнбәренә күтәрелеп,
Әйтер инем туған халҡыма:
Һәммәбеҙҙең ҡылған ғәмәлдәре
Булһын бары Аллаһ хаҡына.
Аллам беҙҙе хаҡ юлдан әйләһен,
Бәрәкәттәр биреп ҙурлаһын.
Йәшәп киткән ҡан ҡәрҙәштәр рухы,
Беҙҙе Аллаһ нуры менән нурлаһын.
Ғилем эстәү юлында
Хәбибулланың йыш ҡына Аҙнасура ишандың исемен телгә алыуы, уның Бохарала уҡып ҡайтыуы тураһында һөйләүе Зәйнулланы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы:
– Атый, тағы ла һөйлә әле Аҙнасура ишан тураһында, – тип ялбарҙы ул. – Ниңә халыҡ уны суфый тип атай?
– Эйе, уны суфый тип йөрөттөләр. Суфыйҙар – Аллаһҡа яҡын торған, уның һайлам кешеләре. Суфыйҙың теләгән теләге ҡабул була. Әсәйең яғынан Аҙнасура ишан беҙҙең нәҫел. Ул да Ҡыуаҡан ырыуынан. Уау Вәхит бабайыңдың остазы. Бохарала уҡыған сағында Аҙнасура Баһауетдин Наҡшбәнд шәйехтең юлын ала, уны тәриҡәт юлы тип атай торғайны. Шәйех Баһауетдин ариф һәм уэйс булған, тип әйтә торғайны.
– Ариф? Нимәне аңлата ул?
– Арифмы? Бер ерҙә лә уҡымайынса бәндә күңеленә ғилемде Аллаһы Тәғәлә үҙе һалған кешене шулай тип атайҙар.
– Ә уэйс кем?
– Иң юғары кимәлгә күтәрелгән суфый.
Баһауетдин Наҡшбәнд исемен малай шунда уҡ хәтерендә ҡалдырҙы. Их, шул шәйех һымаҡ Аллаһ мине лә ариф һәм уэйс итһен ине, тип уйлап ҡуйҙы. Тағы һорашһа ла, атаһы ошонан артыҡты әйтә алманы.
– Бына Малай Муйнаҡ мөғәллиме Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахундиҙа уҡый башларһың да барыһын да белерһең. Ул да – Аҙнасура олатайың һымаҡ уҡымышлы ишан, Баһауетдин Наҡшбәнд юлынан барыусы.
1845 йылдың көҙөндә ун ике йәшлек улын Хәбибулла Шәриптән ун биш саҡрым тирәһендә ятҡан Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһенә алып килде:
– Яҡуп хәҙрәт, бына минең төрлө һорау биреп, Баһауетдин Наҡшбәнд кем ул, тип йөҙәткән улым. Ите — һиңә, һөйәге — миңә, әйҙә, уҡыт, тырыштыр, – тип, алып килгән күстәнәстәрен бирҙе, кеҫәһенән бер нисә көмөш тәңкә сығарып, мөғәллимдең алдына һалды.
Шулай итеп, Зәйнулла шәкерттәр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡҡа урынлашып, йөҙләгән бала уҡыған Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһендә белем ала башланы. Яҡуп хәҙрәт үҙ ваҡытында Троицк мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан бөтә тирә-яҡта иң белемле мөғәллимдәрҙән була.
Бер көндө Зәйнуллаға:
– Атайың килгән, һине саҡыра, – тинеләр.
Зәйнулланың йөрәге “жыу” итеп ҡалды: Уау Вәхит бабаһы менән ниҙер булған.
– Бабайың мәрхүм булып ҡалды. Һине йыназаға алып ҡайтырға килдем, – тине атаһы. – Бабайың бик яратты һине. Һуңғы һулышын алғанда ла һинең исемеңде әйтте, йәш тип тормағыҙ, миңә йыназаны Зәйнулла улымдан уҡытығыҙ, тип үтенде. Шәриптә һине көтөп ҡалдылар.
Үҫмер тиҙ генә йыйынды ла атаһының санаһына сығып ултырҙы. Уау Вәхитте һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл сыҡҡайны:
– Ауылыбыҙҙың ҡото булды, үҙе бағымсы, үҙе кәмитсе, үҙе күрәҙәсе. Берәйһенә ярҙам кәрәк булһа, шунда уҡ юрғалап барып етер ине.
– Ғәжәп инде, ауырып та ятманы, кисә генә һин дә мин урамында йөрөп ятты лаһа.
– Аҙ ауырыу, еңел үлем бир, бәндәләргә бәлә итмә, – тине лә йөрөнө, теләге ҡабул булды.
(Дауамы. Башы 151-се һанда).