Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ордены табылды ла ул…
 Ордены  табылды ла ул… Әбйәлил районының Күсем ауылында Советтар Союзы Геройы генерал Таһир Кусимовтың йорт-музейы бар. Тәүге экспонаттан (Т.Т. Кусимовтың ауыл мәктәбенә бүләк иткән фотоһүрәте) башлап төрлө документ йыя-туплай торғас, башта — стенд, унан һуғыш ҡаһармандарына арналған мөйөш, артабан ауылда Хәрби дан музейы булдырыу һәм, аҙаҡ килеп, бинаны йорт-музейға әүерелдереү эштәренең барыһын да Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов ойошторҙо.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ үҙе төҙөп, яҡташтарынан, туғандарынан һорашып аныҡлаған исемлек буйынса Күсемдә яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск ҡуйыу теләге менән янып йөрөнө ул. Ташбулат ауыл Советының, аҡһаҡалдарҙың хуплауын алғас, уҡытыусы һәм депутат булараҡ, был эште ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды. Төйәк халҡының берҙәмлеге ошонда һыналды — 1967 йылдың йәйендә Күсем­дә һәйкәл асыу тантанаһы ҙур байрамға әүерелде. Заманында ваҡиғаны республика гәзиттәре лә киң яҡтыртты.
Артабан Ғүмәр Ғилманов Таһир Куси­мовтың музейын ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ул осорҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының күбе­һе иҫән, шунлыҡтан мәғлүмәт йыйыу мөм­кинлеге лә ҙур ине. Ғүмәр Ғилман улы яугирҙең замандаштары менән осрашты, Сибайҙа йәшәгән Бәҙри Мәмбәтҡоловтан айырыуса ҙур ярҙам күрҙе. Бер нисә тапҡыр Өфөгә барып, Таһир Кусимовтың үҙе менән дә һөйләште, генералдың шәхси әйберҙәрен (шинель, китель, папаха, фуражка, итек, портупея, ҡылыс һ.б.), китаптарын, фотоһүрәттәрен һорап алып ҡайт­ты. Тәүге һөҙөмтә шул булды: 1975 йылда ауылдың башланғыс мәктәбендә Хәрби дан музейы асылды. Ләкин, бил­дәле, уҡыу йортона теләгән мәлдә инеп йөрөп булмай, балаларға ҡамасаулаған кеүек килеп сыға. Шунлыҡтан музей 1985 йылда колхоз ярҙамында төҙөлгән айырым бинаға күсерелә. Һаулығы насарайыуы сәбәпле, тантанаға Таһир Кусимов килә алманы, Ғүмәр Ғилман улына рәхмәт белдереп, бик йылы ҡотлау хаты ебәрҙе.
Педагогик эшмәкәрлегенә 45 йыл тулып, хаҡлы ялға сыҡҡас та Ғүмәр Ғилманов байтаҡ ваҡыт музейға етәкселек итте. Юғары даирәләргә хат яҙыу, аҡса юллау нигеҙендә 1998 йылда өр-яңы йорт-музей асылды. Мәғлүмәт­тәргә күҙ һалғанда, уны ун йыл эсендә (1998 — 2008) 20 меңдән ашыу кеше ҡараған, экспонаттар менән танышып, рәхмәт һүҙҙәрен “Тәьҫораттар кенәгәһе”нә яҙып ҡалдырған. Мәҫәлән, “Генерал Кусимов — XX быуаттың Салауаты!” – тигән Салауат районынан тарих уҡытыусыһы Тархан Заһиҙуллин. Ә рәссам П. Возняков: “Земля Башкирии — красивая земля. И родятся на ней красивые люди. Таким был Тагир Кусимов”, – тип белдергән.
***
Кешенең күрәһеләре Аллаһ Тәғәлә тарафынан яҙылып, билдәләнеп ҡуйыла, тиҙәр. Ғүмәр Ғилмановтың үҙенә килгәндә, ул бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, бихисап михнәт күреп үҫә. Ләкин һынауҙар рухын һындыра алмай.
1943 йылда Ғүмәр Ғилмановты, Ташбулат тулы булмаған урта мәктәбе директорын, “Кадр” колхозы рәйесе итеп тә­ғә­йен­ләйҙәр. Һуғыштың иң ҡыҙған осоронда фронтта түгеллегенә йөрәге әрней, бронь менән тылда ҡалдырыуҙарына йәне көйә уның. Әрнеүгә үҫмер сағында аттан ташҡа ҡолап төшөп һындырған һәм яңы­лыш уңалған беләгенең һыҙлауы ла өҫ­тә­лә. Райкомға килеп, һуғышҡа ебә­реү­ҙәрен йәнә һорай һәм көтмәгәндә рөхсәт ала. 1944 йылдың ғинуарынан III Белоруссия фронтындағы Икенсе удар армияның 3-сө гвардия уҡсылар дивизияһына ҡараған 9-сы уҡсы полктың икенсе батальонында парторг була. Кесе лейтенант Ғүмәр Ғилманов Украинала стратегик әһәмиәттәге ҙур тимер юл үҙәге булған Волноваха ҡалаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, бында батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр орден һәм миҙалдар менән наградлана.
1945 йылдың март-апрель айҙарында Көнсығыш Пруссия ерендә Кенигсберг өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа Ғүмәр Ғил­ман улы етәкселек оҫталығы, ҡаһар­ман­лыҡ өлгөләре күрһәтә. Аяуһыҙ алыш­тарҙың береһендә бер нисә урындан яралана. Ҡанһырап, иҫһеҙ ятҡан парторг­ты яуҙаштары һөжүмдән һуң эҙләп табып, ялан госпиталенә алып бара. Беренсе ярҙам күрһәткән хәрби табип яугирҙе “өмөтһөҙ яралылар” исемлегенә индерә. Батальон командиры (үкенескә ҡаршы, уның исеме Ғилмановтың хәтерендә ҡал­маған) үҙе килеп, хирург менән һөйләшкәс кенә, хәл үҙгәрә — кесе лейтенантты госпиталгә һалалар. Операциянан һуң хәл белергә килгәнендә батальон командиры Ғүмәр Ғилмановты I дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим итеүҙәре хаҡында әйтә.
Бөйөк Еңеүҙе яугир Тильзит ҡалаһы госпиталендә ҡаршылай. Яралары уңал­мағанлыҡтан, Ҡазанға күсерәләр. Ундағы госпиталдә 1946 йылдың ғинуарына тиклем ятҡас, ниһайәт, демобилизациялана. Дауаланыуҙы ауылға яҡын ятҡан Магнитогорск ҡалаһында дауам итергә юллама ла бирәләр.
Яугирҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләү һуғыштан һуң да дауам итте. Ғүмәр Ғилман улына ла, юбилей миҙалдарынан тыш, “1941— 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һу­ғышында Германияны еңгән өсөн”, “Ба­тыр­лыҡ өсөн”, Г.К. Жуков миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырылды. Ә комбат әйткән наградаһы онотолоп ҡалды. Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына ла яҙып ҡаранылар, әммә ыңғай яуап булманы.
Ә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан әлеге Үҙәк архивтың рәсми сайтына быға тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәр ҡуйыла. Шулар араһында Салауат Рафаил улы Ғилманов (Ғүмәр Ғилман улының ейәне) олатаһының “юғалған” наградаһына юлыға.
Һуғыш осороноң ҡәҙерле документта­ры... Улар, папкаға тегеп һалынғанғалыр, бик яҡшы һаҡланған. Награда ҡағыҙҙары махсус бланкка зәңгәр ҡара менән ҡулдан тултырылған, командирҙарҙың ҡултамғаһы ҡыҙыл йә күк ҡәләм менән ҡуйылған. Документтарҙың бөгөнгө компьютер техни­каһы ярҙамында шулай асыҡ, таҙа килеп сығыуына иҫ-аҡыл китерлек. Ә бит “Награда ҡағыҙы” яҙылғанға 70 йыл үткән! Уға 9-сы гвардия уҡсылар полкы командиры, гвардия подполковнигы Кургузов, 3-сө гвардия уҡсылар дивизияһы командиры, гвардия генерал-майоры Полищук, 13-сө гвардия уҡсылар корпусының сәйәси бүлеге етәксеһе, гвардия полковнигы Браудэ ҡул ҡуйған.
13-сө гвардия уҡсылар корпусы командиры, Советтар Союзы Геройы, гвардия генерал-лейтенанты Лопатин 1945 йылдың 13 майындағы 051/н һанлы бойороғо менән СССР Юғары Советы Президиумы исеменән бер төркөм яугирҙе коман­до­ва­ниеның хәрби бурыстарын лайыҡлы үтә­гә­не, немец илбаҫарҙарына ҡаршы кө­рәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлай. Бына ул яугирҙәр: өлкән гвардия лейтенанты Бондарь Марк Иванович, кесе гвардия лейтенанты Ғилманов Ғүмәр Ғилман улы, гвардия ефрейторы Куница Иван Георгиевич, гвардия сержанты Кравцов Василий Андреевич (үлгәндән һуң), гвардия сержанты Казаков Иван Николаевич, гвардия ефрейторы Кабанов Матвей Тарасович.
Һуғыш ваҡытында был документтарға “йәшерен” тигән тамға һуғылған булған. Хәҙер инде барыһы ла асыҡланды, әммә бигерәк һуң... Ордены табылды ла бит... Тик Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогия хеҙмәте ветераны, II төркөм инвалиды Ғүмәр Ғилманов 2007 йылдың 5 де­кабрендә арабыҙҙан киткәйне шул. Күңелде бер нәмә генә йыуата: генерал Таһир Кусимовтың йорт-музейында Ғүмәр Ғилман улының тормош һәм хеҙмәт юлына арналған бүлек бар. Һуңлап булһа ла табылған хаҡлы наградаһы шунда урын алыр. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең даны – мәңгелек.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873