Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Отоштан бәхет бар...”
“Отоштан бәхет бар...” Тейешле йорттоң ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас та, машинаны ике тиҫтәнән ашыу “һаҡсы” уратып алды. Шулай ҙа уҫал түгел улар — “биби-бип-биби-бип” тип хәбәр ҡушырға тотондо ҡаҙ бәпкәләре. Ихата эсенә үтеү менән йәнә “сип-сип” һәм “ғол-ғол” тигән ауаздар яңғыраны. Былары иһә тауыҡ себештәре менән күркәләр ине, арыраҡ өйрәктәр ҙә күренде. Кәртә артында, “мин дә бар” тигәндәй, быҙау мөңрәп ҡуйҙы. Күренеп тора: хужалар мал йәнле, юҡһа был тиклем ҡош-ҡорт, һыйыр-кәзә аҫрап булыр инеме? Их, ат ҡына етмәй һымаҡ был батшалыҡҡа...


“Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар араһында уны яңы ғына уҡый башлағандар ҙа бар, ғүмере буйы яҙылғандар ҙа байтаҡ. Файза апай Вахитова ла баҫманы оҙаҡ йылдар алдыра. Элегерәк төрлө гәзиттәргә яҙылһа, “Хәҙер почта йәшниге тарайҙы”, — ти ул. Шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, “Башҡортостан”дан айыры­лырға уйы юҡ. Уныңса, сере бик ябай: мөһим мәғлүмәттәр ҙә бирелә, фәһемле ваҡиғалар ҙа яҡтыртыла, файҙалы кәңәштәр ҙә етерлек.
— Яратҡан баҫмамдың хәбәрселәрен күреүҙән дә шатлыҡлыраҡ хәл юҡ был донъяла, — тип ҡаршы алды ул беҙҙе. Ә апайҙың “Башҡортостан”ға яҙылыусылар араһында үткәрелгән лотерея һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булғанын һөйөнсөләгәс, нисек балҡып киткәнен күрһәгеҙ икән!
— Отоштан бәхет бар минең. Совет заманында бер ваҡыт теген машинаһы алғайным, хәҙер бына ат! — тип шатлығын йәшермәне Файза Ғәни ҡыҙы. — Өфөлә йәшәгән Зәкирә Вәлиуллина һеңлемә рәхмәт инде – редакцияға квитанцияны көсләп тигәндәй ул ебәрттерҙе.
Әйткәндәй, Файза апайҙы өйөндә яңғыҙын тап иттек. Кем уҡыуҙа, кем эштә, тигәндәй… Ошо Табылды ауылы егете Салауат ҡасандыр кәләште алыҫтан – Күгәрсен яҡтарынан алып ҡайта. Колхоздарҙың гөрләп торған сағы – урындағы йәшәйешкә үҙ өлөштәрен индерергә ниәт ҡылып, йәштәр ауылда ҡала. Ҡала еренә хас һөнәр һайлап, полиграфия училищеһын тамамлаһа ла, Файза аптырап ҡалмай – ауыл ҡыҙы бит, ең һыҙғанып эшкә тотона. Һыйырын да һауа, гектар-гектар сөгөлдөрөн дә утай, райпо магазинында ла эшләп ала. Ире иһә — механизатор.
Өс балаға ғүмер бирә улар. Сабыйҙары иркендә үҫһен тип, йорт һалып сығалар. Ике улдары башлы-күҙле булып, үҙ донъяларын ҡорған инде. Кинйәләре әлегә студент — Өфө дәүләт авиация техник университетының тәүге курсын тамамлаған.
— Йорт тултырып мал аҫрайбыҙ, бер нисә йыл элек ат та бар ине. Әммә шәхси ихатанан алған табыш та, урындағы хужалыҡта эшләү ҙә, уларға ҡушып, минең пенсия аҡсам да бала уҡытырға етмәй шул, үкенескә ҡаршы. Шуға ирем Себер тарафтарына эшкә сығып китте, — ти ул. Шулай шул, сит илдә түгел, Өфөлә лә белем алыуы осһоҙҙан түгел хәҙер.
Эйе, ауыл ерендә йәшәүе еңел түгел. Күптәр шәхси, фермер хужалыҡтарынан табыш ала. Кем белә, бәлки, киләсәктә Стәрлебаш яҡтарына йәнә сәфәр ҡылып, күпләп башҡорт тоҡомло йылҡы аҫраусы Вахитовтар хаҡында яҙырға насип булыр. Һәр хәлдә, быға нигеҙ һалынды...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә