Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ленинград яраһы
Ленинград яраһы Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар институты уҡытыусыһы Абдулла Баязитов оҙон буйлы, бөхтә кейемле, баҫалҡы холоҡло һәм һөйкөмлө ҡарашлы шәхес ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты студенттары янына бүлмәгә килеп инә лә үҙенең дәресен шундай яғымлылыҡ менән башлай торғайны. Беҙ йыш ҡына уң ҡулы менән бауырын тотоуына иғтибар итһәк тә, сәбәбен һорашырға ҡыймай инек.

Европала дары еҫе сыға башлаған йылдарҙа Абдулла Баязитов, Ырымбурҙа полк мәктәбен тамамлап, өлкән лейтенант дәрәжәһе ала. Ә июндә бер төркөм коман­дирҙы маневрға Көнбайышҡа ебәрәләр. Ләкин Белоруссияны үтеп, Латвия сигенә еткәс, улар Гитлер фашистарының утҡа тотоуы аҫтында тороп ҡала. Хәрби тәжрибә тупларға өлгөргән офицер Абдулла Баязитов үҙе етәкселек иткән һалдаттарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшеп, Себеж ҡалаһы, Великие Луки, Полоцк, Царица станцияһы өсөн барған көсөргәнешле һуғыштарҙа ҡатнаша. Уның хәрби командир булараҡ күрһәткән батыр­лығы миҙал менән билдәләнә. Ләкин бер ҡаты бәрелештә контузия алып, хәрби госпиталгә оҙатыла. Немецтарҙың Мәскәү йүнәлешендә ябырылыуы көсәйгәс, ул дауаланып та өлгөрмәй яңынан яуға ташлана. Дошманды Мәскәү тирәһенән ҡыуып ебәргәс, өлкән лейтенант етәкселек иткән развед­чиктарҙы Ленинград фронтына оҙаталар.
Дошман ҡамауында ҡалған Ленинград айырыуса ауыр хәлдә була. Абдулла ағай Баязитов үҙенең көндәлегендә былай тип яҙып ҡалдырған: “Ленинград өсөн барған һуғышта алғы сафта ҡатнашҡаным өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән наградланылар. Ә 2-се удар армияла, Ленинград — Волхов йүнәлешендә айырыуса ҡыйын шарттарҙа һуғыштыҡ, ләкин бирешмәнек”. Хәрби офицерҙың былай тип яҙыуында ҙур мәғәнә бар. Фашистар Ленинградты ҡамап алғас, был фронтта 30 дивизия тота һәм ҡалалағы халыҡты ҡырыу өсөн бихисап яуызлыҡ ҡыла. Ошо шарттарҙа Ленинградҡа он тейәлгән йөк машинаһын үткәрергә кәрәк була. Ә немецтар ҡала халҡына ризыҡ килтерәһе юлды айырыуса ныҡ һаҡлай. Командир Баязитов, төркөмдө икегә бүлеп, үҙенең планын тәҡдим итә. Берәүҙәр юлды һаҡлап ҡала, ә ҡалғандарҙы өлкән лейтенант үҙе менән алып китеп, фашистарҙың иғтибарын юлдан яҙҙырыу өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан һөжүм ойоштора. Һөҙөмтәлә Баязитовтың төркөмөнә шул тирәләге бөтөн утты үҙҙәренә йүнәлттерергә тура килә. Дошман ҡотороноп развед­чиктарға ташлана. Ошо мәлдән оҫта файҙаланып, он тейәлгән йөк машинаһы ҡалаға имен-аман барып етә. Был бәрелештә командир ҡаты яралана. Абдулла Баязи­товҡа бомба ярсығы тейеп, эсәктәрен өҙә, бауырын телгеләй.
Ҡар өҫтөндәге палаткала уға операция яһайҙар, ләкин йәрәхәт уғата тәрән бул­ғанға күрә, яугирҙе хәрби самолетта Свердловск өлкәһендәге госпиталгә оҙа­талар. Бында уны ете ай буйы дауалайҙар, бер нисә операция яһарға мәжбүр булалар. Хәрби табиптарҙың маһирлығы һөҙөмтәһендә ҡыйыу командир аяҡҡа баҫа, әммә был яра ғүмер буйы үҙен һиҙҙереп тора.
Абдулла Нәбиулла улының ғүмер юлы ҙур һынауҙар аша үтә. Ул Мәләүез районының Ергән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Кескәй сағында уҡ ата-әсәһеҙ тороп ҡала. Малайҙы ауылдың балалар йортона ҡабул итәләр. Башланғыс белемде ошонда ала, урта мәктәпте Стәрлетамаҡ районының Үрнәк мәктәп-интернатында тамамлай. Комсомол сафына инә. Урта белемле егетте Ғафури районының Туғай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында уҡытыу менән бер рәттән комсомол эшен дә йәнләндереп ебәрә. Көндөҙ — балаларҙы, ә кисен ололарҙы уҡыта. Шулай итеп, ул ауылдың иң күренекле шәхесенә әйләнә.
Колхоз төҙөлөшөндә эшләү менән бер рәттән ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Клубта үҙешмәкәр түңәрәк ойоштороп эшен яйға һала. Ул үҙе тальян гармунда бик оҫта уйнай. Кистәрен гармун моңона кешеләр йыйыла торған булған. Концерт башланыр алдынан уҡытыусы Абдулла Баязитов тормош хәлдәренә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылып, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Әммә ул үҙенә лә уҡыу талап ителгәнен һиҙә һәм Башҡорт дәүләт педагогия институты студенты булып китә. Бында Баязитов әҙәбиәт бүлеген “бишле”гә тамамлай. Уны ошо институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡытыусы итеп ҡалдыралар.
1933 – 1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Демобилиза­циялан­ғандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында һәм бер үк ваҡытта педрабфакта уҡыта. Ләкин был ваҡытта Икенсе донъя һуғышы башлана. Өлкән лейтенант, ҡулына ҡорал алып, Тыуған илде һаҡларға китә. Ҡаты яраланып, хәрби госпиталдән икенсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡас та педагогик эшмәкәрлеген дауам итә. Ғаиләһенә ҡайтҡандың беренсе көндә­рендә үк Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, шул уҡ ваҡытта аспирантурала белем ала. 1949 йылда уны Стәрлетамаҡҡа Уҡытыу­сылар институтына уҡытырға ебәрәләр.
Беҙ, студенттар, Абдулла ағай Баязи­товтың педагогик ғилмиәттәге талантына һоҡланып ҡарай инек. Ул “Йәш әҙәбиәтсе” тигән стена гәзитен сығарыуға ла иғтибар итә торғайны. Әйткәндәй, мин был гәзиттең мөхәррире лә булдым. Абдулла ағай, мөхәрририәт ултырыштарында ҡатнашып, матур фекерен әйтә ине.
Педагогик практиканы Ишембай ҡа­лаһын­дағы башҡорт мәктәп-интернатында үткәр­ҙек. Бөтөн эшмәкәрлекте яратҡан уҡытыу­сыбыҙ Абдулла ағай ойошторҙо. Хатта бында ла үҙешмәкәр түңәрәк ойоштороп ебәрҙек. Абдулла ағайыбыҙҙың гармун моңо беҙҙе бәхетле итте...
Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар институтынан һуң уны Мәскәүҙәге А.В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ҡа уҡытырға саҡыра­лар. Башҡорт, татар, төрөк телдәре маһиры бында ла үҙенең мәшһүр тел оҫтаһы һәм әҙәбиәтсе икәнлеген таныта. Был театр сәнғәте буйынса дәүләт институтында Абдулла Нәбиулла улы уҡытҡан актерҙарҙың күбеһе Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған, халыҡ артистары булып китте. Бында шулай уҡ күренекле режиссерҙар, театр сәнғәте етәкселәре лә белем алды. Мәшһүр режиссерҙарҙан Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов, Вәзих Сәйфуллин да ошо институтта уҡыны.
Ғаилә хәлдәренә килгәндә лә Абдулла ағай Баязитов һоҡланғыс атай, маһир тәрбиәсе булды. Тормош иптәше Ғәлиә апай менән өлгөлө ғаилә ҡорҙолар. Улдары Энгельс — рәссам, ҡыҙҙары Эльвира — химия фәндәре ғалимәһе, Земфира — уҡытыусы, пианист, кесе ҡыҙҙары Гүзәл — педагог, дирижер.
А.Н. Баязитовтың юғары наградалары тураһында ла әйтке килә. Тыуған илебеҙ алдындағы хеҙмәттәре өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы орденына, тиҫтәләгән миҙалға лайыҡ булды. Мәшһүр педагог, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, киң эрудициялы, аҡыллы шәхесте Стәрле онотмай.







Автор: Кәбир АҠБАШЕВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә