Атаһы ҡаршы Әлифәгә өйләнеүгә. Аннушка тураһында әйтһәм, өйҙән ҡыуып сығарыр, тип мең төрлө уйға батып ултырҙы егет. Донъя хәлен белеп булмай — барып ала алмаһам, үҙең кил, тигәйнем дә. Бик сая, үткер ҡыҙ ул Аннушка. Әгәр килеп төшһә, нимә тип аңлатырмын инде, тип башын устарына алып, оҙаҡ ултырҙы тупһала Мөҙәрис. Әсәһенең бер нисә тапҡыр ашарға саҡырыуына ла иғтибар итмәне.
Ә хәбәр оҙаҡ көттөрмәне. Бер нисә көндән Өфөнән ебәрелгән ылау аша Аннушканан хәбәр килеп төштө: “Мин Өфөлә, килеп ал, колхоз йортонда”. Утҡа баҫҡандай тойҙо үҙен Мөҙәрис, тынысланырға тырышты. Нимә булһа ла булыр, тип тәүәккәлләп, атаһына барыһын да һөйләп бирҙе. Бүлдермәй тыңланы улын Хәкимйән ҡарт. Тәҙрәгә төбәлеп оҙаҡ өнһөҙ ултырҙы. Аҙаҡ төҫө ҡасҡан улына ҡарап:
– Һине эҙләп, шул ҡәҙәр ҙә алыҫ ерҙән тиккә генә юлға сыҡмағандыр ҡыҙ бала. Алып ҡайтырға юлға таңдан сығырбыҙ, кеше яҙмышы менән уйнарға ярамай, — тине лә йоҡларға юлланды.
Таң һарыһы менән ҡуҙғалдылар. Ҡатыны Сәбиләгә аш-һыу әҙерләп торорға ҡушып, килен төшөрәбеҙ, ҡарсыҡ, килен, тип әллә ысынлап, әллә шаяртып һөйләнде Хәкимйән ҡарт юлға сығыр алдынан. Төпсөнөп, һорашып өйрәнмәгән Сәбилә хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды ла өй эштәренә тотондо. Юл алыҫ, кис етеүгә генә ҡайтып етәсәктәре көн кеүек асыҡ. Шуға ул ҡабаланманы. Ә мейеһен бер һорау бырауланы. Килен төшөрәбеҙ, тиҙәр, ниндәй килен икән яусыһыҙ-ниһеҙ. Эй был Хәкимйәндең хикмәттәре. Мөҙәрисе лә бур бесәй кеүек, шып-шым ғына атаһы артынан эйәреп тик йөрөйсө. Ни ҡушһа, шуға риза. Йә, ярай, Хоҙай яҙғанды күрербеҙ, тип Сәбилә өй эсен матурларға кереште.
Колхоз йортона барып етеүгә төш ауышҡайны инде. Мөҙәрис ат туҡтар-туҡталмаҫ элек, тарантастан һикереп төшөп өйгә инеп юғалды. Хәкимйән ҡарт ашыҡмай ғына атты урынлаштырҙы. Ризыҡтарҙы алып, колхоз йортона йүнәлде. Ҡаршыһына һылыу бер ҡыҙҙы етәкләгән Мөҙәрисе килеп сыҡты.
– Бына, атай, минең Аннушкам ошо инде, – тине лә атаһының күҙҙәренә текәлде.
Ҡаршыһында ҡояштай балҡып торған сибәр ҡыҙҙы күреп, Хәкимйән ҡарт бер мәлгә юғалып ҡалды. “Собханалла, собханалла”, тип эстән генә ҡабатлап ҡуйҙы. Һынап, ҡыҙға төбәлде. Эскерһеҙ, яғымлы ҡарашы менән арбаны ҡарт күңелен Анна. Ҡыйыу итеп килеп күреште, тик аҙ һүҙле булды. “Үҙемә оҡшаған, күп һөйләмәй”, — тип ҡыуанып ҡуйҙы эстән ҡарт. Тамаҡ ялғап алғас, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Йәштәрҙе ҡушлап ултыртып, үҙе күсерҙә ҡайтты Хәкимйән ҡарт. Улар ауылға еткәнсе хәбәр алдан йүгергән, ахырыһы. Ҡапҡа төбөнә халыҡ йыйылған. Асылып ҡуйылған оло ҡапҡанан елдереп ишек алдына үттеләр.
…Атты улына туғарырға ҡушып, Хәкимйән ҡарт өйгә инеп китте. Күҙҙәре йәшләнгән Сәбилә уға ҡаршы атланы:
– Атаһы, тим. Ул ниткән хәбәр — Мөҙәристе әрменән мәрйәһе юллап килгән, тиҙәр. Ысынмы был хәл, Хәкимйән?
– Килгән. Тимәк, ярата. Улыбыҙ һөймәҫлекме ни, Сәбилә? — тип һорауға һорау бирҙе Хәкимйән, уйынсалап.
– Оятҡа ғына ҡалдыҡ, былай булғас, — тип Сәбилә тышҡа йүгерҙе.
Ишек алдында бер-береһенә һыйынып баҫып торған йәштәрҙе күреп, тупһала туҡталды. Һап-һары толомон иңенә һалған һылыуға ҡарап, телһеҙ ҡалды.
– Әсәй, был Аннушка була, минең кәләшем, һинең киленең, — тип был хәлдән улы Мөҙәрис сығарҙы. Ҡап-ҡара сәсле, шоморт күҙле улы янында уның ҡапма-ҡаршыһы — һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай — бигерәк тә матур күренде әсәгә. Ул юғалып ҡалды ла, кинәт кенә ниҙер иҫенә төшкәндәй, йүгереп өйгә инеп китте, унан ап-аҡ сигелгән мендәр алып сығып, тупһаға һалды.
– Төклө аяғың менән, килен, төклө аяғың менән, — тип ҡабатланы.
Бер нәмә аңламаған Анна берсә Сәбиләгә, берсә Мөҙәрискә ҡарап йылмайҙы. Егете төшөндөрөп биргәс кенә ышаныслы аҙымдар менән ҡуш аяҡлап мендәргә баҫты.
Бына шулай көтмәгәндә икенсе юлдан китте Мөҙәристең яҙмышы. Мулла саҡыртып, йәштәргә никах уҡыттылар. Ауыл имамы башта Аннаға Ислам диненә күсергә кәрәклеген әйтте, яңы мосолман исеме ҡуштылар. Ошо көндән башлап килен Сафия булып китте. Ысын күңелдән риза булып ҡабул итте ул быны. Ҡәйнә-ҡайныһы өсөн дә өҙөлөп торҙо, ят, яңы телде өйрәнергә тырышты. Татыу, матур, йәмле итеп йәшәп китте улар.
Тик бына Әлифә генә тындырманы. Аулаҡ урындарҙа Мөҙәристең үҙен генә осратырға тырышып, Өфөгә эшкә сығып китергә өндәне. Ирҙе юғалтҡыһы килмәй ине уның. Ауыл халҡының Сафия-Аннаны ҡабул итеүе асыуын ҡабартты. Ҡатындың кәмселектәрен эҙләне. Тапмағас, ене ҡоторҙо. “Йә, ауылда булмаған хәл: йәһәннәмдән юллап килгән! Мәрйә халҡы шулай инде ул — һағыҙаҡ кеүек йәбешә. Үҙе һап-һары бит әле”, — тип Сафияны әрләп күңелен йыуатты. Мөҙәристе күндерә алмағас, үҙе сығып китте Өфөгә. Черниковкала эшкә төшкән тигән хәбәр таралды ауылда.
Тормош матур ғына дауам итте. Хәкимйән менән Сәбилә килендәренә һөйөнөп бөтә алманы. Шундай егәрле, эшсән булып сыҡты Сафия. Уңғанлығын, етеҙлеген ауыл халҡы ла күрмәй ҡалманы. Тиҙ арала һөйләшергә лә өйрәнде үҙе. Вата-емерә булһа ла, ярайһы ғына аңлаша башланы килен менән ҡәйнә.
Тик бына балалары ғына торманы Мөҙәрис менән Сафияның — тыуҙы ла үлде. Бер-бер артлы ике улын ерләгән Сафия тартылып китте, йөҙөн һағыш баҫты. Киленен йыуатырға, эш менән дә күммәҫкә тырышты Сәбилә әбей. Бер көндө йомош менән кергән урам аша күрше Гөлйыһан әбей:
– Баланы һатып алырға кәрәк, Сәбилә. Тәҙрә аша, тыуғас та. Атай кеше аҡса, бүләк биреп, сабыйҙы Сафия килендән һатып алһа, йәшәр балағыҙ, — тип уйға һалып сығып китте.
Килендәре өсөнсө баланы көткәндә, тап Гөлйыһан әбей ҡушҡанса эшләргә булды Сәбилә. Алдан бүләк, аҡсаһын әҙерләп ҡуйып, сабый тыуасаҡ көндө ҙур тулҡынланыу менән көттө ул.
Раҫ килде Гөлйыһан ҡарсыҡтың һүҙҙәре. Ҡыҙ бала донъяға килде. Атай кеше уны бүләкләп, тәҙрә аша һатып алды һәм, Хоҙайҙың ҡөҙрәте, бала теремек, һау-сәләмәт булып үҫеп китте. Ике йылдан тағы ла ҡыҙ табып бирҙе Сафия.
Донъялары шулай матур, яйлы ғына барғанда, кинәт кенә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы Мөҙәрис. Өндәшмәҫ, балаларҙы ҡулына алып яратмаҫ, Сафияға яҡын килмәҫ булды. Ылау төшкән һайын Өфөгә барыуы йышайҙы. Нимә уйларға ла белмәне Сафия. Бөтәһен дә күреп, һиҙеп йөрөгән ҡәйнәһе, киленен ысын күңелдән ҡыҙғанып, сәбәбен эҙләне был үҙгәрештең. Һәм тапты ла. Беҙ ҡапсыҡта оҙаҡ ятмай шул. Күршеһе Гөлйыһан ҡарсыҡ бәйән итте Сәбиләгә яңылыҡты. Мөҙәристең Өфөгә Әлифә янына барып йөрөүен, шунда эш эҙләүен белдерҙе. Бына һиңә “мә”! Сәбилә ҡарсыҡ улының эштән ҡайтыуын ярһып көттө. Танманы Мөҙәрис, Әлифәне яратыуын, тиҙҙән Өфөгә эшкә сығып китәсәген белдерҙе. Шаңҡып ҡалған әсә һүҙ тапманы.
Хәкимйән менән оҙаҡ йоҡлай алмай, кәңәшләшеп-һөйләшеп ятты улар. Тик уйҙарының осона сыға алманылар. Атай кеше иртән улы менән етди һөйләшәсәген белдерҙе, һүҙемде йыҡмаҫ тип ышанып, ҡарсығын тынысландырҙы. Тик улар торғанда өҫтәлдә ҡағыҙ киҫәге генә ята ине. “Мин Өфөгә эшкә киттем. Көтмәгеҙ, ҡайтмайым. Әлифә менән бергә беҙ. Мөҙәрис”. Сәбилә ҡат-ҡат уҡытты хатты ҡартынан, унан ҡағыҙҙы ҡабаланып утҡа ырғытты. Киленгә белдереп ҡуйма, тине иренә ныҡ итеп.
Хәкимйән ҡарт улының ҡылығы өсөн үҙен ғәйепле тойҙо. Килененә нимә тип аңлатырға белмәйенсә, әлегә өндәшмәҫкә булды. Шулай ай артынан ай үтте, ә Мөҙәрис күренмәне. Ауылда сөскөргәнеңде лә белеп торалар: Сафия ла ишетте иренең уны ташлап китеп, Әлифә менән йәшәгәнен. Хатта балалары тыуған тураһында ла белде. “Аяҡлы радиолар” барлыҡ хәбәрҙе еткереп торҙо уға. Кемдер һөйөнөп-һөйөнөп һөйләне, бәғзеләр йәлләп кенә, сама менән йыуатты. Ҡайтып етер әле бына ғәфү үтенеп тигән өмөт сатҡыһы һүнмәне. Ҡайтманы Мөҙәрис, Өфөлә нығынып ҡалды. Хәкимйән менән Сәбилә килендәренә бар яҡлап та терәк булырға, ярҙам итергә тырышты. Улының ҡылығы өсөн үҙен бөтөн ауыл алдында ғәйепле тойоп, Хәкимйән урамға сыҡмаҫ, ауылдаштары менән аралашмаҫ булды. Ҡыҙҙар ғына, Фәнзилә менән Тәнзилә, әсәй, олатай-өләсәй һөйөүенә ҡойоноп, бер нәмә белмәйенсә, шат булып үҫте. Тик уларҙың бәхетле бала сағын ҡараңғылатып алған ваҡиғалар ҙа булманы түгел.
Сафия өй алдында кер йыуып булаша ине ул көндә. Ҡыҙҙары яҡындағы баҫыуға башҡа балалар менән башаҡ йыйырға киткәйне. Ашығып килеп кергән Гөлйыһан ҡарсыҡтың ҡобараһы осҡайны:
– Сафия килен, бар йүгер тиҙерәк, пиләүәт ҡыҙҙарыңды имгәтеп ҡуймаһын, сыбыртҡы менән ҡайыҙлай сабыйҙарҙы, — тип хәбәр һалды ла, хәле бөтөп, йәшел үләнгә сүгәләне.
Сафия еүеш ҡулдарын алъяпҡыс итәгенә һөртә-һөртә урамға сығып, баҫыу яғына йүгерҙе. Пиләүәт Маҙһарҙың ат өҫтөндә килеш ҡыҙҙарын сыбыртҡылап баҫтырғанын күреүҙән хайран ҡалып, алға ынтылды. Ҡурҡыуҙан ҡото осоп ҡысҡырып илаған балалары янына етеп, Маҙһарҙы атынан һөйрәп төшөрөп, сыбыртҡыһы менән үҙен ҡайыҙлай башланы.
– Яҡлаусылары юҡ, тиһеңме? Мин – уларҙың яҡлаусыһы, мин! Ҡолағыңа кертеп ҡуй, сабыйҙарымды үҙем иҫән саҡта йәберләттермәм, — тип ирҙе ауыл урамы буйлап баҫтырып китте. Йән фарманға өнһөҙ сапҡан Маҙһарҙы күреп, халыҡ йыйылып китте.
– Һай, маладис, килен! Шул кәрәк уға. Етемдәрҙе йәберләргә кем ҡушҡан?! — тип Сафияны ҡеүәтләгәндәр байтаҡ ине. Ҡобараһы осҡан Маҙһар ихатаһына кереп китер алдынан:
– Енле, енле! — тип ҡысҡырҙы ла өйөнә инеп юғалды.
Ҡулындағы сыбыртҡыға, йыйылып киткән халыҡҡа, бер-береһенә һыйынып, өнһөҙ генә баҫып торған ҡыҙҙарына ҡарап, Сафия кинәт туҡтап ҡалды ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.