Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш белмәгәнде ауыл яратмай
Эш белмәгәнде ауыл яратмай Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе алдынан белем биреү тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында йышыраҡ уйлана башлайбыҙ. Улар араһында хеҙмәт тәрбиәһе айырым иғтибар талап итә.

Илдең мәғариф өлкәһе ҡанун­да­ры, бөгөнгө реформаларҙың күбеһе ҡала уҡыусылары өсөн яраҡлаш­ты­рылған кеүек. Әйтәйек, уҡыу йорттары менән предприятиелар ара­һында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу яҙмышын ҡалаға бәйләргә йыйынған йәштәр өсөн отош­ло. Ә тыуған төйәгендә йәшәргә, уның иҡтисадын үҫтерергә теләгән ауыл балаһына маҡсатҡа ярашлы ғилем биреләме? Дөрөҫ, белем бер ва­ҡытта ла артыҡ булмай, өҫтәүенә бөгөнгө баҙар иҡтисадында һәр кем проект төҙөй, электрон сараларҙан ҡуллана белергә тейеш. Шулай ҙа яҙмышын ауылда күргән йәш кеше өсөн башҡараҡ белем биреү йүнәлеше булдырылырға тейештер.
Маҡсатлы әҙерлек эшенең, әл­бит­тә, мәктәптә үк башланыуы мөһим. Үҙ ерендә тормош көтөү өсөн ауыл кешеһенә ниндәй һөнәрҙәрҙе белеү кәрәк? Малсылыҡ, умартасылыҡ, ба­лыҡсылыҡ, ер, ҡул эштәре... Уҡыу программаһының ҡатмарлы булыуы, уға яңынан-яңы үҙгәрештәр инде­ре­леүе сәбәпле хәҙерге ауыл балалары күп осраҡта ошо һөнәрҙәр үҙен­сәлеген өйрәнеүҙән мәхрүм бу­лып үҫә. Ә бының ҡот осҡос эҙемтәгә килтереүе ихтимал: эш белмәгән кешене ауыл яратмай, тимәк, ул әкрен­ләп юҡҡа сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун­дай күренеш­тәргә бөгөн үк шаһитбыҙ.
“Бөгөн мәғариф өлкәһе аҡһөйәк­тәр үҫтерә”, – тигәйне бер фермер. Уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа мәсьәләне яйға һалыуҙа ынтылыш күҙәтелә. Әйтәйек, республиканың көньяҡ-көн­сығыш райондарын иҡтисади үҫте­реү программаһына ярашлы, шул төбәктең белем усаҡтарында умар­тасылыҡ дәрестәре ойошторолдо. Был бурысты атҡарған белгестәр балаларҙы һөнәрҙең үҙенсәлек­тә­ренә өйрәтеп кенә ҡалмай, ә тик­шеренеү эшенә лә йәлеп итә. Мәҫәлән, Бөрйәндә күптән түгел уҙған ҙур иҡтисади сарала райондың Әтек мәктәбенән 11 йәшлек Сынтимер Татлыбаев төбәк етәкселәрен хайран ҡалдырҙы. “Нисек уңышлы эшләгән умартасы булырға?” тигән тикшеренеү эше менән Бәләкәй фәндәр академияһының республика конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған малай һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
– Был хеҙмәткә тотоноуымдың төп сәбәбе – ауылдарҙа эшһеҙлектең артыуы, – тине Сынтимер. – Беҙҙең Бөрйән – умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң ҡулай ерҙәрҙең береһе. Тикшеренеү эшен­дә кәсептең файҙаһын һандар аша күрһәтергә тырыштым. Мәсьәләне иҡтисади йәһәттән өйрәнеүҙән тыш, бал ҡортон дауалау алымдарына туҡталдым, урман-ялан гиҙеп, уның ниндәй урындарға өҫтөнлөк бир­гәнен үҙләштерҙем. Өҫтәүенә элек-электән умарта тотҡан өлкәндәрҙең кәңәше ҙур ярҙам булды. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең Әтектәге Шәмсетдин Ғәҙәмшин – был кәсеп менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән кеше, бик күпте белә. Дөйөм алғанда, ауылыбыҙҙа 200-ҙән ашыу күс иҫәпләнә, шун­лыҡтан мәғлүмәт туплау артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы.
Сынтимерҙең үҙенең дә умартаһы бар. Малай – хужалыҡта ҙур ярҙам­сы, компьютер янында көнөнә 20 минуттан ашыу ултырмай, мәғлүмәтте китаптан, баҫма матбуғаттан туплай. Киләсәктә умартасылыҡ буйынса белгес булырға, тыуған ауылында йәшәргә теләй. Бөгөнгө ауыл уҡыу­сы­һы тап ошондай йүнәлештә маҡ­сат­лы әҙерләнергә тейештер. Кү­ре­неүенсә, 11 йәшлек Сынтимер киләсәктә нимә менән шөғөлләнерен әле үк белә, тимәк, мәктәпте тамам­лағас та ошо ниәтенә ярашлы уҡыу йортон һайлаясаҡ, эше үҙенә лә, тыуған еренә лә файҙа килтерәсәк.
Умартасылыҡтан тыш, ауыл мәк­тәбендә халҡыбыҙҙың башҡа кәсеп­тә­ренә лә өйрәтеү мөһим. Боронғо ҡул эштәрен белгән өлкәндәрҙән әллә күпме ғилем алырға мөмкин бит. Мәҫәлән, балаҫ, септә һуғыу, быйма баҫыу, мурҙа үреү, һалабаш һалыу, көйәнтә, батман эшләү, ағас-туҙҙан йорт кәрәк-ярағы яһау һәм башҡалар. Был кәсептәрҙең байтағы иҫкергән, әлеге тормош өсөн кәрәк­мәй тигән фекергә яуап шулай булыр: яйлап милли асылына ҡайта башлаған халҡыбыҙҙа тамырҙарын өйрәнеүгә ихтыяж тыуҙы, һәр ерҙә музейҙар булдырыла. Өҫтәүенә төбәккә туристарҙы, инвесторҙарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ икән, уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға ғына түгел, ә боронғо кәсептәребеҙҙе, милли йөҙөбөҙҙө лә күрһәтә белергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был эшкә заманса төҫ биреү ҙә мөһим. Мә­ҫә­лән, туристар барған еренән иҫтә­леккә ниҙер алып ҡайтырға тырыша. Мәктәптәрҙә улар өсөн, әйтәйек, мил­ли сувенир, төбәгебеҙҙең һоҡ­лан­ғыс тәбиғәте сағылған магнитлы бәләкәй бүләктәр, ағастан, туҙҙан үҙенсәлекле әйберҙәр яһарға өйрә­теү, һис шикһеҙ, отошло. Бәләкәй генә эш кеүек күренһә лә, был алым туризмға йән өрөп ебәрер ине. Ҡул эштәре өсөн ниндәйҙер дәртлән­де­реү сараһы, грант булдырыу бала­ларҙың ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттырасаҡ.
Йәш быуын тыуған ерендәге тормоштоң эсендә ҡайнап, быуын­дан быуынға күсә килгән шөғөлдәрҙе белеп үҫһә, ситкә тартылмаҫ, һө­ҙөмтәлә ауылдар гөрләп йәшәр ине тигән фекерҙе күп ишетергә тура килә. Ысынлап та, эш белмәгән кеше төбәген нисек үҫтерһен? Ошо йәһәт­тән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыуында мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиә­һенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеген билдәләне.
– Һәр ауыл мәктәбендә ат спортын йәйелдереү буйынса программа ҡабул итеү тәҡдиме бар, – тине республика етәксеһе. – Балалар йылҡы малын тәрбиәләү үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк, бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡ. Был уларҙың тормош рәүешен үҙ­гәр­тер, ваҡытты бушҡа сарыф итеүҙән аралар, тыуған ергә бәйлелекте ны­ғытыр. Башҡортостанда йылҡы­сы­лыҡ элек-электән киң таралған. Төбәгебеҙҙең был үҙенсәлекле тармағын үҫтерергә кәрәк.
Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә лә электрон белем биреү, яңы технологияларҙы ҡулла­ныу проблемалары ғына түгел, ә ауыл балаларын тормошҡа әҙер­ләүгә бәйле әлеге тема, дөйөм хеҙмәт тәрбиәһе мәсьәләһе лә ҡаралырға тейештер.

Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралы­ғы етәксеһе:
– Ауыл мәктәптәрендә ярҙамсы хужалыҡ булдырыу – көнүҙәк мәсьә­лә. Йәш быуынды хеҙмәткә өйрә­теү мөһим. Ат спортын ойош­тороу тәҡдимен хуплап ҡар­шы алдым. Әлбиттә, ауырлыҡтар буласаҡ. Малды ҡарарға, уға бесән әҙерләргә кәрәклеге генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Тәүәккәл­лә­гән таш ярған, тиҙәр – эшкә то­тонорға ваҡыт. Үҙебеҙгә килгәндә, райондың биш мәктәбе дирек­тор­ҙары менән был хаҡта һөйләшеү булды, улар шөғөлләнә башларға һүҙ бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 1

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә