Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдарҙа үткән йылдар
1934 йылдың йәйендә Ҡашҡар ауылы урамдарының саңын борхотоп тәүге тапҡыр автомобиль уҙа. Әйтеп тораһы түгел, ауыл халҡы өсөн был ваҡиға оло ҡыҙыҡһыныу уята, барыһы ла, тамаша ҡылырға ашыҡҡандай, урамға һирпелә. Әммә ни хәл, тимер ат йылғаны сыҡҡас, бер батҡаҡ урында батып ултыра. Өлгөр малайҙар ярҙамға йүгерә. Сығаралар. Рәхмәт йөҙөнән шофер йәш ярҙамсыларҙы машинала йөрөтә... Тап шул саҡта: “Эх, мин дә ҡасан да булһа машина йөрөтһәм ине!” — тигән уй 11 йәшлек Йомағәленең күңел түренә үтеп инә. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Шул көндән башлап ул бар эшен ошо хыялына бағышлай.


Дәһшәтле һуғыш күпме кешенең хыялын селпәрәмә килтерҙе икән? Миллионлап та иҫәпләп булмайҙыр уларҙың һанын... Йомағәлегә лә изге ниәте менән хушлашырға тура килә. 1942 йылда 18-е тулыр-тулмаҫ килеш йәш егет үҙ теләге менән фронтҡа китә... Уны 23-сө гвардия дивизияһы 66-сы уҡсылар полкының айырым автоматсылар ротаһына билдә­ләйҙәр. Һуғыштың әсе-сөсөһөн тулыһынса татырға тура килә рядовой Баязитовҡа – гел йәш һалдаттарҙан торған ротаны һәр саҡ ауыр, хәүефле урындарға ебәрәләр. Ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған бер ҡалҡыулыҡты алыуҙа Йомағәле бигерәк тә ҡыйыулыҡ күрһәтә һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була.
1944 йылдың ҡышында иһә Белоруссия ерендә уларҙың часына һаҙлыҡлы ерҙән үтергә тура килә. Ярай, кемдер итек кейгән, ә бына быймалыларға айырыуса ауырға тура килә. Күптәр аяҡтарын туңдыра. Үкенескә ҡаршы, Баязитов та улар иҫәбендә була...
Госпиталдә аяҡтарының бармаҡтарын ҡырҡырға мәжбүр булалар. Ә был – шофер һөнәре тураһында уйларға ла ярамай тигән һүҙ...
Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Йомағәле лә тормош һынауы алдында баш эйергә теләмәйенсә, ауылына ҡайтҡас, тәүҙә велосипедта, артабан мотоциклда йөрөргә өйрәнә. Ни ғәләмәт, тора-бара аяҡ­тары элеккеләй борсомай башлай. Шул саҡ ул Хәй­булла районы Һамар ауылындағы автомәктәпкә барырға тәүәккәлләй – уҡырға алыуҙарына өмөт әҙ, әммә тырышып ҡарарға була бит. Ҡабул итәләр. Күп тә үтмәй, маҡсатлы егет ҡулына таныҡлыҡ алып, “Башмедьстрой”ҙа эш башлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул яратҡан һөнәренә тоғро ҡала – уға Йылайыр районының төрлө ойошмаларында эшләргә тура килә. Һәр ерҙә Йомағәле Баязитовты намыҫлы, тырыш кеше булараҡ беләләр, хеҙмәтен бихисап почет грамоталары менән билдәләйҙәр.
1964 йылда һөйөклө ҡатыны Хаят, береһенән-бе­реһе кесерәк ете бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә яҙмыш Йомағәлегә тағы ла ғаилә бәхете бүләк итә — шул уҡ йылда Мөслимә исемле ҡыҙ менән никахлаша. Уларҙың тағы ла уртаҡ ике балаһы тыуа.
— Тура һүҙле кеше булды атайым, — тип хәтерләй кесе ҡыҙы Алһыу. — Ошо һыҙаты өсөн уны ауылда ололап “прокурор” тип йөрөттөләр. Ниндәйҙер бәхәс килеп сығамы – оло-кесеһе кәңәшләшергә уға килә.
Ярҙам һорап та күп мөрәжәғәт итәләр Йомағәлегә. Бигерәк тә, техникаға ҡағылышлы мәсьәләләр менән. Ни тиһәң дә, ауылдың иң тәжрибәле шоферы – ул, өҫтәүенә, бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әйткәндәй, шофер һөнәренә ҡарата ул балаларында ла һөйөү тәрбиәләгән – Салауат, Ғәли һәм Хәсән улдары ғүмерҙәрен ошо һөнәр менән бәйләй, һәр бер ҡыҙына тиклем машина йөрөтә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, олатай ҡул ҡаушырып ултырмай, ауылдың хужалыҡ йортонда ҡарауылсы булып эшләй. Велосипедта йөрөй, яратҡан шөғөлдәре волейбол һәм шахмат уйындарынан да айырылмай. 1993 йылда 69 йәшендә ҡаты ауырып мәрхүм булып ҡала.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә Йома­ғәле олатайҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күңел йылыһы менән уны иҫкә ала. 17 генә йәшендә йәнен аямай ил һаҡларға сыҡҡан һалдат Баязитов – улар өсөн өлгө һәм ғорурлыҡ билдәһе.
— Атайым һуғыш йылдары тураһында хәтерләргә яратмай ине, — ти Алһыу. — Хәҙерге тыныс тормошҡа шөкөр итеп йәшәне, бөгөнгөнө дәһшәтле йылдарҙан өҫтөнөрәк ҡуйҙы.




Автор: Фаягөл ЮНЫСОВА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә