Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әрме хеҙмәтенә Украинаға эләкте Мөҙәрис. Хәрби гарнизондан алыҫ түгел ҙур булмаған украин ауылы ята. Һалам башлы ап-аҡ итеп ағартылған йорттар ике рәт булып һуҙылып киткән. Ауыл осонда ғына – шишмә. Ҡатын-ҡыҙ көнө буйы шунан көйәнтәләп ағас күнәктәр менән һыу ташый. Егеттәр ни, буш ваҡыт булһа, ауылды күҙәтә. Ә тәбиғәттең матурлығы! Бейек-бейек ағастар шау сәскәлә ултыра. Мөҙәрис ул ағастарҙың ниндәй икәнен дә белмәй. Башҡортостанда, һәр хәлдә тыуған ауылында, ундай бейек сәскәгә күмелеп ултырғандары юҡ. Ял биреүҙәрен түҙемһеҙлек менән көттө ул, тәртипле булырға, командирҙарҙың һәр һүҙен, йомошон теүәл үтәргә тырышты. Һәм, ниһайәт, ҡулда — көтөп алған “увольнительная”.


Гарнизон ҡапҡаһынан сығыу менән аяҡтары үҙенән-үҙе шул ауылға табан алып китте. Унда кес кенә магазин барлығын да егеттәрҙән ишетеп белә Мөҙәрис. Беренсе уйы — шунда сәйәхәт. Ауыл урамына килеп кергәс, бер кем дә булмай сыҡты. Егет әкрен генә йәм-йәшел үлән араһынан һалынған тар һуҡмаҡтан атланы. Кинәт ағас араһынан мөлдөрәмә тулы күнәктәр күтәргән йәш кенә ҡыҙ пәйҙә булды. Һап-һары сәсен берҙән үреп иңбашына һалған. Үҙе яланаяҡ йәшел үләндән шундай еңел атлап килә, әйтерһең дә, иңдәрендә һыу тулы күнәктәр түгел. Мөҙәрис ышаныслы аҙым­дар менән ҡыҙға табан атланы. Ҡаршыһына кинәт килеп баҫҡан егеткә ҡыҙы­ҡай күҙҙәрен тултырып, аптырап ҡараны. Ә егет тел­­дән яҙҙы... Зәңгәр күкте хә­тер­ләткән күҙҙәренә ҡарап, һорауын онотто. Оҙаҡ торҙо улар бер-береһенә ҡарашып. Егет кинәт кенә иҫенә килеп, ҡыҙҙың көйәнтәһен алды, күнәктәрҙе ергә ҡуйҙы. Шунан һуң ғына: “Һылыу, ә бында магазин ҡайҙа икән?” — тигән һорау бирҙе. Ҡыҙ бик алсаҡ булып сыҡты. Егеткә ентекләп ҡайҙа барырға кәрәген аңлатты ла ашығып көйәнтәһенә үрелде. Мөҙә­рис­тең йөрәге “жыу” итеп китте. Бына хәҙер китә лә юғала был фәрештә, нисек тә исемен, ҡайҙа тор­ғанын белергә кәрәк. Күнәктәрҙе көйәнтәгә элә-элә:
– Ә һылыуҙың исеме бармы икән? — тигән булды.
– Анна мин, яҡындарым Аннушка тип йөрөтә. Әйҙәгеҙ, минең менән, беҙ магазин янында ғына торабыҙ.
Алсаҡ ҡыҙ юл буйы Мөҙәрискә үҙ хәлен һөйләп барҙы. Ата-әсәһе күптән вафат икән, оло ағаһы, ең­гәһе һәм уларҙың дүрт балаһы менән бергә тороуын әйтте. Ябай ғына кейеменә, ялан аяҡлап һыу ташыуына ҡарап, Мөҙәрис ҡыҙы­ҡайға еңел түгеллеген аңланы. Тик Анна зарланып бер һүҙ әйт­мәне.
– Ә минең исемем Мөҙәрис, Михаил тиһәң дә була, — тине ул хушлашҡанда. Анна тағы ла күҙ­ҙәрен тултырып Мөҙәрискә ҡара­ны. Зәңгәр күҙҙәр менән ҡара күҙ­ҙәр оҙаҡ һынап торҙо бер-бере­һен. Беренсе булып егет телгә килде:
– Ә теләйһеңме, Аннушка, мин һинең янға килеп йөрөйөм? Ял көндәрендә?
Аннаның күҙҙәре балҡып кит­те, ризалығын белдереп баш ҡаҡ­ты ла, ситән ихатанан инеп китеп, күнәктәрен йәшел үләнгә ултырт­ты. Мөҙәрискә ҡул бол­ғаны. Егет магазин тупһаһына менгәндә, ур­та йәштәрҙәге таҙа ғына кәүҙәле ир, ҡулдарын һел­тәй-һелтәй, Ан­нушкаға ниҙер һөйләй ине. “Ми­нең менән бергә ҡайтып килгәнен күреп тиргәйҙер инде”, — тип уйланы, Аннушканы йәлләп. Йөрә­ген ниҙер семетеп алды:
“Эй, етемлек, аҫрау ҡыҙ урынына көнө-төнө эшләтәләрҙер инде меҫкенкәйҙе”.
Магазинда ла бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынманы ул, тиҙ генә сығып китте. Тыныслығын юғалт­тырған ҡыҙыҡай йөрәгенә кереп ояланы ла бер минутҡа ла иҫенән сыҡманы. Аннушканың аяҙ күкте хәтерләткән төпһөҙ зәңгәр күҙҙәре күҙ алдынан китмәне. Ашы — аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Егеттәр ҙә һиҙҙе уның хәлен. Китте шаяртыуҙар, көлөү­ҙәр. Күҙҙәренә салынһа, ике ҡуллап йөрәктәрен тотоп, уның янынан ауыр уфылдап уҙа башланылар.
Икенсе осрашыуҙы көс-хәл ме­нән көтөп алды ул. Шишмә буйына төшөп, үләнгә һуҙылып ятты ла зәңгәр күҙен көттө. Ә зәп-зәңгәр күктә ап-аҡ бәрәстәрен эйәрткән һарыҡ көтөүе кеүек болоттар йөҙә. Ниндәй генә сүрәткә кермәй улар. Хыялдарға бирелеп ятҡан егет янына шым ғына Аннушканың килеп ултырыуын да, уның да күккә ҡарап уйға сумыуын күрмәгән. Тороп ултырайым тиһә, терт итеп ҡалды. Онотолоп китеп, Аннушканы ҡо­саҡ­лап алды. Ҡыҙыҡай тартынып торманы, уның ҡосағына һыйынды, һыйынды ла үкһеп илап та ебәрҙе.
– Аннушка, ни булды?
Егет ҡыҙҙы нисек йыуатырға белмәй баҙап ҡалды. Толомонан һыйпаны, сәстәренән үпте. Ҡыҙ әкренләп тынысланды. Өйҙәге хәл­дәрен һөйләп бирҙе. Ағаһы һал­дат менән бергә ҡайтып кил­гәнен күргәс, бик ныҡ әрләгән икән. Яҡын юлатмаҫҡа ҡушҡан. Әгәр ҙә тағы ла бер тапҡыр уның менән бергә күрһәм, өйҙән ҡыуып сығарам, йә булмаһа, ана, 70 йәш­лек яңғыҙ Димитроға кейәүгә бирәм, тип ҡурҡытҡан. Ҡыҙҙы нисек йыуатырға белмәне Мөҙәрис. Ярай, берәй сара уйлап табырбыҙ әле, хеҙмәт бөтөүгә йылдан ашыу ваҡыт бар, үҙе­беҙ­гә, Башҡортостанға, алып китәм мин һине, тип тә ысҡындырҙы. Ҡыҙҙың йәшле күҙҙәре нурланып, балҡып китте.
– Ысынмы, Михаил, ысынлап тамы? — тип ҡат-ҡат һораны.
Һуңынан:
— Һинең менән ер ситенә китергә лә ризамын, тик ҡотҡар мине ошо түбәнһетелеп йәшәү­ҙән, — тип өҫтәне.
Ҡанатланып ҡайтты был осра­шыуҙан Мөҙәрис. Хеҙмәте лә уңышлы барҙы, мөхәббәт фронтында ла эштәр ал да гөл тиерлек. Еңел генә, алып китәм һине үҙебеҙгә, тине лә бит, ә бына ата-әсәһе әрменән мәрйә алып ҡайт­ҡан, тип арҡаһынан һөйөрҙәрме һуң? Юҡ, бер нисек тә риза булмаясаҡтар. Ауылда булмаған хәл. Тик Аннушкаһыҙ йәшәй алмаясағын да белә Мөҙәрис. Шуға ла ул башта ҡайтып ата-әсәһен күндерергә, һуңынан Аннушканы килеп алырға булды.
Һуңғы кисте улар бергә үт­кәр­ҙе. Аннушка шат булырға, йылмайып ҡына һөйләшергә тырышты. Мөҙәристе оҙатҡанда ғына муйынына һырылып, күкрәгенә һыйы­нып, оҙаҡ иланы. Мөҙәрис мотлаҡ килеп аласағын, төшөнкөлөккә бирелмәй көтөүен үтенде, үҙе бер туҡтауһыҙ “Башҡортостан, Благовар” тип ҡабатланы.
– Аннушка, иҫеңдә тот ошо исемдәрҙе. Донъя хәлен белеп булмай, әгәр мин тиҙ арала килә алмаһам, үҙең кил, Аннушка, үҙең кил, — тип үтенде.
Поезд ҡуҙғалып киткәс, Анна вагон артынан йүгерә-йүгерә ниҙер ҡысҡырҙы ла, йәшле күҙҙә­рен зәңгәр косынкаһына һөртә-һөртә, ҡул болғаны. Уның тауы­шын тәгәрмәстәр тыҡылдауы баҫты.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Мөҙәристе ата-әсәһе, туғандары, күрше-күлән оло кешене ҡаршы алғандай, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йө­рөттө. Кистәрен йәштәр менән клубта уҙғарҙы Мөҙәрис. Әрмегә киткәнсе үк уға күҙ һалып йөрөгән Әлифә хәҙер уның янынан да китмәне. Хатта көндөҙҙәрен көт­мәгәндә ҡаршы килеп сығыр булды, серле йылмайҙы, һүҙ ҡушып ҡалырға тырышты һәм, ниһайәт, бер кисте үҙен оҙатып ҡуйыуын үтенде. Онотолдо Мөҙә­рис. Таң алдынан ғына ҡайта башланы. Улының был ғәҙәтен үҙһенмәгән Хәкимйән ҡарт бер көндө һүҙ ҡушты:
– Ай-һай, улым, бик ҡыҙыу йөрөй башланың, әллә өйләнергә йыйынаһыңмы?
– Ә ниңә, атай? Әрме хеҙмәтен үтәнем, колхозда ышанып трактор тапшырҙылар. Эшем бар, йөрөгән ҡыҙым да бар. Бәлки, көҙгө байлыҡта… — тип теҙеп алып китте Мөҙәрис.
– Ә кем һуң ул һине таңға ҡәҙәр тотҡан ҡыҙыҡай?
– Эй, атай, беләһең инде, урта урам Хәлиулла ҡарт ҡыҙы, — тип яуапланы улы.
– Улай икән, тик ҡолағыңа киртеп ҡуй, нәҫел ваҡлатып Хәлиул­ла ҡыҙын килен итәһебеҙ юҡ, һуңғы һүҙем ошо, — тип Хәким­йән ҡарт өйгә инеп юғалды.
Оҙаҡ ултырҙы уйланып шаң­ҡып ҡалған Мөҙәрис. Бына һиңә мә! Атай һүҙен йығып булмай. “Нәҫел ваҡлатып” тисе. Ҡыҫҡа ғына буйлы, йыуантыҡ кешеләр. Атаһының йор һүҙлегенә аптырап, Мөҙәрис Әлифәне үҙенән нисек ситләтеү, биҙҙереү юлын эҙләне. Ә ҡыҙыҡай, һағыҙаҡ ке­үек, арттан ҡалмай. Өмөтө лә бар бит үҙенең. Өмөт кенә лә түгел, ышаныс, оло ышаныс, Мөҙәрис кәләше мин, тип маҡтанған, тиҙәр.
Ҡапыл Мөҙәристең күҙ алдына Аннушка килеп баҫты. Егет йөрә­ге дарҫлап тибә башлауын, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып ките­үен тойҙо. Йә, Хоҙай, нисек онотто икән ул Аннушкаһын? Ул бит вә­ғәҙә биргәйне, килеп алырмын, тип. Эй көтәлер инде меҫ­кенем. Ни өсөн онотоп торҙо һуң ул Ан­нушкаһын? Шул Әлифә әйлән­дер­ҙе инде башын. Эйәреп йөрөп. Матур һүҙҙәр һөйләп.


(Дауамы бар).


Автор: Гөлшат САМАТОВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә