Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сая бөркөт яҙмышы
Сая бөркөт яҙмышы Легендар полководец Муса Мортазиндың
тыуыуына — 123 йыл

Башҡорт халҡының легендар шәхесе, граждандар һуғышы Геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы һәм тарихсы Муса Мортазиндың абруйы, иншаллаһ, тыуған иленә, халҡына һуңлап булһа ла кире ҡайтты.

Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, поэмалар, драма-одалар һәм очерк­тар яҙылды, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, сәхнәләрҙә трагик образы, ҡаҡшамаҫ рухы тормош дөрөҫлөгөндә са­ғыл­дырылды. Геройҙың исемен хужалыҡ­тар, ойошмалар, урамдар йөрөтә, 100 йыл­лыҡ юбилейы уңайынан (1991 йыл) тыуған ауы­лы Көсөктә (Маяҡта) йорт-музейы асылды, район хакимиәте премияһы булдырылды. Уның ҡаһарман образы ваҡытлы матбуғатта яҡтыртыла килә. Ошо изге эште дауам итеп, беҙ ҙә оло шәхестең тормош һәм хәрби юлын өйрәнеп, “Мәңге халыҡ хәтерендә” тигән китап яҙып, нәшриәткә тапшырҙыҡ. Был йыйынтыҡҡа ингән мәҡәләләрҙә данлы яҡташыбыҙҙың героик үткәнен, хөкүмәт етәк­сеһе булараҡ ойоштороу һәләтен, сәйәси һәм ижади маһирлығын уҡыусыға түкмәй-сәсмәй, бар тулылығында һәм асыҡлығында еткерергә тырыштыҡ.
“...Таш төрмәнең тар ғына камераһына килеп инеү менән ул үҙен тимер ҡоршауға эләккәндәй хис итте. Кемдеңдер ауыр, ҡо­толғоһоҙ ҡаты ҡулдары күмәгәйенән алып, торған һайын нығыраҡ быуғандай, таш иҙән­гә һалып иҙергә теләй. Атаҡлы комбригтың мөһабәт, мыҡты кәүҙәһе килеп ултырыуҙан ҡаҡ һике шағыр-шоғор итеп ҡалды, тик ул быны ишетмәгәндәй терһәктәрен тубығына, эйәген көрәк дәүмәле устарына терәп уйға сумды. Иртәнге ваҡиғалар уның күҙ алдынан тағы ла бер ҡабат ап-асыҡ булып үтеп китте...” (М. Ямалетдиндың “Ҡотолоу юлҡай­ҙарын тапманым” повесынан). Ә быға тиклемге тормошо, данлы үткән юлы Муса Мор­тазиндың НКВД зинданында ғазап сик­кәндәргә ялғанып күҙ алдына бөгөнгөләй килеп баҫыр...
1918 – 1919 йылдарҙа Башҡортостан иле граждандар һуғышы менән солғап алына. Дутовсылар, Колчактың аҡ гвардеецтары, төрлө фетнәселәр яңы һуғышҡа, ҡан ҡо­йош­ҡа баш күтәрә. Фетнә ҡала-ауылдарҙы та­лай, активты аҫа-киҫә, башбаштаҡлыҡ көн­дән-көн арта бара. Нығынып та өлгөр­мә­гән ҡыҙылдар власы дошманға ҡаршы отрядтар туплап, походҡа сыға. Беҙҙең Баш­ҡортостан тарихында шул дәүерҙәге күренекле шәхестәр, ҡаһарман хәрбиҙәр, оҫта ойоштороусы ғәскәр башлыҡтары М. Фрунзе, В. Блюхер, В. Чапаев, А. Чеверев һәм башҡаларҙың исеме мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙылды. Муса Лут улы Мортазин да шул уҡ йылдарҙа ошо исемлектә торорға тейеш ине. Әммә шәхес культы ҡорбаны булып, күп тиҫтә йылдарҙан һуң ғына аҡланып, туған халҡына, тыуған еренә легендар шәхес, шөһрәтле полководец һәм дәүләт эшмәкәре булып әйләнеп ҡайтты.
Ваҡиғалар йомғағы геройҙы утлы өйөр­мәләргә алып инеп китә... 1919 йылдың көҙөндә Башҡорт кавалерия бригадаһы төньяҡ Ҡаҙағстан далаларында казактарға ҡаршы һуғыш алып бара. 1920 йылдың яҙында бригада аҡ поляктар менән алыша. Бында ул дошман тылы буйлап хәрәкәт итә. Башҡорт кавалерияһы, дошмандың ҡотон осороп, көтмәгәндә ҡыйыу һөжүмдәр яһай. Совет ғәскәрҙәре командованиеһы уларҙың яуҙағы ҡаһарманлығын юғары баһалай. Дүрт тиҫтәнән ашыу яугиргә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Бригадаға Муса Мортазин етәкселек итә. Ғәскәрҙең данлы еңеүҙә­ре артабан да иғтибар үҙәгендә була. Рес­публика реввоенсоветы рәйесенең 1921 йылдың 31 декабрендәге бойороғона яраш­лы, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры М. Мортазин икенсе тапҡыр Хәр­би Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградла­на. Шулай итеп, батша армияһында рядо­вой артиллерист булып хеҙмәт итеүҙән башлап комбригка тиклем үрләй ҡаһарман яҡташыбыҙ.
Ул ваҡыттағы Советтар Союзы Маршалы Семен Буденныйҙың һәм башҡа хәрби пол­ководецтарҙың М. Мортазиндың хәрби та­лан­тын, һоҡланғыс батырлығын юғары ба­һалауҙарын беҙ тарихтан яҡшы беләбеҙ, яҡташыбыҙҙың, төрлө фронттарҙа ике тиҫ­тә­нән ашыу хәрби операция үткәреп, һәр саҡ еңеүгә өлгәшеүе хаҡында бөгөнгө уҡыусы ла хәбәрҙар. Ҡыйыу яугирҙең баҫҡыстан-баҫ­ҡысҡа күтәрелеүе, рухи һәм хәрби үҫеше уның тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙә асыҡ сағыла.
Билдәле яҙыусы, эҙәрмән һәм журналист Рәүеф Насировтың “Ыласын йөрәклеләр” исемле яҙмаларындағы архив документтарынан күренеүенсә, М. Мортазин 8-се кавалерия дивизияһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн өсөнсө орден менән наградланған. Артабан шундай юлдарҙы иғтибарға алайыҡ. “М. Мор­тазин үҙе лә байтаҡ ҡаһарман яугир­ҙәрҙе һанап үтә, уларҙың исемлеген бирә. Барлығы 78 кешене теркәй. Шуныһы фә­һемле: 78 батырҙың бишәүһе — Мортазиндар. Бына улар: Ибраһим Мортазин — 18-се полк командиры, Дауыт Мортазин — эскадрон командиры, Х. Мортазин — взвод командиры, Әхмәҙи Мортазин — 5-се полк­тың хужалыҡ бүлеге начальнигы. Барыһы ла иң юғары награда — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән...” Тари­хи документтар шул турала һөйләй: сәғәте, көнө, йылы менән күрһәтелгән был аманат Муса Лут улы Мортазиндың граждандар һу­ғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр Герой исемен алғанын раҫлай. Был – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!
“...Алдан ҡарағанда ғына бик оҙон, ҙур күренгән икән был ғүмер тигәнең. Осона килеп сыҡҡайны, шул тиклем ҡыҫҡа, шул тиклем бәләкәй булды ла ҡалды, әйтер­һең, аты менән сабып барҙы-барҙы ла ярлауға килде лә осто. Артта ла, алда ла бер ни юҡ. Бөттө, юҡ булды юл. Ә бит ул тәне, йәнендәге көстө тотоноп бөтөү түгел, барын татып та өлгөрмәгәйне. Бәлки, ғүмер һәр кемгә лә шулай күренәлер: уға тиклем йәшәгәндәргә лә, унан һуң йәшәйәсәктәргә лә! Осто бөркөт. Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!..” (Р. Солтангәрәев, “Осто бөркөт”).
Мин дә яҡташым хаҡында тиҫтәләгән мә­ҡә­лә яҙҙым. Мәҫәлән, “Муса батыр йәшәй кү­ңелдә” тип исемләнгәнендә ошондай юлдар бар:
“...Учалы — ҡаһарман халҡыңдың
Ҡалҡандай ҡалҡынған күкрәге.
Ер һаҡлап, ил яҡлап талпынған
Мортазин батырҙай күкрәнең...
Эйе, шағир һүҙе раҫ. Батша тәхет­тә­рен дер һелкетеп, изге яу ораны менән азат­лыҡ көрәшендә илаһи дан ҡаҙанған, мәң­гелек рухыбыҙ булмышына күтәрелеп, халыҡтың яҡты хыялында хаҡлы урынын яулаған ажар ғәйрәтле батырҙарыбыҙ ара­һында яҡташыбыҙ, шанлы йылдарҙың ле­ген­дар полководецы, дәүләт етәксеһе Му­са Лут улының тыуыуына бөгөн – 106 йыл.
1937 йыл. Шәхес культы ҡорбаны булыуына 60 йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән. Бындай шәхестәрҙең ғүмер араһы ни тиклем алыҫлашҡан һайын, уларҙың изге рухы шул тиклем халыҡ күңеленә яҡыная бара. Алыҫ-алыҫ йылдар төпкөлөнән әле булһа Муса батыр тауышы килә...”
“Батырға һәйкәл ҡуяйыҡ” тигән мәҡәләмдә (2009 йыл): “...Башҡорт халҡының ялҡынлы патриоты, граждандар һуғышы геройы, дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин — Учалыла ғына түгел, республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң бер үҙәк майҙанында ла оло һәйкәлгә тиң шәхес. Быға иманым камил! Халҡы барҙың батыры ла бар. Муса батыр бөгөнгө һәм киләсәк быуын рухында ла мәңге йәшәр”, — тигән тәҡдим менән сығыш яһағайным, әммә изге оранды ни өсөндөр күтәреп алманылар.
”Муса батыр” тигән рецензиямда (2012 йыл): “...Бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһынан беҙҙең прозала С. Юлаев, З. Вә­лиди, М. Мортазин образдары хаҡлы рә­үештә үҙәк урынды биләй. Бөгөн ошо өс героик тағандың береһе Муса Мортазин­дың әҙәбиәтебеҙҙә тормош дөрөҫлөгөндә сағылышына әҙме-күпме күҙ һалыу кәрәк­тер. Был йәһәттән Муса Мортазин шә­хесен юғары художестволы кимәлдә асыуҙа Я. Хамматов, Р. Солтангәрәев, М. Ямалетдин уңышлы ижад итте... М. Мортазин образын асыуҙа әҙиптәрҙең үҙҙәренә генә хас алымдары булһа ла, уларҙың был ҡатмарлы герой яҙмышына ҡарата уртаҡ фекерҙәре бер бөтөн концепцияла хәл ителеүе әһәмиәтле...” — тигәйнем.
Билдәле журналист Ғамир Ҡаҙаҡҡолов үҙенең “Үлемһеҙ ҡаһарман” мәҡәләһендә (1989 йыл): ”...1978 йылда Башҡортостан китап нәшриәте Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса дәреслек сығарҙы. “Баш­ҡорт­остан граждандар һуғышында” тигән бүлектә тотош абзац хәрби часҡа ар­нал­ған, ә командирҙы телгә алмағандар”, – тигән.
Яҙыусы яҡташыбыҙ Рәүеф Насировтың “Ҡылыс ҡынында килешә” китабында (Өфө, 2000 йыл) “Алты ҡырлы Мортазин” тигән мәҡәлә бар.
1918-1919 йылдарҙа Муса артынан яуҙарға сапҡан, һуңынан 30-сы йылдарҙа ла уның менән бик йыш аралашҡан Әбйәлил халҡының Мусаны “алты ҡырлы Мортазин” тип атауы бер ҙә юҡҡа түгелдер. Ябай, бер ҡатлы йәки ике ҡатлы ла түгел, йомро һәм шар ише шыма ла түгел, ә “алты ҡаулы”, ниндәй генә тарихтар килеп тыумаһын, үҙ характерын юғалтмаған, ләкин һис көтөл­мәгән яҡтарын, сифаттарын күрһәтә алған етәксе...
Ҡәҙим Аралбайҙың “Ғәйрәт” (М. Морта­зин­ға арналған) триптихынан:
...Ҡайнағандыр һиндә ажар ғәйрәт,
Булғанғалыр даулы заманың.
Шуғалыр ҙа халҡың, илең һиңә
Йөктө һалған, белмәй саманы...
...Муса батыр,
Һиңә күскәндер, тим,
Урал тауҙарының ғәйрәте.
Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә
Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп...
Трагик яҙмышлы шәхес образына ғорур­лыҡ һәм һоҡланыу менән ҡатар күңел һыҙланыуы сағыла бында.

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872