Тормош йәме ғаиләлә булһа, ғаилә йәме – уның яҡты, йылы, уңайлы шарттарҙа ғүмер итеүендә. Республика йөҙөн билдәләгән халыҡтың имен йәшәйеше, йорт-биналарҙың күркәмлеге өсөн тоғро хеҙмәт иткән төҙөүселәрһеҙ көнитмешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит МӘХМҮТОВ менән әңгәмәлә һүҙ ошо өлкәләге яңылыҡтар, кисәге һәм бөгөнгө эштәр хаҡында бара.– Хәлит Мәхмүт улы, республикалағы төҙөлөш күләмен нисек баһалайһығыҙ?
– Башҡортостанда сәнәғәт объекттары ла, торлаҡ йорттар ҙа бик әүҙем төҙөлә. Тапшырылған торлаҡ күләме буйынса республикабыҙҙың Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәр араһында икенсе йыл рәттән беренселекте бирмәүен билдәләп үтеү мөһим. Былтыр ул һан 2 миллион 651 мең квадрат метр тәшкил итеп, һуңғы 20 йылдағы иң яҡшы күрһәткес тип танылды. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, был өлкәгә иҡтисадтағы һәр киҫкен һынылыш тәьҫир итеүсән. Шулай ҙа республика етәкселегенең ярҙамсыл булыуы иғтибарға лайыҡ: беренсенән, торлаҡ төҙөү программаларын финанслау, икенсенән, республика ҡала һәм райондарындағы социаль һәм инженер инфраструктураһы объекттарын булдырыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу.
Бөгөн республикала барған төҙөлөштәргә 108 ҙур һәм уртаса ойошма йәлеп ителгән. Дәүләт етәкселеге тарафынан ҡабул ителгән сараларға ҡарамаҫтан, 2016-2017 йылдарҙа буласаҡ төҙөлөш күләменең кәмеү ихтималлығына бәйле хәүефләнергә урын бар. Йылдың тәүге ике кварталы һөҙөмтәләренә ярашлы, 1 миллион 200 мең квадрат метрлыҡ майҙан ҡулланыуға тапшырылған, был иһә былтырғынан 13 процентҡа күберәк. Әле республикала дөйөм майҙаны 3,4 миллион квадрат метр тәшкил иткән күп ҡатлы 305 йорт төҙөлә.
Яңыраҡ Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтте, уларға әҙерлек барышында баш ҡалала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләренә ҡараған проекттар, реконструкциялау, һалыу эштәре байтаҡ атҡарылды. Бында төҙөүселәрҙең хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың оҫталығын өфөләр генә түгел, ҡунаҡтар ҙа ыңғай баһаланы. Баш ҡалабыҙҙың архитектур ҡиәфәте лә яңылыҡ кисерҙе: М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының заманса фонд һаҡлағысы булдырылды, ә Конгресс-холл, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Хилтон” ҡунаҡхана комплексы халыҡ-ара саммиттарҙың төп майҙандары булды. Ошо ҙур саралар өсөн Өфөлә ете яңы ҡунаҡхана асылды. Башҡа сығымдар менән бергә иҫәпләгәндә, әҙерлеккә 10 миллиард һум тирәһе аҡса йәлеп ителде. Рәсми һәм иҡтисади тормоштоң үҙәгенә әүерелгән Конгресс-холды реконструкциялау өсөн республика ҡаҙнаһынан 600 миллион һум аҡса бүленде. “Өфө” аэропортының халыҡ-ара терминалын яңыртыу өсөн дә яҡынса шунса аҡса китте. Бынан тыш, Башҡортостан федераль ҡаҙнанан ике миллиард һум аҡса алды, улар иһә аэродромды яңыртыуға, Ағиҙел ярҙарын нығытыуға тотонолдо. Алты миллиард һумдан ашыу аҡса инвесторҙар тарафынан ҡунаҡханалар комплексын төҙөүгә йүнәлтелде.
Яңыртылған Өфө аэропорты хәҙер сәғәтенә 800-гәсә пассажир үткәреү ҡеүәтенә эйә. Икенсе осоу һыҙатының да эшләй башлауы Өфөнән донъяның теләгән бер төбәгенә тура рейс булдырыу мөмкинлеген асты. Халыҡ-ара талаптарға яуап биргән аэропортыбыҙ илдә хәҙер иң яҡшылар иҫәбендә.
Саммиттарға әҙерлек барышында ҡалала 130 мең квадрат метрҙан ашыу тротуар плитәһе, 140 мең квадрат метрҙан ашыу асфальт һалынды, 90 саҡрымға яҡын арауыҡта борт таштары ҡуйылды, Өфө меңдән ашыу фонарь һәм ике мең төптән күберәк ағас менән биҙәлде.
– Быйыл нисә квадрат метрлыҡ торлаҡ тапшырыу планлаштырыла? Бындай төҙөлөш төбәктең ҡайһы биләмәһендә әүҙем үҫеш алған?
– “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын үҫтереү” дәүләт программаһында торлаҡ төҙөү күләме билдәләнгән: 2020 йылғаса дүрт миллион квадрат метр майҙанды тапшырыу күҙаллана, йәғни бер кеше иҫәбенә 29,5 квадрат метр тура киләсәк.
Быйыл 2 миллион 660 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Туймазы, Иглин, Мәләүез, Бәләбәй, Ишембай райондарында йорт төҙөү айырыуса әүҙем бара.
– Йыл дауамында ҡайҙа һәм ниндәй социаль объекттар ҡулланылышҡа инәсәк?
– Быйыл 2456 урынлыҡ 16 балалар баҡсаһы, 320 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, 60 урынлыҡ хирургия корпусы, 250 уҡыусыға иҫәпләнгән һынлы сәнғәт мәктәбе, бассейн, ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, стадион, 50 урынлыҡ психоневрология интернаты корпусы үҙ ишектәрен асып ҡыуандырасаҡ.
– Республикала дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу нисек бара?
– Быйыл старт алған “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы буйынса әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерелде. Уның шартына ярашлы, бер квадрат метрҙың хаҡы 35 мең һумдан ашмай – эконом-класс кимәлендәге йорт алыу мөмкинлеге булдырылды.
Әлегә был программала 11 проект ҡатнаша, торлаҡ алыуға мең ярымдан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһында һәм районында, Туймазы ҡалаһында тәүге объекттар донъя күрә башланы. 2017 йылдың 1 июленә ҡәҙәр республика ошо проектҡа ҡағылышлы барлыҡ йөкләмәне үтәйәсәк.
2008 – 2012 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы, күп фатирлы 602 йорттан 16 мең кеше күсерелде. Ғөмүмән, ошо эшмәкәрлек буйынса республика Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә килә.
Бер йыл элек төбәктә торлаҡ өсөн аҡса туплау кеүек программа эшләй башланы. Уға ярашлы, өс-алты йыл дауамында кеше ай һайын банкка билдәле бер сумма һала, ә республика ошо аҡсаға 30 процентын өҫтәй бара. Дәүләт “бонус”ының кимәле йылына 36 меңдән артмай. Аҡса йыйыу ваҡыты үткәс, граждан шул уҡ банктан ташламалы ипотека кредитын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Йәғни ошондай түләү тәртибе аша кеше торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнә туплай. Әлегә был программала ҡатнашыусыларҙың һаны һигеҙ меңдән ашыу, уларҙың иҫәбендә 450 миллион һумдан күберәк аҡса йыйылған, ә республика бюджетынан 100 миллион һум тирәһе күсерелгән.
Әйтергә кәрәк, төрлө ҡатлам кешеләре торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Ундайҙарҙың исемлеге ярайһы уҡ ҙур. 2015 йылда Башҡортостандағы ошондай барлыҡ программаларға 3,305 миллиард һум аҡса бүленәсәк, яҡынса 2773 ғаилә торлаҡлы буласаҡ.
– Республикала төҙөлөшкә материал ҡайҙан алына? Төҙөлөш индустрияһы өлкәләре үҫеш юлындамы?
– Планлаштырылған төҙөлөштө атҡарып сығыуҙа республика төҙөлөш комплексының етештереү базаһы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Тап ул эште төп материалдар, конструкциялар менән тәьмин итә һәм, әйтергә кәрәк, етештереү күләме йылдан-йыл арта. Был өлкәлә 200-ҙән ашыу предприятие эшләй, улар араһында 39 кирбес сығарыу заводы, 28 тимер-бетон ҡоролма етештереү заводы һәм башҡалар. Былтыр 37,7 миллиард һумлыҡ тауар етештерелгән. Беҙҙең тармаҡта 18,4 мең кеше эшләй, уларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы – 23,3 мең һумдан ашыу.
– Республикала төҙөлөш өлкәһенең киләсәген нисек төҫмөрләйһегеҙ?
– Алға әйҙәп барған бурыстар байтаҡ, шулай ҙа үҫеш, камиллашыу, яңы программаларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡҡа ярҙам итеү төп маҡсат булып ҡала.
– Ҡайһы предприятие һәм ойошмаларҙы айырым билдәләп үтер инегеҙ?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ҡыйын. Торлаҡ төҙөүсе булараҡ, “Жилстройинвест” компанияһы иғтибарға лайыҡ. “Башҡортостаннефтезаводстрой”ҙың 54-се механизацияланған күсмә колоннаһы, “Башкиргражданстрой”, Туймазы ҡалаһының “3-сө төҙөлөш фирмаһы”, “Стройвертикаль” компанияларын да атап үтеү яҙыҡ булмаҫ. Ҡаланың Инвестиция-төҙөлөш комитеты, Капиталь төҙөлөш идаралығы, “Башкиргражданпроект”, “Архпроект”, “АС-Проект”, сәнәғәт индустрияһына ҡараған “Керамика”, “Мәләүез кирбес заводы”, “Башбетон”, “Ағиҙел” ойошмалары – әүҙем эшләгәндәр рәтендә.
– Һөнәри байрам айҡанлы төҙөүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен Башҡортостан төҙөүселәренең йолаларын, бай тәжрибәһен быуаттар дауамында йәш быуынға һеңдереп килгән ветерандарыбыҙға еткерер инем. Тап ошо уңған, яуаплы оло ағай-апайҙарыбыҙҙың ярҙамы менән беҙ иҡтисади ҡыйынлыҡтарҙы еңеү генә түгел, алға табан барыуға ла көс табабыҙ.
Байрам айҡанлы барлыҡ төҙөүселәрҙе, архитекторҙарҙы, проектлаусыларҙы, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы ихлас тәбрикләйем. Хеҙмәттә лә, ябай тормошта ла именлектә, шатлыҡта, һаулыҡта, бәрәкәттә ғүмер итергә яҙһын!
Айгөл ИШБУЛАТОВА әңгәмәләште.