Очерк
Рәмил Мостафин, мотоциклына атланып, “Искра” хужалығы ауылдарының береһендәге һөтсөлөк фермаһына ашыҡты. “Ә ниңә заманса еңел машинала түгел?” — тиерһегеҙ. Уның, колхоз рәйесенең, иртә таңдан бында йөрөп ятҡанын һиҙмәһендәр өсөн. Хужалыҡ милкен урлау, әләф-тәләф итеү кеүек алама ғәҙәттәрҙән биҙҙереү өсөн бына шундай юлға бара Рәмил Ғиниәт улы. Бына әле лә уғрылыҡ өҫтөндә тотолған бер нисә кеше менән етди һөйләшеү булды. Намыҫтарына килерҙәрме-юҡмы – уныһын Аллаһ Тәғәлә генә белә. Шулай ҙа башҡалары уйланмай ҡалмаҫ, һабаҡ булыр. Ауыл хужалығы кооперативының, йәғни элеккесә әйткәндә, колхоздың күмәк кеше тырышлығы, уларҙың намыҫлы хеҙмәте, дөйөм милекселек тойғоһо ерлегендә йәшәүен күптәр аңламай шул. Етмеш йыллыҡ Совет власы беҙҙең халыҡты әҙерҙе көтөп, әҙерҙе талап итеп йәшәү, барҙың ҡәҙерен белмәү һымаҡ кире холоҡ-ғәҙәттәргә өйрәтте. Кеше тигәнең рәхәткә лә, йүнһеҙлеккә лә тиҙ күнегә икән ул. Ә бына намыҫлы булып, ең һыҙғанып хеҙмәт итеү өсөн үҙ өҫтөңдә күп эшләргә, унан да бигерәк ереңде, ауылыңды, кешеләрҙе, туған хужалығыңды ысын күңелдән ярата белергә кәрәк. Шәхестәге ана шул матур, күркәм һыҙаттарҙы ата-әсәләрҙең дә күпселеге, уҡытыусылар ҙа йәш быуында тәрбиәләй, балаларҙың рухи донъяһына һала-һеңдерә белмәй шул. Әллә теләмәйҙәрме? Уныһы ла барҙыр. Мәктәп тамамлаған балаларын, дүрт яғың ҡибла тип, тиҙерәк ҡалаға сығарып ебәреү яғын ғына ҡарайҙар.
Мостафин ферма мөдире, бригадир менән бергәләп хужалыҡты тағы бер тапҡыр ныҡлап ҡарап-тикшереп сыҡты, һауын, ғөмүмән, эш барышы хаҡында ентекле һорашты. Һөт урлап тотолған бер нисә һауынсының хеҙмәт хаҡын киҫергә ҡушты. Әгәр шундай хәл ҡабатлана ҡалһа, эштәренән ҡолаҡ ҡағасаҡтарын иҫкәртергә лә онотманы. Был турала бик ҡаты итеп, нәфрәтләнеп әйтте ул.
Ҡайтырға сығыуына иртәнге ел офоҡ артынан ҡара болоттарҙы ҡыуалап килтереп еткерҙе. Берсә ваҡ, берсә эре күҙле ямғыр һибәләй башланы. Каскаһына тамсылар тыпылдап, өҫ-башы яйлап ҡына сылана башлауына ҡарамаҫтан, әлеге ямғырға ҡыуанып бөтә алманы хужалыҡ рәйесе. Ураҡты тамамлап, ерҙе туңға һөргән механизаторҙар менән бергә киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыша бит был көҙгө ямғыр. Уның һәр тамсыһы алтынға бәрәбәр. Шулай булмай, был яҡтың тәбиғәте бигерәк ҡырыҫ, уғата ла үҙенсәлекле шул. Ырымбур яғынан иҫкән ҡыуан елдәр “Искра” хужалығы ерҙәрен урап үтмәй ҡалмай. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм бында 300–350 миллиметрҙан артмай. Ҡыш миҙгеленең башында ҡар ҙа аҙ яуа. Бына шундай еңел булмаған тәбиғәт шарттарында арыу-талыу белмәй хужалыҡҡа етәкселек итергә тура килә Рәмил Ғиниәт улына.
Болоттоң яҫтыҡтайынан да, бейәләйҙәйенән дә ергә тамған һәр тамсыға маңлай тире тамсыларын да ҡушырға тура килә. Улары иһә икеләтә алтынға торошло. Бәндә илай, Аллаһы Тәғәлә бирә, тиһәләр ҙә, тәбиғәттән мәрхәмәтлек көтөп ултырмайҙар бында. Агрономия фәненең ҡаҙаныштарына таянып, үҫемлекселекте уңышлы үҫтереүҙең яңынан-яңы юлдарын эҙләйҙәр. Ул йәһәттән хужалыҡтың баш агрономы Өлфәт Исхаҡов – Рәмил Ғиниәт улының төп таянысы. Бындай ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында улар арыш игеүҙе хуп күрә: бойҙайға ҡарағанда ышаныслыраҡ, һәр саҡ кәрәкле культура, уны отошло һатып булмаһа, һис юғы мал-тыуарға фураж итеп файҙаланырға мөмкин.
Арыш орлоғон бураҙнаға күмдерҙең дә эш бөттө тигән һүҙ түгел әле, ул уңышлы ҡышлаһын өсөн яҡшылап ҡарарға, минераль ашлама индерергә кәрәк. Ҡар аҙ яуған йылдарҙа туңғанын ҡайтанан сәсергә лә тура килә.
Арышы, бойҙайы уңһа ла, уңмаһа ла, шулай уҡ хаҡ төшөүгә ҡарамаҫтан, Рәмил Мостафин иген культуралары майҙанын бер ҙә кәметмәй, йыл да шул күләмдә ҡалдыра. Ни өсөн тигәндә, хужалыҡ биләмәһе ауылдарында йәшәгән халыҡҡа иген, фураж итеп бирергә лә кәрәк бит. Үҫтерелгән уңыштың бер өлөшө орлоҡҡа, йәмәғәт малына фуражға китәсәк.
Хужалыҡтың һәр өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе төптән уйлап, ҡат-ҡат үлсәп хәл итергә тура килә уға. Тартҡан атҡа йөктө күп тейәйҙәр, тигәндәй, ҡайһы саҡ уйламаған-көтмәгәндә иңенә күптәр күтәрә алмаҫлыҡ бурыстарҙы ла йөкмәтеп ҡуялар. Элекке “Мораптал” совхозының әлеге Яҡуп, Абдул, Ҡарай ауылдары менән шулай булды.
Үҙгәртеп ҡороу тигән ғәләмәт башланғанға ҡәҙәр “Мораптал” совхозы райондағы иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе ине. Айырыуса тоҡомсолоҡ алға киткәйне. Баҙар мөнәсәбәттәре тыуҙырған социаль-иҡтисади ауырлыҡтарҙы күтәрә алмайынса, үткән быуаттың һуңғы тиҫтә йылында ул артҡа тәгәрәне. Ҡасандан бирле инде эшселәренең хеҙмәт хаҡы алғаны юҡ. Шунлыҡтан күбеһе күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, күмәк хужалыҡҡа ҡул һелтәп ҡараны, көндәре шәхси хужалыҡтарына тороп ҡалды, сөнки йәшәү сығанағы булараҡ башҡа таяныр нәмәләре юҡ. “Мораптал”дарҙың ут күршеһе “Искра” ауыл хужалығы кооперативы, киреһенсә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, яңыса хужалыҡ итеү шарттарында уңышлы эшләй алыуын иҫбатланы.
Райондың ауыл хужалығы идаралығы бер ваҡыт артта ҡалған хужалыҡтарҙы үҙгәртеп ҡороу, уларҙы көрсөктән сығарыу программаһын эшләп, шуны ғәмәлләштереү бурысын ҡуйҙы. “Мораптал” совхозына ингән баяғы Яҡуп, Абдул, Ҡарай ауылдары, был уңайҙан файҙаланып, “Искра”ға ҡушылырға ҡарар итте. Район етәкселәре ҡатнашлығында был ауылдар халҡының йыйылыштары булып үтте. Ә Рәмил Ғиниәт улы, көҙгө баҫыу эштәре менән мауығып йөрөп, хатта ул турала белмәй ҙә ҡалды. Шулай итеп, элекке ут күршеләр хәҙер килеп үҙ кешеләргә әйләнде.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Яҡуп, Абдул ауылдарындағы хужалыҡ объекттарын аяҡҡа баҫтырыуҙа, эш хаҡын түләүҙә, хеҙмәтте ойоштороуҙа байтаҡ тир түгергә тура килде Рәмил Мостафин менән уның ҡул аҫтында эшләгән хужалыҡ белгестәренә. Иң беренсе сиратта һөтсөлөк фермалары тәртипкә килтерелде, һыйырҙарҙы һауыу автоматлаштырылды. Фермалар янында йылдар буйы тупланған, тауҙай өйөлгән тиреҫ баҫыуҙарға сығарылды, улар көҙҙән туңға һөрөп ҡалдырылды. Заманында гөрләп торған “Мораптал” совхозының аҙаҡ бөлгөнлөккә төшөп, был ауылдарға ҡалдырған бурысын, елкә сейләндерә-сейләндерә, байтаҡҡа кәм эш хаҡы алып, өс йыл буйы түләргә тура килде “искра”ларға. Аҙаҡ элекке “Көйөргәҙе” совхозының Яҙлау ауылын да “Искра”ға ҡуштылар. Уларҙы ипкә килтереп алыу шулай уҡ хужалыҡтың финанс-иҡтисади хәл-торошона көсөргәнешлек килтерҙе. Был ауырлыҡтар алдында Мостафин бөгөлөп төшмәне, Яҙлауҙы социаль-иҡтисади яҡтан тергеҙеүҙе лә үҙ иңенә алды.
Ысын ир-уҙаман ауыр саҡта боҙға түгел, ә халҡына таяна. Биләмәләре ҙурайғандан-ҙурая барған хужалыҡты үҫтерәм тип, кредитын алды, уны ваҡытында түләне, Хөкүмәт биргән субсидияны ла урынлы, һөҙөмтәле файҙаланды.
Рәмил Ғиниәт улы хужалыҡ баҫыуҙарында йыл һайын сәсте, урҙы, туңға һөрҙө. Малсылыҡты ла уңышлы үҫтерҙе. Төрлө ваҡыттарҙы күрергә тура килде уға. Иген культураларының әле береһенең хаҡы төшә, киләһе йылға – икенсеһенең. Хөкүмәт уның һымаҡ крәҫтиәнде һаман һанға һуҡмаһа ла, үҙенең яҡташтарына кәрәк икәнлеген бик яҡшы аңлай Рәмил Ғиниәт улы. Хужалыҡ бригадаларында әллә күпме кеше йәшәй. Уларҙың хужалыҡтарында мал-тыуары, ҡош-ҡорто бар. Барыһына ла бойҙайы, фуражы, һаламы, бесәне кәрәк. Халыҡ та Мостафиндың ике тиҫтә йыл эсендә, хужалыҡ рәйесе булараҡ, халҡым тип маңлай тирен түккәнен, уның тынғыһыҙлығын, бынан да бигерәк һәләтле етәксе булыуын яҡшы аңлай, юғары баһалай. Отчет-һайлау йыйылыштарында хужалыҡ рәйесенең кандидатураһы күпселек тауыш менән үтә. Бында бер ниндәй ҙә авторитарлыҡ, ҡыҫым, ҡурҡытыу юҡ. Бары тик рәйестең халҡы алдындағы ысын абруйы ғына бар.