Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күктең етенсе ҡатында...
Күктең етенсе ҡатында... Һеҙ күктең етенсе ҡатына күтәрелгән кешене күргәнегеҙ бармы? Юҡмы ни?.. Ә бит була шундай бәхетле әҙәмдәр! Шаярта, тиһегеҙме? Юҡ, тамсы ла шаштырмайым. Бындай маҡсатҡа ирешеүҙең серен, ана, Айҙар Рөстәмханов атлы эшҡыуарҙан һорағыҙ.


Ошолайыраҡ була был. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙерге көндә баш ҡалала ҡайҙа “тө­нәргә” урын тапмай йөрөгән ғаиләләр быуа быуырлыҡ. Берәүҙәре туғандарында ҡы­ҫы­лып көн итһә, икенселәре әбрәкәйҙәй генә бүлмәлә ат хаҡы түләп тора. Ә бит улар яҡшы шарттарҙа йәшәргә теләй. Хатта илебеҙҙең Төп законында ла аҡҡа ҡара менән шулай тип яҙылған.
Бындай күренештәрҙе Ай­ҙар Рөстәмханов бик ауыр кисерә. Хатта Төп закондың үтәлмәй, күптәрҙең торлаҡ­һыҙ интегеүенә йөрәге әрней. Төндәрен йоҡлай алмай, күҙҙәренә йәш мансылған саҡтары әҙ булмай.
– Артабан былай ярамай! – тип ҡәтғи фекергә килә ир. – Халыҡты хәстәрләүҙе үҙ өҫтөмә аласаҡмын. Улар күктең етенсе ҡатында рәхәт сигәсәк!
Шундай ниәттәр менән Айҙар Рөстәмханов “ЖилСтройРеконструкция” төҙө­лөш компанияһын асып ебә­рә. Шунан башлана ҡы­ҙыу эш. Өфөнөң ожмах кеүек матур урынында “Етенсе күк” һәм “Каскад” тигән йорттар комплексы төҙөләсәге ха­ҡында бөтә ғаләмгә яр һала. Шуны ғына көтөп торған ха­лыҡ уларҙың офисына ағылып килә.
– Һеҙҙән дә бәхетле кеше юҡтыр донъяла, – тип дәрт­ләндерә уларҙы эшҡыуар. – Бындай матур йортта йә­шәр­гә күптәр хыяллана. Аҡса­ғыҙҙы түләгеҙ ҙә, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ. Тиҙҙән өй туйларға ла саҡырырһығыҙ әле...
Инде һуңғы тиненә тиклем ҡырып-һепереп йыйған йәш­тәрҙең шатлығының сиге юҡ: “Ошондай мәрхәмәтле кеше­ләр күберәк булһа ине”, – тип ҡыуаналар эстән.
Ә Айҙар Рөстәмхановтың эше яҡшырғандан-яҡшыра. Шулай булмайса! Тик ултыр­ғанда ғына кеҫәһенә 315 миллион һум инеп ятһын әле!
Айҙар әфәнде халыҡты хәстәрләгәндә үҙен дә онотмай. Бәй, ул да әҙәм балаһы бит! Документтар юллағанда, кабинеттан кабинетҡа йөрөй торғас күпме нервыһы туҙҙы! Төҙөлөш башланыр алдынан ғына һаулығы ҡаҡшап, әлһерәп ятһа – уны кем хәстәрләр? Тәүбә, бер-бер хәл булып ҡуйһа, фатирға мохтаж халыҡты бәхеттең етенсе ҡатына кем күтәрер?
Шулай итеп, Айҙар, донъя мәшәҡәттәренән арынып, диңгеҙ ярында ял итеп алырға була. Йәне теләгәнен ашай, татлыһын эсә. Береһенән-береһе сибәр, нескә билле ҡыҙҙар эргәһендә өлтөрәп йөрөй. Ә инде төрлө күргәҙмәләр менән танышыу, экскурсияла булыу һәр кемгә лә тәтемәй. Тик... бер тапҡыр сит илдә булһаң, тыйылып ҡалыуы ҡыйын икән. Илдәр гиҙеү, кәйеф-сафа ҡороу уның ғәҙәтенә инә.
Үҙе генә түгел, компания­ның финанс директоры Игорь Горбуновҡа ла нисек рәхәт­ләнеп йәшәү серен төшөн­дөрә. Үҙҙәренә яңынан-яңы фатир һатып алырға ла өлгөрә улар. Сит илгә барып, белемен камиллаштырырға ла онотмайҙар.
Ә халыҡ өҙөлөп көткән “Етенсе күк”тең ниңәлер ҡабағы асылырға ла уйламай. Хатта Ҡәҙер кисендә өйкөм-өйкөм кешеләрҙең тап шул урынға килеп, доғалар уҡып, Хоҙайға ялбарып торғандарын күргәндәр, имеш. Тик мөғжизә булмай...
Рөстәмханов менән Горбунов әфәнделәр бөгөн дә теттереп йәшәй тиһегеҙме? Юҡ шул, закон тигән нәмә уларҙы күктең етенсе ҡатынан һең­геҙәтә ергә атып бәрҙе. Шығырҙап торған зинданға ете йоҙаҡҡа бикләп ҡуйғандар уларҙы...



Автор: Өлгөрбай Тиктормаҫов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә