Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңышҡа өмөт ҙур
Уңышҡа өмөт ҙур Июнь башындағы шифалы ямғырҙарҙан һуң йыл яҡшы килер тип кәйеф күтәрелһә лә, артабанғы тынсыу һауа, ҡыҙыу ҡояш арҡаһында “әллә тағы ла ҡоролоҡҡа табан боролдо инде?” тип йән тынысһыҙлана башлағайны. Мәҡсүткә барып төшкәс:
– Кисә көслө ямғыр яуҙы, шәп булды. Тын алыуҙары еңел хәҙер, – тип ҡаршы алды “Октябрь” йәмғиәте директорының үҫемлекселек буйынса урынбаҫары Шамил Биктимеров. Ул беҙҙе Назаркин ауылы янындағы арыш баҫыуына алып китте.



– Бына ҡарағыҙ инде: ашлама ҡушып сәсһәк тә, дым булмау сәбәпле, орлоҡ шытмай ятты. Яҙын ғына дәррәү үҫеп киттеләр. Хәҙер ул бер нәмәгә лә бирешмәҫ, яҡшы уңыш көтәбеҙ, -– тине тәжрибәле агроном.
“Октябрь”ҙә көнбағышҡа айырым иғти­бар бирелә. Ул 2 мең 850 гектарҙы биләй. Табыш килтерә торған культура тиһәк тә, көнбағыш ерҙе бик ярлыландыра, туҡ­лыҡлы матдәләрҙе күп һура.
Түбәнге Сирбай ауылы янындағы баҫыуҙа трак­тор­ҙар эшләй, рәт араларын эшкәртә.
Шамил Нурулла улы әйтеүенсә, бында һуң сәселгән Рәсәй гибриды “Виктория” үҫә, вегетация осоро – 80-83 көн. Һалҡындар төшкәс тә йыйып алырға була уны.
“Беларус”та Рифат Булатов, Фәнис Ҡотлогилдин, Рәфис Китиков икән. Рифат менән һөйләшәбеҙ. Сапыҡ егете 90-сы һөнәрселек лицейын тамамлаған, 2008 йылдан алып эшләй, ике бала атаһы.
– Трактор яңы булғас, ватылып бармай, эшләүе лә күңелле. Кәрәк икән – башҡа техникаға ултырталар. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт, – ти ул.
Эргәлә генә – һоло баҫыуы. Таҙа. Агроном уйыбыҙҙы тиҙ аңланы булһа кәрәк.
– Ерҙе яҡшы эшкәртһәң, ашлаһаң, иген тиҙ үк үҫеп китә, ҡый үләндәренә буй бирмәй. Агротехник сараларға ла яуаплы ҡарайбыҙ, – ти.
Дөйөм алғанда, йәмғиәттең сәсеү май­ҙаны 10887 гектар тәшкил итә. Былтыр элиталы орлоҡтар сәсеп, йыл ҡоро булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш үҫтереп алғандар. Мең гектарҙы пар ерҙәре биләй, улар – “Аҡтау” бүлексәһендә. Яҙын бындай алыҫ­лыҡҡа техника ҡыуыу ауырлыҡ тыуҙыра, унда ер ҙә һуңғараҡ өлгөрә, парҙар ҙа бер тирәләрәк булһын, тип уйлағандар. Оҙаҡ­ламай ерҙе эшкәртергә төшәсәктәр, көҙгә ужым сәсергә иҫәптәре.
Баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу күңелдә һәй­бәт тәьҫораттар уятты. Бер нисә йыл рәт­тән килгән ҡоролоҡ бәкәленә һуҡты шул хужалыҡтарҙың, быйыл да күңелһеҙ хәл­дәр ҡабатланмаһын ине тигән теләк менән яна ауыл эшсәндәре.
– Ҡоролоҡҡа ҡаршы тороу саралары бар. Яҡшы орлоҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ашламаһыҙ сәсмәҫкә тырышабыҙ, – ти Ша­мил Нурулла улы. – Федор Дмитриев, Ни­ко­лай Спасков кеүек тәжрибәле, ергә ху­жа­ларса ҡарашлы, хәстәрлекле игенсе­лә­ребеҙ булғанда, беҙгә бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел.
Бер нисә көн инде ямғырҙар ҡыуан­дыра. Ысынлап та, йыл һәйбәт килә. Шуға өҫтәп ты­рышлығыбыҙҙы ла ҡушһаҡ, йомарт ере­беҙ ниғмәтен йәлләмәҫ, буралар тулы булыр.





Автор: Рөстәм СӘЙЕТҒӘЛИЕВ. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә