Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәүҙән йәм таба
Йәшәүҙән йәм таба Яҙмыш маңлайға яҙылған, тиһәләр ҙә, кеше тормошон, бәхетен үҙе ҡора. Һәр көнөн ҡыҙыҡлы, ҡабатланмаҫ, асышҡа, осрашыуға бай итеп үткәрһенме, әллә ялҡытҡыс, файҙаһыҙ көн уҙғарһынмы — барыһы ла унан тора. Камиллыҡҡа ынтылһаң, төрлө шөғөл тапһаң, буш ултырырға, хилафлыҡ, насар ғәмәлдәр хаҡында уйларға, борсолорға ваҡыт та ҡалмай. Ошондай кешеләр менән аралашҡандан һуң уйҙар яҡтыра, күңел сафлана. Арыҫлан Лоҡманов та — рухты бөтәйткән, ихласлыҡ өләшкәндәрҙең береһе.


75 йәшлек олпат ир-уҙаманға ҡартлыҡ килергә һис ашыҡмай кеүек. Ҡайһы бер йәштәрҙән сосораҡ йүгереп йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Райондың ветерандар советы ағзаһы булараҡ та, күңел ҡушыуы буйынса ла төрлө сараларҙың, йәмәғәт эштәренең, бәйгеләрҙең уртаһында ҡайнап, фотоаппараты менән ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы мәңгеләштерә. Тарихты яҡшы белгән, үткәндәр менән ҡыҙыҡ­һынған Арыҫлан Мотаһар улы — ихлас әңгәмәсе лә.
Уның тормош юлы тигеҙ генә һуҡмаҡтан бар­май. Атаһы Мотаһар Дилмөхәмәт улы Бө­йөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, 1943 йылда Дондағы Ростов ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була. Яуҙан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ, атайһыҙ бала саҡ Арыҫланды сыныҡтыра, көслө итә. Әсәһе Зөләйха Заһретдин ҡыҙы, Буранғолда фельдшер ярҙамсыһы булып эшләп йөрөгән ерҙән, балаларын уйлап, 1949 йылда Асҡар­ға күсеп килә. VIII класты тамамлаған Арыҫ­лан уға ярҙам итеү теләге менән “Бо­хара—Урал” газ үткәргесенә эшкә төшә. Бер аҙҙан хеҙмәт хаҡын әсәһенә биреп, үҙе­нә юллыҡ аҡса менән бер сумаҙан китап ала ла уҡырға сығып китә. Магнит вокзалынан үҫмер Ташкент яғына юллана. Йылы яҡ, ке­йем-маҙар кәрәкмәй, берәй нисек көн күрер­мен, тип уйлай ул. Бында төҙөлөштә эшләй, киске мәктәптә уҡый, ДОСААФ-та радиотелеграфистар курсын тамамлай. Оҙаҡ­ламай армияға алына. Венгрияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайтҡан егетте шунда уҡ район гәзитенә эшкә саҡыралар, уға радио­тап­шырыуҙар алып барыуҙы ышанып тапшыралар. 1974 йылда иһә Арыҫлан Мотаһар улы типография директоры итеп тәғәйенләнә.
– Типография әлеге район хакимиәте менән почта араһында иҫке генә бинала урынлашҡайны, – тип хәтерләй ул заманаларҙы ир-уҙаман. — Гәзит тотошлай ҡул менән йыйыла. Ауыр һәм зарарлы эш, етмәһә, бәләкәй, ҡараңғы, күмер менән генә йылытылған бина, һыуыҡ, яҡтылыҡ етмәй… Гәзитте йыйыу төн уртаһына тиклем һуҙыла ине.
Етәксе иң тәүҙә типография хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға тотона. Бер нисә йыл эсендә ярты быуатҡа яҡын файҙаланылған боронғо ысулдан арынып, линотип машинаһына күсәләр. Заманса баҫыу ҡорамалын юллау өсөн Арыҫлан Мотаһар улына әллә күпме тупһа тапарға тура килә. Моратына ирешә лә ул, әммә яңы проблемаға юлыға — линотипта эшләй белгән кеше юҡ. Һөҙөмтәлә типография директоры Ленинградта махсус курс үтеп, линотипты тулыһынса өйрәнеп ҡайта. Шул осорҙа уҡыған берҙән-бер белгес булараҡ, ул республика буйлап күп йөрөй. Линотип боҙоламы, берәй детален яңыртырға кәрәкме — уны саҡыралар. Үҙенең эше тығыҙ булһа ла, ярҙамдан баш тартмай.
1978 йылда типография әлеге редакция урынлашҡан бинаға күсә. Хеҙмәт шарттары яҡшыра, линотипта эшләү өсөн кадрҙар туплана, эш алға китә.
– Беҙҙең полиграфия предприятиеһы башҡа райондарҙыҡынан ҡалышмаһын, яҡшыраҡ булһын тип тырыштым. Коллектив татыу, берҙәм ине. Тора-бара линотиптар ваҡыты ла үтте, 1999 йылда гәзитте офсет ысулы менән баҫыуға күстек, эш тағы еңеләйҙе, – ти Арыҫлан Мотаһар улы.
Типографияның матди-техник хәлен нығытыуға күп көс һалған етәксенең хеҙмәте уңышлы була. Магнитогорск ҡалаһының ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары төрлө бланктарҙы, журналдарҙы уларҙа баҫтыра, район эсендәге ойошмаларҙан, колхоз-совхоздарҙан да заказ күп килә.
Типографияға 20 йылдан ашыу етәкселек иткән Арыҫлан Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһалана. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемгә, бихисап дәүләт наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ. Хеҙмәт ветераны бөгөн, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ике улына өлгөлө атай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны Рәйсә апайға ғына ошо матур көндәрҙе күрергә яҙмай. Балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Өлкәндәре Мәскәүҙә йәшәй, бәләкәйе Вадим – Асҡарҙа. Ярты йыл дауамында Чечняла командировкала булып ҡайтҡан Вадим Арыҫлан улының намыҫлы хеҙмәтен билдәләп, атаһына рәхмәт хаты тап­шырғандар. Абруйлы олатай ейәндәрендә спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләй, тыуған яҡты ҡәҙерләргә, яҡшы кеше булып үҫергә өйрәтә.
Бәләкәй сағында разведчик булырға хыялланған Арыҫланды олоғайғас та эҙәрмән сифаттары, илһөйәрлек тойғоһо ташламай. Күңеленә ғүмер буйы тынғы бирмәгән бурысын да атҡарып ҡуя ул. Рәсәй Оборона министрлығының үҙәк архивы аша атаһының ҡайҙа ерләнгәнен табыу буйынса оҙайлы эш алып бара. Һөҙөмтәлә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы байрам ителгән көндәрҙә Ростов өлкәһенең Королев утары янында ҡәҙерлеһе ерләнгән урынға тыуған яғынан бер ус тупраҡ һалып ҡайта.
Тормошто яратҡан, маҡсаттарына булдыҡлылығы, тырышлығы менән өлгәшкән абруйлы, асыҡ йөҙлө кеше йәшәй арабыҙҙа.





Автор: Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА. Район: Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә