Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлем лагерҙары ҡабат төҙөлмәһен!
Үлем лагерҙары ҡабат төҙөлмәһен! Терезин концлагеры Германия — Чехия сигендә урынлашҡан. Ул 1780 йылда Литомержице ҡалаһы янында хәрбиҙәр ҡәлғәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Ун бер йыл буйы төҙөлгән ҡәлғә 400 гектар майҙанды биләй, императрица Мария Тереза исемен йөрөтә. Ләкин дошмандарҙан һаҡланыу маҡсатында сафҡа ингән бина Беренсе донъя һуғышында әсирҙәр, сәйәси тотҡондар төрмәһенә әүерелә. Унда башта ирҙәр генә ултырһа, 1942 йылдан ҡатын-ҡыҙҙы ла, балаларҙы ла алып киләләр.


Икенсе донъя һуғышы башланғас, фюрер Терезинды гестапо төрмәһе итеп үҙгәртә, уны немец телендә “Терезиенштадт” тип атайҙар. Ә 1941 йылдан йәһүдтәр геттоһына әүерелә. Лагерҙа ололарҙан башҡа 15 мең бала, бер йәшкәсә 247 сабый, шулай уҡ сиғандар, гомосексуалистар тотола. Фашистар баҫып алған Венгрия, Нидерландтар, Дания, Украина, Чехословакия, Франция, Литва, Норвегия, Австрия һәм башҡа илдәрҙән ҡыуып килтерелгән йәһүдтәр араһында билдәле математиктар, рәссамдар, шағирҙар, психоаналитиктар, спортсылар, артистар – йәмғеһе 140 мең кеше була. Уларға төрлө айырыу билдәләре уйлап тапҡандар: сиғандарҙы — ҡара, гейҙарҙы алһыу төҫ, йәһүдтәрҙе алты мөйөшлө йондоҙ буйынса танығандар. Ғәҙәттә, концлагерға ингән кешеләр иң башта ҡапҡа башындағы “Arbeit macht frej” (Хеҙмәт кешене ирекле итә. — Авт.) тигән яҙыуҙы уҡырға тейеш булған.
1943 йылда Терезинға Дания йәһүдтәрен алып киләләр. Халыҡ-ара “Ҡыҙыл тәре” ойош­маһы уларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүен белеү ниәте менән лагерға индереүҙе һорап Гитлерға мөрәжәғәт иткәс, 1944 йылдың 23 июнендә делегацияға Терезинда йәшә­гәндәрҙең тормошон — ғаилә барактары, бассейн, кафе, балалар баҡсаһы, дауахана, театр, мәктәпте, хатта төрмә композиторы Ганс Краса ижад иткән “Брундибар” операһын күрһәтәләр. Шулай уҡ “ҡунаҡтар” лагерь биләмәһендәге китапхана, ғибәҙәтхана, лекция, концерт һәм театр залдары, спорт майҙансығы менән таныша. Быларҙың барыһы ла “Ҡыҙыл тәре” вәкилдәренә Терезинды өлгөлө концлагерь итеп күрһәтеү һәм йәмғиәттә ыңғай фекер уятыу маҡсатында эшләнә. Йомғаҡлау һуңында делегация ағзалары “Фюрер йәһүдтәргә ҡала бүләк итә” тигән документаль фильм да ҡарай.
Ләкин 1942 йылда протектораттың (Чехо­словакияның) хужаһы Рейнхард Гейдрих үл­те­релгәс, Ванзей конференцияһынан һуң йә­һүд­тәр мәсьәләһе “ыңғай хәл ителгәс”, бында Гитлер баҫып алған илдәрҙән йәһүд­тәрҙе күпләп алып килә башлайҙар. Терезин тотҡондарҙы сорттарға айырыу пунктына әйләнә. Бынан көн һайын 90 мең кеше Аушвиц, Дахау, Освенцим, Маутхаузен һ.б. үлем лагер­ҙарына оҙатыла. 1945 йылдың 9 майында концлагерь тотҡондарын Совет Армияһы азат иткәндә унда ни бары 17 247 кеше иҫән була. Һуғыштан һуң Терезин нацистары үҙҙәре лә тотола, күптәре ошонда үлем язаһы ала.
1948 йылдың 29 февралендә Терезин төрмә булыуҙан туҡтай, 1966 йылға тиклем хәрбиҙәр казармаһы һанала — бөгөн иһә был урында му­зей ойошторолған. Бында һәләк булған йә­һүд­тәр, совет хәрбиҙәре һәм башҡа халыҡ вә­килдәренең ҡәберлектәре, золом ҡор­бан­да­рына асылған мемориаль комплекс, тотҡон­дарҙың шәхси әйберҙәре ҡуйылған бүлмәләр урынлашҡан. Фашизмды, милләт­селекте фаш­лаған, халыҡтар дуҫлығына һәм тыныс­лыҡҡа өндәгән урындан йыл әйләнәһенә халыҡ өҙөлмәй.
Терезиндан йәһүдтәр Польшаға поляк сәйәси тотҡондары өсөн төҙөлгән иң ҡурҡыныс үлем лагерына – Освенцимға ебәрелгән. Уны немецтар “Аушвиц” тип атаған. Шуға өҫтәп немецтар, Силезия, Прага, Варшава, Вроцлав ҡалалары һәм башҡа баҫып алған илдәрҙәге төрмәләр тулыу сәбәпле, тотҡондарҙың көсө менән “Аушвиц-1”, ”Аушвиц-2-Биркенау-Бжезинка” исемле яңы лагерҙар төҙөткән. Уларҙың биләмәһендә тәүлек әйләнәһенә дүрт крематорий эшләгән, көн һайын 350 кеше яндырылған.
Тотҡондарҙы бәләкәй генә ғәйептәре өсөн дә язаға тарттырғандар: ҡулдарын артҡа ша­ҡа­рып бәйләп, башҡалар алдында аҫҡандар, 90х90 квадрат сантиметр майҙанлы бүлмәгә ябып, аслыҡ үлеменә дусар иткәндәр, балалар менән дә, ололар менән дә тыйылған медици­на эксперименттары үткәргәндәр, йәһүд ҡатын-ҡыҙ­ҙарын бала тапмаһын өсөн сте­­ри­лләгәндәр, хәлһеҙҙәрҙе эш урынында уҡ көрәк, лом, тимер таяҡ менән туҡмап үлтергәндәр, эш ваҡытында бәҙрәфкә барырға рөхсәт итмәгәндәр, алтын тешен һурып алып ик­мәккә алмаштырғандарҙы үлем язаһына тарт­тырғандар. Ҡайһы берәүҙәрҙе хатта теге донъяға тиҙерәк ебәреү өсөн йөрәктәренә феноллы укол ҡаҙап үлтергәндәр. “Үлем корпусы” тип аталған баракта күсереп йөрөтмәле аҫыу ҡо­ролмаларында меңәрләгән кешене аҫ­ҡандар.
Нацистар Освенцимға йәһүдтәрҙе “Беҙ һеҙҙе Көнсығыш Европаға урынлаштырабыҙ, ер бирәбеҙ, шунда эшләрһегеҙ” тип алдап алып килә, шуға улар үҙҙәре менән иң ҡиммәтле әйберҙәрен алған. Ләкин лагерға килеп етеү менән сумаҙандарын, затлы әйберҙәрен тартып алғандар, ә үҙҙәрен туп-тура крематорийға ебәргәндәр. Освенцимда күпме йәһүд яндырылғанын аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Әйткәндәй, 1941-1942 йылдарҙа бында 12 мең совет яугире лә яндырыла.
Крематорийға йәһүдтәрҙе, йыуыныу каби­наһына инәһегеҙ, тип ҡулдарына һабын, ҡағыҙ таҫтамал тоттороп, алдап алып кереткәндәр, ләкин бүлмәлә һыу урынына “Циклон Б” газы ҡойолған, һәм 15-20 минут үтеүгә барыһы ла тонсоғоп йән биргән. Артабан юрған, кресло, карауат япмалары эшләп һатыу өсөн мәйеттәрҙең сәстәрен ҡырып, алтын тештәрен һурып алғандар, балдаҡтарын, алҡаларын һалдырғандар. Ябыҡ эшелондарҙа ас һәм һыуһыҙ, саф һауаһыҙ 10-12-шәр сәғәт килгән тотҡондарҙың 70-75 проценты юлда уҡ үлгән. Ҡалғандарын сорттарға айырып, шахталарға, төҙөлөштәргә, металлургия заводтарына таратҡандар. Тәүлек әйләнәһенә бушлай эшләү, санитар нормаларға яуап бирмәгән һыуыҡ барактарҙа йәшәү, аслыҡ, эпидемия, даими туҡмау, язалау арҡаһында уларҙың ғүмере бик иртә өҙөлгән. Тотҡондарға иң ауыры, кисен эштән ҡайтҡас, 10-ар сәғәт буйы ҡулдарын юғары күтәреп тороу булған — был мәлдә лә уларҙың күптәре аслыҡтан, хәлһеҙлектән торған ерендә йән биргән.
Освенцимда тотҡондар йәшәгән барактарға ҡарап тороуы шул тиклем ҡурҡыныс: 40-50 кешегә иҫәпләнгән бер баракта 200-ҙән ашыу кеше тотолған. Һыуыҡ таш йәки ер иҙән, ҡояш нуры төшмәгән бәләкәй тимер тәҙрәләр, ярустарға түшәлгән һалам... Ябыныу өсөн одеялдар бирелмәгән, киреһенсә, әйберҙәрен тартып алып утҡа ташлағандар, өҫ кейемдәре айына бер алмаштырылған.
1945 йылда Совет Армияһы Польша сигенә яҡынлашҡас, фашистар Освенцимды емерә, крематорийҙарҙы шартлата, яуаплылыҡтан ҡурҡып “эҙҙәрен һеперә” башлай. Ләкин емерелмәй ҡалған барактар һәм бер крематорий, төрлө документтар, тотҡондарҙың исемдәре һәм һандары, фамилиялары яҙылған сумаҙандар, аяҡ кейемдәре, балалар коляскалары, күҙлектәр, ҡул сәғәттәре, тараҡтар, теш щеткалары, өҫ кейемдәре, эш ҡоралдары, язалау урындары — барыһы ла суд барышында нацистарҙың ғәйептәрен иҫбатларға ярҙам иткән. 1947 йылдың 16 апрелендә Рудольф Гесс үҙе лә язаһын ала — уны Освенцимда аҫып үлтерәләр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873