Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡарбуз алырға ашыҡмағыҙ
Ҡарбуз алырға ашыҡмағыҙ Баҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә ҡарбуз һата башланылар. Хаҡы ла арыу ғына. Ҡиммәткә төшһә лә, ауыҙ итке килә бит, һатып алабыҙ. Ә өйгә ҡайтҡас, киҫеп ҡараһаң... Ҡыҫҡаһы, йыл да – бер үк хәл. Етмәһә, бындай ҡарбузды ашап ағыуланыуың да ихтимал.


Ҡарбуз һәм ҡауын ашап ағыуланыу күп осраҡта әлеге емештәрҙәге нитрат күләменә бәйле. Үҫтергәндә тиҙерәк өлгөрһөн өсөн уларҙы махсус ашлама менән эшкәртәләр. Ҡарбузда тейешле нитрат күләме 60 мг/кг-дан артмаҫҡа тейеш. Ваҡытынан алда өлгөргән ҡарбуздарҙа был күрһәткес ун тапҡырға күберәк була икән. Шул уҡ ваҡытта киҫелгән емештә бактерия һәм инфекциялар ҙа күп үрсей. Ғөмүмән, һатыу урындарында санитар талаптар күп осраҡта үтәлмәй. Ҡарбуз һатыуға барып еткәнсе бер ерҙән икенсе урынға күсереп йөрөтөлә. Был осраҡта хатта уны киҫеп биргән кешенең бысағының таҙалығынан да шикләнергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти санитар талаптарҙы үтәү ҙә күп осраҡта ағыуланыуҙан һаҡлап ҡалырға мөмкин.
Ҡарбуз ашағандан һуң хәлһеҙлек тойһағыҙ, башығыҙ, эсегеҙ ауыртһа, күңелегеҙ болғанһа, аяҡтарығыҙ ойоһа, тимәк, ағыуланғанһығыҙ. Ғәҙәттә, был билдәләр ике-өс сәғәт үткәс барлыҡҡа килә.
Сифатһыҙ ҡарбуз ашау бала имеҙгән әсәйҙәр һәм бер йәше лә тулмаған сабыйҙар өсөн бигерәк тә зыянлы. Йөклө ҡатындың балаһы төшөү ҡурҡынысы ла бар. Ағыулы емеште ни ҡәҙәр күп ашаһаң, зыяны ла шул тиклем күберәк буласаҡ. Һөҙөмтәһе хроник ауырыуҙар, мәҫәлән, шәкәр диабеты, һейҙек юлдары, ашҡаҙан сире, төрлө шеш менән интеккәндәр өсөн айырыуса ҡурҡыныс.
Әгәр ҙә ҡарбуз менән ағыуландым тип уйлайһығыҙ икән, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға кәрәк. Улар килгәнсе шыйыҡ ҡына марганцовка төнәтмәһе эсергә, бер нисә төймә активлаштырылған күмер ҡабырға, клизма яһарға мөмкин.

* * *

Ғәҙәттә, күп еләк-емеште һәйбәтләп йыуаһың да рәхәтләнеп ашайһың. Мәҫәлән, алманы нисек һайларға, нимәгә өҫтөнлөк бирергә тип баш ватмайбыҙ. Ә бына ҡарбуз менән һанлашмайынса булмай. Уны һайлауҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар. “Ҡыҙ” йәки “малай” ҡарбузмы, баламы-түгелме икәнлеген дә билдәләгән әллә күпме иҫкәрмә бар.
Бөгөн һүҙ ул хаҡта түгел, беҙ ҡарбуз һатып алыуҙың талаптарына иғтибар йүнәлтмәксебеҙ. Беренсенән, оло юл, яғыулыҡ һатыу станциялары янында, ҙур баҙарҙарҙа һайламағыҙ, сөнки был емеш ҡурғаш кеүек насар газдарҙы үҙенә тиҙ һеңдерә. Һатыу нөктәләре юлдан кәмендә 10 – 20 метр ситтә урынлашырға тейеш. Ергә йәйеп һалынған еләк-емештән дә ситтәрәк йөрөгөҙ.
Табынға ҡуйғанда ҡарбуздың ҡабығын таҙартыу яҡшы, организмға бактерия әҙерәк керер.

* * *

Ҡарбуз һатыу миҙгеле башланмаһа ла, эре сауҙа үҙәктәрендә һәм баҙарҙарға уны килтереп тә тултырғандар. Шул уҡ ваҡытта белгестәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән емештең август урталарында ғына өлгөрөүен иҫкәртә. Мәҫәлән, Әстрхан яҡтарындағы фермерҙар уңышты июль аҙағында бер нисек тә йыйып булмауын, беҙҙең тәбиғәт шарттарында уның һуңыраҡ бешеүен билдәләй. Бөгөн магазин кәштәләрендә тулып ятҡан емеште иһә махсус тупраҡҡа күмеп өлгөртәләр икән.

* * *

Башҡортостанда әлегә ҡарбуз менән ағыуланыу осраҡтары теркәлмәгән. Шулай ҙа белгестәр татлы ризыҡты һайлап алғанда иғтибарлы булырға кәңәш итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә