Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә Низам Ҡәриптең һүҙҙәрен нисек яҙыл­ған, шул килеш тәҡдим итәбеҙ: “Элекке Стәр­летамаҡ өйәҙе, хәҙерге Красноусол районы Еҙем-Ҡаран ауы­лы мәхәл­ләһенең метрикалар ке­нәгәһенә башҡа тыуыусылар менән бер рәттән “Ғәбделмәжит июль – 20, атаһы баш­ҡорт Ғәбделғәни, инә­һе Мәрзиә, Еҙем­­ҡаранда тыуҙы” тигән, бик һаран яҙыл­ған өҙөк-өҙөк һүҙ­ҙәрҙе лә уҡыйбыҙ. Был инде – хәҙер һәр кемгә бил­дәле, һәр әҙәбиәт һө­йөүсе йөрә­гендә һаҡ­лаған башҡорт ша­ғи­ры, башҡорт әҙә­биәте клас­сигы Мәжит Ғафури ту­раһында тәүге һүҙҙәр, тәүге яҙмалар.
Бына шул яҙыусының – үҙенең бөтөн тормошо, барлыҡ хеҙмәте менән халыҡҡа айырылғыһыҙ бәйләнгән, уның зарын да, шатлығын да бергә кисергән һоҡланғыс кешенең — тыуыуына быйыл 60 йыл тулды.
Уның шиғырҙары, мәҫәлдәре, хикәйәләре халыҡ араһында иң тиҙ таралыусан булды, күңелдән ятланды, һөйөлөп уҡылды һәм әле лә уҡыла. Әҫәрҙәрен башҡорт һәм татар халыҡтары ғына түгел, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, төркмәндәр, шулай уҡ тәржемәләр аша рустар ҙа яратып уҡый. Әҫәрҙәре аша уны бар ерҙә лә беләләр.
Ҡайһы бер дәлилдәргә күҙ һалайыҡ:
“Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәре, полиция тарафынан ни тиклем тыйыуҙарға ҡара­маҫтан, революцияға тиклем тулы булмаған иҫәптәргә ҡарағанда, 21 исемдә, 47 баҫма табаҡ күләмендә һәм 42 мең дана менән тарала. Ә Бөйөк Октябрь социалистик рево­люцияһынан һуң инде Ғафуриға бөтөн юлдар асылғас, уның көткәне килә, теләге үтәлә: әҫәрҙәре башҡорт, татар, урыҫ телдә­рендә 1940 йылға тиклем генә лә 52 исемдә 260 баҫма табаҡ күләмендә һәм 250-300 мең дана тиражда таралды. Быға юбилей уңайы менән Башгосиздатта, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм союздаш, автономиялы республика­ларҙа сығып килгән баҫмаларҙы ла ҡушһаҡ, тираж тағы ла бер нисә тиҫтә меңгә артасаҡ.
М. Ғафуриҙың популярлығын, әҫәрҙәренең ихлас уҡылыуын тағы ла асыҡ күрһәтә торған документтар ҙа бар. Миҫалға тү­бәндәге дәлилде генә алайыҡ. Беренсеһе — Ижевск ҡалаһынан телеграмма “Башҡорт­остан совет яҙыусыларына. Ғафуриҙың тәржемәләрен, ижады тураһында тәнҡит материалдарын ебәрегеҙ. Яҙыусылар союзы – Гардиев”.
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендәИкенсе документ, Азербайжан Яҙыусылар союзынан: “…халҡыбыҙҙы таныштырыу һәм популярлаштырыу өсөн Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен… ебәрегеҙ”, — тип яҙалар.
Шундай уҡ йөкмәткеле Дағстан һәм башҡа республикаларҙан да хаттар һәм телеграммалар бар.
Юғарыла килтерелгән факттар Мәжит Ғафуриҙың популярлығын, әҫәрҙәренең халыҡҡа ни тиклем яҡын торғанлығын күрһәтә. Улар был кешенең бөйөклөгө һәм ябай уҡыусыға ни тиклем яҡын булғанлығы тураһында һөйләй.
Бына ошо шәхестең тыуыуына 60 йыл тулыу уңайы менән, уның ижади хеҙмәтен хөрмәтләү, әҫәрҙәрен киң ҡатлам уҡыусыға тағы ла яҡынайтыу, популярлаштырыу маҡсатында Панченко, Кедриндәр тарафынан тәржемә ителгән 4-5 табаҡ самаһында шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Быларҙан тыш, яҙыусы Әмир Чаныштың М. Ғафури ижады тураһындағы баш һүҙе менән 2,5 табаҡлыҡ шиғырҙар йыйынтығы нәшриәткә бирелде.
Юбилей хөрмәтенә ҡыҙыу эштәр алып барыла. Был һоҡланғыс датаға әҙерләнеү эше, йыйып ҡына әйткәндә, түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барыла: уның ижад һәм тормош юлы менән халыҡты таныштырыу, хәтирәләр баҫтырыу, Мәжит Ғафуриҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү.
Ошо бурыстарҙы үтәү маҡсатында Башгосиздат күптән түгел генә 26 табаҡ күләмендә “Һайланма хикәйәләр” йыйын­тығын сығарҙы. Әле 25-30 табаҡ самаһында шиғырҙар йыйынтығы нәшерләнә. Шулай уҡ рус теленә тәржемә ителгән “Тормош баҫҡыстары” повесы республикаларға, күр­ше өлкәләргә, райондарға таратылды, ә Мәскәүҙә шиғырҙар йыйынтығы һәм “Шағирҙың алтын приискыһында” тигән повесы баҫыла. 1941 йылда Мәскәүҙә русса йыйынтыҡ, Өфөлә башҡортса Мәжит Ғафуриҙың тулы әҫәрҙәр йыйынтығы баҫылып сыға (башҡортса тулы әҫәрҙәр йыйынтығының 6-сы томы 1956 йылда ғына донъя күрә. — А.Ш.).
М. Ғафури ижадына анализ яһау һәм уның ижадының әһәмиәтен баһалау маҡсатында байтаҡ мәҡәлә яҙылды. Былар араһында Әмир Чаныш, Афзал Ҡудаш, Байков, Туфаков, Карнай, Сәйфи Ҡудаш, Розин иптәш­тәрҙең мәҡәләләрен айырыуса билдәләргә кәрәк. Бындай мәҡәләләр – иҫтәлектәр менән бергә алғанда егерменән ашыу. Ҡудашев Афзал “М. Ғафури” монографияһын яҙҙы. Был үҙе генә лә 4 табаҡтан арта. Шағир Сәйфи Ҡудаш “Мәжит Ғафури” исемле пьеса яҙҙы. Унда яҙыусының тормош юлы күрһәтелгән. Аҙаҡ килеп шуны әйтергә кәрәк, Башҡортостан хөкүмәте М. Ғафури хеҙмәтен хөрмәтләү, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсаты менән шағирҙың йортонда ( Гоголь урамы, 28) М. Ғафури музейын ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Был музейҙа уның әҫәрҙәре, ҡулъяҙмалары, уға бәйле булған документтар бар. Бынан башҡа мәрхүм торған һәм уның исеменә бәйле урын­дарға мемориаль таҡта, ҡәберенә һәйкәл ҡуйыласаҡ һәм башҡалар…
Юбилей көнөнә союз­даш һәм автономиялы рес­публикаларҙан, Мәскәүҙән, шулай уҡ райондарҙан ҡу­наҡ­тар киләсәк. Шулай итеп, Башҡорт ша­ғиры М. Ғафуриҙың юбилейы бөтөн Баш­ҡортостан хал­ҡы өсөн тантаналы көн булып тора.
М. Ғафуриҙы күп­тәр күреп, бергә эш­ләп, уның менән ара­лашып белә. Был иптәштәр уның тура­һында иҫтәлектәр, мәҡәлә­ләр яҙырға тейеш ине. Ләкин бындай материалдар комиссия ҡулында ла, редакцияларҙа ла аҙ әле. Был кәмселекте бөтөрөргә һәм М. Ғафури тураһында юғарыла әйтелгән мәсьәләләр буйынса комиссияға, редакцияға хәбәрҙәр, мәҡәләләр, хаттар ебәрергә саҡырабыҙ. Был материалдар М. Ғафури музейын байытыу өсөн ҙур өлөш буласаҡ.
Н. Ҡәрип. 1940 йыл, 4 ноябрь”.
Шулай итеп, юбилей саралары 1940 йылдың 24 ноябрендә уҙғарыла. Өфөгә илебеҙҙең төрлө республикаларынан күренекле яҙыусылар килә. Улар араһында Мәскәү, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Литва, Грузия һәм башҡа туғандаш әҙәбиәт вәкилдәре була. Башҡортостан яҙыусылары ойошма­һының юбилей пленумында һөйләгән тел­мәрендә Мәскәү шағиры Александр Ромм М. Ға­фури ижадының интернациональ характерын билдәләп үтә.
М. Ғафуриға 60 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан хөкүмәте халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү сараларын күрә.
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 23 ноябрендәге Указы менән Башҡорт АССР-ның Красноусол районы Ғафури районы тип үҙгәртелә. 1923—1934 йылдарҙа М. Ғафури йәшәгән Гоголь урамындағы 28-се йортта шағирҙың Мемориаль йорт-музейын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, шағирҙың мемориаль йорт-музейы һуғыш тамамланғандан һуң 1948 йылдың 10 ғинуарында асыла. Шулай ҙа музей һуғышҡа тиклем бер нисә ай эшләп ала. Штатта мөдир менән мейес яғыусы була.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был йортта эвакуацияланып килгән Украина яҙыусылары ойошмаһы идараһы һәм “Әҙәбиәт һәм сәнғәт” гәзите редакцияһы урынлаша. Күренекле украин шағиры, Украина Фәндәр акаде­мияһының тел һәм әҙәбиәт институты директоры Павло Тычина ауыр һуғыш йылдарында башҡорт телен өйрәнеп (ул төрки телдәрен белгән була), М. Ғафури ижады буйынса “М. Ғафури ижадында патриотизм” тигән хеҙмәтен яҙа, һәм ул 1942 йылда башҡорт, урыҫ һәм украин телдәрендә баҫылып сыға. Киевта украин телендә был хеҙмәт 1955 йылда яңынан донъя күрә.
М. Ғафуриҙың әҫәрҙәре бөтөн төрки халыҡтар теленә тәржемә ителгән тип әйтерлек. Уның айырым әҫәрҙәре, шиғырҙары украин, белорус, әрмән, грузин, мари, сыуаш, удмурт, литва, латыш, венгр, болгар телдәренә ауҙарылған.
Уның ижады бөгөнгө көндә лә хеҙмәт итә. М. Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк, “Ғафури үҙенең ижады менән хеҙмәтсәндәргә респуб­ликаның йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда ғына түгел, бәлки әҙәбиәткә һөҙөмтәле рәүештә йоғонто яһап, йәнле әҙәби процеста ла ҡатнаша”.

Альмира ШӘРИПОВА,
Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы фондының баш һаҡлаусыһы.


Фотолар Милли әҙәбиәт музейынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873