Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙең эраға һигеҙ йылға саҡлы ул секстилис (sextilis) исеме менән йөрөгән һәм 30 көндән торған. Беҙҙең эраға тиклем 45 йылда Юлиан календарынан файҙалана башлайҙар. Шул йылда Римда Сенат календарҙы дөрөҫ файҙаланыуҙы күҙәтеү эшен Рим жрецтарының юғары коллегияһына ҡуша. Улар, Созиген реформаһына ярашлы, кәбисә йылын һәр өс йылдан һуң дүртенсеһендә индерергә тейеш була. Тик жрецтар уны ике йылдан һуң өсөнсөһөндә индерә, һәм ошо арҡала календарҙа буталсыҡтар башлана.

Был хата табылғас, Рим императоры Август үҙенең фарманы менән яңы реформа үткәрә һәм 45-се йылдан бирле йыйылып килгән календарҙағы хатаны төҙәттерә. Ошонан һуң Сенат Императорҙың хеҙмәттәрен баһалау маҡсатында алтынсы айҙы август тип үҙгәртә. Император Август нәҡ ошо айҙа хәрби өлкәлә ҙур уңыштар яулаған була. Сенат Юлий Цезарь менән Октавиан Августың хеҙмәттәрен тиң тип баһалай һәм февраль айынан бер көндө алып авгусҡа ҡуша. Тағы ла бер хәл: боронғо Римда таҡ һандар бәхетле, ә йоп һандар бәхетһеҙ тип иҫәпләнгән. Шунлыҡтан август айы ла 31 көндән тора.
Ябай ғына булмаған тарихлы август айы төрлө ырымдарға ла бай. Май айы кеүек был айҙың да һәр бер көнө нимәгәлер бағышланған. Бына улар:
1 август — Макрида көнө. Макрида — көҙ миҙгеленә күрһәтеүсе көҙгө эштәр башлана: еләк мыйыҡтарын ҡырҡыу, ҡурай еләген һирәкләү һәм башҡаһы. Ырым буйынса, был көн еүеш икән, көҙ ямғырлы була.
2 август — Илья көнө. Был көндә йыл көҙгә ҡарай борола, сөнки йылғаларҙа һәм күлдәрҙә һыуҙың температураһы түбәнәйә башлай. Беҙҙә һыу инеү миҙгеле, баҫыу эштәре тамамлана. Славяндар был көндә яңы арыштан икмәк бешергән.
Дарыу үләндәре йыйыу башлана, баҡсалағы ҡый үләндәрен йолҡоп алыу мотлаҡ. Емештәре йыйылған ағастарҙы һаҡлау сараларын да күрергә кәрәк.
3 август — емеш ҡыуаҡтары — ҡарағат, крыжовник, һырғанаҡ, балан — ултыртыу башлана.
4 август — Мария Магдалена көнө. Славяндарҙа ул Еләкле Мария көнө исеме менән билдәле. Еләк мыйыҡтарын ултырталар, емеш ағастарына мул итеп һыу һибәләр. Ҡара ҡарағат йыйыу башлана.
5 август — ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү көнө. Был көндә әҙерләнгән емеш­тәр оҙаҡ һаҡлана. Бәшмәк кип­терегеҙ.
6 август — йәйге Борис һәм Глеб көнө. Ураҡ эштәре был көндән дә һуңға ҡалмай.
7 август — ҡышты күрһәтеүсе Анна (Һалҡын Анна) көнө. Иртән һыуыҡ булһа — ҡыш һыуыҡ, ямғыр яуһа — ҡыш ҡарлы һәм йылы була. Арыш сәсеүгә һуңғы әҙерлек башлана.
8 август — дарыу үләндәре көнө. Уларҙы иртән ҡояш сыҡҡанда һәм кис ҡояш батҡанда йыйырға кәрәк. Емеш ағастарын тикшереп, һынған, сатнаған ботаҡтарҙы алырға.
9 август — дауалаусы Пантелеймон, Күсәнле Николай көндәре. Дарыу үләндәренең тамырҙарын әҙерләйҙәр. Кәбеҫтә күсәне бик тиҙ үҫә башлай. Ошо көндән иртәнге һалҡындар төшә.
10 август — киләһе йыл уңышы көнө. Туңға һөрөү башлана.
11 август — Каллиник көнө. Бүлмә сәскәләрен ҡәҙерләү көнө. Тупраҡтарын алыштырырға кәрәк. Был көндә төшкән ҡырау — иң ҡурҡынысы. Өлгөрөп килгән еләк-емеште һәләк итеүе ихтимал. Шуның өсөн “Каллиникта ҡырау бирмә, томан бир” тигән әйтем дә бар.
12 август — Изге көс көнө. Ошо көндә яңы уңыштан бешерелгән икмәкте ашаған ир кешегә көс керә.
13 август — Евдоким көнө. Бәшмәк йыйыу, дарыу үләндәре әҙерләү ваҡыты.
14 август — беренсе Спас. Баллы Спас. Умарталарҙан бал алына. Төндәр һалҡыная башлай. Ҡарлуғастар осоп китә. Ҡырауҙар башлана.
15 август — бесәнсе Степан көнө. Ҡышҡылыҡҡа бесән ташыу башлана. Шул уҡ ваҡытта ҡурпы өлгөрә, һәм уны сабырға төшәләр.
16 август — елле буранлы Исаакий һәм Антон көнө. Көн елле булһа, ҡыш ҡарлы-буранлы килә.
17 август — Евдокия (Авдотья) көнө. Ҡыяр тоҙлау башлана. Был көндә башланған ямғырҙарҙы һуҡыр ямғыр тип йөрөтәләр.
18 август — Евстигней көнө. Де­кабрҙәге һауа торошо ошо көнгә оҡшаш була. Күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултырта башларға мөмкин.
19 август — Алма Спасы көнө. Алма йыйығыҙ. Ужым сәсеү башлана.
20 август — киләһе йылға йәшелсә өсөн ер эштәрен башҡарыу көнө. Ерҙе бөжәктәрҙән таҙартыу, йомшартыу эштә­рен атҡарығыҙ.
21 август — елле Мирон көнө. “Ел туҙан күтәрә, йәй үткәнгә илай” тип әйтелә мәҡәлдә.
22 август — ағастағы бәҫ көнө. Әгәр ул булһа, киләһе йыл уңышлы килә. Шуның өсөн дә ергә төрлө ашламалар индерәләр.
23 август — Изге Лаврентий көнө. Тымыҡ һыуға ҡарап көҙгә һәм ҡышҡа ырымдар юрағандар. Ошо көндән башлап ағастар үҫеүҙән туҡтай.
24 август — еләк үҫентеләрен ашлау көнө.
25 август — киләһе йыл уңышын күҙал­лау көнө. Ағасҡа бәҫ ҡунһа, уңыш мул була.
26 август — картуф көнө. Картуф алыу башлана. Йәшелсә тоҙлау, орлоҡ йыйыу һәм башҡа эштәр атҡарыла.
27 август — Михей көнө. Көн елле булһа, сентябрҙә көн боҙола.
28 август — Успенье көнө. Емеш-еләк ҡыуаҡтарын һирәкләү көнө.
29 август — Сәтләүек Спасы көнө. Сәтләүек өлгөрә. Көн һыуыҡ булһа, көҙ оҙайлы була. Был көндә торналар осһа, октябрҙә ҡыш башлана.
30 август — ағас ултыртыу көнө. Ошо көндә ултыртылған ағас яҙ ауырыуҙарға бирешмәй.
31 август — Риф һәм Лавр көнө. Улар аттарҙы ҡурсалаусы тип иҫәпләнә. Ужымды ошо көндән дә һуңлатырға ярамай. Әбейҙәр сыуағы башлана.
Августа күҙәтеү өсөн ваҡиғалар етерлек: үҫемлектәр донъяһы һәм хайуандар ҡышҡы осорға әҙерләнә, кешеләр йәйге эште тамамлай. Һауа торошо ла үҙгәреүсән: эҫе көндәр, һалҡын төндәр, ҡырау менән томандар, кинәт килеп сыҡҡан көслө елдәр… Былар бөтәһе лә авгусҡа хас.



Инбер ЯПАРОВ,
БДУ доценты,
география фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 1

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте 22.05.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә