Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сафия-Аннушка — Бына шулай, — тине лә, сыбырт­ҡыны ергә ырғытып, өйөнә ыңғайланы. Ҡыҙҙар уның артынан эйәрҙе. Ошо көндән башлап Сафияның абруйы бермә-бер артты ауылда. Ҡәйнә-ҡайныһы ла, дөрөҫ эшләгәнһең, тип маҡтап ҡуйҙы.
Бирешмәне Сафия-Аннушка. Үҙен-үҙе, балаларын яҡлап, көнө-төнө колхозда эшләп, ҡәйнә-ҡайныһын тәрбиәләп, шым ғына йәшәүен дауам итте. Инде ғүмере лә үтеп бара ошо ауылда. Ҡыҙҙары үҫеп, буй етеп, Өфөгә уҡырға китте. Ҡәйнә-ҡайныһы бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Килендәренә рәхмәтле, риза булып йәшәне улар. Улдарына рәнйеү хисен үҙҙәре менән алып киттеләр. Ейәнсәр­ҙәре иһә бер-бер артлы кейәүгә сығып, донъя ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй.
Сафия, алыҫтарҙан осоп килгән яңғыҙ ҡошсоҡ, ир нигеҙен һаҡлап ғүмер итә. Өлкән ҡыҙы — Фәнзиләһе — алыҫ райондарҙың береһендә балалар үҫтереп, матур ғына йәшәй. Кесеһе Тәнзилә Өфөлә төпләнде. Хәл белергә ҡайтҡан һайын әсәләрен үҙҙәренә йәшәргә саҡыра улар.
Олоғая бара шул Сафия. Хәҙер элекке кеүек ҡура тулы мал юҡ. Шул ҡош-ҡорт аҫрап ҡына көн күрә. Оҙон ҡышҡы төндәрҙә, ауылды буран һырып, ҡар күмеп киткәндә, йыш ҡына алыҫ Украинаны хәтеренә төшөрә. Иҫләйҙәрме икән уны? Ағаһы менән еңгәһе ни хәлдә икән? Инде ҡартайып бөткәндәрҙер. Балалары ишле ине, улар үҫеп, үҙ тормошон ҡороп йәшәйҙер. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына пар һуҡмаҡ һалынған ауыл урамы, емештәре алһыуланып торған алма баҡсалары төшөнә кереп йөҙәтте. Эх, бер ҡайтып килергә ине лә бит, ғүмер уҙып киткән… Ваҡыт үтеү менән бер аҙ төҫһөҙләнә төшкән зәңгәр күҙҙәрен тәҙрәгә төбәп, уйҙарға бирелеп, оҙаҡ ултырыр ине шулай Сафия.
Бер ялда ҡайтыуында Тәнзиләһе ай-вайына ҡарамай баш ҡалаға алып китте үҙен. Ейәндәреңә — күҙ-ҡолаҡ, өйгә “йоҙаҡ” булырһың, тип күндерҙе. Ҡыш сыҡҡансы тип кенә алып киткәйне лә бит, башҡа ауылға юлатманылар әбейҙе. Тиҙ өйрәнде ҡала тормошона Сафия. Крандан эҫе-һалҡын һыуы ағып тора, ванна ла бик оҡшаны уға. Ҡулынан килгәнсә аш бүлмәһендә уралып, балалары ҡайтыуға табын әҙерләп, көндөң үткәнен дә һиҙмәҫ булды.
Бер көн кис Тәнзилә әсәһе янына ди­ван­ға килеп ултырҙы, уның ҡулдарын усына алды. Һүҙҙе нимәнән башларға бел­мәйенсә, күҙҙәренә оҙаҡ төбә­леп ултырҙы. Башын аҫҡа эйеп тә алды.
— Йә, балам, әйт һүҙеңде, һуҙма, — тип ҡеүәт өҫтәне уға Сафия.
— Әсәй, атайым да Өфөлә йәшәй. Беҙ күптән осрашып, күрешеп, һөйләшеп йөрөйбөҙ. Беҙҙән алыҫ та түгел фатиры, – үҙе һүҙһеҙ генә әсәһенең йөҙөн күҙәтте.
Сафия әбейҙең кинәт тыны ҡыҫылды, йөҙө ағарынып китте. Башынан мең төрлө уй, ул ғына ла түгел, бөтөн ғүмере уҙып киткән кеүек тойолдо. Тораташ кеүек ҡатып ҡалды ла өндәшмәҫ булды. Күңел яраларына һаҡһыҙ ҡағылғаны өсөн үкенеп, Тәнзилә әсәһен ҡосаҡлап алды. Сафияның кесерәйеп ҡалған кәүҙәһе ҡыҙының ҡуйынында юғалып ҡалғандай булды. Балаһына һыйынып, үкһеп-үкһеп илағыһы, күңелендәге әрнеү-яраларҙы күҙ йәштәре менән иретеп, ағыҙып ебәргеһе килде әсәнең. Тик илай ҙа, өндәшә лә алманы. Тәнзилә иһә сигенергә теләмәйенсә, әсәһенең тынысланғанын көттө. Тиҙ ҡулға алды үҙен Сафия. Ҡыҙы ҡуйынынан сығып, уңайлап ултырҙы ла:
— Йә, һөйләп бөт, балам, хәбәреңде, — тип ҡыҙына төбәлде.
— Һөйләп бөт тип ни, уның һине күргеһе килә, осраштыр беҙҙе, ти. Ҡыҫҡаһы, иртәгә беҙгә ҡунаҡҡа килә, — тип тамам аптыратты Тәнзилә.
Артабан һөйләшеү килеп сыҡмаҫын аңлап, Сафия әкрен генә урынынан торҙо ла йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Уйҙары сыуалды. Ятҡас та йоҡо алманы уны. Ҡара һин уны, күргеһе килгән, имеш, тип Мөҙәрискә асыуы килде. Уның хыянатын йөрәге аша тағы ла үткәреп, уйланып ята торғас, таң атты. Бар ғүмерен күҙ алдынан уҙғарҙы Сафия. Егетте тәү тапҡыр күргән сағын да, Өфөгә килеп ҡаршылаған мәлен дә, бергә донъя көткән ваҡыттарын да хәтерләне. Бик яратты бит уны Мөҙәрисе. Аннушкам, тип кенә торор ине. Сафия тигән исемгә өйрәнә алмауын иҫкә алып, йылмайып та ҡуйҙы. Бына ғүмер тигәнең уҙып та киткән, бер нәмәне үҙгәртеп булмай шул хәҙер, һуң, бик һуң шул, тип әрнеп уйланды Сафия. Ә шулай ҙа Мөҙәрисен күреү теләге, һуңғы тапҡыр булһа ла осрашып ҡалғыһы килеүе еңде. Иртән ул төплө ҡарарға килеп, ҡыҙына атаһын саҡырырға ҡушып тороп ҡалды.
Кисте ниндәйҙер бер эске ярһыу, үрһәләнеү менән көттө. Тәнзиләһе атаһын эштән ҡайтышлай кереп алып, кейәү, балалар менән гөрләшеп ҡайтып керҙеләр. Сафия йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй ине улар ингәндә. Мөҙәрисен күреп, баҙап ҡалды. Бер-ике аҙым артҡа сигенеп, ҡайтып кергәндәргә юл бирҙе.
— Ни хәл, Сафия, — тип ҡул һуҙҙы Мөҙәрисе. Ҡатын күреште лә өйҙәгеләрҙе аш өҫтәленә саҡырҙы. Юҡ, юғалып ҡалманы Сафия, үҙен тыныс, тәбиғи тотто. Өҫтәл янында барған һөйләшеүҙәргә ҡыҫылманы, алдындағы ризыҡҡа ла үрелмәне. Тышҡы ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотошо ябай, эскерһеҙ ине. Эстән дөрләп янһа ла, тыштан һиҙҙермәне, башҡаларҙы тыңлап ултырҙы. Әсәһенән күҙен алмаған Тәнзиләһе уның тыныс булыуына һөйөндө генә.
Ата-әсәһен икәүҙән-икәү ҡалдырыу теләге менән ҡыҙы башҡаларҙы икенсе бүлмәгә алып сығып китте. Шуны ғына көткәндәй, Мөҙәрис һағыш тулы ҡара күҙҙәрен ҡатынына төбәп:
— Беләм, Сафия, мине ғәфү итеүе ҡыйын. Ғәйеплемен һинең алда, сикһеҙ ғәйеплемен. Тик үҙгәртеп булмай шул үткәндәрҙе, кире ҡайтарыу ҙа мөмкин түгел. Әгәр булдыра алһаң, ғәфү ит мин йүнһеҙҙе, — тип ашығып һөйләп китте.
Үҙе Сафияның төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә төбәлде, өҫтәл аша ҡулдарына үрелде. Ғүмер буйы күңелендә күпме әрнеү, үпкәләү йөрөттө ҡатын! Ире ташлап сығып киткәс, ҡыҙҙарын алып, Украинаға ҡайтырға ла уйлағайны. Тик ҡәйнә менән ҡайныһының йылы мөнәсәбәте, балам, тип өҙөлөп тороуы туҡтатты был уйынан. Ҡыҙҙарын да тыуған еренән айырғыһы килмәне. Бына бит, һуңлап булһа ла тәүбәгә килгән Мөҙәрисе, ғәфү үтенеп ултыра, күҙҙәрен йәшләндереп. Уға ҡарата Сафияның йөрәгендә йәлләү ҙә, хатта күрә алмау ҙа юҡ. Үҙенең тыныслығына үҙе аптырап:
— Ҡуй, үкенмәйек әле, Мөҙәрис. Минең ғәфү итеүем генә һинең тормошто еңеләйтмәҫ. Үҙең тураһында һөйлә, нисек йәшәнең әлегәсә? — тип һүҙҙе икенсегә борҙо.
Оҙаҡ һөйләне Мөҙәрис: ҡайҙа эшләгәнен, нисек йәшәгәнен, балаларының айырым тормош көтөүен, ҡатынының мәңгелеккә күсеүен…
— Ҡаршы килмә, Сафия, килеп йөрөйөм әле балаларға, һинең яныңа. Мин яңғыҙ башҡа йылы һүҙҙән бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй, — тип һүҙен дауам итте ир.
Ҡатын риза булып баш ҡаҡты, ишеккә ҡәҙәр оҙата барҙы. Йыш килде Мөҙәрис Сафияһы янына. Көндөҙҙәрен, балалар өйҙә юҡта, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырыр булды. Сафия уны аш бешереп ҡаршылар ине.
Бер көндө Мөҙәрис ҡарт үтә лә шәп кәйефтә килеп керҙе. Күстәнәстәре лә мул ғына. Тупһанан уҡ:
— Сафия, әйҙә, миңә күсен. Бер үҙем йәшәп ятам, бергә күңеллерәк булыр, беҙ бит сит кешеләр түгел, — тип әйтеп һалды.
Сафия өндәшмәне. Өнһөҙ генә аш-һыу әҙерләп, Мөҙәристе табынға саҡырҙы. Өҫтәл янында ла һөйләшеү ялғанманы. Сафия үҙ уйҙарына бирелеп ултырҙы. Ир ҡайтырға ҡуҙғалғас ҡына:
— Һуң, Мөҙәрис, бик һуң инде. Бәғерем ҡатҡан. Ғәфү итергә бик теләйем дә бит, йөрәгем ҡабул итмәй. Ни эшләйһең... Килеп йөрөмә. Икебеҙгә лә ауыр булыр осрашыуҙар, — тип хәбәр һалды. Шаңҡып ҡалған ир оҙаҡ ҡына ишек төбөндә тапанды ла, йәшле күҙҙәрен Сафияһына төбәп, илауын һиҙҙермәҫкә тырышып, ашығып ишекте япты. Эштән ҡайтҡан Тәнзилә төҫө ҡасҡан әсәһенә ҡарап, хәлен һорашып ҡарағайны ла әбей өндәшмәне, бүлмәһенә инеп китте.
Ошо көндән башлап кинәт хәле насарланды Сафия әбейҙең. Төндәрен йоҡлай алмай ыҙаланып сыҡты, тамағына аш барманы. Мөҙәристе ғәфү итә алмауына үҙен-үҙе әрләне. Балалар хаҡына кисерергә кәрәк ине лә бит, тип әрнене. Шул ҡәҙәр ҙур һөйөүҙең һүнеүенә үҙе лә аптыраны. Мөҙәрискә ҡарата нәфрәте лә юҡ бит, күңелендә бушлыҡ тойоу йәнен өйкәне. Шулай үҙен үҙе ыҙалатып, күҙгә күренеп ҡартайҙы Сафия. Ә бер көндө йоҡоһонан уянманы…
Сафияның үлем хәбәрен ишетеп килеп еткән Мөҙәристе күреп, ҡыҙы аптырап ҡалды: бер нисә сәғәт эсендә атаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне. Күҙҙәренән сөбөрҙәп йәш аға. Сафияның баш осона ултырып, тораташ кеүек ҡатҡан ҡиәфәттә ҡаршыланы ул таңды. Ирендәре ниҙер шыбырҙай, яурындары туҡтауһыҙ ҡалтырауҙан өнһөҙ генә түгелеп илағаны һиҙелә. Бөтөн ҡиәфәтендә үкенеү, күңел ғазабы, әрнеү ярылып ятҡан Мөҙәристе тик уның берҙән-бере генә аңлар. Ҡарттың ирендәре “Аннушкам, Аннушкам” тип шыбырҙай ине. Һуңлап килгән үкенес йөрәген әрнетеп өйкәне ирҙең…





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 118

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 470

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 105

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 915

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 676

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 260

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 582

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 444

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532