Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рәхимйән Дөйөм ятаҡта киске уйын бара. Төрлө төҫтәге уттар бер яна, бер һүнә. Йәш-елкенсәк үҙенсә күңел аса. Ғәҙәттәгесә, кемдер бейей, икенселәр күҙәтә. Бер яҡ ситтәрәк баҫып торған мыҡты кәүҙәле егеттең һәм унан буйға бер аҙ бейегерәк дуҫының, ҡайһы бер йәштәрҙең саманан тыш ҡыланы­уын күреп, йоҙроҡтары төйнәлеп-төйнәлеп ала. Үҙҙәре һымаҡ рухлы һәм көслө егеттәр менән ошо ятаҡта ҡаты тәртип урынлаштырғанына ҡасан ғына әле. Хатта ҡалала урынлашҡан башҡа ятаҡтарҙы ла үҙ ҡулдарына ала башлағайнылар. Әлбиттә, төрлө кеше осрап торҙо: аңлағандары ла, аңламағандары ла, ҡуш ҡуллап хуплаусылар ҙа, аяҡ терәп ҡаршы тороусылар ҙа. Ләкин юғары рух, беләк көсө һәм берҙәмлек барыбер теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға форсат бирә торғайны. Ә бөгөн иһә күпме көс түгеп, ваҡыт сарыф итеп урынлаштырылған ҡаты тәртиптең емерелә барыуын күреп, егеттәрҙең эсе боша.
Кемдеңдер “Милиция!” тип һөрән­ләүе онотолоп китеп күңел асыусы­ларҙың борғоланған кәүҙәләрен, ихлас күҙәтеүселәрҙең башта­рындағы уй-хыялын бер нисә секундҡа туҡтатырға мәжбүр итте. Ҡапыл пәйҙә булғандар йылдар буйы өйрәнгән ысулдарын ҡулланып, Рәхимйәнгә һәм уның дуҫына ташланды.
– Егеттәргә теймәгеҙ! Ебәрегеҙ!
Залды ярған көслө тауыш күп­мелер ваҡытҡа тәртип һаҡсыларын хәрәкәтһеҙ ҡалдырҙы. Был яңғыраған бойороҡ ятаҡ хужаһы Шаһғәленеке ине. Милиционерҙар ялт итеп башлыҡтарына текәлде. Ә инде ул, үҙ сиратында, һуңғы тамсы ҡыйыулығын йыйып:
– Ә беҙгә өҫтән ҡуштылар, – тип көскә мығырланы. Үҙ хәлдәренә кире ҡайтҡан милиционерҙарға, теләһә ниндәй бойороҡтарҙы ла шунда уҡ үтәп өйрәнгәнгә күрә, башлыҡ­тарының башы менән ымлауы етте. Ҡап-ҡара суҡмарҙарын болғай-болғай Рәхимйән менән Солтанға һөжүмгә күстеләр.
...Рәхимйән үҙенең атаһын яҡшы­лап иҫләмәй ҙә. Әсәһенең һөйләүе буйынса, ул төпсөгөнә ғәрәсәтле һу­­ғыш­та утты-һыуҙы бергә кискән яҡын дуҫының исемен ҡушҡан. Яуҙа алған яраларынан бик күп ир-азаматҡа яҡты донъя менән иртә хушлашырға тура килде. Рәхим­йәндең атаһына ла ҡатыны менән бергәләп балаларын үҫтереп, башлы-күҙле итеп, уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашып йәшәргә насип итмәне.
Малайҙың бала сағы тыуған ауылының йәм-йәшел үләнендә, ап-аҡ ҡарында иркенләп тәгәрәп йөрөп үтте. Ул бала саҡтан ирек һөйҙө, үҙаллы булды. Матайға үрелеп ултырырлыҡ буйға етеү менән, уға атланып, саң борҡотоп ҡайҙа ғына елдермәне. Ахыр сиктә әсәһенә, кинйә улының яҡты киләсәген уйлап, матайҙы һатып ебәрергә тура килде. Иректе, тәбиғәтте һөйгән кеше илаһи моңға ла битараф булмай. Рәхимйәндең тыуған ауылында ғына түгел, хатта барлыҡ Юлбарыҫ районында ла ҡурай тартҡан кешенең ишетелгәне юҡ. Әллә көсләп тыйғандар, әллә ҡурай үләне үҫкән яландарҙы шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз үҫтереү өсөн аҫтын-өҫкә аҡтарып һөрөп бөткәндәр инде. Әммә Аллаһы Тәғәлә баш­ҡортҡа үҙе бүләк иткән моңло ҡурайҙы тыйып буламы һуң! Бүребай районынан килгән олатаһынан тылсымлы ҡурай моңон ишетеп түгел, ә барлыҡ булмышы менән ҡабул итеп телһеҙ ҡалды Рәхимйән. Ә бит ошо көнгә хәтлем баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән үҫмер егетте бер нәмә менән дә хайран ҡалдырырлыҡ түгел ине. Бынан ары ҡурай уның тоғро юлдашына әүерелде. Әрмелә хеҙмәт иткәндә, алыҫта ил сигендә ат өҫтөндә йөрөгән саҡтарында ла ауыҙ эсенән ҡурайға оҡшатып тауыштар сығарып йөрөнө.
– Рәхимйән улым, институттағы уҡыуыңды дауам итергә уйлай­һыңмы? – тип һораны әсәһе яңы ғына әрменән ҡайтҡан, тағы ла буйға үҫеп, нығынып киткән улына һоҡланып ҡарап.
– Эй, әсәкәйем, мин һине ҡалдырып ҡайҙа ғына китәйем инде. Әгәр риза булһаң, Өфөгә барып ҡурай серҙәрен тағы ла нығыраҡ өйрәнергә ине, тигән уйым бар.
– Әллә инде, улым, беҙҙең яҡта күптән инде ҡурайҙы онотҡандар. Һин былай ҙа гармунда матур уйнайһың бит.
– Шулайын-шулай ҙа, әсәй. Тик ниндәйҙер әле үҙем дә аңлап етмәгән күңел төпкөлөндәге бер тауыш минең киләсәк яҙмышымды ҡурай менән бәйләгән һымаҡ.
Бына Рәхимйән аяғын кирә баҫып, киң күкрәге менән иркен тын алып, уң ҡулына ҡурайын ҡыҫып тотоп, сәнғәт училищеһында һынау алдында тора.
– Дә-ә-ә, егет, һеҙҙең яҡтарҙа ла ҡурай тарталармы ни әле?
Халыҡ музыка ҡоралдары кафед­раһы мөдире, төҫкә-башҡа яҡташ­тарына бер ҙә оҡшамаған егетте ҡарашы менән байҡап, йомшаҡ ултырғыстан тороп уҡ китте. Өҫтәл ситендә урынлашҡан һауыттағы ҡурай үләндәренә тағы ла әллә нисәнсе тапҡыр ҡарашын төбәп, сихри уйҙарға сумып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Ҡурай ул... – тип һүҙ башланы ла ҡапыл туҡтаны. – Ярай инде, ҡустым, мин барыһын да күреп-һиҙеп торам. Ә шулай ҙа имтиханға килгәс, һөнәреңде күрһәтергә тура килә инде.
Һәр күҙәнәгенә тиерлек ҡурай моңо һеңгән ир-уҙаман, был егет кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй:
– Һеҙҙең яҡтарға ла ҡурайсылар кәрәк, етмәһә, бик тиҙ. Ҡайтып тыуған ауылың менән хушлаш та икенсе курсҡа уҡырға кил, – тип һүҙҙәрен йомғаҡлай һалды.
Ирек һөйгән егетте ятаҡ тормошо бер нисек тә ауыҙлыҡлай алманы.
– Рәхимйән ағай, ун тәңкә биреп тормаҫһыңмы? Ауылға ҡайтһам, алып килеп бирермен.
Мыйыҡтары яңы ғына беленә башлаған ҡолғалай егет ишараты, ҡулдарын ҡайҙа итергә белмәй, былай ҙа һуҙылып бөткән трикоһын һуҙғыланы.
– Эй, Сабит, мин һиңә ниндәй ағай булайым инде. Мә ун тәңкә, етәме? — Егет кеше “эйе” тип баш ҡаҡҡас, — ә шулай ҙа нимәгә кәрәк булғайны ул аҡса? — тине.
– Теге, ней, ағай, өлкән курстағылар шешә әпкилергә ҡушты.
– Һы, улай ҙа буламы ни? Улар ҙа ҡурайға уҡый түгелме һуң?
– Эй, ағай, бөтәһе лә һеҙҙең һымаҡ уйламай шул.
Ни өсөндөр ҡапыл ярһып киткән Рәхимйән:
– Әйҙәле, Сабит, киттек, – тип йоҙроҡтарын төйнәп, ярым ҡараңғы коридор буйлап шәп-шәп атланы.
Бер тибеүҙә ишек шар асылып китте.
– Всем встать! – тип үҙе лә аңғармаҫтан урыҫса бойороҡ бирҙе Рәхимйән.
Торорғамы-юҡмы тип бер-береһенә ҡарашып ултырған өлкән курс студенттары ауыҙҙарын да асып өлгөрмәне.
– Әгәр ошо Сабитҡа бармаҡ менән генә төртһәгеҙ ҙә, аяҡ-ҡулығыҙҙы һындырып ташлармын.
Эйе, ата-әсәһенең йылы ҡосағынан айырылып килгән ауыл малайҙарын яҡлап Рәхимйәнгә күп тапҡыр һуғышырға тура килде. Студент­тарҙы ҡурҡытып ”яһаҡ” йыйып йөрөгән ҡала әтрәгәләмдәренә лә күп эләкте уның тос йоҙроғо. Арҡалары ҡурай һымаҡ турая башлаған йәш егеттәр берәм-һәрәм Рәхимйән эргәһенә тупланып, үҙҙәрен ышаныслы тота башланы.
Сихри ҡурай моңо ҡушылған беләк көсө был ятаҡҡа ғына һыймай ине.


(Аҙағы бар).


Автор: Айҙар КҮСӘЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә