Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфө йәшәрҙе, туплап йәштәрҙе
Өфө йәшәрҙе, туплап йәштәрҙе Үткән йәкшәмбе Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең Беренсе йәштәр йыйыны тантаналы шарттарҙа асылды. Унда Бразилия, Һиндостан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан илдәренән һәм, әлбиттә, Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу йәш лидер ҡатнашты, ҡыҙыу фекер алышты.

Республикабыҙ тураһында бай йөкмәткеле видеофильм сит ил вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Күптән түгел Өфөлә халыҡ-ара саммит ойошторолдо һәм әле, шәхсән минең өсөн, йәштәр ойошмалары исеменән сығыш яһау – оло мәртәбә, – тине “Рәсәй Йәштәр союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Красноруцкий, форумды асып. – Егет-ҡыҙҙарҙың донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡ­һыныуы башҡаса хәҙер. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәйбеҙ. Даими рәүештә саралар уҙға­рылыуы, төрлө йүнәлештәге фестивалдәрҙең, ҡы­ҙыҡ­лы конкурстарҙың, сәмле спорт ярыштарының өҙлөкһөҙ үтеүе – быға асыҡ миҫал.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, йәштәрҙе Хөкүмәт исеменән сәләмләп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
– Бынан 18 көн элек Өфөлә, ошо күркәм мәҙәниәт усағында уҙған саммитты йәштәрҙең эстафета рәүешендә ҡабул итеп алыуы – яҡшы күренеш, – тине Марат Шәрифулла улы. – Бер-беребеҙгә теләктәшлек күрһәтеү, күршеләргә туғандарса мөнәсәбәт – бына нимә беҙҙе берләштерә һәм яҡынайта.
“Рәсәй тыныслыҡ фонды” халыҡ-ара йәмәғәт фондының беренсе вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы йәмәғәт дипломаты үҫеше һәм сит илдә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итеү буйынса комиссия рәйесе Елена Сутормина билдәләүенсә, әһәмиәте ҙур булған тәҡдим-теләктәрҙе Йәмәғәт палатаһы киләсәктә лә хуплаясаҡ, ә инде “Юл картаһы” йәштәр проекты бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров Совет рәйесе Валентина Матвиенконың ҡотлауын уҡыны.
Рафаил Нариман улы, көслө Рәсәй өсөн, туған Башҡортостан өсөн ғорурланып, йәштәргә мөрәжәғәт итте:
– Һеҙ киләсәктә юғары һәм яуаплы вазифалар биләрһегеҙ, иманым камил, уға һуҡмаҡ нәҡ ошо бәрәкәтле ерлектә һалына.
Әйткәндәй, ошо көндө тыуған көнөн билдәләгән Рафаил Зинуровты Павел Красноруцкий ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Сове­тының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренә ҡарағанда, ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиты Өфөлә үтәсәк тигән яңылыҡҡа ҡайһы берәүҙәр һағайып ҡараһа, хәҙер һәр береһе ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Баш ҡалабыҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күркәмләнде, беҙҙе бөтә донъя ҡараны һәм тыңланы. Лилиә Салауат ҡыҙы миграция, йәш парламентаризм, субъекттар араһындағы хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкәләр буйынса эшлекле фекерҙәрен әйтте.
Рәсәй Йәштәр союзы Бразилия һәм Көньяҡ Африка Республикаһының йәштәр ойошмалары менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы, шулай уҡ бер нисә кешегә ойошманың юбилей миҙалы тапшырылды.
Көндөң икенсе яртыһында “БРИКС һәм ШОС киңлектәрендә йәштәр хеҙмәттәшлегенең киләсәге һәм мөмкинлектәре” тигән үҙенсәлекле пленар ултырыш үтте. Уны “Рәсәй Йәштәр союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге директоры Татьяна Селиверстова алып барҙы. Бразилия вәкиле Томас де Толедо тыныслыҡҡа саҡырһа, Һиндостандан килгән йәш ҡыҙ Синха Мальвика илдәр араһындағы үҫеште киңәйтеү тураһында бәйән итте.

* * *
Йәштәр форумының икенсе көнөндә БРИКС һәм ШОС илдәренең йәштәр ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары үҙҙәренең дәүләтендәге йәштәр ойошмалары тураһында һөйләне.
Делегация етәксеһе Томас де Толедо билдәләүенсә, Бразилия студенттарының азатлыҡ союзы үҙенең ҡанаты аҫтына бик күп ҡыҙ һәм егетте йыйған, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Союз ағзалары демократия яҡлы, иреклек принциптарына тоғро. Оҙаҡламай Рио-де-Жанейро ҡалаһында үтәсәк йәштәр форумында ошо һәм бүтән бихисап көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.
– Беҙҙә һәр йәш кеше үҙен төрлө яҡлап асһын өсөн бар шарттар ҙа етерлек, – ти Һиндостан делегацияһы етәксеһе Синха Мальвика. – Студенттарҙың туранан-тура ил президенты менән бәйләнешкә инә алыуы – ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Юғары вазифа биләүселәрҙең битарафлыҡтан ҡотолоп, йәштәргә иғтибар бүлеүе – яҡшы күренеш. Бәлки, әле кескәй генә уй-ниәттәр менән янабыҙҙыр, ләкин ике тиҫтә йылдан һуң эшебеҙҙең һөҙөмтәһе мотлаҡ күренәсәк.
Ҡытай егете уларҙағы йәштәр ойошмалары башлыса мәғариф, тәжрибә туплау, тәбиғәтте һаҡлау, эшкә урынлаштырыу кеүек мәсьәләләр менән шөғөлләнеүен, Ҡытай менән Рәсәй араһында студенттар менән алыш-биреш итеүҙең юлға һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, Көньяҡ Африка Республикаһы вәкиле йәштәргә эш юҡлыҡтың төп сәбәбен иҡтисади хәлдең насар булыуына бәйләне.
Ҡырғыҙстан ҡунағы, ҡайһы берәүҙәр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанды йыш ҡына бер ил тип уйлай, берүк бутамаһындар ине, икеһе лә алға киткән дәүләттәр исемлегендә, тигән үтенесен белдерҙе. Ул БРИКС һәм ШОС илдәренең сираттағы йәштәр йыйыны Ҡырғыҙстанда ойошторолһа ине тигән теләген еткерҙе, ә йәштәрҙең фәнгә ынтылышы тураһында Рәсәйҙең Башҡортостандағы йәш ғалимдар союзының төбәк бүлеге етәксеһе Альберт Маннапов һөйләне. Шулай уҡ Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡыҙ һәм егеттәрҙең белемгә ынтылышы, телдәр өйрәнеүгә ваҡытын йәлләмәүе һәм башҡалар хаҡында бәйән итте.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә