Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәк бәҫе — аҫабалыҡ көсөндә
Төбәк бәҫе — аҫабалыҡ көсөндә Бында борондан башҡорттар йәшәгән

Урта мәктәп, өс клуб, амбулатория, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, һаҡлыҡ банкы, балалар баҡсаһы, мәсет, эшҡыуарҙарҙың һәм “Һөт” йәмғиәтенең алты магазины, тир­мән — барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә гөрләп эшләй. Мөмкинлеккә ҡарап, йыл да юл, шишмәләр, зыярат төҙөклән­дерелә.
Тарихҡа килгәндә, XVIII быуат башында Дөмәй исемле кеше йәшәү өсөн уңайлы, урманы, көтөүлектәре булған Сүҙәм йылғаһы буйына килеп урынлаша. Уның артынан башҡалар ҙа эйәрә. Ҡайһы берәүҙәрҙең төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын татар тип иҫбатларға тырышыуы тарихи факттар менән кире ҡағыла. Дөмәйҙәр ҙә 1795, 1811, 1816, 1834, 1850, 1859, 1902 йылдарҙағы документтарҙа һәм ревизия мәғлүмәт­тәрендә, шулай уҡ 1917 һәм 1920 йыл­дарҙағы халыҡ иҫәбен алыу яҙма­­ла­рында башҡорт тип яҙылған. Бөгөн дә милли асылына, тамырҙарына тоғро улар.
Йылдар үтеү менән ҙур ауыл барлыҡҡа килә. Әле унда 400-ҙән ашыу шәхси ихата, меңдән күберәк кеше иҫәпләнә. Халыҡтың байтағын пенсия йәшендәгеләр тәшкил итһә лә, улар ҙа мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, мул тормош көтә. Йәштәр иһә, нигеҙҙә, ауыл хужалығында эшләй, малтабарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә күп. Иң мөһиме — ауыл йәшәй, бында хужаһыҙ, ташландыҡ ихата тапмаҫһың. Һәр йылда, төйәккә йәм биреп, яңы йорттар ҡалҡа, аҙбар-ҡуралар, ҡойма-ҡапҡалар яңыртыла.
Ситтә йәшәгән ауылдаштары ла ғорурланырлыҡ дөмәйҙәрҙең. Араларында “НефАЗ” йәмғиәтенең элекке генераль директоры Рәиф Маликов, юғары категориялы травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт­остандың атҡаҙанған табибы, драматург Радик Нурлығаяновтың исеме барлыҡ республикаға билдәле. Әйткәндәй, 2013 йылда ауылдың үткәнен барлап, төбәктән сыҡҡан күренекле шәхестәр, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, тыл хеҙмәткәрҙәре тураһында Хажғәле Яппаровтың китабы баҫылып сыға. Ул тиҙ арала таралып бөтә. Был йәһәттән шуны ла билдәләү мөһим: ауыл халҡы “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыу менән бергә, уны күпләп таратыу хәстәрен дә күрә.

Биш партизан тарихы

Ауыл уртаһында тимер рәшәткә менән уратып алынған ҡәберлек бар. Уның тарихы 1918 йылға барып тоташа. Ҡыҙыл партизан Заһит әсәһен күрер өсөн иптәштәре менән ауылға ҡайта. Кулак ҡуштандары күреп ҡалып, был хаҡта Хәсән байға еткерә. Һөҙөмтәлә дүрт партизанды, Заһиттың әсәһе Шәмсиәне ҡулға алып, ябып ҡуялар. Уларҙы төрлөсә мыҫҡыл итәләр, ләкин тотҡондар барлыҡ язалауҙарға ла түҙә. Уларҙың сабырлығы байҙарҙың асыуын ғына ҡабарта. Ауылдан ике саҡрым тирәһе йыраҡлыҡтағы Оҙонҡул буйында ҡәбер ҡаҙып, Шәмсиә һәм Заһит Вәлиуллиндарҙы, Йәрмөхәмәт Нуриевты, Сабирйән Ғәбдрәҡиповты, Шәйсолтан Ғабдрахмановты тереләй күмәләр.
1928 йылда иһә партия ойошмаһы ҡарары менән һөйәктәр ҡәберҙән алынып, ауыл уртаһына ерләнә. Бында һәйкәл ҡуйылып, мәрхүмдәрҙең исеме яҙыла. Был ваҡиға тураһында яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың “Биш партизан” тигән әҫәре бар.

Иман нуры тарата

Мәсет булған ерҙә — иман бар, ти халыҡ. Дөмәй ауылындағы “Нәһар” мәсетенең манараһы әллә ҡайҙан күренеп, балҡып тора. Иман йортон ошо ауылдан сыҡҡан, әле Өфөлә йәшәгән Миҙхәт Ғилемханов тыуған нигеҙендә төҙөп, уға әсәһенең исемен бирә. Мәсеттә биш йыл элек дини дәрестәр уҙғарыла башлай. Уны элекке уҡытыусы Зәмзәмиә Ҡазыханова алып бара.
Ауылда дини белемле имамдар артыуы ла һөйөнөслө. Ришат хәҙрәт Ғабдуллин менән Нияз мәзин Йосопов Рәсәй Ислам университетында уҡый, ә Фәүәрис хәҙрәт Раянов Ҡазандың “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә ғилем алған. Ауылда имам вазифаһын күп йылдар Фәүҙәт Ғәббәсов башҡара.

Халыҡ сәләмәтлеге һағында

Дөмәйҙәге амбулаторияла диспансерлаштырыу, иҫкәртеү саралары, медицина тикшереүе үткәреү, ҡан анализы биреү, прививка яһау, беренсе ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Учреждение Дөмәй, Баҙы-Ҡуян, Үрнәк, Сүлте, Янтуған, Яңы Аташ, Лена ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Биләмәлә 1,5 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 200 самаһы бала иҫәпләнә. Көндөҙгө стационарҙа өс койка-урын бар, “Тиҙ ярҙам” машинаһы һәр ваҡыт сафта.
Амбулаторияға 40 йылға яҡын эш стажына эйә юғары категориялы табибә, Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Суфия Ямалетдинова етәкселек итә. Коллектив тәжрибәле белгестәрҙе берләштерә. Уларҙың һәр береһе 20 йылдан ашыу эшләй. Араларында, мәҫәлән, шәфҡәт туташы Гөлнара Ғабдуллина, фельдшер Әнисә Баҡыева, акушер Альбина Мостафина, лаборант Гүзәл Йыһанурова намыҫлы хеҙмәте менән коллективта ҙур абруй ҡаҙанған.

Һөнәр белгән илһөйәрҙәр үҫер

Сабыйҙар уңайлы шарттарҙа яҡшы тәрбиә, белем алып үҫһен өсөн ауылдағы балалар баҡсаһында бар мөмкинлектәр тыуҙырылған. 1986 йылда асылған уч­реж­дениеға капиталь ремонт үткәрелгән, биналағы йоҡо, аш-һыу, йыуыныу, уйын бүлмәләре күркәмлеге, яҡтылығы, таҙалығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Тимәк, атай-әсәйҙәр ҙә ҡәнәғәт. Балалар баҡсаһы бар икән, мәктәп бөтмәй, ауыл йәшәй тигән һүҙ.
Ауылда 1866 йылда уҡ 120 шәкерт белем алған өс мәҙрәсә иҫәпләнгән. XX быуат башында иһә хәлле кешеләр иҫәбенә дөйөм ҙур уҡыу йорто һалынған. Ә 1918 йылда Нуретдин Тәмимдәров исемле байҙың өйөндә беренсе башланғыс совет мәктәбе асылған, ошо нигеҙҙә бихисап быуын ғилем туплаған. Өс йылдан Дөмәй мәктәбе 90 йыллығын билдәләйәсәк.
Белем усағында тәжрибәле уҡы­тыу­сылар тупланған. Директор Әхсән Нәсибуллин етәкселегендәге педагогик коллектив заманса эшмәкәрлек алып бара, һөнәри тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, бында районда беренселәрҙән булып умартасылыҡ дәрестәре уҡытыла башлаған. Шөғөлгә өйрәтеү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ бар. Мәктәп баҡсаһында төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫтерелә һәм мул уңыш алына. Дөмәйҙәр мәктәптең элекке уҡыусыһы, Советтар Союзы Геройы, артиллерист Әнүәр Абдуллин менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. 1997 йылда белем усағында батырҙың музейы асылған. Унда ауылдың бай тарихы ла сағылдырылған.
– 2010 йылда Геройҙың улдары Наил менән Мараттың тәҡдиме һәм ярҙамы менән музейға реконструкция үткәрелде, – ти ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәрәфетдинов. – Ир-уҙамандар ауылға ҡайтҡан һайын мәктәпкә килеп хәл белешә, уҡыусылар менән әңгәмә ойоштора. Музейҙың йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.



Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә