Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирек Ялалов: “Өфө – боронғолоҡ сығанағы һәм йәш ҡала”
Ирек Ялалов: “Өфө – боронғолоҡ сығанағы һәм йәш ҡала” Өфө хаҡында ул китаптан уҡып түгел, тәпәй баҫҡан көнөнән алып белә, хәтерләй, тиергә була. Ошонда уҡ мәктәпте, аҙаҡ Өфө нефть институтын тамамлаған егет етәкселек эше, ҡала тормошо менән шулай уҡ мәҡәләләрҙән уҡып түгел, ә атаһынан ишетеп, үҙе күреп таныш. Ишмөхәмәт Ғиззәт улы Ялалов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән белгес ине.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек ЯЛАЛОВ. Ҡала мөхитен яҡшыртыуға, халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреүгә хакимиәт ниндәй өлөш индерә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты бергә эҙләнек.



– Һеҙҙең тамырҙарығыҙ Салауат районына барып тоташа, тип телгә алынғайны бер әңгәмәлә. Тарихи тамырҙарығыҙ менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
– Һуңғы йылдарҙа халыҡ ижадын өйрәнеүселәрҙә генә түгел, халыҡ араһында ла шәжәрәләре, үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе. Үҙемде лә улар иҫәбенә индерә алам. Бына изге Рамаҙан айы үтеп китте, ошо уңайҙан Ишембай ауылына ҡайтып, атайым яҡлап туғандар менән аралашып килдек. Туғанлыҡ ептәрен һаҡлағандарға ихтирам менән ҡарайым. Ғөмүмән, бала саҡтан тарих менән ҡыҙыҡһындым, ул – минең хобби. Мәктәптә боронғо грек, рим мифологиялары менән танышҡандан алған тәьҫораттар әле булһа хәтеремдә. Шуға күрә бөгөн балаларға милли мәҙәниәтте, тарихты ентекле өйрәтеүгә ыңғай ҡараштамын. Тамырҙарыбыҙҙы яҡшы белһәк, замана ел-дауылдарына бирешмәҫ ағастай булырбыҙ!
– Яңыраҡ мәркәзебеҙҙә “Ете ҡыҙ” көйлө фонтаны асылды. Уның идея авторы – һеҙ, тинеләр. Әгәр шулай булһа, халыҡ легендалары менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә?
– Фонтандың идеяһында өлөшөм бар, беренсе эскиз ошо кабинетта яһалды. Күңелемә һынлы сәнғәт яҡын. Мин бит сәнғәт мәктәбендә уҡыным һәм һәр ижади эшкә – һүрәткәме, һәйкәлгәме – үҙемдең ҡарашым, зауығым бар. Бала саҡта голланд оҫталарының ижады, Рәсәйҙең XIX быуаттағы һынлы сәнғәте күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Соцреализмды ла тыныс ҡабул итәм, импрессионистарҙың тәүге тулҡынын бик яратам. Ғөмүмән, архитектурала ла, һынлы сәнғәттә лә классик мәктәпте хуплайым.
“Ете ҡыҙ”ға килгәндә, ул, ысынлап та, халыҡ күңеленә хуш килде. Беренсенән, романтик тарих күптәргә оҡшай, икенсенән, һәйкәл юғары кимәлдә эшләнгән. Өсөнсөнән, халыҡ ял иткән ерҙә ҡалҡып сыҡты ул. Хәҙер күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде был сквер. “Ете ҡыҙ”ҙың үҙенсәлеге шунда: фонтандан былай ғына һыу урғылып тормай, ә архитектур-скульптур мотивҡа ҡоролған. Йәғни милли моңдар яңғырашында ете ҡыҙ хаҡындағы матур легенданы иҫкә төшөрә.
Өфөлә туристик маршрут буйынса йөрөп, ҡунаҡтарға нимәлер һөйләр өсөн тап легендалар, төбәк тарихы кәрәк. Әйтәйек, “Урал батыр” эпосы менән дә башҡаларҙы таныштырыу, уның хаҡында һөйләү ҡыҙыҡлы булыр ине. Беҙ шәхес­тәр, ваҡиғалар тураһында күп яҙабыҙ, фекер алышабыҙ, китаптар, фильмдар сығарабыҙ, әммә барып ҡарар урындар етеңкерәмәй. Мостай Кәримгә, Арыҫлан Мөбәрәковҡа, Заһир Исмә­ғилевкә һәйкәлдәр асылды һәм бына, ниһайәт, “Ете ҡыҙ”ға! Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Һәй­кәлдәр, бәлки, ҙур ҙа булмаҫ, әммә ҡала йөҙөн биҙәп торасаҡ. Оҙаҡламай Мәҙәниәт министр­лығы менән берлектә М. Нес­те­ровҡа һәйкәл асырға ниәтләйбеҙ. Өфө­нөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Еңеү паркында тыл хеҙмәтсәндәренә сәнғәт әҫәре ҡуйыласаҡ. Тағы ла бер нисә яңы идея бар, киләсәктә ҡала халҡы, ҡунаҡтар улар менән танышыр.
– Беҙҙең редакцияға килгән бер хатта һүҙ ҡурай тотҡан яланғас малай һәйкәле тураһында бара. Уның урынына берәй данлыҡлы ҡурайсыға һәйкәл торһа, күпкә отошлораҡ булыр ине, тип яҙа Сәкинә апай Ғәлимова. Һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
– Миңә был һорауҙы биргәндәре булды. Беҙгә тиклем эшләнгән, ҡуйылған һәр төрлө сәнғәт әҫәрҙәрен юҡҡа сығарыуға ҡырҡа ҡаршымын. Әгәр көслө цензура булған йылдарҙа шундай һәйкәл барлыҡҡа килгән икән, минеңсә, улар беҙҙән аңһыҙыраҡ булмағандыр. Ерле-юҡтан ғәйеп эҙләргә кәрәкмәй, яңы әҫәрҙәр тыуҙырыу хаҡында күберәк уйланһаҡ ине. Ҡабатлап әйтәм, мин һәйкәлдәрҙе алып ташлауға, күсереүгә, юҡ итеүгә ҡырҡа ҡаршымын. Улар – беҙҙең тарих. Үткәндәрҙе һыҙып ташлау менән тарих үҙгәрмәй.
– Урал батырға, Зәки Вәлидигә, Шәйехзада Бабичҡа һәм башҡа күренекле шәхестәргә һәйкәл асып, асыҡ һауалағы музей эшләү тураһында ла һүҙ булғаны бар...
– Бер нәмәне аңларға кәрәк: әгәр тарихи шәхестәргә һәйкәл асырға уйлайбыҙ икән, был фекер башта йәмәғәтселек тарафынан тикшерелергә тейеш тигән уйҙамын. Халыҡ, зыялылар араһында төрлө фекер йәшәй. Уларҙы өйрәнеп, тыңлап, алтын урталыҡ табырға тырышырға кәрәк. Мостай Кәримгә ҡуйылған һынлы сәнғәт әҫәре буйынса ла күпме фекер булды: берәүҙәр маҡтаны, икенселәр тәнҡитләне. Әммә ҡалабыҙға килгән сит ил рәссамдары, һәйкәл менән сквер – Өфөләге иң шәп һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең береһе, тип иҫәпләй. Мин дә уны ҡаланың бер биҙәге тип атайым. Нисәмә кеше, шунса фекер. Ә уларҙың барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Әгәр халыҡ тарафынан хәл ителеп, юғары сәнғәт әҫәренә заказ була икән, беҙ был эште атҡарып сығырға әҙер. Иң мөһиме – ул бер кемдең дә шәхси, дини, милли тойғоларын рәнйетергә тейеш түгел.
– Әҙәбиәт йылында ҡала урамдары шиғырҙар, ҡанатлы һүҙҙәр менән тулды. Бының әһәмиәте, һеҙҙеңсә, нимәлә?
– Ҡаланың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу комиссияһы “Городская реклама” ойошмаһы менән берлектә атҡарып сыҡты был эште. Өфөлә әҙәбиәтселәрҙең фекерҙәре, шиғырҙары яҙылған 150-нән ашыу баннер ҡуйылды. Халыҡҡа ябай һәм аңлайышлы телдә китап уҡыу мөһимлеген иҫкә төшөрөү ниәтенән барлыҡҡа килде был идея.
Мин, мәҫәлән, Александр Гринды ҡабат уҡып сыҡтым. Бала саҡтағы тәьҫораттар менән хәҙерге кисерештәр бөтөнләй айырыла. Ял көндәренең береһендә ҡыҙымдың электрон китабын алдым да бер тынала бер нисә әҫәрен уҡыным. Бер хикәйәһенә генә тотонғайным, мауығып китеп, электрон версиялағы бөтөн әҫәрҙәрен дә уҡып сыҡҡанмын. Ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙем.
Әҙәбиәт йылы уңайынан ҡуйылған баннерҙар аша халыҡ ҡасандыр уҡыған авторҙарын иҫенә төшөрҙө, кемдәрҙер ҡайтанан уҡып сыҡты. Бәлки, ҡайһы бер яҙмалар оҙонораҡ һәм машинала үтеп барғанда уҡып та өлгөрөп булмайҙыр, әммә улар Өфө халҡының, ҡунаҡтарының иғтибарын китапҡа йәлеп итте, тип өмөт итәйек.
Ғөмүмән, Өфө – ижадсылар, әҙәбиәтселәр ҡалаһы. Бында Мостай Кәрим йәшәгән, үҙенең донъяға танылған әҫәрҙәрен ижад иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ғына әйләнеп ҡайтҡанда ла, Одессанан, Ленинградтан, Мәскәүҙән, Киевтан эвакуа­ция­ланған зыялыларҙың күпселеге ошонда ҡалып, кире ҡайтмай, үҙҙәренең ҡеүәте, белеме, таланты менән ижади, мәҙәни мөхитте байытҡан.
– Бөгөнгө мәркәз халҡы ниндәй, һеҙҙеңсә?
– Һәр райондың, урындағы халыҡтың менталитеты тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Әммә һорауығыҙға шулай тип яуап бирәм: өфөләрҙең төп һыҙаты – эшһөйәрлек һәм изгелеклелек. Улар Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында йәшәүсе­ләр кеүек, бик йыш йылмаймай, әммә аралаша башлаһаң һәм ышаныстарын яулаһаң, күңеле тулы изгелек икәнен күрәһең.
Тағы ла бер һыҙатты билдәләр инем: өфөләр бөтөн нәмәне аныҡ эш буйынса баһалай. Халыҡсан итеп әйткәндә, буш һүҙ менән генә уларҙың ихтирамын яулап булмай.
Өфөнөң үҙ характеры бар. Ҡала халҡы ҡатышманы хәтерләтә: унда беҙҙең тамырҙар ҙа, тарих та, башҡа ҡалаларҙан килгән ижади, техник зыялыларҙың мәҙәниәте лә бергә буталған. Ә бит һуғыш йылдарында, унан һуң уларҙың һаны 300 мең самаһы кеше булған. Өфө холҡо дәүер һайын формалаша, камиллаша, үҙгәрә...
– “Башҡортостан” гәзитендә Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы эргәһендә автомобиль туҡталҡаһы булмауы тураһында Миҙхәт Әбделмәновтың әсенеп яҙған мәҡәләһе баҫылғайны. Бында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән киләләр, киләсәктә халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырып булмаҫмы икән?
– Үкенескә ҡаршы, совет осорон­да төҙөлөү сәбәпле, барлыҡ дауахана комплекстарының, шул иҫәптән Республика клиник дауаханаһының да машина ҡуйыу өсөн йүнле урындары юҡ, сөнки норматив буйынса уҙған быуатта улар кәрәк тип табылмаған.
Хәҙер хәл башҡаса, шуға күрә мәсьә­ләне ғәмәлгә ашырыу юлдары ла төрлө. Бөтәһен дә дөйөмләштерергә ярамай. Ошо дауаханала үҙгәртеп ҡороу бар­ғанда, үкенескә ҡаршы, беҙҙең теләк­тәр­ҙе иҫәпкә алманылар, сөнки дауахана биләмәһе майҙанының бер өлөшөн паркинг өсөн файҙаланыу мөһим ине. Бында бит тотош республика халҡы мөрәжәғәт итә, шуға күрә машина ҡуйыу урынын булдырыу ҙа төп шарттарҙың береһе булырға тейеш. Был мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтырбыҙ, бәлки, уға яҡын территорияла атҡарып булыр эште.
– Өфөлә бик күп автомобилде эвакуациялайҙар. Ошо күңелһеҙ хәлде аңлатып китегеҙ әле...
– Әлегә тиклем эвакуацияланыҡ, артабан да юл буйында, юл өҫтөндә машиналар тормаясаҡ, төп йәмәғәт транспорты үткән хәрәкәт “артерия”ларын уларҙан таҙартырға кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, баш ҡалабыҙҙа 2500 машина ҡуйырлыҡ туҡталҡа бар, ләкин улар буп-буш тора, сөнки автомобиль хужаларына еңел транспортын урынлаштырып, 200 – 500 метр атлауы ҡыйын тойола. Әммә беҙ XXI быуат мегаполисында йәшәйбеҙ, уның үҙ талаптары бар. Ғөмүмән, ҡаланың урам, транспорт мәҙәниәте формалаша.
Рәсәйҙең генә түгел, Европаның ҙур ҡалала­рында ла күптән автомобиль хужалары үҙ транспортын урам буйында ҡалдырып китмәй, уның өсөн махсус урындар бар. Көҙгә “Ҡунаҡһарай” сауҙа комплексын реконструкциялауҙы тамамлая­саҡбыҙ, унда 1000 автомобиль ҡуйырлыҡ туҡталҡа буласаҡ. Ер өҫтө һәм ер аҫты паркингы була. Әгәр иғтибар итһәгеҙ, Ленин, К. Маркс урамдарын, Октябрь проспектын машиналарҙан азат иттек, хәҙер бордюр буйында транспорт тормай. Элегерәк бит Ленин урамынан үтерлек түгел, икешәр рәт итеп машина теҙеп ҡуялар ине. Хәҙер Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт хеҙмәте менән берлектә тәртип урынлаштырабыҙ, йәмәғәт транспорты хәрәкәте туҡталып торорға тейеш түгел. Эйе, донъяла бер генә муниципалитет та тотош йәмәғәт һәм шәхси транспортты туҡталҡа менән тәьмин итә алмай, әммә машиналар һаны иҫәбенән 10 – 15 процент урынлыҡ паркинг булһа, был ҙур ҡалалар өсөн уртаса күрһәткес тип һанала. Ә инде 15 – 20 процент тәьмин ителһә, был – транспорт өсөн яҡшы күрһәткес. Хә­ҙер бер ҡала хакимиәте лә машина ҡуйыу урындары төҙөмәй, ҙур сауҙа үҙәктәренә, офистарға, магазиндарға ҡалдыра был эште. Әгәр инвестор ниндәй ҙә булһа объект һала икән, тимәк, уның эргәһендә башҡа уңайлыҡтар ҙа тыуҙырырға тейеш.
– Интернетта, ер мөнәсәбәттәре һәм ер кадастры мәсьәләләре ыңғай хәл ителә башланы, тигән мәғлүмәт бар. Бының өсөн ниҙәр эшләнә?
– Элегерәк ер ҡуртымға бирелгән, йә иһә коммерция структуралары үҙҙәре яулап алып, эшҡы­уарҙар шунда эшен булдырырға тырышҡан. Хәҙер беҙ эшҡыуарға ерҙе һатып алырға мөмкинлек бирергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Беренсенән, уның бизнесы капиталлаштырыла, йәғни объекттың хаҡы арта, сөнки һатып алған кеше бинаның ғына түгел, ерҙең дә хужаһы булып китә. Икенсенән, ер һалымынан ҡаҙнаға килем керә. Эшҡыуарҙарҙың үҙ мөлкәтенә мөнәсәбәте башҡа буласаҡ. Территориялар йыйыштырыла, таҙартыла. Был – ҡаланың тышҡы йөҙө өсөн ыңғай күренеш.
Ҡуртымға алған осраҡта, хәлдәр бөтөнләй башҡаса булыуы ихтимал. Үкенескә ҡаршы, арендаторҙарҙың намыҫһыҙ ҡылығы менән йыш осрашырға тура килде. Улар ҡуртым өсөн түләүҙәрен йыйып-йыйып килә лә, бер көндө килеп фирма ябылып, икенсеһе асыла. Түләүҙәрҙе урап үтеү өсөн төрлө мутлыҡҡа барған осраҡтар бик күп. Был яҡлап беҙ тәртип урынлаштыра башланыҡ, ҡаты талаптар ҡуябыҙ. Мәҫәлән, бер эшҡыуар ҡунаҡхана төҙөргә теләй икән, муниципалитет уға ерҙе һатып биреү менән бергә тотош территорияла тәртип булдырыу бурысын да йөкмәтә. Ошо биләмә өсөн тотошлайы менән ул яуаплы, улай ғына ла түгел, тирә-яҡтағы таҙалыҡ, уңайлыҡтар ҙа уның иңенә һалына. Әгәр ҙә инде талаптар үтәлмәһә, эргә-тирәләге территорияны ҡарауһыҙ тотҡан өсөн ҙур күләмдә штраф ҡаралған.
Бөтәһе лә үтәнән-үтә күренеп тора, тиҙ арала яйға һалына, тип әйтә алмайбыҙ, әммә был йүнәлештә етди эш алып барабыҙ. Әле беҙ муниципаль милек комитеты һәм ер комитеттарын берләштереү менән шөғөлләнәбеҙ. Ул яҡлап ҡала ҡаҙнаһының ҙур потенциалы бар, сөнки шәхси милек хужалары һалымдарын ваҡытында түләй.
– Киләһе һорау ҡалаға инвесторҙарҙы йәлеп итеү хаҡында: эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар шәп, тип әйтә алабыҙмы?
– Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер өсөн шарттар шәп тип бер ҡала ла маҡтана алмай. Закондар менән ҡапма-ҡаршылыҡлы мәлдәр ҙә етерлек. Был – бик ҡатмарлы мәсьәлә. Әлбиттә, башҡа­рылған эштәр ҙә байтаҡ. Беҙ ҡала хакимиәтенә яңы команда менән яңы маҡсаттар ҡуйып, ҡала командаһы – Хәмитов командаһы тип килдек. Беҙгә тиклем ҡала иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме яҡынса 60 миллиард һум булған, ә хәҙер уны 105 миллиард һумға тиклем күтәрҙек. Шуның 90 проценты – шәхси инвестициялар. Был – бик яҡшы күрһәткес, сөнки 50/50 күләмендә эшләгән ҡалалар бар, 90 процент дәүләт, ә 10 процент шәхси инвестициялар йәлеп иткәндәр ҙә юҡ түгел. Өфөнөң киләсәге бар, сөнки халҡының яртыһы – 35 йәшкә тиклемгеләр. Икенсенән, инвес­тициялар шәхси эшҡыуарлыҡ аша килә. Ҡала уларҙың эшмәкәрлеге менән үҫешә. Беле­үе­геҙсә, беҙҙә бассейндар, ял, спорт, сауҙа үҙәктәре төҙөлә – барыһы ла шәхси инвесторҙарҙың көсө.
– Рәсәйҙә төп проблема – ул юлдар, тиҙәр...
– Беҙ ер өҫтөнән юл аша сығыу урыны булдырыу эшен алып барабыҙ. Затон күперен тотошлайы менән Башҡортостан Хөкүмәте финанслауы ярҙамында төҙөйбөҙ. С. Юлаев проспекты сатындағы һәм Интернационал урамындағы күперҙәрҙе лә проектлай башланыҡ. 2016 – 2017 йылдарҙа ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге юлдарҙы реконструкциялау һәм ремонтлау программаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Тимәк, Орджоникидзе һәм Калинин райондарында ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Ҡаланың башҡа төбәктәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.
Үкенескә ҡаршы, Өфө урамдарындағы 1520 километр юлдың 145-ендә асфальт түшәлмәгән. Шуға күрә беҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Ғөмүмән, быйыл юлдарҙы рәткә килтереү буйынса бик күп эш атҡарылды. Киләсәктә лә ошо темпты тоторға тырышасаҡбыҙ. Бөгөн юл инфраструктураһына ҡағылышлы был эштәрҙең күпселек өлөшөн Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында атҡарабыҙ.
– Үҙегеҙҙең адресҡа тәнҡит һүҙҙә­рен юмор менән ҡабул итә беләһегеҙме?
– Бик күп тапҡыр әйткәнем булды: тәнҡит һүҙҙәрен лайыҡлы ҡабул итә беләм. Нигеҙле тәнҡитте, үҙ эше оҫтаһының һүҙен, был тормошта ниндәйҙер хеҙмәт үрҙәре яулағандарҙың әйткәнен ишетеүе һис кенә лә зыянға түгел, киреһенсә, эшлекле тәҡдимдәр, фекерҙәр етмәй беҙҙә. Ниндәй ҙә булһа ҡала хакимиәте башлығының, билдәле архитекторҙың, йөҙләгән объект төҙөгән төҙөүсенең, оҫта рәссамдың йәки ландшафт дизайнерының тәнҡите ныҡ тәьҫир итер ине. Ә Интернеттағы исемдәре лә билдәһеҙ авторҙарҙың аноним яҙмаларына тыныс ҡарайым йә бөтөнләй иғтибар итмәйем. Бындай күренештәр элек тә булған, ҡоймаларға теләһә нәмә яҙғандар. Әммә был көн дә иртән шуларҙы уҡырға, юйырға кәрәк тигән һүҙ түгел бит әле. Был яҙған кешеләрҙең мәҙәни кимәле хаҡында һөйләй. Шуны ғына өҫтәп әйтә алам: Интернетта тикшерелмәгән, нигеҙләнмәгән мәғлүмәт бик күп. Кеше хаҡында уның эше аша фекер йөрөтөү яғындамын. Ә һүҙҙәрҙе алтындан да ҡойоп була.
– Баш ҡалала торлаҡ мәсьәләһе нисек хәл ителә? Мохтаждар һаман да бихисап бит...
– Был йәһәттән беҙҙең алда өс мөһим бурыс тора. Беренсенән, уны мөмкин тиклем күберәк төҙөү, икенсенән, халыҡ һатып алырлыҡ итеү, өсөнсөнән, тиҙ арала йорттар һалыу сифатын күтәреү. Беренсеһенә килгәндә, беҙ был программаны үтәйбеҙ. Мәҫәлән, рекорд ҡуйған бөтә пост­совет осорондағыға ҡарағанда ла былтыр күберәк йорт һалынған, хатта совет осоро кимәлен дә уҙып киткәнбеҙ. Социаль торлаҡ һаны артты. Шуға күрә баҙарҙа торлаҡҡа хаҡ кәмемәй, ярайһы ғына юғары кимәлдә ҡала. Рәсәйҙең иң ҡиммәтле торлаҡ хаҡы булған ҡалалар исемлегендә 6-сы урындан төшкән юҡ. Был күренеш, беренсенән, юғары түләү мөмкинлеге һәм торлаҡҡа ихтыяж булыуы хаҡында һөйләй. Икенсенән, фатирҙар күп һатыла, шуға күрә тағы ла күберәк төҙөргә кәрәк. Бары тик яңы торлаҡтың һанын арттырып ҡына баҙарҙа торлаҡ хаҡын кәметеп буласаҡ.
Йәнә лә бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа торлаҡ ул кеше өсөн йәшәү урыны ғына түгел, ә инвестиция инструментына, эшҡыуарлыҡ объектына әйләнде. Кешеләр бер нисә фатир һатып ала, уларҙы ҡуртымға бирә, килем сығанағына әүерелдерә. Хатта унар, ун бишәр фатирлылар бар, улар – үҙҙәренең йыйған аҡсаһын күсемһеҙ милеккә һалған эшҡыуарҙар. Был күренеш үҙе үк торлаҡ хаҡын юғары кимәлдә тотоуға булышлыҡ итә.
Социаль яҡтан яҡлауға мохтаждарға килгәндә, улар өсөн махсус социаль хаҡ бар, ул баҙарҙыҡынан түбән. Йәнә лә беҙ махсус ипотека программаһын тормошҡа ашырабыҙ. “Ҡала кешеһе” программаһын билдәләргә була. Өфө ҡала ипотека кредиты агентлығы был йәһәттән ҙур эш алып бара, тағы ла яңы ипотека продукттарын тәҡдим итәсәкбеҙ халыҡҡа. Әйткәндәй, беҙҙең агентлыҡ Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала.
Иң мөһиме – хәҙер торлаҡ төҙөүҙең яңы кимәленә күстек. Йорттарҙың фасадынан алып күмәк кеше ҡулланған урындар ҙа, ишек алдары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Объект үҙе генә түгел, уның территорияһы ла юғары кимәлдә төҙөлгән булырға тейеш. Кешеләр фатир өсөн тир түгеп йыйған хәләл аҡсаһын һала, шуға күрә улар сифатлы тауар алырға хоҡуҡлы.
Төҙөлөш эштәре – беҙҙең тәүмаҡсат. Бары етерлек торлаҡ төҙөп кенә авария хәлендәге иҫке йорттарҙан күсереү программаһын тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ. Өфөгә бик күп ағас йорт мираҫ булып ҡалды. Үҙәк урамдарҙа ла улар аҙ түгел. Кварталлап төҙөү был мәсьәләне хәл итер тип уйлайым.
– Һеҙҙең өсөн ниндәй аш-һыу иң яҡшыһы? Өфө мэры ниндәй аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә?
– Ҡатыным әҙерләгән аш-һыу, әлбиттә. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте яҡыныраҡ күрәм, атап әйткәндә, ҙур булмаған предприятиеларҙа етештерелгән һөт ризыҡтарын яратам.
– Спортты яратҡанығыҙҙы беләбеҙ. Ниндәй командалар өсөн “ауырыйһығыҙ”?
– Бала саҡтан “Салауат Юлаев” хоккей һәм “Спартак” футбол командаларының көйәрмәне булдым. Хәҙер уларға үҙебеҙҙең “Өфө” футбол командаһы ла ҡушылды.
– Һеҙ, тимәк, үтә талапсан етәксе?
– Мин һәр саҡ кәрәгенсә ҡаты кеше булдым. Характер формалашыуға, әлбиттә, классик, хәҙергесә әйткәндә, грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүем дә йоғонто яһағандыр. Тормошта ла, келәмдә алышҡан кеүек, һәр саҡ үҙ көсөмә генә ышанырға өйрәнгәнмен. Белем усағынан да уңдым – ул математика йүнәлешендәге иң көслө 114-се мәктәп ине. Уны тамамлағандар илдең алдынғы вуздарына уҡырға инде һәм инә. Һуңынан – нефть институты, артабан... Беренсе йылда уҡ 100-ҙән ашыу кешелек коллективтың етәксеһе булдым. Үҙемде белгәндән алып етәксе урындарҙамын: бәләкәй, урта, ҙур. Шул иҫәптән хатта “химиктар”, йәғни хөкөм ителеүселәр коллективын да етәкләргә тура килде. Унда ни тиклем ныҡлы һәм ҡаты характерға эйә булырға кәрәклеге тураһында аңлатып тороу артыҡтыр.
Әммә... Эйе, һуңғы дүрт йылда холҡом үҙгәрҙе. Мин йомшағыраҡ, ситтәр фекеренә түҙемлерәк була башланым.
– Өфө һеҙгә ниндәй ҡаланы хәтер­лә­тә? Уның ниндәй булыуын теләр инегеҙ?
– Өфө нимәһе менәндер Белградты хәтерләтә. Шундай уҡ ландшафты, төҙөлөшө буйынса Швейцарияның ҡайһы бер ҡалалары менән дә оҡшашлығы барлығын күрәм. Рәсәй ҡалаларынан беҙгә Волга буйы һәм Урал федераль округы ҡалалары яҡыныраҡ. Беҙ, нисектер, бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ. Черниковка урамынан үтеп китәһең һәм ҡаланың был өлөшөн ни яғы менәндер Силәбе, Екатеринбург ҡалаларына оҡшатаһың. Көньяҡ өлөштә нимәлер Ырымбур, Ҡазан, Силәбене күҙ алдына баҫтыра.
Бөгөн беҙ Өфөнөң иртәгәһен формалаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, үҙ юлыбыҙҙы эҙләйбеҙ. Алдағы йылдарға ҡаланы үҫтереү стратегияһы әҙерләнәсәк, унда Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек буласағы асыҡ күренәсәк. Өс йыл эсендә 21 парк һәм сквер эшләнек. Хәҙер йылына 500-гә тиклем капиталь төҙөлөш объекты күтәрәбеҙ. Әле һәр береһенә архитектура, төҙөкләндереү йәһәтенән талаптар бик ҡаты. Һәм һәр объект – ул ҡаланың киләсәк имиджы.
Дөрөҫөн әйткәндә, хатта Европаның йәки Азияның иң яҡшы мегаполистарында ла әллә күпме етешһеҙлек табам. Туристик маршруттан ситкә сығып, 200-300 метр ситкә китәм дә барлыҡ “матурлыҡ”ты күрәм... Бер етешһеҙлеге лә булмаған бер урын да юҡ. Америка ҡалаһы булһынмы ул, Ҡытайҙыҡымы... Был – ғәҙәти хәл. Тотош Өфө – ә ул 720 квадрат километр майҙанда урынлашҡан – Ленин урамы йәки “Ҡунаҡһарай” кеүек була алмай.
Мин һәр саҡ шулай тим: беҙҙә ике Өфө бар – ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы. Икенсеһе хаҡында бары тик белгестәр генә белә. Үҙемде ер аҫты ҡалаһын яҡшы белгән кешеләр рәтенә индерәм. Ул күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хеҙмәтләндереү өсөн ауырыраҡ. Был эште ҡала халҡы күрмәй, ә ул – бик тә ауыр хеҙмәт.
1960 – 2000 йылдарҙа ҡалабыҙҙы яҡшы иҫләйем. Кемдер: “Бына элек яҡшы ине”, – ти. Әллә инде... Элек Өфө хакимиәтенән 300 метрҙа ике ҙур сүплек тупланғайны. Көньяҡ автовокзал урынында ҡала “ҡыйлығы” еҫ тарата торғайны. Салауат Юлаев проспектын төҙөгәндә беҙ йөҙәр йыллап йыйылған тау-тау сүплектәрҙе сығарҙыҡ. Юҡ, минән алда эшләгәндәрҙе тәнҡитләмәйем – улар шул тарихи шарттарҙа, ул ваҡыттағы мөмкинлектәрҙән сығып, намыҫлы, ихлас, тырышып хеҙмәт иткән. Мин дә шулай эшләргә тырышам – баһаны халыҡ үҙе бирер.
– Ирек Ишмөхәмәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлнур Юрматы
    Гөлнур Юрматы от 04.08.2015, 00:06
    Мэр төрлө яҡлап асылған, ҡыҙыҡ һөйләшеү, тик аңламаным, Бабичҡа һәйкәл буламы юҡмы?

  2. Сибай
    Сибай от 04.08.2015, 15:19
    Журналистың оҫталығы уның һорауҙарында. Лариса, афарин! Интервью белгесе Андрей Морозовтың шундай һүҙҙәре бар: "Вы должны быть хорошим психологом. Понимать вашего собеседника с полуслова и уметь направить разговор в нужное русло". Лариса, был тәңгәлдә һеҙ оттоғоҙ)))

  3. Фаниса Челябинск
    Фаниса Челябинск от 06.08.2015, 12:24
    Мне кажется мэр лчень умен!!! Извините, пишу на русском, хотя башкирка. Читаю, разговариваю, но писать не могу. На каждый вопрос дан конкретный ответ, тут нет никаких общих фраз! Браво, Уфа!Браво, башкирский город!!!

  4. Гөлбаныу
    Гөлбаныу от 07.09.2015, 15:43
    Тура бәйләнеш эшләйек мэр менән






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873