Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теләк кенә етмәй, хеҙмәт кәрәк”
“Теләк кенә етмәй, хеҙмәт кәрәк” Республикала киң билдәле публицист һәм журналист өсөн төп ҡағиҙә шул

Марсель Ҡотлоғәлләмов… Гәзиттәргә һәр саҡ күҙ һала барған, радио тыңлаған, телевидение тапшырыуҙарын ҡараған, китап кибеттәрен урап үтмәгән кешеләр өсөн был исем яҡшы таныш. Уның көнүҙәк мәҡәләләре, публицистик һәм художестволы очерктары, документаль китаптары бына нисә тиҫтә йыл инде йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә ҡала. Ваҡытлы матбуғатта ярты быуат эшләгән Марсель Әҡсән улының үҙ уҡыусылары, тыңлаусылары, шәкерттәре бар. Ғүмеренең иң дәртле йылдары ошо ауыр, електе һурған хеҙмәттә үтһә лә, уны ветерандар рәтенә индерергә тел әйләнмәй. Марсель ағай гәзит-журнал, радио-телевидение эшмәкәрлеген, ғөмүмән, ижад йөгөн төпкә егелеп тарта, мисәүгә күсергә йыйынмай.

— Белеүемсә, хаҡлы ялға сығы­уығыҙға байтаҡ ғүмер үткән. Ә һеҙ гәзит, журнал, радио редак­ция­ларының эсендә һаман ҡайнап йәшәйһегеҙ. Илле йыллыҡ хеҙмәт тә кешене ялҡытмаҫ икән…
— Һин мине улай уҡ ҡартайтып ебәрмә әле, юғиһә уҡыусыларым да, тыңлау­сы­ларым да бабай тип өркөп ҡасып бөтөр. Ә инде ваҡытты теүәлләүгә килгәндә, район гәзитендә йәш хеҙмәткәр, ауыл хәбәрсеһе булып йөрөгән, студент йылдарын да ҡушып иҫәпләһәң, матбуғат менән мөнәсәбәт хатта алтмыш йылға барып баҫа.
— Тимәк, унда-бында тайшанмай, журналистикаға туп-тура килеп индегеҙ?
— Тура юл гел генә түтә лә, таҡыр ҙа булмай ул. Үҫмер саҡта, хатта мыйыҡ урыны ҡарая башлағас та, башҡа иләҫ-миләҫ уйҙар килә инде ул. Бер мәл күрше Әбделғәзе ауылынан Әбүбәкер ағай Өмөтҡужин “Сталинец” комбайнында ауылыбыҙ тирәһендәге ашлыҡты һыҙғыртып йөрөп сапҡанында: “Эх, шуның штурвалын тотоп ҡараһаң ине!” — тип хыялый булып йөрөлдө. Күршебеҙ Рафаэль ағай Усманов, әрменән хәтәр физкультурник әҙерлеге менән ҡайтып төшөп, турникта тейен кеүек өйөрөлә башлағас, йәнә ҡыҙығылды. Өҫтәүенә Мәғниттә эшләгән ағайҙар ялтыр туфли, киң балаҡлы салбар кейеп ҡайтып инә, беҙҙең ише тубығы тумтайып бөткән ямаулы ыштанлы малайҙарға, көнсөллөктән, теге фырт егеттәрҙе күрмәмешкә һалышырға ғына ҡала. Ғөмүмән, кешене ҡыҙығыу, намыҫланыу ҙа алға әйҙәй ул.
— Һеҙҙең бала саҡ — һуғыш осорона, быуын нығытыу йылдары яуҙан һуңғы ваҡытҡа тура килгән. Ауыр үҫтегеҙме? Кемгә һыйындығыҙ, ниндәй ышаныс алға әйҙәне?
— Яуапты һорауыңдың икенсе өлө­шө­нән башлайым әле. Атайым 1942 йылдың башында фронтҡа киткәс, әсә­йем өс сабыйы менән Ғарифулла олатайҙарға ҡайтып һыйынған. Һуғыш осоронда, унан һуң бер нисә йыл күмәк ғаилә булып йә­шә­нек. Олатай менән әсәй һәр ваҡыт эштә, Ғәйнихаят өләсәйем беҙҙе, себеш­тәрен ҡанат аҫтына йыйған тауыҡ шикелле, эргәһенән ебәрмәҫкә тырыша. Ғә­жәп изге күңелле кеше булды, урыны йәннәттәлер инде. Яҡлаусыбыҙ, аҫрау­сы­быҙ әсәй булды. Оҙаҡ йылдар ата­йыбыҙҙың ҡайтып инеүенә ышандыҡ, уны бик көттөк. Ләкин өмөтөбөҙ аҡланманы.
Ә балалыҡтың һуғыш йылдарына тап килеүе мәсьәләһенә туҡталғанда, ул — бар донъя өҫтөнә төшкән афәт, илдәге һәр кемдең яҙмышына ҡағылған. Шуға күрә минең хәсрәт кенә — иң ауыры, ыҙаларым бүтәндәрҙекенә тиңләш­тергеһеҙ, тип раҫлауҙарҙы аңлай алмайым. Мари Луи Ламартин атлы француз шағиры, публицист һәм сәйәси эшмәкәр: “Бәхеттән бигерәк ҡайғы ике йөрәкте нығыраҡ яҡынайта. Дөйөм ҡыуаныс менән сағыштырғанда, уртаҡ яфалар бер-береңә көслөрәк бәйләй”, — тигән. Төптән уйлап ҡарағанда, ысындан да шулай бит.
Был йәһәттән шуны ла өҫтәргә кәрәк. Пафос менән һөйләй, гәзит стиленә яраҡлаша, тимә, ләкин беҙ балалыҡта ла, уҡыу дәүерендә лә, хеҙмәт юлына баҫҡас та — һәр даим дәүләттең хәстәрлеген тойоп йәшәнек. Хөкүмәт етәкселәре, мөмкинлектәр самалы булғанда ла, тәү сиратта ябай кешене ҡайғыртты. Хәҙер иһә, минеңсә, кеше мәнфәғәте ситтә ҡала кеүек, күп урын сәйәсәткә бүленә, буш вәғәҙәләр өҫтөнлөк ала.
— Публицист булараҡ, һеҙ сәйәсәт темаһына күберәк иғтибар бирәһегеҙ…
— Сәйәсәт тип ҡыҙыҡһыныу даирәһен сикләү ярамайҙыр. Мөһим, йөрәкте тырнап торған мәсьәләләр, йәки ғәм менән уртаҡлашырлыҡ, күңелде күтәрерлек темалар бихисап бит. Заман йылдам үҙгәрә, яңылыҡтарҙың айышына төшөнөү еңел түгел. Шуға күрә, ваҡиғалар йүнәлешен юғалтмау өсөн, үҙеңә улар тураһында хәбәрҙар булыу хәстәрлеген күреү кәрәк. Ҡулыңа ҡәләм алғанһың икән, уҡыусыларыңа әйтер фекерең булһын. Яҙғанда һәр кемдең зауығына, зыялылыҡ кимәленә яраҡлашырға тырышыу дөрөҫ түгел. Һүҙ — телеңдә, фекер — зиһенеңдә, уларҙың хакимы ла, хеҙмәтсеһе лә — һин. Һөйләгән-яҙғаның өсөн үҙең яуаплы. Әйткәндәй, мин Интернетҡа инмәҫкә тырышам. Ундағы һәр мәғлүмәткә ышаныу мөмкин түгел. Фекерҙе үҙемсә, шәхси ҡарашымдан сығып, ваҡыт һынауын үткән сығанаҡтарға таянып туплайым.
— Донъялағы хәлдәргә ҡарашығыҙ нисек? Матбуғатта үҙ позицияғыҙҙы һаҡлап ҡалған кеше булараҡ, һеҙҙе, хәрбиҙәр теле менән әйткәндә, ҡайһы йүнәлеш хафаға һала?
— Вайымһыҙ булмаһаң, күңел күҙең һуҡыраймаһа, тыныс ҡына йәшәй алмайһың. Сәйәсәт тураһында фекер йөрөткәндә, Рәсәйгә бар донъяның тиерлек ябырылыуы бигүк борсомай. Илебеҙ борон-борондан көрәш юлында йәшәгән. Көсөргәнеш булһа, йыйнаҡланабыҙ, намыҫыбыҙ уяна, эшкә тотонабыҙ. Санкциялар, үсләшеү үтер ул. Хәҙерге замандағы иң ҡурҡыныс дошман —экстремизм. Байтаҡ ил башлыҡтарының Өфөләге осрашыуында ошо йәһәттән етди хафаланыу белдерелһә лә, донъя йәмәғәтселеге шул яуызлыҡты ауыҙлыҡлау өсөн ғәмәли аҙымдар яһамай.
— Хәҙерге журналистиканың сифаты, матбуғаттың хәле тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?
— Яҙышҡандар күп, журналистар ғына аҙ, тип күптән үк әйткән һүҙемде ҡабатлаһам, үпкәләмәҫһеңме? Ҡәләмгә тотонған халыҡ, ысындан да — ғәскәр, Журналистар берлеге лә улар иҫәбенә үҫә бирә. Бәлки, араларынан оҫталар килеп сығыр? Сабырлыҡ менән көтәйек. Мине матбуғатта жанрҙар ярлылығы, “барҙым-күрҙем” форматындағы ашығып яҙылған мәҡәләләрҙең күплеге, кәйеф-сафаның артыҡлығы, динде самаһыҙ популярлаштырыу борсой. Хеҙмәт кешеһе юғалды бит, туғандар! Беҙҙе туйындырған, кейендергән, уҡытҡан һеҙ көн дә күтәрә килгән “йондоҙҙар” түгел. Донъяуи матбуғат донъя хәстәрҙәре менән йәшәргә тейеш.
Ә матбуғаттың хәленә килгәндә… Ул, телевидение, Интернет ҡыҫымынан сигенә барып, йәшәү менән юғалыу алдында ҡала. Яҙылыу хаҡтарын төшөрөү һәм уҡыусыларын кире ҡайтарыу йәһәтенән милли матбуғатҡа дәүләттең етди финанс ярҙамы кәрәк. Ашығыс, күп яҡлы ярҙамы.
— Ғаиләгеҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
— Ғаиләм — терәгем, тиһәм, тапалған һүҙ булыр ине. Еңгәгеҙ Сания Ғөзәйер ҡыҙы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, юғары кластарҙа 47 йыл математиканан һабаҡ бирҙе. Ул — ағайығыҙҙы тәрбиәләүсе лә, тормошон хәстәрләүсе лә, яҙғандарымды хәтәр тәнҡитләүсе лә. Ҡыҙҙарыбыҙ — табибә һәм иҡтисадсы, ғалимәләр. Иң өлкән ейәнебеҙ Азамат, нефтсе-инженер һәм аспирант, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә, “Лукойл” нефть компанияһында эшләй. Йәмилә, Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы стипендиаты, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы. Ғәлиә Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетында уҡыуын дауам итә. Кесе ейәнебеҙ Самат әлегә мәктәп юлында. Маҡтаныуға алмаһағыҙ, шуны ғына өҫтәйем: балаларыбыҙ һәр ерҙә “бишле” билдәһенә генә уҡый. Алтын миҙал, “ҡыҙыл” дипломдар, шөкөр, тәбиғи рәүештә килә. Ә иң мөһиме — итәғәтле, тырыш, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы кеше булып үҫәләр.
— Ә үҙегеҙгә килгәндә…
— Исемдәр, бүләктәр тураһында урынлы-урынһыҙ һөйләп йөрөүҙе яратмайым. Мохтаж түгелмен. Гәзит сәхифә­ләрендә “шуның лауреаты, бының кавалеры” тип туҡтауһыҙ тәҡрарлау кәрәкме икән? Хеҙмәтең булһа, күрерҙәр, лайыҡлы тапһа, халыҡ баһалар ул.
— Алдағы көндәргә үрелеберәк ҡарағанда…
— Минең йәштә бигүк үрелеп булмай шул. Ләкин ҡулды кеҫәгә тығып йөрөгән дә юҡ. Нәшриәткә “Аҙашҡан ваҡыт” тигән китаптың ҡулъяҙмаһын тапшырҙым. Ул — башҡорт һәм рус телдәрендәге публицистика. Болоҡһоу күңел менән яҙылды инде был әйбер. Көн дә иртән эш өҫтәле янындамын, хәлдән килгәнсә хеҙмәтемде дауам итәм.
— “Матур киләсәкте — сәйәсмән­дәр, яҡты үткәндәрҙең яҡшылығын — тарихсылар, бөгөнгөнөң яҡтылығын журналистар хәстәрләй” тигән һүҙ йөрөй. Һеҙ ошондай раҫлау менән ризамы?
— Ай-һай, бәхәсле тезис. Әгәр минең хәстәрлек менән донъя бөтәйһә, мәңге эшләргә лә риза булыр инем.
— Рәхмәт, Марсель ағай! Сир-сырхауҙарға бирешмәгеҙ, һеҙҙең урын – журналистар сафы­ның алдында. Уны ташлап китмәгеҙ.
— Көтмәгеҙ ҙә!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 120

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 471

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 106

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 916

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 678

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 261

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 583

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 444

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532