Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылды ялмаған дауыл
Ауылды ялмаған дауыл Кис. Көтөү ҡаршылауға бер сәғәт самаһы ваҡыт бар. Эштән ҡайтҡан ир, әҙерәк ял итеп алыу ниәтендә диванға ултырып, телевизор пульты төймәһенә баҫа. Шул саҡ урамдан улы йүгереп килеп инә:
– Атай! Америка киноларындағы кеүек көслө дауыл килә!
– Шулайтмаһа ярар ине, әкиәт һөйләмә.
– Ышанмаһаң, ана, ҡара!


Тәҙрәгә күҙ ташлаған атай кешенең ҡото оса: ҡап-ҡара болот, ысынлап та, киноларҙағы кеүек ҙур тиҙлек менән ауылға табан яҡынлаша! Бер нисә секунд эсендә көслө ел дә килеп етә. Тышта йөрөгән бала-саға ла, ҡатыны ла йүгереп өйгә инә, ғаилә башлығы иһә ишекте көс-хәл менән ябып өлгөрә.
Был уйҙырма түгел, ә Кушнаренко районының Талбаҙы ауылында булған хәл. Яңыраҡ унда көслө дауыл ҡубып, 40-тан ашыу объект емерелде, шуларҙың 27-һе – шәхси йорт. Ғәрәсәттән күрелгән зыяндың дөйөм күләме өс миллион һумға барып баҫҡан. Көслө дауылдан һуңғы хәлдәрҙе белешер өсөн Кушнаренкоға юлландыҡ.
Талбаҙы М-7 “Волга” федераль автомобиль юлынан биш саҡрым алыҫлыҡта ята. Трассанан боролоп, ауылға ингән ергә ике яҡлап тирәк ағастары ултыртылған. Араларында соҡорҙар ҙа күренә. Баҡһаң, улар тамырынан йолҡоп алынған ағастарҙан ҡалған икән.
Ауылға инеү менән емереклек күренмәйме тип, төрлө яҡҡа күҙ һалдыҡ. Юҡ, бөтөн ерҙә – төҙөклөк, таҙалыҡ. Ҡыйығы яңы ғына профнастил менән ябылған йорт янында туҡтайбыҙ.
– Хужалар өйҙәме?
– Өйҙә, өйҙә! Донъямды ташлап, ҡайҙа китәйем инде мин? Үтегеҙ!
Йорт хужабикәһе Фәриҙә апай Фазлыева был ауылға 1961 йылда килен булып төшкән. Ире менән өй һалып ингәндәр, балалар үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, әле бер улы ғына иҫән. Йортта апай ейәнсәре менән йәшәй. Дауыл ҡупҡан мәлдә икеһе лә өйҙә булған.
– Ел күрше өй баҡсаһындағы миләште ергә тиклем бөгөп уйнатты, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Фәриҙә апай. – Ҡош-ҡортто ябып керәйем тип уҡталғайным, ейәнсәрем ҡаршы төштө, “Үлергә теләйһеңме ни?!” – тип битәрләп тә алды. Ысынлап та, ярай әле сыҡмағанмын. Шул арала күршеләрҙең ҡаралтылары оса башланы. Бер нисә секунд эсендә бар донъяның аҫты-өҫкә әйләнде. Дауыл тымғас, ҡойоп ямғыр яуҙы. Тышҡа сыҡҡас, йорт-ҡураның ниндәй хәлдә икәнен күреп, шаҡ ҡаттыҡ...
Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, яңғыҙ тороп ҡалманыҡ. Район хакимиәте вәкилдәре ҡыйыҡты тиҙ арала яңы профнастил менән ябыу сараһын күрҙе. Рәхмәт барыһына ла! Улым ҡайтҡас, башҡа ваҡ-төйәк эште атҡарып ҡуйыр. Ярай әле үҙебеҙ иҫән ҡалдыҡ.
Дауылдан мәктәп, шулай уҡ уның эргәһендәге ҙур йорт та зыян күргән. Ике яҡлы был өйҙә Лариса һәм Илдус Зыязетдиновтар ата-әсәһе менән йәшәй. Бәхеткә күрә, көслө ел башланғанда, улар ҙа өйҙә булған. Йорттағы өлкәндәр – Лида Әғләм ҡыҙы менән Авзах Рауил улы – ғүмер буйы ошо ауылдың мәктәбендә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан.
– Ваҡиғалар йәшен тиҙлеге менән барҙы. Әле саҡ тынысландыҡ, – тип һөйләне Лида Әғләм ҡыҙы. – Минут эсендә өй ҡараңғыланды, ел көсәйҙе. Урамыбыҙҙағы иҫке өйҙөң бер яҡҡа ауыша башлағанын күреп, ҡотобоҙ осто. Унан эргәләге мәктәп ҡыйығының профнастилы, таҡта-фәләне беҙҙең урамға оса башланы.
Дауыл туҡтағас, күргәндәрҙән шаҡ ҡаттыҡ: бөтөн нәмә емерелгән. Беҙҙең өйҙөң мансардаһы тулыһынса ҡойолоп төшкәйне. Ҡойма ямғыр яуа башлағас, йортобоҙға һыу үтеп инде. Шунда уҡ ауыл хакимиәте башлығы Нәзиф Сәйетовҡа шылтыраттыҡ. Ул тиҙ арала килеп етеп, хәлде күргәс, район етәксеһе Алмаз Йосопов менән бәйләнешкә инде. Башлыҡ ярты сәғәттән Талбаҙыла ине. Бөтөн өйҙәр буйлап йөрөп сығып, ул тиҙ ярҙам сараларын билдәләне.
Алмаз Мәмдүх улы иртәгәһен ра­йон­дың төрлө предприятиелары хеҙмәт­кәр­ҙәрен Талбаҙыға өмәгә алып килә. Ауыл урамдарын таҙартыуҙа 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Бер нисә тиҫтә йөк ма­ши­наһы көноҙоно сүп-сар ташый, өмәгә баш­ҡа төр техника ла йәлеп ителә. Өҫтә­үенә дауыл үткәндең иртәгеһенә үк Ҡа­расайылға участка дауаханаһының баш табибы Рәних Ильясов менән шәфҡәт туташы Зөлфиә Хаматова өй беренсә йөрөп, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә.
Иң ҙур зыян күргән объекттарҙың береһе – ауылдың күрке булған ике ҡатлы мәктәп. Беҙ килгәндә, унда эш ҡайнай ине: балалар баҡсала сүп-сар утаһа, өлкәндәр ихатаны төҙөкләндереү менән мәшғүл. Мәктәп директоры Миләүшә Сәйетова беҙҙе ҡыйыҡты ябып йөрөгән төҙөүселәр менән таныштырҙы. Улар бурысты мөмкин тиклем тиҙерәк атҡарып сығыу ниәтендә ал-ял белмәй эшләй, сөнки көн боҙолоп, ямғыр яуа башлаһа, мәктәпкә һыу үтәсәк. Әйткәндәй, мәғариф учреждениеһына килтерелгән зыян күләме яҡынса ике миллион һумға төшкән.
Дөйөм алғанда, ауылда тормош әкрен­ләп үҙ яйына ҡайта. Шуны билдәләп үтер­гә кәрәк: ғәҙәттә, ҡаза күргән урындар халҡы район хакимиәтенең, башҡа етәк­селәрҙең эшләп еткермәүенә зарланыусан. Талбаҙылар иһә, ярай әле иҫән ҡалдыҡ, ярҙам күрһәтелде, тип шөкөр итә. Зыян күргән йорттарҙы төҙөк­ләндереү бурысын райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы үҙ өҫтөнә алған.




Инбер ЯПАРОВ, БДУ доценты, география фәндәре кандидаты:
– Бындай дауылдарҙың сәбәбе икәү. Беренсеһе – беҙ климаттың ике 11 йыл циклынан күскән мәлендә йәшәйбеҙ. Был осор ике-өс йыл дауам итә. Күренештең төп һыҙаттары шул: һауа торошо тотороҡһоҙ, эҫе көндәр кинәт йылына, көтмәгәндә көслө ел, ямғыр башлана. Мәҫәлән, ғинуарҙа һауа температураһы 0 градусҡа етте, йәй уртаһында ҡырау төштө.
Икенсе сәбәп кешенең эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Бынан бер нисә йыл элек Мексика ҡултығында Бөйөк Британияның нефть компанияһы скважинаһында авария булды, һәм диңгеҙгә миллиондарса баррель нефть аҡты. Ошо экологик һәләкәттең эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн нефтте һыу төбөнә төшөрөүсе реагенттар ҡулланылды. Шул арҡала Мексика ҡултығында һыуҙың температураһы кәмене, әйләнеш тәртибе боҙолдо.
Белеүегеҙсә, Гольфстрим – йылы диңгеҙ ағымы тап ошо ҡултыҡта башлана. Ундағы һыуҙың үҙенсәлектәре үҙгәрҙе: температураһы бер аҙ кәмене, тығыҙлығы артты. Һөҙөмтәлә Атлантик океанға сыҡҡандан һуң уға ҡаршы килгән Лабрадор һыуыҡ океан ағышы өҫкәрәк ҡалҡып сыҡты, һәм Гольфстрим ағым булыуҙан туҡтаны, ваҡыты-ваҡыты менән уның өҫтөнән Лабрадор һыуҙары Төньяҡ Африка ярҙарына бара башланы. Шунлыҡтан хәҙер Европаға йылылыҡ энергияһы тирбәлеп килә. Ҡайһы ваҡытта уның хәле нормалләшә, ә бәғзе мәлдә энергия бөтөнләй юҡҡа сыға.
Ошо хәл Төньяҡ Атлантикала, Исландия ярҙары эргәһендә түбән баҫымлы циклондар сығыуына ҙур тотҡарлыҡ яһай, уларҙың барлыҡҡа килеү ритмы боҙола. Шунлыҡтан беҙҙең Рәсәйҙә лә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Атлантиканан килгән һауа ағымдарының тотороҡһоҙлоғо арҡаһында беҙҙең биләмәләргә көньяҡ-көнбайыштың юғары һауа баҫымлы Азор һауа массалары үтеп инә, ә ғәҙәттәге йылдарҙа улар Ырымбур өлкәһенән төньяҡҡа сыға алмай. Икенсенән, ошо Азор һауа ағымдары, Ҡаҙағстандың тропик һауа массаһы менән ҡушылып, Көньяҡ Уралда һәм Урта Волга һауаһында барған циркуляция әйләнештәренә ҙур йоғонто яһай. Әгәр түбән баҫымлы һауа массалары көслөрәк икән, ҡойма ямғырҙарҙың күберәк булыуы ихтимал. Ә кире осраҡта елдең тиҙлеге кинәт арта, һәм урында көслө дауыл барлыҡҡа килә. Улар ғәҙәттә ҙур биләмәләрҙә булмай.
Һуңғы йылдарҙа ошондай ғәрәсәттәрҙең йышайыуына урмандың күпләп ҡырҡылыуы, һаҙлыҡтарҙың кибеүе лә сәбәп булып тора, сөнки был урындар һыуҙың парға әйләнеүен яйға һала, урындағы турбулент процестарҙың хәрәкәтен көйләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 116

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 469

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 103

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 913

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 675

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 258

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 581

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532