Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ урынын белмәгән урынһыҙ ҡалыр
Үҙ урынын белмәгән урынһыҙ ҡалыр Һирәк ҡулланылған мәҡәлдәргә юлыҡтым. “Бала уңған ҡатындың бер ҡулын бәйләй, уңмаған ҡатындың ике ҡулын бәйләй”, “Биҙәү ҡатын – бала тапмаған ҡатын”. Күптән тынғы бирмәгән һорауҙарға яуап табылған һымаҡ күренде. Кисекмәҫтән ҡәләмғә тотондом.


Ни өсөн элек, көнкүреш шарттары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күп итеп бала тапҡан­дар, ә хәҙер кеше, киреһенсә, бер-ике бала менән генә сикләнә? Элек ишле ғаиләләргә бер ниндәй льгота булмаһа ла, малай һәм ҡыҙҙарҙы итәк тултырып үҫтергәндәр. Хәҙер декрет ялы, ниндәй ҙә генә булһа ла пособиелар, әсәлек капиталы бирелеүгә ҡара­маҫтан, тыуым әллә ни артмай. Элек ауыл ерендә сабыйҙар күберәк тыуа ине. Бөгөн иһә йәштәрҙең ауылдан күпләп ките­үе арҡаһында, унда башлыса ҡарт-ҡоро һәм буйҙаҡ егеттәр генә ҡалып бара.
Бында хатта ғалимдар ҙа яуап бирә ал­маҫлыҡ күренеш күҙәтелә. Бай, мул йәшәгән ғаиләләр башлыса берәү менән генә сик­ләнә, ә матди мохтажлыҡ кисергән ғаилә­ләрҙә балалар күберәк тыуа. Был хәл йәмғиәтте лә аптыратмай ҡалмай.
Һуғыш ваҡытында яңғыҙҙары 6-шар бала ҡарарға өлгөргән өләсәйҙәремде иҫләйем дә һүҙһеҙ ҡалам. Донъя шарттары еңе­ләй­гән һайын, тыуым кәмей бара. Был хәл донъяла башлыса аҡ тәнле расаға хас кү­ренеш. Башҡа раса халыҡтары араһында тыуым кимәле күпкә яҡшыраҡ. Ҡытайҙа уны закон менән сикләргә лә мәжбүр булдылар. Былай дауам итһә, бер нисә йылдан Ер шарының төньяғын ошо халыҡтар баҫып алмаҫ тимә. Быны аңлаған Көнбайыш тарафынан донъяның был өлөшөндә төрлө һуғыш асылып тора, Эбола вирусы кеүек нәмәләр ҙә башлыса ошонда тарала.
Быны төрлө сәбәп менән аңлатып маташалар. Был мәҡәләлә, минең күҙлектән, иң мөһименә туҡталып үткем килә. XX быуатта булып үткән һуғыштарҙа бик күп халыҡ, башлыса ир-ат, ҡырылғас, был дәүләттәрҙә эшсе ҡулға килеп тыуған ихтыяжды элек хужабикә булып өйҙә бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп итеү менән ҡапларға мәжбүр булдылар. Был күренеште эмансипация тип ышандырҙылар, гүзәл затҡа әкренләп тауыш биреү хоҡуғы барлыҡҡа килде. Советтар Союзы бында алғы һыҙатта булды, тиһәк тә хата булмаҫ. Совет пропагандаһы тракторсы, крансы, төҙөүсе һ.б. булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы өлгө итеп ҡуйҙы. Бала саҡта Паша Ангелина, Дарья Гармаш, Мария Демченко кеүек ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрһәткән хеҙмәт ҡаҙаныштары беҙҙең өсөн өлгө булды. Был хәл бөгөн Европаның ҡай­һы бер дәүләттәрендә ҡатын-ҡыҙ өсөн дәүләт органдарында, хатта корпорациялар етәкселегендә лә, ниндәй­ҙер мотлаҡ квота булдырыу хәленә тиклем барып етте. Ҡәҙимге атай һәм әсәй урынына ҡайһы бер дәүләттәрҙә закон буйынса №1 һәм №2 тип өндәшергә тип баралар.
Ҡатын-ҡыҙ яңы шарттарҙа ир-ат менән тигеҙләшкәс, уның һымаҡ эшкә йөрөй, хеҙмәт хаҡы ала (хатта унан күберәк тә булыуы мөмкин), ул үҙенең социаль статусы үҙгәргәнен аңланы. Йыш ҡына бәғзеләре үҙҙәрен ир-ат алдында өҫтөн күрә башланы – йәнәһе, мин уларһыҙ ҙа йәшәй алам. Дәүләт булдырған уңайлыҡтар (балалар баҡсаһы, декрет ялы һ.б.) яңғыҙыңа бала табып үҫтереүҙе еңеләйтте. Балаға хоҡуҡ тиң булһа ла, айырылышҡан осраҡта закон әсә яғында тора. Хатта әсәлек капиталына хоҡуҡтарҙың тиңлегенә ир-ат суд аша ғына өлгәшә алды.
Ҡатын-ҡыҙ үҙен йыш ҡына атай (ир) урынында тоя башланы. Бахыр иргә нимә ҡалһын – бының менән ризалашыу ғына. Ҡатын-ҡыҙ быны “хәҙерге ир-ат мәмәйгә әйләнде” тип кенә ҡабул итә. Әйткәндәй, айырылышыу инициаторҙарының күпселеге лә – ҡатындар. Ир статусына ризалашҡан ҡатын ни өсөн бәхетһеҙ булыуын аңламай. Уның һымаҡ карьера артынан ҡыу­маған әхирәттәре балаларын аяҡҡа баҫ­тырып, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуана, ә ул яңғыҙ балаһына баш була алмай, эшендә лә йүнле ҡаҙаныштары менән маҡтанырлыҡ түгел, яңғыҙы ҡарта­йырға мәжбүр. Ишеткәнем бар, был ҡатын­дарҙа ауырыған әхирәттәренең “кар­то­текаһы” ла бар икән, йәнәһе, ул үлә ҡалһа, тиҙерәк ирен ҡаратып алыр өсөн. Яңғыҙ ҡатынға абышҡа ла табыш. Тәбиғи булмышы менән ҡатын-ҡыҙ ир функцияһын үтәй алмай, быны аңламаған ҡатындар шәхси драмаға юлыға. Бәғзеләре ирҙәр һымаҡ салбар кейеп, тәмәке тартып, араҡы эсеп, һүгенеп маташһа ла, ир була алмай шул.
Ярай, теманан әҙерәк ситкәрәк тайпылдым. Ни өсөн беҙҙә бөгөн тыуым коэффициенты уртаса 1,4, ә рекорд 1,75 бала ғына? Бының төп сәбәптәренең береһе карьералыр, моғайын. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт урынын бала бағыу менән сағыштырып ҡарай ҙа йыш ҡына эште һайлай. Юҡҡа ғына, ире яратмаған ҡатынды ил ярата, тимәйҙәр. Был ҡатын ирен, дөрөҫөрәге, ғаиләһен эшкә, кеше яратыуына алмаштыра. Бының ялған юл икәнен күптәр аңламай.
Ысынлап та, көләмәстәге һымаҡ килеп сыға. Хужабикә йортонда көнө-төнө эштән бушамай, уға хеҙмәт хаҡы ла түләмәйҙәр, ял да бирмәйҙәр. Уның ире, минең ҡатын эшләмәй, өйҙә ултыра, тип маҡтана. Бала ҡарау ҡатын-ҡыҙ өсөн эш хаҡын, һөнәрен, йәмғиәттәге урынын юғалтыуға тиң. Шунлыҡтан уның эш хаҡы ни тиклем юғары булһа, бала табыу теләге шул тиклем кәмей бара. Юғарыла әйтеп үтелгән – “хәйерсе­лекте арттырыу” – аҡсаһы әҙерәк булған ғаиләләр өсөн хасыраҡ. Унда күберәк бала табыуҙы хуп күрәләр. Икенсенән, бала бағыу күп ваҡыт һәм көс талап итә. Рәсми эш урынында 8 сәғәт уҙғарыу еңелерәккә төшә. Унда ҡыҙығыраҡ та. Йыш ҡына үҙ-ара аралашып, Интернетта ултырып, эш көнө үтеп китә. Ҡатын-ҡыҙ ялҡауыраҡ булһа, бала тыумай ҡала.
Әгәр ҙә беҙҙең дәүләт өсөн тыуым кимә­ле әһәмиәткә эйә икән, уны әсәлек капиталы булдырып ҡына хәл итеү мөмкин түгел. Был осраҡта бала ҡараған әсәләргә эш хаҡы түләүҙе булдырырға кәрәк. Пособие түгел, ә лайыҡлы эш хаҡы, ә һуңынан пенсия ла. Бала баҡҡан әсә башҡа һөнәр кешеләренән һис тә кәм түгел. Уның эше 8 сәғәт менән генә сикләнмәй.
Кемдер әйтер, хәҙерге хужабикәләрҙең эше еңелләште – бөтәһен дә техника баш­ҡара. Элек кенә әсәйҙәр нығыраҡ арыған – һыуын да ташыған, иҙәнен-керен дә ҡул менән йыуған, ашарға ла бешергән, ҡыҫ­ҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрөрлөк түгел. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙға эштә ултырыу өйгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Күптәренең юғары белеме тураһында дипломы ла бар бит. Нисек инде ул өйҙә ултырһын?!
Әйтергә кәрәк, ир-ат йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ иркенә ҡаршы тормай. Күпселек ос­раҡта ул һүҙһеҙ генә ризалаша. Быны ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына, аңламағандан, инфантиллек тип ҡабул итә. Эш урынында штатты ҡыҫҡартыу булһынмы, берәй сиратта алдан үткәреү булһынмы, ул ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәтен алға ҡуя. Ә теге быны киреһенсә ҡабул итә, йәнәһе, мәмәй. Ир-атты “бисәгә әйләндереү” бөгөн ыңғай күренеш тип иҫәпләнә башланы. Ҡатыны бала тапҡанын ҡарап ултырыу, уның өсөн декретҡа сығыу, һауыт-һаба йыуыу… Тиң икән, бөтә нәмәлә лә тиң булайыҡ.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙың өйҙән тыш эшләүе бер нәмәне иҫбатланы. Һәр кем үҙ урынын белергә тейеш. Йәғни, кемдең ҡайҙа яҡшыраҡ килеп сыға, уның урыны шунда булһын. Бер быуатлыҡ тарих ҡатын-ҡыҙҙың эштә ир-ат алдында үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтә алмауын иҫбатланы. Ниндәй генә миҫал килтермәгеҙ, бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа күренекле математик, инженер, сәйәсмән, ашнаҡсы, модельер булып китмәне. Ниндәй генә эш урынын алып ҡарама, ҡатын-ҡыҙ күп тигәндә ир-аттың яҡшы ярҙамсыһы ғына булып тора. Уның ысын тәбиғи урыны – ғаилә усағы. Бында унан башҡа бер кем дә эште яҡшыраҡ, сифатлыраҡ башҡара алмаясаҡ. Халыҡ әйтмешләй, “Һәр нәмә үҙ урынында яҡшы”.
Посуточная аренда квартир в Уфе.


Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 13

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 14

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 31

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 35

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 43

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 37