Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош — йырлап туймаҫ бер йыр
Тормош — йырлап туймаҫ бер йыр 90 йәшлек Маһира Сөләймәноваға ҡарап һис тә үҙ йәшен бирерлек түгел: инәйҙең хәтере шәп, күҙе үткер, зиһене яҡты.

— Нисә йәш тулғанын да белмәйем, иҫәптән яҙҙым, — тип шаяртырға ярата ул.
Йөҙөнән нур балҡыған инәйҙең тормошто һөйөүен, шаян һәм дәртле булыуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Ғүмер ебен һүткән саҡта Маһира Иҫәнғол ҡыҙы үҙе күргән ауырлыҡтарҙы ла, заман михнәттәрен дә йылмайып бәйән итә.Бәғзе берәүҙәр кеүек зарланмай ул, киреһенсә, шул осорҙоң тик яҡшы яҡтарын һөйләргә тырыша.
— Атайым Ҡыпсаҡтың бик хәлле кешеләренең береһе булды. Мал-тыуары ишле, йорт-йыһазы яҡшы ине. Үҙ заманы өсөн бай күренгәнгәлер инде, беҙҙең өйҙә мәктәп асып, оҙаҡ ҡына ваҡыт балалар уҡытҡандар. Аралбай ауылынан Нотфулла Ыласынов тигән кеше мөғәллим булған. Өйөбөҙҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Урындыҡтағы ҙур еҙ самауырыбыҙ һәр саҡ шыжлап ҡайнап ултырыр ине.
Атайым, мулла Иҫәнғол Әйүп улы Сөләймәнов, хәлле кеше булараҡ, ике ҡатын менән йәшәгән. Тәүгеһе вафат булғас, уның балалары әсәйемде “әсәй” тип үҫте, үҙ-ара бик татыу йәшәнек. Атайым бер минут тик тора белмәгән эшлекле, йүнсел кеше булды. Шуға етеш йәшәгәнбеҙҙер ҙә. Күмәк хужалыҡ ойошторола башлағас та колхозға беренселәрҙән индек. Һәр йорттан мал-тыуар йыйып, ауылда “Трактор” исемле колхоз төҙөлдө. Әсәйем һыйыр һауҙы, атайым мал ҡараны. 1933 йылдағы аслыҡта халыҡ күп ҡырылды, Хөрмәтулла исемле ҡустым да вафат булды. Миңә ике йәш тулғанда, атайым фани донъянан китте. Шунан башланды инде нужалы тормош, — тип күҙ йәштәрен һөртөп алды Маһира инәй.
Мәктәптә белем алыу ҙа эләкмәй, бары өс класты тамамлай. Әммә, тырыш, зиһенле ҡыҙ китап уҡыу менән мауыға, белемен үҙаллы байыта.
Һуғыш башланғанда Маһира Сөләймәнова 17 йәшлек һылыу ҡыҙ була. Тик йәшлектәренең сәскә атҡан ваҡытында уларҙың быуыны ир-атты алмаштыра: тракторға ултыра, иген һуға, башаҡ бәйләй, бесән саба.
— Бер төркөм ҡыҙҙар менән Һамар ауылындағы тракторсылар курсына уҡырға ебәрҙеләр, — тип хәтерләй Маһира инәй. – Матрай, Аралбай, Үрге Ғәле һәм башҡа ауылдарҙан килгән ҡыҙҙар менән өс ай уҡыныҡ. Аҙаҡ ҡырҙа ятып һабан һөрөүҙәр, ай яҡтыһында көлтә бәйләүҙәр, иген сабыуҙар... Нисек кенә ауыр булмаһын, һәр саҡ көлөшә-йырлаша эшләнек. Барыһы ла Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн тырышты.
1945 йылда фронттан яраланып ҡайтҡан Солтанәхмәт Хәсәнов менән ғаилә ҡоралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай: һуғышта алған яраларынан ире мәрхүм була. Һәҙиә исемле ҡыҙы менән тол ҡалған ҡатын бар хәсрәтен эш менән баҫа. Ярай әле янында әсәһе була, Һәҙиәне ҡарашырға ярҙам итә.
Һәҙиәгә ике йәш тулғанда, әсәһе ауырып, йәшләй генә вафат була. Тағы ла яңғыҙ тороп ҡала йәш ҡатын. Бер нисә йылдан уны димләп, Ҡыпсаҡта эшләгән Һаҡтау ауылы егете Ғәлимйәнгә кейәүгә бирәләр. Донъяларын йәмләп, бер-бер артлы сәскәләй ике ҡыҙҙары тыуа. Ҡатын йортона инеүҙе өнәмәй, Ғәлимйәне Һаҡтауға күсенергә өгөтләй. Тәүге ҡәйнәһе: “Килен, үҙ тупһаңды ташлама. Бик ҡыҙыу күренә кейәүең, уйлап эш ит”, — тигәс, Ғәлимйән менән күсеп китеүҙән баш тарта.
Намыҫланып, сәмләнеп донъя көтә Маһира, көнө-төнө колхоз эшенән бушамай, бынамын тигән йорт һала, балаларын ҡарай. Хоҙай яратҡан бәндәләрен нығыраҡ һынай тигәндәй, һынау артынан һынау ебәрә. Биш йәшендә генә ҡыҙы Ғәйникамал вафат була. Һәҙиә менән Файзаны үҫтереп, кеше итеү өсөн бар тырышлығын һала әсә.
Райондаштары Маһира Сөләймәнованы алдынғы һауынсы, социалистик ярыш еңеүсеһе булараҡ яҡшы хәтерләй, фотоһүрәте һәр саҡ Почет таҡтаһынан төшмәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Маһира инәй яратҡан шөғөлөнә тотона: мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә боронғо таҡмаҡтарҙы күп белә, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Тик уның репертуарында ғына бик һирәк башҡарылған, хатта күптәр ишетмәгән “Һыуһарҙың балалары” тигән йыр бар.
— Был йырҙы мин бала саҡта өләсәйемдәргә барғанда Мәлихә тигән апайҙан отоп алдым, — ти ул. — Ире Йәнтимер ағай ҡурайҙа уйнай, ә кәләше йырлай торғайны...
Шуныһы ғәжәп: ошо олпат йәштә лә Маһира инәйҙең тауышы матурлығын юғалтмаған. Былтыр Белорет ҡалаһында үткән оло йәштәгеләрҙең “Яратам һине, тормош!” төбәк конкурсында ҡатнашып, тамашасыларҙың ихтирамын яуланы.
Бөгөн бәхетле әсә, хәстәрлекле өләсәй, хөрмәтле ҡәйнә Маһира Сөләймәнова ҡыҙы Файза һәм кейәүе Рәсүл Ыласыновтар менән бергә йәшәй, уның туғыҙ ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре бар.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә