Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сая бөркөт яҙмышы
Сая бөркөт яҙмышы Легендар полководец Муса Мортазиндың
тыуыуына — 123 йыл

Мәүлит Ямалетдиндың “Ике яҙмыш” поэмаһында:
“...Мортазин да ниҙәр ҡылмаҫ ине,
Зәки һымаҡ етһә һикһәнгә?!
Вәлидиҙән ҡалды том-том ғилем,
Мәшһүр исем, яҡты эҙ ҡалды.
Мортазиндан ҡалды “Дошман” тигән
Нахаҡтарҙан-нахаҡ яманат.
Шул нахаҡтың шомло ҡоһорҙары
Тоҡомона төштө нисә ҡат!..”
– тигән әсенеүҙәргә, һағышҡа, тетрәнеүҙәргә тө­рөнгән патриотик рух сатҡылары яҡтырып китә.
Был тойғо ошо юлдарҙа айырыуса сағыла:
“...Рухыбыҙға ҡеүәт биреп торор
Ирек ҡошо ғорур ыласын.
Бер ҡанаты уның — Әхмәтзәки,
Икенсеһе — Муса Мортазин!..”
Роберт Байымов “Сыбар шоңҡар” тормош-документаль романында Муса Мортазин ха­ҡында Зәки Вәлиди күҙәтеүҙәрен һүрәтләй:
”...Әлеге Күбәләк-Теләү волосында бола сығарған унтер-офицер Муса Мортазинды ла Зәки Вәлиди ошонда һынап ултырҙы. Эре һөйәкле, ҡыйыу ҡарашлы мөһабәт был ир — һис шикһеҙ, ҡаһармандар затынан. Башҡалар һымаҡ ҡоролтай барышында урындан ҡыс­ҡырып ултырмай, кәрәк саҡта баҫып йә три­бунаға сығып һөйләй. Тартынмай, үҙен ҡы­йыу, иркен тота, һүҙҙәре тос, һәлмәк. Уны тыңлайҙар, эргәһенән ир-ат өҙөлмәй. “Бын­дайҙар башҡорт милли хәрәкәтенән ситтә торорға тейеш түгел, — тип уйлай Зәки Вәлиди. —Ҡойоп ҡуйған ойоштороусы. Үҙенә лайыҡлы эш кенә йөкмәт, тау аҡтарыр...”
Уҡыусыға яҙыусы М. Ямалетдиндың “Ҡо­то­лоу юлҡайҙарын тапманым” повесы таныш. Әҫәр­ҙә төп герой – тарихи шәхес Муса Мор­та­зиндың һуңғы көндәре фажиғәле тасуирлана:
“...Коридорҙа, ваҡыттың ҡотолғоһоҙ икән­легенә ишара яһап, яңғырап торған аяҡ тауыштары көсәйгәндән-көсәйә килеп, кинәт тынып ҡалды. Комбригтың уйҙарын ҡырт бүлдереп, шалтыр-шолтор тимер ишек асыл­­­ды. Ҡайҙандыр икенсе, ят донъянан ише­телгәндәй ҡырыҫ, йән өшөткөс һалҡын тауыш яңғыраны.
— Мортазин!
— Эйе! — Муса талған тәнен яҙа-яҙа аяғүрә баҫты.
—Допросҡа!
Быны ишеткәс, бөгөн икенсе тапҡыр Му­саның күҙ алдына ғәзиз Баш­ҡорт­ос­тандың иң төпкөлөндә, тауҙар ҡуйынында ятҡан Көсөк ауылы килеп баҫты, ҡолағында атаһы яратып йырлаған “Ғүмәров” көйө сыңлап китте.
...Аҡ сабаҡҡай кеүек килеп ҡаптым,
Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым...”
Рәшит Солтангәрәев үҙенең “Осто бөркөт” әҫәрендә был фажиғәле яҙмышҡа тағы ла тетрәндергес күренеш бирә:
“...Мусаны аяғөҫтө тотоп язаланылар. Ул­тырырға ла, ятырға ла, хатта аяғыңды алмаштырып баҫып торорға ла ярамай. Баҫып тик тор! Өҫтәл янында, һорау алған тәф­тишсе янында тор... Көндәр, төндәр буйы­на... Резина таяҡтар менән туҡмауҙары ла, тырнаҡ аҫтына энә ебәреүҙәр, ике ҡулыңдан түшәмгә аҫып ҡуйыуҙар, тоҙло һыу менән клизма яһап, көндәр буйы һыу бирмәй то­тоу­ҙар, тәмәке төпсөгөн тәнеңә баҫып һүн­де­реүҙәр, баш түбәңә өҙлөкһөҙ тамсы тамыу, йән ереңә тибеүҙәр, башыңды парашаға тығыуҙар ул тиклем ғазаплынан түгелдер... Ә бына тәүлектәр буйына ҡым­шанмайынса баҫып тороуҙары һәм йоҡо күрмәүҙәре...” Ҡотто осорорлоҡ был картина уҡыусы күңелен телеп үтә, әлбиттә, бындай вәхшилек ғүмергә иҫтә ҡала, әҫәр шуның менән көслө, героик образдың үҙ-үҙен тотошо ла быны дәлилләй.
Яныбай Хамматов уҡыусыға “Комбриг Мортазин” романын яҙып ҡалдырҙы.
Әҫәрҙәге Шәүрә, Фәтиха апайҙар араһын­да­ғы оҙон-оҙаҡ көткән хәбәр хаҡында һөйлә­шеү­ҙәр фәһемле һәм тәрбиәүи йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә.
“...– Әсәй, әсәкәйем, һөйөнсө!
Бер ни аңламаған Фәтиха, аптырап, баҫ­ҡан урынында тапанды.
— Ни булды, ҡыҙым?
— Минең хатҡа яуап килде!.. Атайымды аҡлағандар, — тип әсәһен шашынып, ҡото­ро­ноп ҡосаҡланы ла, ҡыуанысынан битенә йәйелгән күҙ йәштәрен һыпырғылай-һы­пырғылай, әйтте. — 1956 йылдың 14 июлен­дә СССР Юғары судының хәрби коллегияһы атайымдың ил һәм Совет халҡы алдында бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмай, уны тулыһынса аҡлаған һәм СССР хәрби министры уны комбриг (хәҙерге генерал-полковник. — Р.Ш.) дәрәжәһенә кире ҡайтарған!..
— Атайыңды терелтеп булмауы ҡыҙға­ныс, ҡыҙым...
— Борсолма, әсәкәйем, зинһар, борсолма! — тип әүрәтте Шәүрә әсәһен һәм уға ҡу­шы­лып үҙе лә иланы. — Башҡорт халҡы бар саҡта атайым да мәңге, мәңге йәшәйәсәк! Уны данлап, шағирҙар поэма, яҙыусылар роман яҙасаҡ, скульпторҙар һәйкәл ҡуясаҡ!..”
Эйе, Шәүрә ҡыҙының һүҙҙәре хаҡ булды. Башҡорт халҡының легендар улының исеме, бик һуңлап булһа ла, төрлө ҡаршылыҡтар аша үҙ даны менән иленә ҡайтты...
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Ғ. Булатов “Комбриг Мортазин” тигән мәҡәләһендә шулай тип яҙа: “...Ҡаһарман яугирҙең ғүмере һуғыш уты эсендә генә үтмәгән. Ул нескә күңелле кеше, бала йәнле атай, ҡатынының тоғро ире була. Ғ. Шафиҡов яҙыуынса, Муса Лут улының ҡы­ҙы, билдәле режиссер, Станиславский исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Шәүрә Мортазинаның иҫтәлектәренә ҡарағанда, уның атаһы йыр-моңдо бик ныҡ яратҡан, бигерәк тә халыҡ йырҙарын әҫәрләнеп тың­лаған, үҙе лә матур итеп йырлаған. Ҡу­рай моңдарына ғүмер буйы ғашиҡ булған...”
Был иҫтәлектәр өҙөгөндә легендар пол­ко­водецтың рухи донъяһын асабыҙ төҫлө. Уның ижадҡа ынтылышы хаҡында А. Лизюков “Комбриг Муртазин” тигән мәҡәләһендә шулай фе­кер йөрөтә: “...Муса Муртазин был наделен определенным литературным даром. В конце 20-х годов вышла его повесть “В освобожденной Башкирии”, а затем крупная работа “Башкирия и участие башкир в гражданской войне”, которая держалась долгое время под строжайшим запретом и, по существу, хранилась в единственном экземп­ляре...”
Сулпан Ғәлина “Исеме халыҡ хәтерендә” ти­гән мәҡәләһендә илаһи ғорурлыҡ менән шулай тип билдәләй: “...Башҡортостандың ҡаһар­ман улдары һәм ғәс­кәр башлыҡтары — данлыҡлы Алдар ба­тыр Иҫәнгилдин, Ҡара­һаҡал, Салауат Юла­ев, Ҡаһым түрә – һымаҡ легендар шә­хес­тә­ребеҙҙең береһе, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәү­ләт эшмәкәре Муса Мор­та­зиндың исеме башҡорт халҡының йөрәгендә ысын-ысындан мәңгелек урын алған...”
Эйе, уның ғүмер юлы – халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡ мәнфәғәтенә тоғролоҡ өл­гөһө. “Муса Мортазинды, – ти С. Ғәлина, – яңы дәүерҙең Салауаты тип атарға хаҡлы­быҙ”. Бәхәсебеҙ юҡ, шулай булырға тейеш тә.
Билдәле булыуынса, 2006 йылда Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы, режиссер Р. А. Устинованың “Шипы и розы Комбрига” исемле китап-альбомы донъя күргәйне. Ав­тор­ҙың маҡ­саты изге: легендар шәхескә йәмә­ғәт­селектең иғтибарын арттырыу, уның башҡорт полководецы, хәрби стратег, философ, күре­нек­ле йәмәғәт эшмәкәре, талантлы яҙыусы-журналист, интернационалист һәм тарихсы си­фаттарын бар булмышында бөгөнгө уҡыу­сыға еткереү. Авторҙың изге эше хуплауға лайыҡ, әлбиттә..
“...Мин үҙемде ошо Мортазиндар алдында ниңәлер ғәйепле һымаҡ тоям. Улар халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылды, ә беҙ йәшәп ятабыҙ. Мортазин тураһында берәй әҫәр яҙырға тигән ниәт күптән бар ине. Әммә, берҙән, материалдар йоҙаҡ эсендә ятһа, икенсенән, был хәрби эшмәкәр күптән тулыһынса реабилитация алһа ла, уның тураһында һөйләү ҙә, яҙыу ҙа ошо көндәргәсә тыйылып торҙо. “Ағиҙел” журналында Муса Мортазиндың иҫ­тәлектәрен баҫтырып сығарыу минең өсөн ана шул көтөлгән материал булды ла инде. Шуларҙы файҙаланып, “Осто бөркөт” тигән повесть яҙҙым. Әҫәр ҙур түгел, Муса Мор­тазиндың тәүәккәл, ҡаһарман характерын, ватанса рухын ғына күрһәтергә теләнем. Нисек килеп сыҡҡандыр, уныһын уҡыусы әйтер...” — ти Рәшит Солтангәрәев.
Шулай, легендар шәхес хаҡында матбуғатта йөҙләгән мәҡәлә баҫылды, мәҙхиә, поэмалар тыуҙы, роман, повестар донъя күрҙе. Уларҙың һәр береһенән өҙөк килтереү мөмкин түгел. Шуға ла үрҙә килтерелгән әҙме-күпме мәғлү­мәттәр менән сикләнеп, шуны ла өҫтәп ҡуйыу шарт: легендар полководец Муса Лут улы Мортазин хаҡында бөгөн дә яҙабыҙ, киләсәктә лә был изге эш туҡталмаҫ. Уның бөйөк булмышы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә үҙенең тос өлөшөн индерер әле.

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873