Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тәбиғәт сәғәте” кәрәк
“Тәбиғәт сәғәте” кәрәк Эш буйынса миңә төрлө райондарға барып ҡайтырға тура килә. Тик республикабыҙҙың хозур тәбиғәтенә оҙаҡ һоҡланып йөрөп булмай: урман һыҙаттары буйында ла, күл-йылға ярҙарында ла сүп-сарҙың туҙышып ятыуын күргәс, кәйеф ҡырыла, бәғзеләрҙең яман ҡылығына күңелдә нәфрәт уяна.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, район һәм ҡала хакимиәттәре законһыҙ сүплектәргә ниңә күҙ йомоп ҡарай икән? Ни өсөн законды тупаҫ боҙған предприятие, хужалыҡ етәкселәренә ҡарата сара күрелмәй? Әйтәйек, кемдәргә штраф һалынған, кемдәр суд эскәмйәһенә ултырған? Минеңсә, был хаҡта тулы асыҡлыҡ кәрәк: матбуғат саралары аша тәбиғәткә зыян килтергән ғәмһеҙ етәкселәр тураһында ла, ябай кешеләр хаҡында ла халыҡ белеп торорға тейеш. Был күптәргә һабаҡ булыр ине.
Ғөмүмән, әҙәм балаһында тәбиғәткә ҡарата рәхимһеҙ ҡараш ҡайҙа, ҡасан барлыҡҡа килә икән: ғаиләләме, мәктәптә уҡыған осорондамы? Минеңсә, күп нәмә атай-әсәгә бәйле – бары тик улар ғына үҙ өлгөһөндә «йәшел ҡалҡаныбыҙ»ға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй ала. Ә инде баҡсаһындағы барса ҡыйҙы яҡын-тирәгә илтеп ташлаған йәки уны юл ыңғайы урман һыҙатына быраҡтырып киткән ололарҙың ҡылығын, йылдар үткәс, үҙ балалары ҡабатламаҫ, тип кем әйтә ала? Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр бит.
Ер-әсәне рәнйетмәйек, тип күпме генә һөйләһәк тә, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан итһәк тә, айырым кешеләрҙең аң-мәҙәни кимәле түбән булғанлыҡтан, тәбиғәткә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Тәрбиәүи эште, һис шикһеҙ, ғаиләнән башлап, балалар баҡсаһында, мәктәптә дауам итергә кәрәк.
Тәбиғәтте һаҡлау юҫығында башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү ҙә зыян итмәҫ ине. Мәҫәлән, Татарстанда уҙған уҡыу йылында «Мәктәп эко-патруле» конкурсын үткәреп, уҡыусылар ярҙамында бихисап законһыҙ сүплекте асыҡлауға ирешкәндәр, иң әүҙемдәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырғандар. Ә беҙҙә ниндәй эштәр алып барыла?
Ҡыҫҡаһы, яңы уҡыу йылын «Тәбиғәт сәғәте» менән башлап, уны ошондай уҡ йоғонтоло сара менән тамамлап ҡуйғанда, бәлки, балаларҙың аңына Тәбиғәттең Атай һәм Әсәй кеүек ҡәҙерле лә, ғәзиз дә икәнлеген һеңдерә алырбыҙ. Был йәһәттән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәғариф министрлыҡтары бер төптән ең һыҙғанып эшләһә, ер-һыуыбыҙ һәммәбеҙгә лә рәхмәтле булыр ине.





Автор: Кәрим БУЛАТ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә