Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алыҫ биҫтәләр ҙә – күҙ уңында
Алыҫ биҫтәләр ҙә – күҙ уңында 2013 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә яңы структура барлыҡҡа килгәйне. Биләмәләр менән эшләү бүлеге власть һәм ҡаланан алыҫта урынлашҡан биҫтәләр араһындағы бәйләнеште нығытыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын уңышлы атҡара. Әйтергә кәрәк, Стәрлетамаҡ бәләкәй ҡала түгел, был башланғыс һәммәһе өсөн дә файҙаға ғына. Ошо хаҡта бүлек начальнигы Лариса КӘРИМОВА бәйән итә.


— Лариса Миңлейәр ҡыҙы, биләмәләр менән эшләү бүлеге, ғәҙәттә, район хаки­миәттәрендә осрай торған күренеш. Ҡа­лала әлегеләй структураның барлыҡҡа килеүе нимәгә бәйле?
— Стәрлетамаҡ — республикала Өфөнән һуң иң ҙур ҡала. Уның йыраҡ урынлашҡан биҫтәләре лә байтаҡ. “Ашҡаҙар”, “Беренсе Май”, “Төньяҡ”, “Краснознаменский”ҙа йәм­ғе­һе 12 мең кеше йәшәй. “Беренсе Май”ҙы иҫәп­кә алмағанда, үҙәккә килеп етер өсөн уларға ике йәмәғәт транспортын ал­маш­ты­рырға тура килә. Яҡын ара түгел. Шуға күрә улар менән бәйләнеш һүлпән булды. Бында, әлбиттә, хакимиәт менән бәйләнеш хаҡында ғына һүҙ бармай, дауаханаға, Пенсия фонды бүлексәһенә һәм башҡа социаль объект­тарға ла килеп етеү, мәғлүмәт, хеҙмәт алыу еңел түгел. Ошо етешһеҙлектәр буйынса эшләү маҡсатында беҙҙең бүлек булдырылды ла инде.
Алыҫ биҫтәләр ҙә – күҙ уңында– Биҫтәләрҙә һеҙҙең хаҡта белә­ләр­ме? Ғөмүмән, халыҡ менән нисек эшләйһегеҙ?
— Һәр биҫтәлә ҡабул итеү бүлмәләре бар. Аҙна дауамында график буйынса уларҙың һәммәһендә мотлаҡ булабыҙ. Бынан тыш, ха­лыҡ менән урамда, йорттарҙа осрашабыҙ, хакимиәткә лә киләләр. Биҫтәләрҙе ысын мә­ғә­нәһендә арҡыры-буй йөрөп сығыуға ҡа­ра­маҫ­тан, әлеге көнгә тиклем беҙҙең хаҡта белмәүселәр ҙә табыла, әммә һуңғы ваҡытта мөрәжәғәт итеүселәрҙең йышайыуы халыҡ ме­нән бәйләнештең нығына барыуын иҫбатлай.
— Йышыраҡ кемдәр һәм ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
— Элегерәк оло быуын кешеләре килә ине, хәҙер йәштәр ҙә ярҙам һорай, йәшәгән урындары буйынса төрлө мәсьәләләр күтә­рә. Шул уҡ ваҡытта бер үк кешеләрҙең йыш мөрәжәғәт итеү күренеше лә бар, әммә әүҙем граждандар беҙгә, киреһенсә, файҙаға ғына: биҫтәләр йәшәйеше хаҡында күберәк белә­беҙ. Кемдер ҡабул итеү ваҡытында үтенесен телдән еткерә, кемдер яҙма рәүештә тәҡдим индерә.
Һорауҙарға килгәндә, уларҙың ниндәйе генә юҡ: урамда бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙән алып предприятиелар яҙмышына тиклем борсой халыҡты. Шулай ҙа стәрлетамаҡ­тар­ҙы йышыраҡ юлдар, коммуналь хеҙмәт күр­һә­теү, спорт майҙансыҡтары, маршрут так­си­ҙары, сүп-сар түгеү, туҡталҡа мәсьә­лә­ләре хафаландыра. Бигерәк тә яҙ башланыу менән ҡороған ағастар, соҡорҙар хаҡында йыш һөйләйҙәр.
Былтыр 500 самаһы кешегә консультация бирҙек, ғаризалар, документтар тапшырыу буйынса бихисап ярҙам күрһәтелде.
— Бүлек әлегә “йәш” булыуға ҡара­маҫ­тан, ниндәйҙер эш һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ йөрөтөргә буламы?
— Күҙгә күренмәгән көндәлек мәсьәләләр тураһында тәфсирләп һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Ә беҙҙең маҡсат башлыса нәҡ шундай проблемаларҙы хәл итеүгә ҡоролған. Мәҫә­лән, бөтөн биҫтәләрҙә лә мәғлүмәт тумбалары ҡуйылды. “Ашҡаҙар”ҙа әлеге ваҡытта берәҙәк эттәр мәсьәләһе хәл ителә, 16-сы мәктәп янында юлға асфальт һалынды, шул уҡ урамда светофор ҡуйылды. Шәхси йорт­тарҙа йәшәгәндәрҙең мал-тыуарын көтөү проблемаһы хәл ителде. Әлбиттә, беҙ үҙе­беҙ светофор ҙа ҡуя, асфальт та түшәй алмайбыҙ, һыйыр ҙа көтөп булмай… Әммә эште ҡуҙғатып ебәрергә лә кәрәк бит, был йәһәттән биләмәләр менән эшләү бүлеге — халыҡтың һәм хакимиәттең дә ныҡлы таянысы.
Ҙур мәсьәләләр ҙә етерлек. Әйтәйек, биҫтәләрҙең береһендә почта бүлексәһенә ябылыу ҡурҡынысы янай ине. Ләкин быға юл ҡуйманыҡ. “Ашҡаҙар”ҙа дарыухана юҡ, ә был биҫтәлә йәшәгәндәргә ҡалаға дарыу артынан йөрөү ҡатмарлыҡтар тыуҙыра — юл сығым­дары ла түгергә тура килә. Юҡлығының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре лә бар: эшҡыуар бит тәү сиратта табыш хаҡында уйлай, шуға кеше аҙ йәшәгән ерҙә бизнесын йәйел­де­рер­гә ашыҡмай. Әммә гел генә матди байлыҡты өҫтөн ҡуйып булмай, шуға социаль күренеш һәр ваҡыт яҡлау өҫтөндә, һәр саҡ хәл итеү юлдарын эҙләү зарур – урындағы властың төп эше лә ошо йүнәлештә булырға тейеш, ми­неңсә! Бер нәмәгә ҡарамай, “Ашҡаҙар”ҙа ла дарыухана эшләй башлар тип өмөтләнәбеҙ.
— Бүлектең бурыстары ҙур икән. Ошо тиклем эшмәкәрлекте, ике яҡлы бәйлә­неште нисек яҡшы кимәлдә тотоуға өлгәшәһегеҙ?
— Эшебеҙҙең төп маҡсаты – халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Бөгөн бер ҡабул итеүгә ике тиҫтәнән ашыу кеше килә икән, тимәк, улар беҙҙең ярҙамға мохтаж. Был күренеш тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көс бирә. Ә бүлек иһә ҙур түгел: ни бары өс кеше. Әйҙәүсе белгестәр Илһам Абдуллин менән Оксана Некрасова – төп таяныстарым. Барыбыҙ ҙа — йәштәр, был да һөҙөм­тәле эшләүгә сәбәпсе булып торалыр.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә