Берлин (Потсдам) конференцияһына — 70 йыл
Аңлауымса, кешелек тағы ла (һәм тарихта нисәмә ҡабат инде) имтихан тота шикелле. Бәлки, һуңғы һынауҙыр… Самаһыҙ ҡеүәтләнгән заманда йәшәйбеҙ. Көс һәм белем кешегә һәр нәмәгә өлгәшеү форсатын бирә. Тик, үкенескә ҡаршы, көс менән әхлаҡ араһында тиңлеккә генә етә алманыҡ. Был кешелектең яҙмышын йәнә ҡыл өҫтөндә тотмаймы икән?
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы уҙғарылған тантаналар ҙа йөрәктә мәңгелеккә тамырланған хәүефте, һүнгән ялҡын бына-бына ҡабаттан дөрләп китер тигән ҡурҡынысты бөтөрә алмай. Беҙ, юғалтыу һәм юҡсыллыҡ даръяһын кискән кешеләр, тормошта ирәйеп, ғәмһеҙ бәхет менән йәшәүгә һис ҡасан да өйрәнә алмабыҙ, ахыры. Бәлки, шуғалыр ҙа, һуғыш һәм уның тирәһендәге сәйәсәт темаһына быйыл йыш әйләнеп ҡайтам.
Мәғлүм булыуынса, союздаштарҙың 1943 йылдың 28 ноябренән 1 декабренә ҡәҙәр — Тегеранда, 1945 йылдың 4 — 11 февралендә Ялтала конференциялары үтә. Тәүгеһендә Германияға ҡаршы һуғышты бергәләп дауам итеү, өс дәүләттең яуҙан һуңғы хеҙмәттәшлеге тураһында декларациялар, 1944 йылдың 1 майынан да ҡалмай Европала икенсе фронтты асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡырым (Ялта) конференцияһында иһә союздаш дәүләт башлыҡтарының хәрби пландарын билдәләү һәм яраштырыу менән бергә һуғыштан һуңғы сәйәсәттәренең төп принциптары хаҡында килешелә. И. Сталин, Ф. Рузвельт һәм У. Черчилль герман милитаризмын, нацизмын юҡ итеүгә ынтылышы тураһында ныҡлап белдерә. Ошо уҡ конференцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын булдырырға ҡарар ителә. Әйткәндәй, БМО-ның тәүге конференцияһы 1945 йылдың 25 апрелендә Сан-Франциско ҡалаһында йыйыла, унда ойошма уставының тексы раҫлана.
Ялта конференцияһы менән Потсдамдағыһы араһында ни бары биш ай ғына ваҡыт ята. Әммә ниндәй көндәр була улар! Һуғыштың аҙағы яҡынлашып килә. Уның сәйәси яғы мөһимерәк була бара. Көнбайыштағы союздаштар, вәғәҙә — иман тигән ҡағиҙәгә хилафлыҡ ҡылып, икенсе фронтты асыуҙы 1944 йылдың июленә ҡәҙәр һуҙа. Европалағы дәүләттәрҙең сиктәрен билдәләү ҙә, һүҙ бутҡаһына сумғанлыҡтан, хәл ителеүҙән алыҫ була. Һуғыштың һуңғы айҙары һәм аҙналарында сәйәси, хәрби килешеүҙәргә ҡағылышлы ашығыс аҙымдар яһала. Улар, йәнәһе, тыныс тормошто башлап ебәрергә тейеш. Шулай ҙа был ваҡытта иң мөһиме хәлде аңлау һәм уға айыҡ баһа биреү була. Ни өсөн тигәндә, Европала әле туптар тауышы тынмаған, ҡан йылға булып аға, ә артабан “һалҡын һуғыш” тип аталасаҡ күренештең тәүге хәүефле һыҙаттары төҫмөрләнә лә башлай.
Бының да үҙ сәбәптәре бар. Гитлерға ҡаршы союздаштар булып йөрөһәк тә, Көнбайыш илдәр, айырыуса Америка Ҡушма Штаттары халҡы, Көнсығыш фронтта фашистар менән алыштың шул тиклем дә хаяһыҙ төҫтә барғанын белмәй. Ситтән яҙа-йоҙа ишетеп, Ҡыҙыл Армияның ҡаһарманлығына һоҡлана, ләкин күпселек һуғыштың ҡот осҡос йөҙө, утыҙ миллионға яҡын (хәйер, теүәл генә һанды бер кем дә әйтә алмаҫ) ватандашыбыҙҙы алып китеүе тураһында хәбәрҙар булмай. Көнбайыш халҡы совет-герман фронтындағы иң ҙур алыштар хаҡында әле лә белмәй, йыртҡыс фашисты совет һалдаты түгел, бәлки, американдар еңгән тип ышанып йөрөй.
Советтар Союзы һуғыштан нығынып, сынығып, илебеҙ сиген һаҡларға һәләтле армияһы менән сыға. Аҙаҡҡыһы айырыуса мөһим, сөнки хәрби хәрәкәттәр туҡтағас уҡ, донъяла яңы хәл барлыҡҡа килә. Фашизм пыран-заран килтерелһә лә, дипломаттар һәм сәйәсмәндәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтә алғандар көнбайыш дәүләттәрҙең Гитлерҙың яуызлығын дауам итергә ниәтләгәнен күрмәй булмаҫ.
Был юҫыҡта һүҙҙе һуңғараҡ дауам итербеҙ, әлегә 1945 йылдың 17 июленән 2 авгусына тиклем дауам иткән Берлин (Потсдам) конференцияһына иғтибарҙы йүнәлтә торайыҡ.
Фашистик Германия тәкмәсләтелгәндән үк һуғышҡа йомғаҡ яһау һәм ошо маҡсатта союздаш өс дәүләт етәкселәренең яңы конференцияһын йыйыу зарурлығы көн тәртибенә баҫа. Ялтанан һуң бындай осрашыуға әҙерләнеү тәбиғи. Форумдың енәйәтсел “өсөнсө Рейх”тың әле төтөнө лә таралып өлгөрмәгән харабаларында йыйылыуы һабаҡ һәм ғибрәт алыу йәһәтенән мәғәнәле булғандыр. Ул саҡта СССР-ҙың Ҡушма Штаттарҙағы илсеһе, Потсдам конференцияһында рәсми делегация ағзаһы рәүешендә ҡатнашҡан Андрей Громыко иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: “Башлыҡтар бер-береһен сәләмләй, осрашыуға ҡәнәғәтлек белдерә ине. Ләкин “түңәрәк өҫтәл” янындағы ултырыштарға союздаш армиялар яугирҙәре, бөтөн донъя халыҡтары, һуғышта һәләк булғандарҙың рухы көткән йылылыҡ етмәне. Фашизм бит, түңкәрелгән донъя уның аяҡ аҫтында ятыр, тип ынтылғайны. Әммә киреһенсә килеп сыҡты: кешеләр фашист йыртҡысын сырҡырата һуҡты. Ул тупраҡта борғолана. Еңеүселәр осрашты, ләкин…”
Конференция башланғандан уҡ Америка президенты менән Англия премьер-министры яғынан һәр аҙымда һағайыу һәм сәйәси ҡоролоҡ үҙен һиҙҙертеп тора. Сәғәттәр, көндәр үтә килә бындай кәйеф көсәйә генә бара. Һәр төп проблема буйынса союздаштар араһында фекер айырмалығы хасил була. Улар Германияның киләсәге, тар-мар ителгәндән аҙаҡ был ил менән ни эшләү, Ҡырымда хәл ителмәгән репарациялар, Германияны демилитаризациялау һәм демократлаштырыу йәһәтенән ғәмәли аҙымдар, Польшаның яҙмышы, немецтарҙан ҡалған ҡоралды ҡайҙа ҡуйыу һәм башҡалар хаҡында һөйләшә. Әйткәндәй, Польша, уның сиктәре, етәкселеге мәсьәләләре әүәлге конференцияларҙа ла, союздаш илдәр башлыҡтарының бер-береһенә ебәрә торған мөрәжәғәтнамәләрендә лә һәр даим күтәрелә килә. Сталин, совет делегацияһы Польшаның мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле һәм ныҡлы яҡлай. Шуғалыр, хәҙер был дәүләттең сәйәси етәкселегенән рәхмәт һүҙен даими ишетәбеҙ.
Йыйындың күпселек өлөшөндә һөйләшеү шаҡтай ҡоро була. Тәбиғи, бер кем дә йоҙроҡ менән өҫтәл төйгөсләмәй, тауыш күтәрмәй, шулай ҙа конференцияның башында уҡ унда ҡатнашыусылар һөйләшеп килешеү юлының уғата һикәлтәле булырын, ә бәғзе мәсьәләләр буйынса һүҙ беркетеүҙең мөмкин түгеллеген аңлай. Сара барышында Иосиф Виссарионович совет делегацияһы принципиаль ҡараштарҙы яҡлау менән бергә осрашыуға ышаныслылыҡ рухы бирергә тырыша, көнбайыш уҙаҡташтарына ихтирам күрһәтә.
Потсдам тарихына әйләнеп ҡайтып, аҙаҡ тикшеренеүселәр шундай һығымтаға килә: Президент Трумэн конференцияға СССР менән яҡынаймау, Германияны Көнбайыш иҡтисадына мисәүләү ниәте менән барған. Артабанғы “Маршалл планы” быны раҫланы ла инде.
Черчилль — Совет дәүләтенең күптәнге дошманы. Ул ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса хатта Рузвельтты ла “төҙәткеләргә” тартынмай. Шуға күрә Британия премьеры Потсдамдағы ҡайһы бер ябай ғына фекер алышыуҙы ла киҫкенләштерергә тырыша.
Черчиллдең уҫаллығы уның Фултон һәм Цюрихтағы сығыштарында айырыуса асыҡ күренә. 1979 йылдың ноябрендә Лондондың “Гардиан” гәзитендә былай тип яҙыла: “Уинстон Черчилль 1948 йылдың апрелендә инглиз һәм американ хөкүмәттәрен, рустарҙа ул саҡта атом бомбаһы юҡлыҡтан файҙаланып, Советтар Союзына ҡаршы ядро һуғышы башларға ҡоторта. …Йәнәһе, ҡалаларын тулыһынса юҡ итеү менән янап, рустарҙың Берлиндан һәм Көнсығыш Германиянан китеүен талап итергә”.
Потсдамда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың иң ҙур әһәмиәте шунда: улар, СССР халыҡтары менән Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре өлгәшкән тарихи еңеүҙе нарыҡлап, ғәҙел донъя ҡороуға нигеҙ һала. Киләсәкте күрәм һәм уның өсөн көрәшәм тиһәң, үткәнде онотмау зарур. Икенсе донъя һуғышы барышында, унан һуң алынған һабаҡтар кешелекте уяу булырға саҡыра. Бөйөк ғәскәр башлығы Георгий Константинович Жуков “Комсомольская правда” гәзите хәбәрсеһе Василий Песковка биргән интервьюһында былай тигәйне:
“Хәтеремдә, Вислала илап ултырған һалдатты күргәйнем. Баҡтиһәң, ул дуҫы, әле генә һәләк булған йәш лейтенант тураһында һөйләй икән…Тыныслыҡ, һиллек, уҡыу, эшләү, ҡайҙа теләһәң, шунда барыу мөмкинлеге беҙгә ҡиммәткә төштө. Беҙ, өлкән быуын кешеләре, быны һис онотмаҫбыҙ. Йәштәрҙең дә хәтерҙән сығармауы мөһим.
Йәштәргә йәнә шуны ла әйтер инем: еребеҙгә, еңеүҙәребеҙгә ҡанығыусылар әүәлгесә бар һәм әле оҙаҡ булыр, тип уйлайым. Шуға күрә ҡаты һынау мәленә һәр даим әҙер булырға кәрәк”.
Ҡарт маршалдың васыятын онотмау фарыз.